Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
4 Сентябрь 2018, 21:58

Кирза итектәр

Нәфисә ҡапыл ғына бер ни аңламайыраҡ торғандан һуң, аңына барып етте. Эстән генә: был кирза итектәренең мажараларының осо-ҡырыйы бөтмәйәсәк икән әле, тигән уйы мейеһен ҡайнатты.


Итектәрен ремонтҡа алып барғайны Нәфисә. Итек ремотлаусы:

- Бындайҙарҙы күптән күргән юҡ, ҡайҙан таптығыҙ, апай?! Ташламай яҡшы иткәнһегеҙ, – тип ихлас эшләп тә бирҙе.

Ә итек мажараһын белмәй шул. Нәфисәнең тормошонда мөһим йүнәлеш биргән итектәр ул.

...Нәфисә берәм-берәм кирза итектәрен тоғонан сығарып сүплеккә ырғытты ла, мажаралар ошоноң менән бөтһөн ине, тип уйланы. Инде лә оҙағыраҡ торһа, билләһи, кире тоғона һалып алып ҡайтып китәсәк. Бушаған тоғон ыҡсымлап төрөп алды ла, ҡайтыу яғына юл тотто. Ниңәлер итектәре лә моңһоу ғына оҙатып ҡалдылар һымаҡ. Сөнки аҙыраҡ һүтелгән урындарын тегеп, кейерлек әле. Боролоп та ҡарарға ла уйы булды Нәфисәнең, йәлләй ине кирза итектәрен, ләкин ул уйынан тиҙ генә баш тартып, аҙымдарын ҡыҙыулатып, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Уларҙы ташлауының сәбәбе лә ҙур шул. Ир кешенең аяҡ кейемдәре улар. Ә Нәфисә яңғыҙ ҡатын. Әлеге лә баяғы яңғыҙ ҡатынға ғәйбәт тағырға әҙер генә торалар. Бына ошо итектәрҙе кейеп йөрөп үҙенә бөткөһөҙ ғәйбәт йоҡторҙо ул. Күп тә атламаны, ҡаршыһына остағы «любопытная Варвара» ҡушаматы алған Сәриә тап булды:

- АҺ, аһ, ҡайһылай тиҙ боролоп ҡайтып бараһың, әллә тегенең килмәнеме?!

Нәфисә ҡапыл ғына бер ни аңламайыраҡ торғандан һуң, аңына барып етте. Эстән генә: был кирза итектәренең мажараларының осо-ҡырыйы бөтмәйәсәк икән әле, тигән уйы мейеһен ҡайнатты. Сәлимәнең ғәйбәткә нөктә лә ҡуйырға тейешмен, тигән көнө лә бөгөн:

- Килделәр, килделәр. Әйҙә, булмаһа, Сәриә, күрһәтәйем, ана-а-а-уында ятып ҡалдылар.

Аптыртып та бөттө ошо итектәре. Күпме аңлатып ҡарарға теләһә лә, ғәйбәт әллә нисәгә түңкәрелеп төрләнеп таралды инде ауылға! Имеш, Нәфисәгә көн дә бер ир килеп йөрөй. Йәнәһе лә, уларҙың уйҙарынса, ҡапҡа алдында теге кешенең аяҡ кейеменең эҙҙәре ярылып ятып ҡалалар. Яңы ғына яуған ҡар өҫтөндә. Эйе,эйе, билгеле генә. Иртәнсәк кире сыҡҡан юлы ҡалырға тейеш тәһә?! Әллә өйөндә тота Нәфисә теге ирҙе йәшереп?! Алыҫтан икенсе яҡтан да килә шикелле ул әҙәм, әй? Ауылдыҡы булһа, күптән беленер ине лә? Кәртә аҫтынан сығамы әллә? Көн дә тәҙрәмдә утым да һуңға тиклем яна бит минең?! Сүплеккә барып еткәс Нәфисә:«Ана-а-а, яталар», - тип ҡулы менән кирза итектәре ятҡан яҡҡа күрһәтте.

- Ҡайҙа, икәүҙәрме ни?! – тип һораны Сәриә. Күҙе маңлайына менгән ҡатын алан-йолан ҡаранып: - Йә, инде тиҙерәк күрһәт, кемдәр улар? - тип ҡабаландырҙы.

Иртә менән эсеп тә алған, ауыҙынан самогон еҫе аңҡып тора. Башында керләнеп бөткән йәшел яулыҡ. Биҙәктәрен танырлыҡ та түгел хатта.Унан-бынан сәстәре ялбырашып күренә. Күптәнән тараҡ та теймәгән. Зәңгәр күҙҙәре төпкә батыуынан, арыуыҡтан туҡтамай эсеүе. Кешесә йүнле ризыҡ ашамауынан йөҙө ҡып-ҡыу булып шешенгән дә. Килен булып төшкәнендә ап-аҡ йөҙлө, маңлай сәстәре бер аҙ бөҙрәләнеп, ике сикәһе алма кеүек ҡыҙарып, балҡып торған зәңгәр күҙле сибәркәйҙән бер ни ҡалмаған хәҙер. Ике толомға һалып үрелгән сәстәре урынына йыуғысты хәтерләткән, уҡмашып бөткән сәстәр.Ниндәй матур ҡатын булар ине эсмәһә! Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, төҫө оло сырайлы. Битендә күгәргән таптар ҙа бар. Эйәге нимәгәлер һыҙырылған. Яраһы яңы. Нәфисә Сәриәнең бындай ҡиәфәтенә ытырғанып, тәндәре өшөнөп киткәндәй булды: бындай ҙа кешеләр була икән дәһә донъяла, ни тип йәшәйҙәр бит? Берәй күңел иретерлек йүнле хәбәр һөйләһәләрсе, исмаһам.

- Э- э-эх һеҙ! Мин һеҙҙең һымаҡтарға күрһәтергә лә ҡыҙғанамын, – тине, Нәфисә.

- Ыстағафирулла, Нәфисә, сәпсим алйыған икәнһең дәһә! - тине Сәриә. Берсә һағайыңҡырап ҡарап ҡуйған һымаҡ та уға. Нәфисә аңлай ине. Ундайҙарҙы үҙгәртеп тә булмаясаҡ, яҡшы яҡҡа, бәләкәй бала булһалар аңлатыуға барырҙар ине... Ни китап, ни гәзит-журнал уҡымайҙар. Юҡты бар итеп ғәйбәт ҡороуҙарын, берәй сәбәп табып кәйеф-сафа асыуҙарын шәп кәсепкә һанай,ундайҙар. Нәфисә үҙе ипле һүҙле, йомшаҡ күңелле ҡатын. Кеше менән булышырға бөтөнләй яратмай ҙа. Ғәйбәт һөйләгәндәрҙе, эскелекте йәне лә һөймәй. Күптәр ошо ҡылығы өсөн яратыңҡырамайҙар ҙа уны. Кеше ыңғайына түгел, йәнәһе.

- Ҡайҙа улар, бер кем дә юҡ табаһа?!»- тип аптырап йән-яғына ҡаранды Сәриә. Был ваҡытта Нәфисәнең

күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй ине. Күңелендәге бер төйөр сиселеп киткәндәй булып бушанып, түгелеп иланы.

- Нәфисә, нимә булды һиңә, ниңә илайһың, бер кем дә юҡ таһа?!» – тиеп, был ни ғәләмәт тағы, тигәндәй ғәжәпләнеп, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк тирә-яҡты байҡап эҙләүен дауам итте Сәриә.

- Теге -е -е ятҡан түмәр шикелле, эйе-эйе түмәр шул. Бер әҙәм заты ла юҡ бында, Нәфисә? -тип һораулы ҡарашын Нәфисәгә төбәне.

Нәфисә һаман да сүплектән күҙен алмай, бер нөктәгә төбәлгән дә, һулҡылдап илай, сикәләре буйлап туҡтауһыҙ эре-эре күҙ йәштәре аға. Был ваҡытта итектәре лә хужаһы менән бергә илайҙарҙыр һымаҡ тойолдо Нәфисәгә. Бына ул бысраҡ сүп-сарҙы кисеп барып итектәрен алды ла күкрәгенә ҡыҫты. Үҙен түгел, ниңәлер ул итектәрен йәлләне. Нәфисәнән түгел, ошо кирза итектәренән көләләр.Ҡыш кәртә араһында рәхәтленеп мал-тыуарын ҡарашҡан ҡәҙерле итектәре бит һуң! Яҡшы материалдан эшләнгән кирза итектәрен Илһам улы:«Әсәй, һиңә өй араһында кейергә шәптәр» - тип алып ҡайтып биреп киткәйне. Ысынлап та, һалҡын ҡыштарҙа һис тә генә лә аяғы өшөмәне, табандары ла ҡалын, ер өҫтө тайғалаҡ мәлдә тайҙырып та бармай, еңелдәр ҙә үҙҙәре, һыуланып та бармайҙар. Бик тә уңайлылар. Кейгән һайын маҡтай-маҡтай икенсе яҙға килеп сыҡты быйыл. Был тамашаны ситтән ҡарап торған Сәриә:

- Былар һинекеме һуң?! - тип аптырап, Нәфисәнең ҡулындағы бер итекте алып, табанына бер килке тексәйеп ҡарап ҡуйҙы.

Бер аҙҙан Нәфисәнең һаман да икенсе итеген тоғона һала алмай мәшәҡәтләнгәнен күреп, кирзаларын һалышып та бирҙе

- Уй, аллам, был хәтлем дә кеше булыр икәнһең! Әйтһәң булмаймы һуң һиңә, минең итектәремдең эҙҙәре тип?! – тип, һөйләнде.

Һуң, әйтеп ҡараһа ла тыңларға ла теләмәнеләр бит уны. Береһе лә ышанмағас, итектәрен тотоп урамға һәр береһенә күрһәтеп сығырға ла уйы бар ине, тик был уйын килештермәне.

- Ҡайһылай яҡшы итектәр, ныҡ та икәндәр, бынауы тирәһен генә тектереп алһаң, була инде, Нәфисә? -тине Сәриә. Нәфисә уға бер ни тип тә яуап ҡайтарманы, итектәр һалынған тоғон алып, ҡайтыр яҡҡа юл алды. Бик ҡәҙерле булған аяҡ кейемен берәй көнө район үҙәгенә итек йүнәтеүсегә алып барасағын да күҙалланы. «Любопытная Варвара» ҡушаматлы Сәриә Нәфисәнең артынса уҡ килеп, уҙып китешләй, һаубуллашып, алдан ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап урамға инеп тә китте. Ауылда тараласаҡ тағы бер ҙур яңылыҡты ашыҡтырыу теләгелер. Был ваҡытта Нәфисә ниндәйҙер бер тауҙай эш атҡарып сыҡҡандай хис итә ине үҙен. Ваҡиғаның ошолай тамамланыуын хуп күреп, иркен генә тын алып ҡуйҙы. Иртә яҙҙың йомшаҡ дымлы һауаһын һулай-һулай барышында бығаса ла булмаған яңы ҡараштар уянды Нәфисәлә. Ниңә баҫылды?! Ниңә бигерәк йомшаҡ әле ул?! Үҙемде үҙем яҡламаһам, кем мине яҡлар?! Иртәгәнән башҡасараҡ буласаҡмын! Юҡ, юҡ бына ошо секундтан уҡ! Мин төшөп ҡалғандарҙан булырға тейеш түгелмен. Ни ерем кәм уларҙан?! Батыр булырға, үҙ үҙеңде яҡларлыҡ һүҙемде лә берәгәйле генә әйтә белергә! Нәфисә киләсәкке тормошонда башҡаса булырға ҡәтғи ҡарар ҙа сығарып ҡуйҙы...