Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
2 Ноябрь 2018, 14:51

Күңелем яралары

Кисә кистән ағайымдың был донъянан киткәнен белгәс, уның өсөн доғаларымды уҡыным да, Хоҙайҙан уны ғәфү итеүен һораным. Туғандарымды, яҡын кешеләремде тура юлдарынан тайпылтмаһаң ине, тип үтендем. Үҙемә лә тура юлды күрһәт, яңылыштарҙан арындыр, тинем.

Кисә кистән ағайымдың был донъянан киткәнен белгәс, уның өсөн доғаларымды уҡыным да, Хоҙайҙан уны ғәфү итеүен һораным. Ҡатынына был уңалмаҫ яра менән килешерлек сабырлыҡ, балаларын яңғыҙ ғына тәрбиәләй алырлыҡ көс ебәр, тинем. Уны ярҙамдан мәхрүм итмә, тинем.

Туғандарымды, яҡын кешеләремде тура юлдарынан тайпылтмаһаң ине, тип үтендем. Үҙемә лә тура юлды күрһәт, яңылыштарҙан арындыр, тинем.


Инәй менән атай: "Уҡыуыңды ташлап, ҡайтып торма." - тиһәләр ҙә, күңелем ҡайтырға ҡушты. Хоҙай шулай бойорғандыр. Инәй-атайыма әйтеп тормайынса, ҡайттым.

Еңгәмдең шундай көслө рухлы булыуына хайран ҡалдым. Ул үҙен тота, ә мин илайым. Юҡ, ағайым был донъянан киткәнгә иламайым, еңгәмдең илай алмағанынан илайым...

Балалары эргәмдә йүгерешеп, уйнап йөрөнө. Ҙур юғалтыу кисергәндәрен аңламайҙар ине әле. 6 йәшлек малайы үҙенең эштәре менән китте, ә мин беренсе класта белем алған ҡыҙының шиғырҙарын тыңлап ҡалдым. Сәсен үрҙем. Үреп бөткәнсе бер туҡтауһыҙ мәктәптә уҙасаҡ "Әлифба" байрамы тураһында һөйләне. "Шалҡан" әкиәтен ҡуялар. Бесәй булып уйнай икән. Йәл,атаһы күрә алмаясаҡ ҡыҙын был образда... Шундай килештереп һөйләй! Сәсен үреп бөткәс, үҙенең бәләкәс кенә, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән ҡулдарымды тотто ла, үҙен ҡосаҡлатып: "Әйҙә,апай,йыр йырлайым!" - тине. Ул йырланы. "Ҡояш апай шат йылмая..." йырын. Өс куплетын да. Башынан алып аҙағына тиклем күҙҙәремдән тупылдап йәштәр тамды. Нисек инде ошондай ихлас балаларҙы яңғыҙ ҡалдырырға була?! Нисек итеп уларҙы ташлап китергә була?!.. Икәүһен дә ныҡ итеп ҡостом да түбәләренән үптем. Әйтерһең дә, шулай итһәм, уларға аҙаҡ атайһыҙ ҡалғандарын аңлауы еңелерәк булыр һымаҡ ине...


..."Һәр ғаиләнең үҙ ала ҡарғаһы була." Ағайыма йыназа уҡығандан һуң сәй алдында бер әбей шулай тине. Яңылыш ҡына ишетеп ҡалдым мин был һүҙҙәрҙе. Бәлки яңылыш түгелдер ҙә... Уйландым. Уйымдың аҙағы бына ҡайҙа алып килде. Минең ҡараштарым ғаиләмдең ҡараштарынан ҡырҡа айырыла. Улар ҡояш тиһә, мин айҙы эҙләйем. Улар булмай тигәндә, мин барыбер булдырам. Улар Ерҙә йәшәй, ә мин йыһанда. Улар ысынбарлыҡты ҡабул иткән, ә мин бер хыялый... Әйтерһең дә, улар бөтәһе лә баҫмаға аяҡтарын һәлендереп ултырғандар ҙа йылғаның аҡҡанын ҡарайҙар, ә мин, уларға арҡам менән терәлеп ултырып, яр буйында дөрләп янған усаҡты күҙәтәм... Ул Ер менән Күкте тоташтырған. Шул усаҡтан шартлап сыҡҡан осҡонсоҡтар күктәге йондоҙҙарға әйләнгәндәй. Ә ул йондоҙҙар күктә мәңгелеккә янып ҡалалар. Дөрләп янған усаҡтан ғына йондоҙҙар тыуа. Ошо уйҙарымды ғаиләмә барып әйтһәм, улар: "Ҡояшлы көндәрҙә йылғанан да йондоҙҙар тыуа ул", - тип әйтер инеләр.Ҡояш нурында балҡыған йондоҙҙар уттан яралған, ҡараңғы төндәрҙә яҡтыртҡан йондаҙҙарға барыбер ҙә тиң түгел. Беренселәре ваҡытлы ғына була, ә икенселәре - мәңгелек.

Ғаиләм йылға кеүек тыныс ҡына ағып, ҡояш яҡтыртҡанда ғына балҡып йәшәүҙе хуп күрә, ә мин усаҡ кеүек янып, дөрләп йәшәп, шул ғүмеремдән шартлап сыҡҡан һуңғы осҡонсоғомдо күктәге мәңгелек йондоҙ итеп балҡытып ҡалдырғым килә. Ҡараңғы төндәрҙә ҡара урмандарҙа аҙашҡан кешеләрҙең юлдарын яҡтыртыусы бер йондоҙ итеп.

Шуғалыр ҙа улар тыныс тормош алып баралар, булғаны менән ҡәнәғәттәр. Ә мин нимә? Ғүмерем буйы ҡайҙалыр ашҡынам, талпынам. Мәңге нимәлер етмәй миңә. Күңелемдә бер бушлыҡ бар. Шул бушлыҡты тултырырға тырышам. Юғиһә, бер ҡара тишеккә әйләнер ҙә, йыһандағы үҙенең янында булған барлыҡ нимәләрҙе һурып алғандай, бөтә шатлыҡтарымды һурып алыр. Иң ҡурҡҡаным шул. Йә мин дөрләп янып йәшәйем, йә мине бушлыҡ йотасаҡ...

Ғаиләм тыныс, ә мин тынғыһыҙ - бына нимәлә ғаиләм менән минең ҡараштар айырыла. Бына нимәлә мин ғаиләмдән ала ҡарға булып айырылып торам. Әммә мин ғаиләмә арҡамды терәмәһәм, был усаҡты күрә алыр инемме икән? Юҡтыр. Шунда уҡ ергә ауыр инем дә, бөтөнләй икенсе һүрәт күҙ алдыма баҫыр ине. Бөтөнләй икенсе кеше булыр инем. Тормошом да бөтөнләй икенсе булыр ине... Ә миңә тынғыһыҙ булыу оҡшай!

Сикһеҙ рәхмәтлемен Хоҙайыма тап ошо ғаиләгә мине бүләк иткәненә. Тап ошо ғаиләлә минең ҡараштарым үҙ һүрәтен тапҡанға. Тап минең күңелемдә ниндәйҙер бушлыҡ булғанға. Рәхмәт, Хоҙайым!

Ҡараштар төрлө булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләмдән мине айырмамағаның өсөн, ғаиләм минең менән булғаны өсөн, беҙ тәңкәнең ике яғы, әммә БЕР тәңкәнең ике яғы, барыбер бер бөтөн булған өсөн дә рәхмәт, Хоҙайым! Уртаҡ ҡараш булмаһа ла, уртаҡ хөрмәтләү һәм яратыу хисе булғаны өсөн рәхмәт, Хоҙайым! Барыһы ла һинең ҡарамаҡтан һәм ризалыҡтан. Нисә йылдар һиңә ҡаршы барырға маташҡайным... Әммә бөгөн мин һинең менән килешәм. Шундай ҡарарға килдем.

Сәйҙән һуңғы доға ла уҡылып бөттө. Амин.

Һәм мин киренән үҙ тормошома ҡайтам. Үҙ тормошома... Бөтөнләй икенсе кеше булып түгел, ә үҙен үҙе ҡабул иткән кеше булып.


Ә йөрәктәге яра һаман күңелемде ыуалай...
Читайте нас: