Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
19 Ноябрь 2018, 21:31

Бәлки, яҡшы кеше осратырмын…

Барыһы ла ғәҙәттәгесә башланды: уйламаған ерҙән генә бер егет менән таныштым, туҡталышҡа тиклем оҙатып уҡ ҡуйҙы. Унан шылтыратты, осраштыҡ. Үҙенә күрә түгел, директор булып сыҡты, бүлек етәксеһе итеп эшкә саҡырҙы.


Минең башымдан үткәндәр бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Бының менән Америка асырға йыйынмайым. Булған хаталарым өсөн үҙем генә ғәйепле. Шулай ҙа төшөнкөлөккә лә бирелмәйем, сөнки шатлығым һәм дә йыуанысым - улыҡайым бар. Әле күңелдәрҙең тулып, үҙемде йәлләп һытылырға ғына торған сағым.


Барыһы ла ғәҙәттәгесә башланды: уйламаған ерҙән генә бер егет менән таныштым, туҡталышҡа тиклем оҙатып уҡ ҡуйҙы. Унан шылтыратты, осраштыҡ. Үҙенә күрә түгел, директор булып сыҡты, бүлек етәксеһе итеп эшкә саҡырҙы. Барҙым, әлбиттә. Барҙым һәм… йәш ҡыҙҙай үлеп ғашиҡ булдым. Элек тә ғишыҡ утында янғаным бар ине, әммә быныһы бүтәндәренә оҡшамағайны. Ысын һөйөү, күрәһең, кешене шулай аҡылдан яҙҙыра, уттан алып һыуға һала. Башым әйләнерлек тә булғандыр, һүҙ ҙә юҡ. Фатирымды ремонтларға ярҙам итте, сәскәләренең, бүләктәренең иҫәбе юҡ, сит илгә алып барып ҡайтты – уның менән мин матур тормошта йәшәнем. Кинолағы кеүек ине ул тормош. Уның өйләнгән булыу мөмкинлеге тураһында башыма ла индереп ҡараманым, сөнки теләгән ваҡытында йоҡларға ҡала ине, ҡурҡмай-өркмәй бөтөн ерҙә йөрөнөк, ә минең уйымса, кәләше, ғаиләһе булған кеше улай иркен йөрөй алмай. Шулай уҡ өйләнешеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатманым – бәйләнсек, мыжыҡ булып күренгем килмәне, ваҡыты етер әле, тип өмөт иттем. Туҡтауһыҙ яратам, һинән башҡа бер кемем дә юҡ, тиеүҙәре аңымды томалаған булғандыр.


Ауырға ҡалыуымды белгәс, шунда уҡ уға һөйөнсөләнем. Ул ваҡытта бала тураһында хыялланмай ҙа инем әле, шуға күрә абортҡа барырға әҙер инем. Әммә уның ҡыуаныслы йөҙөн күреп, баланы ҡалдырырға ризалаштым. Сабый тыуһын тиһә лә, өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатырға ашыҡманы. Бәй, былай ҙа янымда йөрөй бит, былай ҙа минеке бит, тип тынысландырҙым үҙемде. Шулай ҙа, эшенең күплегенә һылтанып, миндә ҡуна ҡалыуҙарын һирәкләтте.


Ә бер көндө офисҡа уның ҡатыны килде… Эштәгеләр миңә ҡарап шыш-быш килде. Тел сарларға етә ҡалды. Ә мин нимә эшләргә лә белмәнем – күңелем ҡатып ҡалды. Ҡатыны сибәр ине, минән дүрт-биш йәшкә өлкәнерәктер күп булһа. Ул киткәс кабинетҡа индем. Бер ни өндәшмәй ишек төбөндә ҡатып ҡалдым. Ыҡ итте, мыҡ итте, шулай ҙа ике балаһы, ҡатыны бар икәнен, уларҙың Өфөгә күсеп киләсәктәрен һәм бергә йәшәйәсәктәрен белдерҙе. Миңә үпкәләй алмайһың, мин бер нәмә тип тә ышандырып йөрөтмәнем, һин үҙең… тип аҡланды.


Ә бала тураһында иҫенә лә төшөрмәне… Эштән киттем. Бала тыуғас, ҡарашырға әсәйем килде, ә мин эшкә сыҡтым.


Хәҙер балам баҡсаға йөрөй, дүрт йәш булып китте. Уға ҡарайым да, ҡасан атаһы тураһында һораша башлар икән тип ҡурҡыуға ҡалам. Ә атаһының исмаһам бер тапҡыр ҙа шылтыратҡаны, хәлебеҙҙе белешкәне булманы. Исем өсөн генә булһа ла. Ғөмүмән, балам тыуырға тейеш ине, тип бер иҫенә төшөрҙө микән?


Улым өсөн, әлбиттә, рәхмәтлемен уға. Мине бер генә нәмә борсой – миңә өйләнергә теләге булмағас, мөхәббәтебеҙгә етди ҡарамағас, ниңә баланы ҡалдырырға ҡушты?Улының атайһыҙ үҫеүе уға ниңә кәрәк булды һуң? Кеше шул тиклем дә моңһоҙ һәм яуапһыҙ була алыр икән! Уның өйөндә, күҙ алдында ике балаһы йүгереп йөрөйҙөр, шуларға ҡарап ситтә етем үҫкәне хаҡында уйламай ҙа микән ни?!


Ошо арауыҡ эсендә үҙем дә бер тапҡыр ҙа уға улыбыҙ тураһында белдермәнем. Ярҙам кәрәккән саҡтарҙа ла ауырлыҡтарҙы бер үҙем генә йырып сыға киләм. Хәҙер инде һыуыҡ һыуҙы ла өрөп ҡабырға тура килә. Ирҙәргә ышанысым да, ихтирамым да бөттө. Балаһын бына шулай бесәй балаһы урынына ла күрмәгән ирҙәргә ҡарата ниндәй һүҙ тапмаҡ кәрәк?!? Ҡатындарҙы һанға ла һуҡмауы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел!


Шулай ҙа… кем белә, асыуым таралыр, үпкәм бөтөр һәм берәй заман мин дә берәй яҡшы ғына кешене осрата алырмын?..


Ғ.М.


Бал ялатҡанды яратырға ашыҡма.


(Ғ. Садиҡов)
Читайте нас: