Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
20 Ноябрь 2018, 16:56

Мине әсәйем йәберһетә

Миңә әсәйем һуға... Донъялағы иң яҡын кешем.

Мине бала сағымда ла һуҡтылар, мин шулай булырға тейеш, тәрбиә бирәләрҙер тип уйлай инем. Иҫләйем, әсәйем мине 4 йәштән мәктәпкә әҙерләй башланы һәм берәй нимә килеп сыҡмаһа, ул миңә һуға торғайны. Ҡайһы саҡ таңға тиклем дәрес әҙерләгән мәлдәрем булды. Үҫмер йәшенә еткәс, мин мәктәптән ҡаса башланым, дөрөҫөрәге, мәктәпкә тиклем үк уҡыуҙан ялҡҡайным, ә атай-әсәйҙән эләгеп кенә торҙо. Мин үҙ ваҡытымды үҙем бүлмәнем. VIII класта көсләп өйгә эш эшләргә ултырталар ине.


Мин мәктәптән тыш бер апайҙа өҫтәлмә дәрестәр ала инем. Бер ваҡыт өҫтәлмә дәрестәргә тип бирелгән аҡсаға мин киноға сығып киттем. Минең бөтә классташтарым киноға йөрөй, ҡасан теләйҙәр, шунда ял итәләр бит. Атай-әсәйемде алдап, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла, шулай ял итеп килә торғайным. Ярты йыл тирәһе был дауам итте. Бер көндө минең киноға йөрөгәнемде әсәйем ҡайҙандыр белеп ҡалған. Ул мине ныҡ итеп туҡманы, бөтә туғандарыбыҙға фаш итте. Минең түҙер әмәлем ҡалманы, үҙ-үҙемә ҡул һалырға булдым... Һәм күп итеп дарыу эстем. Бәхеткә күрә, мин иҫән ҡалдым, реанимацияға эләгеп, ике ай тирәһе дауаланып сыҡтым. Әсәйем өйҙә мине йылы ҡаршы алды, әммә ул ҡыланып ҡына йөрөгән булып сыҡты. Элекке сүрәтенә кире ҡайтты. Мин өйҙән ҡасырға планлаштыра башланым. Барыр ерем юҡ, өләсәйемдәргә барһам, улар мине әсәйемә кире тапшырасаҡ. Мин иҫәр булып тороп ҡалдым. 14 йәшем тулғас, кейәүгә сығырға ҡарар иттем. Тик кемгә? Бик йәшләй аҙҙым, әсәйемдән ҡасыу маҡсатында төрлө егеттәр менән дуҫ булып алдым. Береһе лә кәләшкә алманы. 16 йәшемдә институтҡа уҡырға индем, эшкә төшөп алдым, айырым бүлмә алып йәшәй башланым. Әсәйем ҡайтыуымды үтенде, хатта аҡсалата ярҙам да күрһәтте. Ниһайәт, 18 йәшемдә кейәүгә сыҡтым, тик ирем енәйәтсе булып сыҡты, ярты йылдан урлашҡаны өсөн төрмәгә яптылар. Мин һындым, ябыға башланым. Етмәһә, төрмәләге иремдән ауырға ҡалғанмын. Уҡыу ҡайғыһы китте, фатирға түләргә аҡса юҡ. Атай-әсәй йортона ҡайтмай сара ҡалманы...


Тормош аҙыраҡ яйланған һымаҡ булды, кире уҡый башланым, әммә әсәйем тарафынан йәберһетеүҙәр дауам итә. Ниңә ул мине тапты икән, былай булғас? Мине бар туғандарға насарлап һөйләп бөткән. Улар мине күрә алмайҙар, имеш, енәйәтсе ҡатыны, фәхишә... Нимә эшләргә миңә?
Читайте нас: