Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
1 Декабрь 2018, 23:17

Ҡарабейә

Аҙаҡ ҡалаға уҡырға киттем, барыһы ла үҙгәрҙе, йылдар үтте - мин өйҙә ҡунаҡ ҡына. Көҙ, II курс башы булғандыр, ниндәйҙер байрамға ауылға ҡайттым. Ҡарабейә ауырый. Атай ҙа кәйефһеҙ генә. Ни эшләйһең, мал ғүмере лә мәңге түгел.

Бәлки, был тарих кемделер уйландырыр, кемделер ҡыҙыҡһындырыр... Мин үҙемде иҫләй башлағандан алып Ҡарабейә беҙҙең ғаилә ағзаһы кеүек булды. Үҙе ҙур, бейек һәм тыныс ҡына. Бик етеҙ. Берәй ҡайҙа китеп барһаң, икенсе ат ҡыуып үтә башлаһа, үҙенән-үҙе саба башлай һәм береһен дә үткәрмәй.


Уның менән булашырға ярата торғайным, ҡыңғырау, йүгәнен кейҙерәм һәм туғайға алып барып тышайым, кире алып ҡайтам. Хатта атай мине атҡа һикереп менергә өйрәткәйне. Һыбай йөрөүе үҙе бер ғүмер. Ҡарабейә саба башлаһа, ҡанаттарың барлыҡҡа килгән һымаҡ... Осаһың. Уның менән үҙеңде бер бөтөн итеп тояһың.


Аҙаҡ ҡалаға уҡырға киттем, барыһы ла үҙгәрҙе, йылдар үтте - мин өйҙә ҡунаҡ ҡына.

Көҙ, II курс башы булғандыр, ниндәйҙер байрамға ауылға ҡайттым. Ҡарабейә ауырый. Атай ҙа кәйефһеҙ генә. Ни эшләйһең, мал ғүмере лә мәңге түгел. Ҙур баҡсала яңғыҙ ғына йөрөй, бер нимә лә ашамай, һыу ҙа эсмәй, ябығып бөткән, ҡалтырана һәм шундай моңһоу. Ике көн буйы ҡырҙан ғына күҙәтеп йөрөйөм. Ҡыйын, йәл... Өсөнсө көн иртән атай ҡустыма: "Ярай, ыҙаламаһын. Бар төшөрөп салығыҙ ҙа, алып барып ерләргә." Һәм шундай тынлыҡ, ҡайғы... Бер кем бер нимә өндәшмәй. Үҙе яйлап ҡына йөрөп, шым ғына ҙур бысаҡты үткерләне, арҡан, йүгәндәрен әҙерләне. Ҡустым күрше ағайҙарҙы ярҙамлашырға саҡырҙы. Атай атты үҙе тотоп йүгәнләне һәм хушлашҡандай, күҙҙәренә ҡараны. Шундай йәл ине ул... Минең һүҙҙәрем юҡ был ҡарашты аңлатырға. Ҡолон сағынан алып атай менән бергә тормош күргән йән эйәһе... Ниндәй терәк булған ул атайға, ниндәй генә ҡайғыларын бергә кисермәгән, ниндәй генә ауыр осорҙар күрмәгән, ҡайҙа ғына булмаған был ат.

Бәләкәй саҡта атайҙан һорай инем: "Беҙҙең малдарҙың батшаһы Ҡарабейәме? Сөнки ул бөтәһенә лә бесән эшләй шуның өсөнмө?" - тип. Ул йылмайып ризалаша.


Атай оҙаҡ ҡына ҡарап торғас: "Юҡ, малайҙар, минән булмай!" - тине лә, боролоп ҡайтып китте. Атты һыу буйына алып төштөләр. Мин тау башынан ғына ҡарап торам. Яйлап ҡына төштө, сәбәләнмәй генә, тыныс ҡына ятты. Һәм бер бабай нимәлер уҡып, битен һыпырҙы ла... Минең күҙҙән йәштәр китте, шул тиклем ҡыйын, йөрәк өҙөлөп төшөр һымаҡ. Бик ауыр күренеш. Атай йөк машинаһы менән килеп төштө, таҡталар ҡуйҙылар ҙа, атты тейәйҙәр. Атайҙың күҙҙәре йәшләнгән. Ул иламай, бары бер нисә бөртөк күҙ йәшен тыя алмай. Ир кешенең, бигерәк тә атайҙың күҙ йәшен күреү әллә күпмегә ауырыраҡ, икеләтә ҡыйын. Иҫләһәң, һаман күҙгә йәштәр килеп тула.


Хәҙер ҡайтһаң, теге баҡсала икенсе аттар йөрөй. Бесәнгә машина менән йөрөйҙәр, барыһы ла онотолған, әммә Ҡарабейәгә булған мөхәббәт һаман йөрәктән сыҡмай. Минең дә, атайҙың да.


Яҙма интернет киңлектәренән.

Читайте нас: