Инәйем менән олатайым артта ғына йәшәнеләр. Инәйем бер ваҡытта ла Айытбай олатайҙан уҙып һүҙ әйтеп әйтмәне, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап көн иттеләр, ең һыҙғанып донъя көттөләр, балалар үҫтерҙеләр. Бөтөн ауылға өлгө ғаилә: балалары әҙәпле, белемле, кешегә шул тиклем һәйбәттәр үҙҙәре. Һәр хәлдә мин өлкән йәшкә етеп тә мөхәббәттәрен һүрелтмәй, пар күгәрсендәй йәшәгән ғаиләләрҙе күргәнем юҡ. Ә уларҙың юлында ни генә осрамаған да, ни генә булмаған...
Инәй бер көндө әсәйемдәргә сәй эсергә ингән. Мин иртән малды һуғарып инһәм, тын ғына сөкөрҙәшеп ултыралар. "16 йәшемдә шул-шул егеткә һушым китеп ғашиҡ булғайным", – ти инәйем. Минең ҡолағым ҡарп итеп ҡалды, китабымды алдым да мейес янына һыпырттым, йәнәһе, уҡып ултырам. Үҙем тегеләрҙе тыңлайым.
– Миңә 16 йәш инеме икән? 17-cе йәшем менән барғанмындыр, иҫтән сыҡҡан. Ул ваҡытта был йәште үткәнсә кейәүгә сыҡмаһаң, ултырып ҡалған ҡыҙ тип һанайҙар ине бит. Миңә әле ундай нәмә янамай, сөнки ауылдан күп кенә егеттәр яусы ебәргеләне, күрше ауылдан да. Берәүһе генә күңелемә ятты, тик миңә ҡарамай ҙа ҡоромағыҙың. Иртәнән-кискә урман ҡырҡырға йөрөй. Кисен уйынға һирәк сыға. Шулай бер көн сыҡҡанында яныма килде. Минең бәхетемдең сиге юҡ. Һөйләштек, аңлаштыҡ, ҡайҙа, ул ваҡытта ҡосаҡлау, ҡулыма ла ҡағылманы. Ялға сыҡһам, һората киләм, тине. Кисен осрашып торҙоҡ. Бер көндө юл аша йәшәгән Сәрбиямал йүгереп инде лә: "Теге елғыуарың күрше ауылға яусылар ебәргән, ишеттеңме?" – тимәһенме. Минең күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, ултыра төштөм.
Мин яҡшыраҡ ишетелһен өсөн мейестең икенсе яғына шылып ултырам. Әсәйем ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, инәй артабан дауам итә:
– Ауылда ҡалманым. Бер ай тигәндә, тегеләрҙең туйы булды. Ҡалаға сығып киттем, институтҡа индем. Әсәй-атайға хат яҙҙым, үҙем эшләп йөрөйөм. Бөтә ҡапыл ғына килеп сыҡты. Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт, һынауҙарҙы үтергә көс бирҙе. Кем белә, тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине, яҙмыш инде... Айытбайымды осратмаһам...
Инәйем йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. Бына бит, кеше яҙмыштары нисек? Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, ышанырға, көтөргә кәрәк ни бары...