Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
23 Ғинуар 2019, 19:44

Яртылары булмағас бер бөтөндөң...

“...Фидалиә! Һинең алда шул тиклем ғәйеплемен. Донъялыҡта ярлыҡау ялбарып өлгөрмәм инде. Бәхетеңде урлап, үҙемде бәхетле булдым тип әйтә алмайым. Кемдеңдер күҙ йәшенән төҙөлгән тормош ҡыуаныслы була аламы ни?

Хат, Фидалиәнең күңел тынлығын пыран-заран килтереп, бынан егерме ике йыл элек яҙмышында ҡырҡа боролош яһаған көндәргә алып ҡайтты. Ҡулдарын, гүйә, өтөп барған ҡағыҙ киҫәген ҡабат-ҡабат уҡып сыҡҡандан һуң, тамағына кипсәлгән төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә, ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Шулай ҙа яҙған... Нисәмә йыл уҙғас...” - тип шыбырланы. Хәҙер инде йылдар ағышында йөрәктәге яраһы ла, төйөндәр ҡалдыра-ҡалдыра, бөтәшкәндәй, күҙ йәштәрен дә ваҡыт киптергәндәй ҙә бит.


“...Фидалиә! Һинең алда шул тиклем ғәйеплемен. Донъялыҡта ярлыҡау ялбарып өлгөрмәм инде. Бәхетеңде урлап, үҙемде бәхетле булдым тип әйтә алмайым. Кемдеңдер күҙ йәшенән төҙөлгән тормош ҡыуаныслы була аламы ни? Ҡасим менән икәү бер-беребеҙҙе ғазаплап ҡына ғүмер кисерҙек. Айырылышып та китә алманыҡ, араларҙы бәйләгән ныҡлы яҡынлыҡ та булманы... Уның вафатына тиҙҙән йыл тула... Баҡыйлыҡҡа күсер алдынан әйткән һүҙҙәре бөгөнгөләй хәтеремдә:

- Һиңә өйләнергә мәжбүр булыуымдың сәбәбен беләһең. Тик ғүмерем буйына Фидалиәне яраттым, фанилыҡтан уҙғанда ла уның исеме менән китәм. Дуҫ егеттәрҙең һүҙен йыҡмайым тип башланған йыйын бәхетемде селпәрәмә килтерер тип кем уйлаған? - тигәйне ул йәне әрнеп”.

...Фидалиә менән Ҡасимдың туйына өс көн ҡалғас, ауыл умарта күселәй гөж килде:

- Ҡасим менән Рәзифә ҡосаҡлашып йоҡлап ятҡандарында, Ямал еңгә өҫтәренә барып сыҡҡан, имеш. Йә, Хоҙай, ояты ни тора?! Бына һиңә әхирәт, иң яҡын дуҫ-серҙәш!

- Кейәү булаһы кеше күрәләтә, ҡағылманым, тип танып маташа ти бит әле!

- Бахыр Фидалиә, йөҙөнән төҫө ҡасып, һушһыҙ йығылған икән. Иҫең генә китеү түгел, ғәрлегеңдән үлерһең әй был осраҡта!

Ғәйбәт яратыусылар, емтек өҫтөндә өйөрөлгән ҡоҙғон ише, ваҡиғаны төрлө төҫтәргә мансып, ҡуйырта-ҡуйырта, оло кинәнес менән тел шартлатыуын белде.

Фидалиәнең үтә ғорур, ифрат ғәрсел атаһы, һөйгәне менән аңлашырға өмөтләнеп килгән Ҡасимды тыңлап торор-тормаҫтан уҡ ҡапҡа төбөнән кире борҙо. Ҡыҙын иһә, сумаҙанын тултыртып, тиҙ арала ҡалалағы туғандарына олаҡтырыу сараһын күрҙе. Әле генә мөхәббәттән иҫереп, бер-береһе өсөн йән атып торған ғашиҡтарҙың ваҡыт менән һыналған оҙайлы мөнәсәбәттәре ошо урында шып туҡтаны...

Ҡасимдың Фидалиәһенә тип алған туй күлдәген ярты йылдан Рәзифә кейҙе. Мәжлестән алда лаяҡыл иҫергән кейәү егете табын артына ла ултырманы, аҡҡа төрөнөп, тәүҙәрәк ниндәйҙер тантаналы ҡиәфәттә балҡып ултырған кәләшенә лә яҡын барманы. Шул минуттарҙа уҡ ярты йәндәрҙе бер бөтөн итер изге никах сәғәттәре был икәү өсөн ғүмерҙәре ахырынаса үкендерер ҡара көнгә әйләнгәйне инде.

Фидалиәнең ата-әсәһе лә, ауыл халҡын йәнә бер шаңҡытып, йәһәтләп ҡалаға күсенеү яғын хәстәрләне. Һирәк-һаяҡ ҡайтыштырып торҙолар-тороуын, ә бына ҡыҙҙары тыуған төйәгенән бөтөнләй ваз кисте. Егет-еләнгә күҙ һирпеп тә ҡарамаған Фидалиә, һеңлеһе Фираяны кейәүгә биргәндән һуң ғына, ата-әсәһенең өгөтөнә буйһоноп, үҙенән күпкә оло ир менән яҙмышын бәйләргә йөрьәт ҡылды. Тормош иптәшенә ҡарата һөйөү тигән оло хис тураһында һүҙ ҙә булманы, әммә уны ҡәҙер-хөрмәтенән айырманы ҡатын, ике улына ла яҡшы әсәй булырға тырышты.

Юҡ-юҡта хәтер үткәндәрҙе теткеләй, шулай ҙа Фидалиә һағыш утына үҙен ялмарға ирек бирмәне. Ҡасандыр йән серҙәше һаналған Рәзифәне йөрәгенән мәңгегә һыҙып ташлаһа ла, Ҡасимды, киреһенсә, күңеленең иң-иң төпкөлөнә йәшереп ҡуйҙы, бергә төҙөгән хыялдарының тормошҡа ашмауына ихлас әрней ине ул. Һөйгәненең хыянатына Фидалиә баштан уҡ ышанмағайны, Рәзифәнең генә этлеге икәнен һиҙгер күңеле дөрөҫ тойомланы. Әхирәт тейешле кешенең ниндәйҙер ҡара көнсөллөк менән үҙҙәренә төбәлгән ҡарашына тәл булып, бер заман хәүефләнеп тә ҡуйғайны шул. Юшҡа сыҡты...

Эх, тинтәк ғорурлыҡ! Ҡасимдың атаһына килеп ялбарыу-ялыныуҙарын, хәлде аңлатырға маташыуын үҙ ҡолаҡтары менән ишеткәйне лә бит һуң? Иптәштәренең һорауы буйынса буйҙаҡлыҡ менән хушлашыуҙы “йыуҙырып”, эскелеккә барымы булмаған Ҡасимдың аяҡтан йығылыуы, Рәзифәнең ағаһы уны үҙҙәренә алып ҡайтып һалыуы, ә әхирәтенең аңһыҙ-тоңһоҙ иҫ белмәй йоҡлаған егет ҡуйынына инеп ятыуы ла мәғлүм түгел инеме ни? Юҡ, йөрәгенә буйһонманы Фидалиә. Әхирәтенең мәкерлеген дә, Ҡасимының эсә белмәй эсеп, шундай мәғәнәһеҙ хәлгә ҡалыуын да кисерер көс тапманы үҙендә.

“...Һеҙҙең һөйөүегеҙҙән шул тиклем көнләштем, хатта ул яман бер сир булып тотош асылымды ялмап алғайны. Ошо көнсөллөктән тыуған ҡара уй, зиһенемде томалап, иҫерек Ҡасим ҡосағына этәргәндер инде. Ә һуңынан... Кире сигенергә хурлығынан ҡурҡтым. Дөрөҫөн асып һалырға йөрәгем етмәне. Мыҫҡыллы төртмә телдәргә ҡаршы тора алмам, бүтән бер кем дә миңә ҡарамаҫ, меҫкен Ҡасимдың да, үҙемдең дә исем хурланған, хаталарҙы төҙәтеү мөмкин түгел, тигән уйҙар ғына ҡайнай ине башымда.

Гонаһым хаттин ашҡандыр инде - Аллаһы Тәғәлә бала һөйөү бәхетенән мәхрүм ҡылды. Ана шулай, ырыҫ-бәрәкәт, нур ҡунмаған йортобоҙҙа төптө ят кешеләр һымаҡ, бер-беребеҙҙең күңеленән бөрккән боҙ һалҡынынан өшәнеп, буш, мәғәнәһеҙ тереклек иттек. Бер бөтөндөң яртыһы түгел инек шул...”

“Ғүмерем буйына Фидалиәне яраттым”. Ҡәҙерле кешеһенең инде онотола төшкән үтә танһыҡ тауышы, күҙ йәштәренә ирек биреп, һығылып төшкән ҡатынҡайҙың ҡолаҡ төбөндә генә яңғырап киткәндәй тойолдо.

Рәхимә Хөсәйенова.

Төмән өлкәһе, Пойково ҡасабаһы.

Читайте нас: