Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
12 Февраль 2019, 12:46

Ваҡсыл иргә көнөм төшмәһен...

Буласаҡ ирем Илдар менән ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөнөк. Миңә, студент кешегә, егетемдең гел тәмле күстәнәстәр менән килеүе, матур биҙәнгестәр бүләк итеүе оҡшай ине.

Буласаҡ ирем Илдар менән ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөнөк. Миңә, студент кешегә, егетемдең гел тәмле күстәнәстәр менән килеүе, матур биҙәнгестәр бүләк итеүе оҡшай ине.
Әсәйемә лә оҡшаны Илдар. “Бындай егетте көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың, тиҙерәк кейәүгә сығырға тырыш, ҡыҙым”, - тине. Беҙ өйләнешкәс, атай-әсәйемдә, һеңлем дә шатланды. “Иң шәп, аҡсалы егетте эләктерҙең, апай”, - тине һеңлем.
Бергә йәшәй башлағас ҡына Илдарҙың бөтөнләй башҡа кеше булыуын инандым. Һәр тинен иҫәпләй икән ул. Бер көндө күлдәк һатып алып ҡайтҡас, “ҡатын-ҡыҙға кейем етмәй инде ул, аҡсаны самалап тот, машина алыштырырға ваҡыт етте минең,” – тине.
- Моданан артта ҡалышмайым тип түгел, әсәйҙәр алып биргән күлдәктәр иҫкергәнгә алдым”, - тинем, кәйефем ҡырылып.
- Кейәремә юҡ тип зарланма. Ғөмүмән, һин әле студент, әсәйҙәрең беҙгә булышырға тейештәр, - тип ҡырҡ киҫте ирем. – Һин уҡып бөткәнсе булһа ла...
- Һин бит үҙең студент икәнде белә тороп өйләндең, минең уларҙан аҡса һорарға намыҫым етмәй, - тинем, йәшемә төйөлөп.
- Етмәһә, етмәһә минең фатирға күсеп килдең, улар әле һиңә фатирығыҙҙың бер өлөшөн дә бүлеп бирергә тейештәр, бала өлөшө була бит унда, - тине Илдар.
- Һуң бит атай-әсәй ике бүлмәле хрущевкала йәшәй, һеңлем дә бар, улар аҡсаның осон-осҡа ялғап йәшәйҙәр, - тинем мин.
- Шулаймы ни, хәҙер ҙур ҡыҙҙарын бай егеткә бирҙек тә ҡотолдоҡ тип һөйөнөп ултыра торғандар инде, әйеме? – тип мыҫҡыллап көлдө лә, ишекте шап итеп ябып сығып китте ирем.
Бына шул көндән алып аралар һыуынды беҙҙең. Мин иремдең иркәләргә һуҙған ҡулдарын да күрә алмай, нимә әйтһә лә һағайып ҡабул итә торған кешегә әүерелдем. “Ниңәлер һаман ауырға ҡалмайһың, бер-бер ғәйебең булғандыр, бәлки?” тип ҡабатларға оҫтарып китте Илдар һуңғы ваҡыттарҙа. Ә минең унан бала табырға теләгем юҡ инде хәҙер...
Һуңғы осорҙа бер генә уйым бар: нисек тә тиҙерәк айырылышырға кәрәк! Быны уҡыусы ҡыҙҙарға шуны теләйем: егетегеҙ менән башта бер ярты йылдап йәшәп ҡарағыҙ. Унан һуң ғына законлы никахҡа керергә була тип уйлайым. Бөгөн бының менән күптәр килешәлер. Әсәйемдәрҙең йәшлегендә ундай нәмә булмаған, шуға ла улар Илдар менән беҙгә “законлы өйләнешһәгеҙ генә ризабыҙ” тинеләр. Бына хәҙер айырылышһаҡ, кейәүҙән ҡайтҡан ҡатын һаналам инде...

Рәйлә.

Читайте нас: