Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
14 Ғинуар 2020, 21:05

Әсәкәйем, ғәфү ит!..

...Коридорҙа аяҡ тауыштары ишетелеү менән, бау муйынға һалынды... — Әсәй, тиҙерәк, һин ҡаййй-ҙҙҙа???.... - Аһ! Балам! Рәмис! Улым! Нишләнеееең!!!! Үҙәк өҙгөс тауышҡа күрше-тирә йыйылды.

- Мине ҡара ҡайғыларға һалыр өсөн генә тыуғанһыңдыр инде һин. Бер бөртөк баламдан рәт юҡ. Кеше алдында оят, кем балаһы, шуныҡы! Ни иткән бөтмәҫ мәктәпкә саҡыртыуҙар булды әле ул?! Атаң белеп ҡалһа, тетмәңде тетә бит, йүнһеҙ!
Әсәһенең кисә әйткән һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат иҫенә төшөргән Рәмис ванна бүлмәһендәге торбаға бау үрелеп элде, элмәген яҡшылап тикшереп ҡараны ла, тәҙрә төбөнә килде. Әсәһе көн һайын бер ваҡытта эштән ҡайта, бына-бына күрше өйҙөң мөйөшөнән күренергә тейеш. Күренде! Хәҙер ҡаршы урынлашҡан һөт лавкаһына туҡтап, һөт, эремсек алыр. Берәй ун минуттан өйҙә буласаҡ. Йөрәге дөп-дөп тибеүҙән күҙ алдары ҡараңғыланып киткән үҫмер, мамыҡҡа әйләнгән аяҡтарында ванна бүлмәһенә саҡ барып етте. Минутына, секундына тиклем, ентекләп уйланған ниәтен тормошҡа ашырасаҡ ул бөгөн...
Ванна ишеген саҡ ҡына асыҡ ҡалдырырға кәрәк. Кереү менән күрһен әсәһе. Ятаҡта йәшәй улар. Атаһы вахта менән Себер яҡтарында эшләй. Ҡала ситендә өй һалып башлағандар. Алла бойорһа, бер йылдан өй ҡотлаясаҡбыҙ тигән өмөт менән йәшәйҙәр. Бер ай эшләп килеп, айлыҡ ялында Рәмискә ирҙәр тәрбиәһе бирергә тырыша ла ул атаһы, тик ул айҙың яртыһы тигәндәй, иптәштәре менән һыраханала үтә шул. Юҡ, яҡшы кеше ул, эшсән, ғаиләм тип өҙөлөп тора. Ана, Айтуғандың атаһы, тапҡан ғынаһын эсеп бөтөрөп тора, етмәгәнен өләсәһенән аҡса алып еткереп ҡуя. Айыҡ сағынан иҫерек сағы күп атай кеше ҡатынына ла, балаларына ла ҡул күтәреүҙе оят тип тапмай, ирлеген шунда күрә. Юҡ, Рәмистең атаһы ундай түгел. Ул өйҙә булған көндәр тынғыһыҙ, тәртиптә уҙһа ла, бик ҡәҙерле, тик ана шул ҡорҙары башланһа, йәне көйә. Әсәһе лә бит , тыймай: “Атайыңдың эше ауыр, уға әҙерәк шулай итеп ял итеп алыр кәрәк” тип яҡлаған була. Һы...Улай икән. Ә мин күрше өйҙөң теге хулиган егеттәре менән һуғышып керһәм, йә көндәлектә икеле билдәләре күрһә, ҡауғаның ҙурын күтәрә. Мәктәпкә тип сығып китеп, иптәштәр менән уйын клубында йөрөгәнде әллә кеме еткергән бит, бик туҙынды. Кисә йәшереп кенә тартҡан сигәритемде табып алған: “ Атайың үҙ ғүмерендә тартманы!” Ярай, мин дә тартып ҡына ҡарайым бит, теләйем икән – хәҙер ташлайым!
...Коридорҙа аяҡ тауыштары ишетелеү менән, бау муйынға һалынды...
— Әсәй, тиҙерәк, һин ҡаййй-ҙҙҙа???....
- Аһ! Балам! Рәмис! Улым! Нишләнеееең!!!!
Үҙәк өҙгөс тауышҡа күрше-тирә йыйылды. Ятаҡтың стеналары ла, ишеге лә йоҡа шул. Алйый яҙып барған ҡатын асырғанып балаһының муйынындағы бауҙы әллә ни арала барып килтергән бысаҡ менән ҡырҡып маташа ине.
- Әсәй, әсәй тим! Мин бында бит! Ҡурҡытам ғына тигәйнем дә. Тыныслан инде. Үпкәләмә, зинһар. Бына хәҙер торам. Хәҙер-хәҙер! Әсәй, әсәкәйем, илама...Әсәәәй, мин ҡурҡам....
Әсәһе иҫһеҙ булып ҡосаҡлап йығылған үлек тәнгә бәрелә-бәрелә Йән үрһәләнә ине. Эштән ҡайтҡанында коридорҙа хәбәр ҡушҡан күршеһенә туҡтап сарыф иткән өс минут ваҡытын әллә нисә ғүмерҙәргә алыштырыр хәлдәргә етеп йәшәйәсәк әсәһен йәлләүҙән, ҡылғандарына үкенеүҙән әрнеп, Мәңгелеккә һыйынды : “Әсәкәйем, ғәфү ит...”
Читайте нас: