Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
17 Ғинуар 2020, 18:57

Яҙмышында - төн ҡараңғылығы

Улар ғаиләлә ике ҡыҙ бала үҫә. Апаһына йәш тә һигеҙ ай, үҙенә ун һигеҙ көн булғанда аталары ташлап сығып китә. Әсәләре ҡыҙҙарҙы яңғыҙы үҫтерә. Башҡаса тормошҡа сыҡмай. Балаларына ата-әсә наҙын бер үҙе бирә. Һауынсы булып эшләүсе әсәйҙәренең хәлен әҙ булһа ла еңеләйтеү өсөн кескәй ҡыҙҙар ҙа ферманан ҡайтып инмәй. Мәктәп формаһын, яурындарындағы сумкаларын өйгә алып ҡайтып ырғыталар ҙа, яҙа-йоҙа тамаҡ ялғап, шунда уҡ әсәләре янына фермаға һыйыр һауышырға ашығалар. Мәктәптә һигеҙ класты тамамлағас, үҙҙәре лә төркөмләп һыйыр алып, эш башлай. Тәнзилә апай бер егет менән танышып, оҙаҡ та үтмәй, кейәүгә сыға. Берен-бере яҡшылап белеп тә өлгөрмәгән йәштәр шунда уҡ яңылышҡанын аңлай.#Ғибрәт

Бер иш япраҡ, бер иш таш булмаған кеүек, был фани донъя ниндәй генә яҙмышлы, бер-береһенә оҡшамаған кешеләр менән осраштырмай. Һәр береһенең үткән юлы бәхет-шатлыҡтан, ыңғай яҡтарҙан һәм шулай уҡ ҡара көндәрҙән, ҡайғынан да тора. Ә бына бәйән итәсәк тарихтағы ҡатындың яҙмышы тик ҡараңғылыҡтан ғына тора...
Мәҡәлә геройы Тәнзилә апай менән бер әхирәтем осраштырҙы. Уның тураһында бер аҙ хәбәрҙар инем инде.
Күрше ауылға килеп етеп, йортҡа аяҡ баҫҡанға тиклем, мине бер генә һорау борсоно: нисек һүҙ башларға, яҙмыш һынауҙарын етерлек эскән апай менән нисек аралашып китергә? Өйгә инеү менән бәләкәй генә кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө апай ҡаршы алып, түргә әйҙәне. Ниндәй йомош менән йөрөгәнебеҙҙе белешкәс, алдыбыҙға ҡул эштәрен теҙҙе. Күҙ яуын алып торған зиннәттәрҙән күҙемде ала алмайым, төрлө һорау биреп, әңгәмәне ялғарға тырышам. Юҡ, бер ҙә генә ыңғайға килгәндәй түгел. Һеҙҙең ҡул эштәрегеҙ менән ҡыҙыҡһынам, бәлки, гәзит битенә яҙырлыҡ мәҡәлә булыр, тим. Тәнзилә апай, юҡ, кәрәкмәй, минән дә матурыраҡ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар күп бит, тип әңгәмәне өҙә. Ҡул эштәре тураһында һөйләгегеҙ килмәгәс, әйҙәгеҙ, яҙмышығыҙ тураһында яҙайыҡ, тип тураһын әйтәм. Апай ҡорт саҡҡандай һикереп китә. Яҡлау эҙләп, әхирәтемә күҙ ташлайым. Ул аптыраулы күҙҙәрен миңә төбәп, баш сайҡай. Шунда уҡ яңылышҡанымды аңлайым. Һүҙ башланмаҫ элек әңгәмәне өҙөп тә ҡуйҙым. Һүҙҙе ялғай алмай этләнәбеҙ. Апайҙың күҙе дымланғанын күреп, ҡаушап ҡалам. Һүҙ ялғанмай. Яйлап үҙемдең яҙмышымды һөйләйем, Тәнзилә апай тын да алмай тыңлай.
Атай-әсәйемдең бик иртә донъялыҡтан китеүе, берен-бере һөйгән ике йәрҙең бер көндә әхирәттә осрашыуын һөйләйем. Был юлы минең күҙем йәшләнә. Яйлап ул да әңгәмәгә ҡушыла. Бөгөнгө тормошон һөйләй, мин, һорауҙар биреп, бынан 40 йыл элек булған хәл-ваҡиғаларға әйҙәйем.
Улар ғаиләлә ике ҡыҙ бала үҫә. Апаһына йәш тә һигеҙ ай, үҙенә ун һигеҙ көн булғанда аталары ташлап сығып китә. Әсәләре ҡыҙҙарҙы яңғыҙы үҫтерә. Башҡаса тормошҡа сыҡмай. Балаларына ата-әсә наҙын бер үҙе бирә. Һауынсы булып эшләүсе әсәйҙәренең хәлен әҙ булһа ла еңеләйтеү өсөн кескәй ҡыҙҙар ҙа ферманан ҡайтып инмәй. Мәктәп формаһын, яурындарындағы сумкаларын өйгә алып ҡайтып ырғыталар ҙа, яҙа-йоҙа тамаҡ ялғап, шунда уҡ әсәләре янына фермаға һыйыр һауышырға ашығалар. Мәктәптә һигеҙ класты тамамлағас, үҙҙәре лә төркөмләп һыйыр алып, эш башлай. Тәнзилә апай бер егет менән танышып, оҙаҡ та үтмәй, кейәүгә сыға. Берен-бере яҡшылап белеп тә өлгөрмәгән йәштәр шунда уҡ яңылышҡанын аңлай. Тормош иптәше эсергә яратҡан бер әҙәм булып сыға, йәш ҡатынға көн күрһәтмәй. Туҡмалыуҙан башы сыҡмаған ҡатындың тәүге сабыйы өс көн генә йәшәп, дауаханала уҡ үлеп ҡуя. Шул ҡайғынан башын йырып та өлгөрмәй, ире берәү менән һуғышып, төрмәгә эләгә. Ул оҙаҡ йылдар төрмә һурпаһын эсеп, холҡо тағы ла кире яҡҡа үҙгәреп ҡайтып килә. Михнәт-ҡайғы яңынан башлана. Тәнзилә апайға, йортҡа индер, бергә йәшәйек, һиңә бармаҡ менән дә сиртмәйем, тип анттар биреп тә, янап-ҡурҡытып та килә.
Йәш ҡатын, иренән ҡасып, икенсе районға, әсәһенең бер туған ҡустыһы йәшәгән ауылға, йәшәргә китә. Һауынсы булып эшкә урынлаша. Яҙмыштан уҙмыш юҡ икәнен шул саҡта белгән булһасы Тәнзилә апай. Йәш, һыу һөлөгөндәй матур ҡатынға күҙ ташлаусылар, һоратып килеүселәр күбәйә. Бер көндө апаһының ҡыҙы менән клубҡа уйынға сыҡҡанда, үҙен Рим тип таныштырған егет ҡыҙҙы оҡшатыуын белдерә, осрашып, күрешеп йөрөргә тәҡдим итә. Һап-һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле, русса һөйләшкән егетте тәү күргәндә үк Тәнзилә апай оҡшатып өлгөрә. Уның икенсе милләттән булыуы ғына бор¬соуға һала. Һөйләшеп тора биргәс, егет ҡыҙға башҡортса һүҙ ҡуша. Ҡыҙ көлөп ебәрә, үҙ милләтенән икәнен белгәс, артабан да аралашып торорға ризалығын бирә. Бер ауыҙы бешкәс, үҙен, ирҙән айырылған, бер балалы ҡатынмын, тип таныштыра. Бәлки, шул һүҙҙән өркөр, тип тә уйлай. Егет тә бирешерлек түгел, һин минең күптән эҙләгән, хыялымдағы ҡыҙ, тип Тәнзилә апайҙың артынан бер тотам да ҡалмай. Һинең ҡыҙыңа яҡшы атай булырмын, ти. Башҡа ир-егет бәйләнмәһен, ҡыҙы бар икән тип уйлаһындар өсөн магазиндан һеңлеһенең ҡыҙына бер туҡтауһыҙ уйынсыҡтар, кейем ала.
Бер йылға яҡын бер-береһен һынап йөрөгәндән һуң, улар өйләнешә. Һөйгән йәре менән ҡауышҡас, йәш ҡатын үҙен бәхеттең етенсе ҡатындағы кеүек хис итә. Бер-береһенең ҡәҙерен белеп ғүмер итәләр. Икеһе лә ал-ял белмәй, совхоз эшенән бушамай. Бер-бер артлы балалары донъяға килә.
Һис ниндәй ауырлыҡҡа бирешмәй йәшәргә лә йәшәргә лә бит. Их, ошо яҙмыш һынауҙары булмаһа! Рим ағай йәйләүҙә совхоз көтөүен көтә. Бер көн аты юғала, ҡайтып, уны бер аҙна эҙләй, тапмағас, икенсе ат менән кире китә. Күп тә үтмәй, ул аты ла юғала. Сменанан ир ҙә ҡайтмай…
Ошо урында әңгәмә тағы өҙөлә. Тәнзилә апайҙың нәҙек ирендәре ҡымтылды, күк йөҙө кеүек төпһөҙ күҙҙәрен һағыш баҫты. Ҡайҙан ғына эҙләмәйҙәр, кемгә генә мөрәжәғәт итмәйҙәр, Рим һыуға төшкән кеүек юҡ була.
– Ул ваҡиғаға быйыл 20 йыл инде, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. 18, 17, 15 йәшлек малайҙарын, дүрт йәшлек ҡыҙын ул яңғыҙ тәрбиәләй. Малайҙары бер-бер артлы әрме сафына барып ҡайта, ҡыҙы үҫеп етеп, уҡырға инә. Ирен, ана ҡайта, бына ҡайта, тип көтөп, көн артынан көн үтә. Яйлап Тәнзилә апай ҙа тыныслана. Яҙмышына күнгәндәй була. Тик ҡәйнәһе генә тынысланмай. Бер бөртөк улының үле кәүҙәһен күрмәгән әсә киленен уның үлемендә ғәйепләй. Тәнзилә апайҙы тупһаһына ла баҫтырмай, ейән-ейәнсәрҙәренә лә ярҙам итмәй. Мунсала балаларын йыуындырып йөрөгән ялғашҡа тиклем бирмәй, ҡыуып сығара.
Тәнзилә апай бер ниндәй ярҙамһыҙ, бер туғанһыҙ, сит районда, ауылда япа-яңғыҙ ҡала. Кешеләрҙең шул тиклем ҡанһыҙлығына, бәғерһеҙлегенә йәне әрней, билдәһеҙлек алдында албырғап төшә. Көтмәгәндә был апайға тормош яңынан-яңы һынау ҡуя. 26 йәшлек өлкән улы үҙ-үҙенә ҡул һала. Нимә сәбәп булғандыр, ҡайғынан бөгөлгән әсә әле булһа шул һорауға яуап эҙләй. Бер тәгәрәһә, тормош кирегә тәгәрәй бит ул. Түҙеп кенә тор. Иренең, малайының ҡайғыһынан баш күтәреп тә өлгөрмәй, 23 йәшлек кесе улы Магнитогорск ҡалаһына эшкә сығып китә. Шул китеүҙән 14 йыл инде хат та, хәбәр ҙә юҡ, ул егет тә юғала. Тәнзилә апай ошо урында ҡайғынан бөгөлөп төшә. Бөтә ҡайғы-һағышын иҫән ҡалған улына һәм ҡыҙына баҫа. Күҙ йәштәре кибеп тә өлгөрмәй, ҡайғы тағы Тәнзилә апайҙың ишеген килеп шаҡый. Был юлы инде 4-се курста уҡып йөрөгән ҡыҙы ағаһының юлын ҡабатлай...
Әйтерһең дә, ҡайғы был өйгә килеп урынлашҡан да китергә лә уйламай, осо ла юҡ, ҡырыйы ла.
Әңгәмәсем һөйләй, ә мин ишеткәнен ишетәм, ишетмәгәнен – юҡ, уның һөйләгәндәрен бер епкә теҙә алмай ултырам. Алдымда ултыр-ған ҡатынға ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Өйҙә шул тиклем ауыр тынлыҡ урынлашты. Кинәт ҡояшлы көндә йәшен йәшнәп ебәрҙе. Мин янымдағы тәҙрәгә төбәләм. Күктә ялт та йолт итеп йәшен йәшнәй, ә тәҙрәлә үрмәксе ауына эләккән бер себен сәбәләнә. Тәнзилә апайҙың яҙмышын ошо ситлеккә эләккән себен менән сағыштырам. Ауҙан ҡотолорға тырышҡан һайын себен үҙе лә һиҙмәҫтән был ҡоллоҡҡа нығыраҡ сума бара. Был юлы апай минән өлгөрөрәк булып сыҡты, тағы бер уфтанды ла тормош юлын һүтә башланы. Күҙ йәштәремде тыя алмайым, ә Тәнзилә апай иламай, күҙ йәштәре лә ҡороған, күрәһең. Һыңҡылдап ҡына һөйләп ултырған апайҙың йән тетрәүҙәрен ҡуҙғатҡаныма әсенеп ҡуям. Бахыр ҡатындың яурындары ғына ҡалтырай, бер нөктәгә төбәлгән дә, тыңлаусы булғанда тигәндәй, артабан һүҙен дауам итә. Ул һөйләй, ә мин тағы уйҙарға биреләм…
Әҙ генә ауырлыҡ килһә, ҡаңғыра башлайбыҙ, гүйә донъя емерелә, сабырлыҡ етмәй. Ә был апайҙың бәләкәй генә иңенә күпме ҡайғы, хәсрәт ятҡан, шуларҙы сабыр үткәрә алғанына аптырарһың. Нисек кенә алмашынып китмәгән, упҡынға тәгәрәмәгән. Эскелек һаҙлығына батып барған ир-егет, ҡатын-ҡыҙ күҙ алдыма килә. Мин ҡайғынан эсәм, эш юҡ, аҡса юҡ, тип һылтау табып йөрөгәндәргә асыу¬ланам. Шөкөр итә белмәгәнебеҙгә әсенәм.
Ваҡыт дауалай, тиҙәр, Тәнзилә апай яйлап был ҡайғыларҙы ла үткәрә. Тынысланып йәшәй генә башлаһа, тағы бер бәлә һағалай. Был юлы инде үҙе ауырып китә. Иҫтән яҙған ҡатынды дауаханаға һалалар. Бауырына операция яһайҙар. Ул наркоздан бер тәүлек иҫенә килә алмай. Шул ваҡыт төш күрә. Тау йылғаһы. Апайҙың дүрт йыл элек үлгән ҡыҙы, ҡулынан етәкләп, йылға түбәненән өҫкә, тау үренә табан алып китә. Тәнзилә апай емелдәгән төрлө таштарға баҫып, йылға эсенән атлай, ә ҡыҙы – ярҙан. Ҡыҙының ҡулы ғына күренә, үҙе күренмәй, тауышы ла сыҡмай. Артынан ҙур моронло, ҡап-ҡара эттәр абалай, уны ҡыҙы ҡурсалап бара. Ниһайәт, тау үренә менеп етәләр, ҡыҙы әсәһенең ҡулын ебәрә. Шул ваҡытта Тәнзилә апай ҡапыл күҙен аса, ҡыҙының исемен ҡысҡыра. Шулай итеп, ҡыҙы әсәһен, бөтә ҡайғы-шатлығыңды бауырына баҫырлыҡ малайың янында кәрәгерәкһең әле, тип яҡты донъяға кире ҡайтара.
Тәнзилә апай әлеге ваҡытта уртансы малайының шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәй. Ике ейән-ейәнсәрен тәрбиәләшә. Уларға йыш ҡына барып тора, улы менән килене лә ярҙамдарынан ташламай. Кешеләр менән аралашмайым, ти апай. "Кеше һораш-ҡан һайын ҡайғым яңыра, шуға аралашыуҙан ҡасам, иң ҙур йыуанысым – телевизор ҡарау, ҡул эштәре менән булышыу. Шулай итһәм, әҙ булһа ла ваҡытым үтә, онотолам", – ти. Ә ҡулының оҫталығы! Нимәләр генә бәйләмәгән. Магазиндан бәйләм ебе һатып алмай, иҫке әйберҙәрҙе һүтеп, шуларҙан бәйләй.
Бына ошондай ҡайғы күргән апай менән аралашып, нимә кисергәнемде белһәгеҙ икән? Шунда ла ул шаяртырға ла, кәңәш бирергә лә үҙендә көс таба. Тағы тәҙрәгә күҙ һалам: әле генә ҡара болот ҡаплаған ҡояш үҙенең йылы нурҙанын һибә, ауға эләккән себен дә, ҡоллоҡтан ҡотолоп, үҙ хәстәре менән мәшғүл. Әңгәмәсемә төбәләм. Күҙҙәрендә, йөҙөндә ниндәйҙер бер өмөт, йәшәү сығанағы күреп, еңел тын алам. Ихлас тыңлаусылар булғанда, бөтә ҡайғыһын һөйләп, әҙ булһа ла еңеллек кисерҙе кеүек тойола.
Нимә тип йыуатырға һуң был апайҙы? Бәләкәс кенә иңенә күпме михнәт-ҡайғы күтәргән ҡатындың яҙмышы менән уҫал шаяр¬ған тормошто ҡәһәрләргәме, яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлмәй ҡалғаны өсөн апайҙы маҡтарғамы? Нимә тип әйтергә һуң, нимә тип йыуатырға? Хоҙай, яратҡан ҡолома күтәрә алған тиклем генә ауырлыҡ бирермен, тигән. Ә ҡайғынан миңрәүләнгән был ҡолона ауырлыҡ артыҡ түгелме икән?
Читайте нас: