Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
29 Апрель 2020, 00:16

Лира Яҡшыбаеваның "Сер ғилеме эйәһе Ғабдрахман Рәсүлев" мәҡәләһенә бер ҡараш

Беҙгә килгән хаттарҙан

Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙең даими уҡыусығыҙ булып торам. Исемем - Ҡаһирова Зилә, Белорет ҡалаһынан.
Бик шәп статья тәҡдим иттегеҙ. Рәхмәт! Рәхәтләнеп уҡыным. Бынан 10-12 йыл элегерәк үткән ғүмерҙе иҫемә төшөрҙөгөҙ. Беҙ ваҡ балаларыбыҙ менән йәйҙе Белорет районы Шығай ауылында үткәрә инек. Баҡса үҫтерәбеҙ, еләк-емеш тирәбеҙ. Бөтә ауыл ҡолас ташлап бесән менән шөғөлләнгәс, ауылда бала-саға ла, ҡарт-ҡоро. Беҙҙең урамда оло ғына, 90 тирәһенә еткән Сәүҙә инәй (элекке уҡытыусы) тора. 8 йәшенән ураҙа тотҡан, еңел генә кәүҙәле, йәшенә ҡарамай, урманға, тауға сығып йөрөй алған инәй ине. Балыҡсы балыҡсыны танығандай, беҙ, ике уҡытыусы (ул саҡта миңә 35 тирәһе ине), килештек. Осрашһаҡ, теләһә ниндәй темаға һүҙ бөтөрә алмай һөйләшә инек. Шул Сәүҙә инәй Зәйнулла ишандың шәжәрәһенән. Элегерәк сыҡҡан номерығыҙҙа Зәйнулла ишандың шәжәрәһен баҫтырғайнығыҙ. Сәүҙә инәй, унан дауам иткән ейәндәре бар ине. Бына был Ғабдрахман Рәсүлев тураһындағы мәғлүмәтте миңә Сәүҙә инәй шул ваҡытта уҡ һөйләгәйне. Ҡайһы бер хәбәрҙәрен дәрестәрҙә кәрәк булһа, тип кистәрен ултырып яҙып та һалғайным. Ул ҡағыҙҙарҙы барлайһы бар әле.
Шуны өҫтәгем килә. Сталин Ғ.Рәсүлевкә машина бүләк иткән. (Статьяла икеләнеүле). Сәүҙә инәй : "Беҙ Сталин бүләк иткән машинала йөрөп ҡарарға тип, уларға барҙыҡ,"- тине. Тағы бер өҫтәмә. Сталин Ғ.Рәсүлевтән "Мине Куйбышев ҡалаһына эвакуацияға күсерәләр. Ни эшләргә?" - тип кәңәш һораған. Ғ.Рәсүлев: "Әгәр һеҙ Мәскәүҙе ҡалдырһағыҙ, беҙ еңеләсәкбеҙ," - тигән. Сталин эвакуациянан баш тартҡан.
Ҙур рәхмәт эштәрегеҙгә. Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ, дәрестәрҙә ҡулланабыҙ. Мин класс сәғәттәрендә (8 класс) эшмәкәр йәштәр тураһында һөйләргә яратам. Матур-матур фәһемле һәм файҙалы стаьяларығыҙ, ләззәтле һәм тәмле шиғырҙарығыҙ тыуып торһон, беҙ рәхәтләнеп уҡып торайыҡ. Донъялар имен булһын!
Читайте нас: