Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмышты ямап булмай

Мине сәй менән генә алдыра алмаҫһың, туғаным, яҡшы колбаса, сыр, балыҡ ҡайҙа? Тәәәк, төшкөлөккә һинән өҫтәл, ә минән йылына торған эсемлеге булыр.

  • Ғәлиә йәйге оҙон ялын ауылда, атай нигеҙендә, үткәрә, йәшелсәһен, емеш-еләген ҡышҡылыҡҡа етерлек үҫтереп ҡуя. Бына бөгөн иртән баллап-ҡаймаҡлап сәй эсеп ултырһа, ҡапҡанан бер таҙа ғына кәүҙәле бабай үткәнен күреп ҡалды. Ауыл бәләкәй генә, бер-береһен яҡшы беләләр, кем булыр икән был таныш булмаған кеше. Ул арала баяғы ир ҡаты ғына баҫып, туфлийын да сисмәй, өйгә килеп инде. Ике ҡулын ҡушарлап һуҙып оҙаҡ итеп һелкеп-һелкеп күрешеп торҙо.
  • Һаумы, һаумы, туғаным! Үәт эҫе. Ныҡ һыуһатты, сәйеңде шыжлатып ебәр әле.
  • Һаумыһығыҙ! – Ғәлиә был тоташ аҡтан кейенгән үтә ҡыйыу, йылдам бабайға аптырап та, ғәжәпләнеп тә ҡараны. Шулай ҙа ул, ауыл ғәҙәтен һаҡлап, электр сәйнүгенә һыу өҫтәп ҡуя һалды. Хызыр Ильяс әҙәмде ҡайһы ваҡыт шулай һынап йөрөй икән, шуға өйөңә ингән мосафирға һыу булһа ла эсер, тип әйтер ине инәһе. Өҫтәлгә тәмле сейә ҡайнатмаһын, кәнфит-печеньеларын теҙҙе.
  • Йә, ниңә өндәшмәйһең? Ағайыңды шулай ҡаршылайҙармы? Ғәлиә текләберәк ҡараны: ҡасандыр бик һөйкөмлө, сиғандарға тартым ҡара сибәр булған йөҙө ныҡ ҡына туҙып, хәҙер тәрән бураҙналар менән һырғаланып бөткән, ә бына теремек күҙҙәре кемделер хәтерләтә. Аҡ эшләпәһе, ҡасандыр бик затлы булған аҡ костюмы, аҡ туфлийы уның элек бик зауыҡ менән кейенеп йөрөгән күркәм ир булыуын күрһәтеп тора.
  • Танымайһың инде, ә?! – Ғәлиә иҫкә төшөрә алмай һаман өндәшмәне.
  • – Мин бит Вәхит ағайың, әсәйеңдең иң бәләкәй ҡустыһы.
  • – Кем? Вәхит ағай? – Ҡатын стеналағы рамдағы ҡартатаһының фотоһына ҡарап алды: күҙҙәре шуныҡы шул. Ғәлиә әсәһенең ошо дыуамалыраҡ, "я - вольный орел", тип йәшәгән ҡустыһын юғалтып, ныҡ хафаланғаны иҫенә төштө.
  • – Һин иҫәнме ни, ағай?
  • Ир яһалма хахылдап көлөп ҡуйҙы.
  • – Как видишь.
  • – Һине юғалтҡандар ине лә. Әле нисек бында килеп сыҡтың?
  • Әәә, һағындығыҙмы дядяғыҙҙы? Шулай була ул! Үҙенең һүҙҙәренән үҙе ирмәк табып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. – Бына бер аҙна элек Ҡырымдан ҡайттым мин, Рәйсә апайыңдарҙа туҡталдым. Уларҙа ыбыр - сыбыр бала-саға күп, һин дә ҡалырмын инде, апайым һине йәйен күпселек бер үҙең тораһың, тине.
  • Ғәлиә көтөлмәгән яңылыҡтан албырғап ҡалды. Шулай ҙа табынға саҡырып, алдына хуш еҫле мәтрүшкәле сәй яһап ултыртты. –– Етешеп ултырығыҙ, бына быйылғы байлыҡтан ауыҙ итегеҙ.
  • – Мине сәй менән генә алдыра алмаҫһың, туғаным, яҡшы колбаса, сыр, балыҡ ҡайҙа? Тәәәк, төшкөлөккә һинән өҫтәл, ә минән йылына торған эсемлеге булыр. Айн момент! Мин хәҙер. – Вәхит ағай сәйен күтәреп эсте лә йәһәтләп сығып та китте. Күпме ғүмер үтһә лә, ғәҙәте китмәгән икән, һаман шулай эрерәк, дорфараҡ тип билдәләне эстән генә Ғәлиә. Шунан аш һалды ла, уның ҡайтыуына яңы бәрәңгене бешереп, өҫтөнә иретелгән һары май ҡойоп, йәшел һуған-әнис менән биҙәне, ҡыяр- помидорҙан ауыл ҡаймағы ҡушып, тәмле итеп салат әҙерләне. Магазин эргәһендә торған ир- ат менән һаман ирәүәнләп һөйләшеп, үҙен танытып хәбәр һатып торған ағаһы оҙаҡлап ҡайтмағас, Ғәлиә апаһына шылтыратты.
  • Туғанҡайым, беҙ уны юғалттыҡ бит, эҙләмәгән ер ҡалманы. Бер үк, яңылыштан да, эсерә күрмә, өйәнәге тота, нервыһы ла ҡаҡшаған. Эй, Аллам, алтыла баш булмаған, алтмышта ла йәш була, тиҙәр, хәҙер килеп етәбеҙ.
  • Ғәлиә, ҡунаҡтарҙы көтөп, баҡсаһында сәскәләре менән булаша башланы. Ә уйҙары бала саҡтың йәмле йәйенең бер көнөнә алып ҡайтты.
  • Ул саҡта әсәһе өс ҡыҙын тәтәй итеп кейендереп күрше ауылға өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ебәрҙе. Ҡыҙҙар өс саҡрым араны барып еткәнсе өҫтәрендәге ҡупшы күлдәктәргә, аяҡтарындағы ап-аҡ гөлфийҙәргә, яңы сандалийҙарға ҡарап һөйөнөп, бысратмаҫҡа тырышып үләнле юлдан ғына көлөшөп- һөйләшеп барҙылар. Бәләкәй Ғәлиәнең өләсәләренә беренсегә барыуы, шуға бая уҡ арыһа ла, һыр бирмәҫкә тырышып, уларҙан ҡалышманы. Шулай булмай ни, унда ҡунаҡҡа әсәһенең күптән ҡайтмаған иң яратҡан бәләкәй ҡустыһы йылы яҡтан ялға ҡайтҡан бит!Ҡыҙҙар күргәндәре юҡ әле ул Вәхит ағаларын. Матур еңгәй ҙә алып ҡайтҡан икән, тимәк, еңгәй бүләге лә буласаҡ әле. Һыуһап, арып, ниһәйәт, барып еттеләр. Ҡапҡанан килеп кенә инеүгә өләсәйҙәре йүгереп ҡаршы сыҡты, иҫәнлек-һаулык та һорашып тормай, әсәйҙәре ебәргән ярты литрлыҡ күстәнәс балды алды.
  • –Ҡыҙҙарым бына эшкә килгән. Ана, мунса мейесенең иҫке ташын тышҡа ташығыҙ, тип ҡап-ҡараңғы ҡара мунсаға индереп тә ебәрҙе. Хәлдәре бөтөп килгән ҡыҙҙар бындай ҡаршылауҙан шаңҡып бер-береһенә аптырашып ҡарап торҙолар. Ағаһы апҡайтҡан күстәнәс менән сәй эсергә ҡунаҡҡа килделәр ҙә инде! Һыуһауҙан ирендәрен ялап ҡуйҙылар. Бер сынъяһау кейемдәренә, бер ҡап-ҡара ҡоромло таштарға ҡарап ҡаттылар.
  • – Йә, нишләп тораһығыҙ, йәһәтерәк булығыҙ, улдарыма сәй эсерәһе бар. Өләсәһе, әллә нәмә ҡыйратҡандай, йүгерә-атлай өйгә инеп китте. Әсәһенән эләгәсәк уларға! Шул тиклем матур кейемдәр эштән сығасаҡ бит! Тик ололарға ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән йәш балалар, баштарын баҫып ҡына, эшкә керештеләр. Тәүҙә бик бысранмаҫҡа тырышып, эре-эре таштарҙы ҡулдарын алға һонобораҡ ипләп кенә ташыһалар, бер аҙҙан барыбер бөтә ерҙәре ҡоромға буялғас, йүгерә-йүгерә йөрөнөләр. Шул арала өләсәһе ағаһы менән киленен сәй эсереп, улар күтәрмәгә сығып ултырҙылар. Икәүләшеп гөрләй-гөрләй ике йәшлек улдарына ҙуп-ҙур ҡып-ҡыҙыл алманы балғалаҡ менән ҡырып ашата башланы. Ҡыҙҙар ымһынып, төкөрөктәрен йотоп ҡуйҙылар. Һаман таш ташыған балаларға ихтибар иткән кеше лә юҡ. Ниһәйәт, эш бөттө. Ҡыҙҙар ихаталағы сирәмгә хәл йыйырға ултырҙылар: ҡәҙерлегә генә кейгән кейемдәренең ҡарарлығы ҡалмаған, үләндең йәшеле сыға тип борсолмаһаң да була.
  • – Шайтан балалары беҙҙән таҙараҡ булалыр, – тине Наилә. Өйҙән килеп сыҡҡан өләсәһе биҙрәләге ямғыр һыуында йыуынырға ҡушты. Ҡыҙҙар ҡоромло ҡулдарын һыулап, тағы ла нығыраҡ бысрандылар. Ярар, хәҙер шундай ҡып-ҡыҙыл тәмле алманы, шикалат- кәнфиттәрҙе ауыҙ итәбеҙ инде. Үтәмәҫлек хыялдары ғына булған икән был ҡыҙҙарҙың... Балаларҙан күҙен дә алмаған өләсәһе:
  • – Барығыҙ, бар инде, ҡайтығыҙ! Былай бысраҡ килеш мин һеҙҙе өйөмә индермәйем, Рәфисте лә йоҡлатаһы бар. – Һаман ниҙер өмөт иткән балалар ағаһы менән еңгәһенә ҡарап алдылар, ә улар белмәмеш тә күрмәмеш булып ултыра бирҙеләр.
  • – Минең ҡолонсаҡтарым, тип яратып торған ҡартаталары өйҙә юҡ шул, әбижәйт иттермәҫ ине ейәнсәндәрен. Ҡыҙҙарҙың шул тиклем күңелдәре ҡайтты, туҡмалған эт кеүек, баштарын эйеп сығып киттеләр. Тағын шул өс саҡрым юлды бер ни өндәшмәй, бер-береһенең мөлдөрәмә тулы күңелдәрен аяп, шым ғына үттеләр. Ҡурсаҡ һымаҡ кейендереп ебәргән ҡыҙҙарын әҙәм ҡарағыһыҙ ҡиәфәттә күргәс, инәйҙәренең ҡото осто.
  • – Нимә булды? Нишләп өҫтөгөҙ бысраҡ? Берәйһе туҡманымы әллә?
  • – Өләсәйем мунсанан таш ташытты, беҙгә сәй ҙә эсермәне, еңгәй бүләге лә юҡ, – тинеләр кемуҙарҙан Наилә менән Нурсилә. Нескә күңелле бәләкәй Ғәлиәһенең күҙҙәрендә шундай ғазап, әрнеү...
  • Әсәйҙәре тиҙ генә үҙен ҡулға алып, төҫө ҡасҡан балаларын йәһәтләп өҫтәл артына ултыртты. Инәһенең тәмле һөтлө сәйе, күпереп торған әпәйе, һуҙылып торған ҡаймағы менән хуш еҫле балы донъялағы иң татлы ризыҡ ине ҡыҙҙарға. Хәстәрлекле Гөлйыһан апайҙың хатта "запас" кәнфит- печеньелары ла өҫтәлдә урын алды. Ул ҡыҙҙарының күңелдәре бөтәйеп, сырҡылдашып көлөшә-көлөшә оҙаҡлап сәй эсеүҙәрен рәхәтләнеп ҡарап ултырҙы . Ғәлиәнең ҡарашы йомшарыуына шатланып ҡуйҙы: шауҡымы теймәне, шикелле, йәш бала бит, онотор. Шунан каретаға йылы һыу ҡойоп, өсөһөн дә тап- таҙа итеп йыуындырып, ап-аҡ простынялы йомшаҡ түшәккә һалды ул ҡәҙерлеләрен. Гөлйыһан апай төнө буйы ҡыҙҙарының күлдәктәрен күпме ышҡып йыуһа ла, ҡором эҙен барыбер бөтөрә алмағас, кейем ҡараһы китер, күңел яраһы китмәҫ, тип өҙгәләнде балаларын йәлләп. Тәкәббер инәһенең үҙенә булған ниндәйҙер асыуын балаларҙан ҡон ҡайтарыуына хайран ҡалды ул. Ошонан һуң өләсәһе Ғәлиәне күпме саҡырып ебәрһә лә, үҙе килеп өндәшһә
    лә, башҡаса бер ваҡытта ла аяғы тартманы уның, ә инде үҙҙәре ҡунаҡҡа килгәндә донъяны күп күргән зирәк аҡыллы ҡартатаһы менән генә сәғәттәр буйы һөйләшер булды.
  • ...Ҡыҙмаса булып ҡайтҡан ағаһы уңайһыҙланып ҡына өҫтәл артына килеп ултырҙы ла маҡтап-маҡтап ашай башланы. Сәй яһап торған Ғәлиә шап итеп бәрелгән тауышҡа башын күтәреп ҡараһа, ағаһы өҫтәлде ҡосаҡлап ята.
  • – Ағай, ағай, ни булды? Шул ваҡыт ишек асылып китте лә Рәйсә апаһы улдары менән килеп инде. Ғүмер буйы табип булып эшләгән апаһы тиҙ генә ауыҙына дарыуын ҡаптырҙы, беләгенә уколын ҡуя һалды. Бер аҙҙан хәл кергән ағаһы үкһеп-үкһеп илап ебәрҙе.
  • – Ғүмер буйы үҙем өсөн генә йәшәнем, аҡсаны күп таптым, тик берҙән-бер улымды ла кешеләрсә тәрбиәләп үҫтермәнем мин. Ныҡ рәхәт йәшәгем килде, атай-әсәйгә лә ярҙам итмәнем, хатта мәрхүмдәрҙе оҙатырға ла ҡайтманым, уларҙың ҡәберҙәрен дә белмәйем бит. Мин – төпсөк улдары, ә атай нигеҙен дә һаҡлай алманым. Мине ауылда береһе лә белмәй ҙә, хәтерләмәй ҙә...
  • Битен ҡуш услап ҡаплап һулҡылдап-һулҡылдап бик оҙаҡ иланы ла иланы ул. Нисәмә йылдар заяға үткән ғүмере, һағыныуҙары, уллыҡ, туғанлыҡ бурыстары ҙур бер шеш булып йыйылған да, хәҙер шул һытылып аҡты ла аҡты... Әлеге ваҡытта ағаһы, һаулығы бөткәс, һуңғы биш йылын ҡарттар йортонда үткәргән икән. Ярты йыл элек Рәйсә апаһына тыуған яғын ныҡ һағыныуын, үлеп ҡайтҡыһы килеүен әйтеп хат яҙған.
  • Вәхит ағай бер ай буйы туғандар, ауылдаштар менән рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып, донъя күреп, ял итеп йөрөнө. Хушлашҡанда атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, көскә:
  • – Их, һеҙҙең менән ниндәй күңелле! Әммә яҙмышты ямау мөмкин түгел. Башҡаса ҡайтып булмаһа, бәхил булығыҙ, туғандар, – тине.
  • Гөлназ Нафиҡова- Ғәбитова.
  • Ғафури районы.
    • Читайте нас: