Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
12 Август 2022, 21:25

Ҡыҙымдың үлеүенә ҡайғырманым

- Минең өсөн ул – ҡыҙымдың үлгән ере түгел, ә ләғнәтле, ҡарғышлы урын. Унан килеп ҡыҙымдың үлемен ул яҡты донъяға тыуғансы уҡ теләп йөрөгәйнем бит, шуға ла һис ҡайғырмайым, – тип тамамланы ул һүҙен.

Ҡыҙымдың үлеүенә ҡайғырманым
Ҡыҙымдың үлеүенә ҡайғырманым

Үҙем район үҙәгендә йәшәйем. Йыш ҡына йомош менән ауыл яғына ҡайтырға тура килә. Бигерәк тә йәй көндәрендә йышлайым шул яҡҡа. Билдәле, был миҙгелдә эш тә күп. Машина менән йөрөгәнлектән, юл буйында ҡул күтәреп тороусыларҙы туҡтап ултыртмай булмай. Ике тиҫтә йыллап район гәзитендә эшләгәс, юлаусыларҙың күбеһе таныш булып сыға. Һүҙ артынан һүҙ сығып, ҡайһы ваҡыт төрлө темаға һөйләшергә тура килә. Аҙ һүҙлеләр осраһа, үҙем дә шым ғына барам.

Юл аҙабы – гүр ғазабы, тип белмәй әйтмәгән халыҡ. Элек юлаусылар йәйәү йөрөп йонсоһа, хәҙер ундай проблема юҡ. Әммә икенсе бер мәсьәлә барлыҡҡа килде – юлдағы авариялар. Трасса буйында әле бында, әле тегендә һәләк булыусыларға обелисктар, башҡа билдәләр ҡуйылған. Бер шулай таныш юлдашымды ултыртып ҡайтып барам. Бер обелиск эргәһенән үткәндә, урта йәштәрҙәге мөләйем, сибәр йөҙлө ҡатын көрһөнөп ҡуйҙы.

– Берәй яҡын кешегеҙгә ҡуйыл­ғанмы, туҡталып китәйекме әллә? – тип уға һораулы ҡарашымды ташлайым.

– Эйе, был – ҡыҙым вафат булған урын, бер нисә йыл элек аварияла һәләк булды, – тип вайымһыҙ ғына яуап бирҙе әңгәмәсем.

– Ә ниңә, улай булғас, туҡталып китмәнек, мин бик ҡабаланмай ҙа инем, – тип уға тағы ла һораулы ҡараш ташлайым.

– Улай бик төпсөнгәс, бик күп йылдар йәшереп йөрөгән серемде һиңә асайым инде. Һин бит журналист кеше, бәлки, минең яҙ­мышты яҙып, берәйһе унан ғибрәт алыр, – тип юлдашым үҙенең башынан үткәндәрен һөйләргә булып, сиселеп китте. – Үҙем ябай ауыл ҡыҙы, баш бала булып донъяға килгәнмен. Атайым – ауыл мәктәбендә уҡытыусы, әсәйем һатыусы булып эшләне, икеһе лә – ауылыбыҙҙың абруйлы кеше­ләре, хәҙер хаҡлы ялдалар инде. Баш бала булараҡ, мин өс һеңлемә, өс ҡустыма апай булып, уларҙы ҡарашып, бәлә­кәйҙән төрлө эштә сынығып үҫтем. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ҡалаға барып, һөнәрселек учили­щеһына уҡырға керҙем. Беҙ уҡыған ваҡытта әлегеләй автобустар күпләп йөрөмәй ине, еңел машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға ла ауылға ҡайтып килеү мең бәлә була торғайны: 25 километр араны йәйәүләп ҡайтаһың да, кисен клубҡа сығып, әхирәттәр менән осрашып күңел асҡандан һуң, иртән йәнә ҡалаға юлланаһың.

Аҙна һайын тиерлек ошондай хәл ҡабатлана. Йәйәү тәпәйләгән саҡта икенсе аҙна ҡайтмайым, бик йонсотто, тип уйлайһың да, аҙна аҙағы етә башлаһа, күңел йәнә ауылды көҫәй башлай. Гел генә йәйәү йөрөмәнек, әлбиттә, һирәк-һаяҡ автобусҡа ла эләгәбеҙ, унан тороп ҡалһаң, йөк машинаһы кузовында ҡайтҡан саҡтар ҙа күп булды.

Бер шулай ҡайтып барғанда, иптәштәремдән тороп ҡалғанмын. Өс юл сатындағы автобус туҡталышында ҡайтыр яҡҡа берәй машина осрамаҫмы тип көтөп торам. Бер яңғыҙым йәйәү атларға баҙнат итмәйем, ни тиһәң дә, 25 километр атларға кәрәк, юл урман эргәһенән дә үтә. Әмәлгә ҡал­ғандай, бер йөк машинаһы килеп туҡтаны. Уны-быны уйламай кабинаға менеп тә ултырҙым. Туҡтаған машинаға ултырмай башҡа сарам да юҡ ине шул. Эх, белгән булһам шул саҡта ни булырын, ауылға йәйәүләп түгел, тубыҡланып ҡайтырға ла риза булыр инем.

Йөк машинаһы водителе, урта йәштәрҙәге ир, мин ултырыу менән ашарҙай булып ҡарап алыуынан, күҙҙәрен майландырыуынан был кешенән мәрхәмәт көтөү урынһыҙ икәнлегенә төшөнгәйнем инде. Ул саҡта үҙем дә бик сибәр ҡыҙ инем шул, күп егеттәр артымдан сапты, тик береһен дә үҙһенмәгән булып, алыҫтағы-хыялдағы мөхәббәтемде көтөп йөрөгән сағым ине.

Водитель иһә юлда килә-килә минең көсһөҙлөгөмдән файҙа­ланмаҡсы булды. Башта ботомдо һәрмәй башланы, уның ҡулын ситкә тибәреп килдем. Урман ауыҙына етәрәк иһә, машинаһын туҡтатып, юл буйында мине көсләне.

Эй, ул саҡтағы илау-һыҡрау­ҙарым, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Үҙ-үҙемә ҡул һалыуҙан саҡ тыйылып ҡалдым. Ул ваҡытта атайымды мәктәп директоры итеп тәғәйенләгәндәр ине, уның эшен уйлап, тыйылып ҡалдым.

Өйгә тура ҡайтмайынса ауылда әсәйемдең бер туған апаһына – яңғыҙ йәшәгән әбейемдәргә барып йығылдым. Күпте күргән әбейем хәлде тиҙ аңғарып ҡалды, мине йыуындырып, тынысландырып йоҡларға һалды. Был хәлде атай-әсәйгә әйтмәй торорға һүҙ ҡуйыштыҡ. Әбейем теге хәшәрәт әҙәмде табам, милицияға илтәм, тип башта ярһығайны, тора-бара ул да тынысланды.

Мин дә әкренләп ул көндө оноторға тырышып ҡараным, әммә һис булмай. Шул көндән башлап барлыҡ ирҙәрҙе күрә алмаҫ булдым, ғүмерҙә лә кейәүгә сыҡ­маясаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Үҙ һүҙемдә торҙом, тип әйтә алам, ике балаға әсәй булһам да, бөгөн дә яңғыҙаҡмын.

Мине көсләүҙәре хаҡында әбейемдән атай-әсәйгә был хаҡта һөйләмәүҙе һораһам да, беҙ ҡапсыҡта ятмай шул. Шул ҡәһәрле көндә мин ауырға ҡалған булып сыҡтым. Абортҡа барырға ынтылып ҡараным, әммә һуңлағанһың, тинеләр. Минең өсөн ҡара көндәр башланды. Нисек тә шул ҡорһаҡты юҡ итеү, шунан ҡотолоу сараһы тураһында уйлана башланым. Карауаттан да һикереп төшөп ҡарайым, эсемде яҫы ҡайыш менән быуып та йөрөйөм, төрлө дарыуҙар ҙа эсәм, файҙаһы юҡ. Эсем көндән-көн ҙурая, ә минең уның һайын асыуым ҡабара. Бер кемде лә күрге килмәй, хатта яҡын туғандар менән дә аралашыуҙан баш тартам. Барыһы ла минән көлөр, мыҫҡыл­лар кеүек тойола.

Ҡыҫҡаһы, мин үҙ-үҙемә бик­ләндем. Элек ауылға уҡталып торған булһам, хәҙер ауыл онотолдо. Ҡорһаҡ кәпәйтеп ҡайһы­лайтып ҡайтып йөрөмәк кәрәк, училищеның дөйөм ятағынан да сыҡҡы килмәй. Ярай әле бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙар, төркө­мөбөҙ мастеры хәлемде аңлап ҡабул иттеләр.

Шулай итеп, туғыҙ айҙы саҡ көтөп, көтөлмәгән балам – ҡыҙым тыуҙы. Ҡорһағымда саҡта уҡ уны яратмай, күрә алмай инем. Теге ерәнгес, хәшәрәт водителгә ҡарата барлыҡ асыуымды шул балаға төшөрҙөм, шул сабыйҙа уның ҡаны ағыуы мине оторо ярһытып ебәрә ине. Бала тапҡас, уны туйғансы имеҙмәнем дә шикелле. Бөтөнләй яратманым ул сабыйҙы.

Бәпес тыуғас, атай-әсәйем бала табыу йортонан килеп алды. Шулай итеп, ирекһеҙҙән ауылға ҡайтып ятырға тура килде. Йәш баланы әсәйем, әбейем, ҡыҙ туғандарым ҡарашты, тупылдатып һөйҙөләр, яраттылар, ә мин балаға ылығып китә алманым. Уға бер йәш тә тулманы, баланы әсәйемә ҡалдырып, ҡалаға эшкә сығып киттем.

Фатир булмағас, ятаҡтан-ятаҡҡа йөрөй торғас, ялҡып, йәнә ауылға ҡайтырға тура килде. Бер аҙ колхозда һауынсы булғандан һуң, әсәйем ялда саҡта уның урынына һатыусы булып эшләнем. Шуныһы ғәжәп, бер айҙа әсәйем һатҡан тауарҙың ике айлыҡ планын үтәгәнмен. Сибәр, йәш ҡатынды күрергә ирҙәр күп килгәндер магазинға, тип шаяртып алыусылар ҙа булды. Бәлки, был һүҙҙә хаҡлыҡ та булғандыр. Йәш саҡта үтә лә сибәр инем шул.

Шул ваҡиғанан һуң сельпо рәйесе килеп маҡтап китте, оҙаҡламай ауылда хужалыҡ тауарҙары магазины асасаҡтарын әйтте һәм шунда мине һатыусы итеп эшкә саҡырҙы. Ризалаштым, нисек тә йәшәргә кәрәк бит инде. Атай-әсәй ярҙамында ауылда буш торған бер бәләкәй генә өй һатып алдыҡ һәм айырым йәшәй башланым.

Көнкүрешем бер аҙ яйға һа­лынған һымаҡ булһа ла, күңелем йәм тапмай, инде минең тиңдәштәр ҙә башлы-күҙле булып бөтөп бара. Төҫкә-башҡа матур булғас, ир-аттың миңә битараф түгеллеген дә һиҙәм, асыҡтан-асыҡ та, ситләтеп тә, шаяртып та үҙ мөнәсәбәттәрен белдереп торалар. Тик береһен дә күргем килмәй, эш буйынса ғына һөйләшәм дә шуның менән вәссәләм.

Әммә йәшлек үҙенекен итә икән шул, һис бер сикләүҙәргә ҡарамай, йән иркәләүҙе, тән наҙлауҙы талап итә. Бер саҡ шулай колхоз рәйесе минең магазинға йышланы. Төҙөлөш алып барғанғамы, йә ҡаҙаҡ, йә шифер, йә башҡа төҙөлөш материалы алып китә. Тора-бара юҡ сәбәпте бар итеп тә керә башланы. Бер шулай һүҙҙән-һүҙ сығып, тауар алып ҡайтырға колхоздың йөк машинаһын биреп ҡуйҙы. Эшемдә ярҙамлашҡас, мин дә уның менән итәғәтле һөйләшергә тырышам. Тора-бара уның менән эҫенешеп киттек. Эйе, уның ғаиләһе, балалары бар, ә мин яңғыҙаҡ ҡатынмын.

Ҡыҙымды гел әсәйемдәр ҡараны, уны яратмағанымды беләләр ине. Шулай итеп, уйламағанда колхоз рәйесенең һөйәркәһе булып киттем. Бер хәбәрҙең йәшен тиҙлегендә икенсе осҡа барып еткәнлеген ауылда йәшәгән һәр кем белә. Беҙҙең “мөхәббәт тарихын” атай-әсәй ҙә, уның ҡатыны ла тиҙ белде, әрләп тә, фашлап та, ҡурҡытып та ҡаранылар, тик беҙҙең аралар һыуынманы. Колхоз рәйесенән ауырға ҡалып, тағы ла бер ҡыҙ бала таптым. Кесе ҡыҙымды иһә һөйөп туя алмайым, тик уның өсөн генә йәшәйем.

Ошолай йәшәп ятҡанда ауылда колхоз тарҡалды, һөйәркәм эшһеҙ ҡалды. Минең дә районда алдынғы булып иҫәпләнгән сельпо юҡҡа сыҡты, магазиндары ябылды, әле шәхси эшҡыуарҙың кибетендә эшләп йөрөйөм. Һөйәркәм мал бағып, элекке таныштары арҡылы тегенеһен-быныһын һатып аҡса таба, ғаиләһен дә ҡарай, беҙгә лә өлөш сығара, – тип маһайғандай итеп әйтеп ҡуйҙы юлдашым.

– Ә аварияла үлгән ҡыҙығыҙҙы ни өсөн һаман күрә алмайһығыҙ һуң? – тип төпсөнәм.

– Яратмайым шул, ышана­һыңмы-юҡмы, ул бит минең йәшлек яраларымды яңыртып үлде. Ул аварияға осрап үлгән ерҙә теге хәшәрәт мине көсләгәйне бит. Ҡыҙымдың ғүмере шул урында яралған булған, ғүмере лә шул урында өҙөлдө. Ул урынға обелискты ла ҡыҙымдың ире, йәғни кейәү ҡуйған. Минең өсөн ул – ҡыҙымдың үлгән ере түгел, ә ләғнәтле, ҡарғышлы урын. Унан килеп ҡыҙымдың үлемен ул яҡты донъяға тыуғансы уҡ теләп йөрөгәйнем бит, шуға ла һис ҡайғырмайым, – тип тамамланы ул һүҙен.

Юлдашымдың ошолай асылып китеүенә бер ғәжәпләнһәм, уның һөйләгәндәрен ишетеп, бөтөнләй аптырашта ҡалдым. Эйе, яҙмыш әҙәм балаһына ниндәй генә һынауҙар ебәрмәй, берәүҙәр унда бөгөлә, әммә өҙөлмәй, икенселәр һынауҙарҙан һынып ҡала...

Фото: enciclopediya-geografa.ru

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: