Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
6 Сентябрь 2019, 14:15

Сит телде нисек өйрәнергә?

Миңә йыш ҡына “Чех телен һеҙ нисек өйрәндегеҙ?”, “Ғаиләгеҙҙә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?” тигән һорауҙар бирәләр. Сит илгә сығып киткәнсе үҙ аллы өйрәндем, тел өйрәнеү үҙәгенә яҙылырга аҡсам булманы, тип яуаплайым. Һәм шул тәжрибәмдән сығып сит телдәр өйрәнеүселәргә түбәндәге кәңәштәремде еткермәксемен.


Миңә йыш ҡына “Чех телен һеҙ нисек өйрәндегеҙ?”, “Ғаиләгеҙҙә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?” тигән һорауҙар бирәләр. Сит илгә сығып киткәнсе үҙ аллы өйрәндем, тел өйрәнеү үҙәгенә яҙылырга аҡсам булманы, тип яуаплайым. Һәм шул тәжрибәмдән сығып сит телдәр өйрәнеүселәргә түбәндәге кәңәштәремде еткермәксемен.
Әгәр ниндәйҙер сит телде өйрәнергә теләгегеҙ бар икән – бик хуп. Ләкин иң башта үҙеңә ниндәйҙер маҡсат ҡуйырға кәрәк, сит тел өйрәнеү сит ил кешеһенә әйләнеү түгел бит әле. Кеше был донъяға кем булып тыуған, теле ниндәй телдә асылған, ниндәй моң менән тыуған, ниндәй милли ризыҡтар менән туҡланған – былар барыһы ла ситтә йәшәгәндә үҙен бик һиҙҙертә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ниндәй генә илдә йәшәһәң дә, барыбер үҙең булып ҡалаһың. Быға миҫал итеп Зәки Вәлидиҙе, Рудольф Нуриевты, Нәсүр Йөрөшбаевтарҙы миҫал итеп килтерер инем.
Башта был телде ни өсөн өйрәнәһең – шуны асыҡлағыҙ. Кемдер, бәлки, сит телдә китаптар уҡыу, ә кемдер кейәүгә сығыу, йә булмаһа сит илгә эшләргә, уҡырға барыу, ә бәлки, эше буйынса сит илдә эшләп аҡса туплау ниәте менән өйрәнәлер.
Сит телде өйрәнеү мәсьәләһенә килгәндә, әлбиттә, телде өйрәнеү методикаһын күрһәтеү күпкә отошлораҡтыр.
  • Иң беренсе сиратта үҙ әсә телеңде белергә кәрәк! Ни өсөн тиһегеҙме? Берҙән, өйрәнәсәк телгә туған телеңдең дә матурлығы күсәсәк, икенсенән, туған тел мотлаҡ ярҙамға килә. Йәғни сит телдәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнөргә тырышҡанда тап туған телдәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә ҡарап сағыштырып хәтерҙә ҡалдыраһың. Һәм, киреһенсә, сит телдәге һүҙҙәр байлығы туған телде байыта. Мәҫәлән, Гете: "Бер сит телде белмәгән кеше үҙ теленең гүзәллеген белмәй һәм аңламай", – тигән һүҙҙәр әйткән. Ә элекке Чехословакияның тәүге президенты Томаш Гарри Масарик: "Күпме телдәр белһәң, шунса кешеһең", – тигән. Бөгөнгө йылдам атлаған, яңылыҡтарға, технологияларға бай техноген заманда мотлаҡ сит телдәрҙе өйрәнергә кәрәк! Берҙән, донъялағы яңылыҡтар, сит илдәр сәйәсәте менән дә менән хәбәрҙар булһаң, уҡып күпте беләһең, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамайһың һ. б.
  • Телдең бөтә ҡағиҙәләрен дә өйрәнергә кәрәкмәй, иң мөһиме – һүҙҙәрҙең ҡайҙа һәм нисек ҡулланышын белһәң – шул етә. Әгәр кеше сит телде үҙенә кәрәккәнсә өйрәнә икән, һүҙҙәр ҙә тиҙерәк иҫтә ҡала һәм онотолмай.
  • Яңы телде өйрәнеү хәтерҙе яҡшырта, мейене эшләтә. Әгәр хәтерегеҙ насарая башлап, һүҙҙәрҙе онотһағыҙ, берәй ҡағыҙға яҙып стенаға йәбештереп ҡуйырға мөмкин. Төркөмләп яҙыу ҙа яҡшы, мәҫәлән: ризыҡ һәм аш-һыу, сәләм биреү һәм һаубуллашыу һүҙҙәре, танышыу, банк, таможняла һ. б. Ваҡыты-ваҡыты менән үткән-сүткәндә шул һүҙҙәргә күҙ һалып бер генә тапҡыр булһа ла уҡып китһәгеҙ, көн һайын ҡабатлап торһағыҙ, хәтерҙә ҡаласаҡ.
  • Башта ябай һүҙҙәрҙән башлағыҙ, шунан ике, өс һүҙҙе ҡушып һөйләргә өйрәнегеҙ, артабан ҡатмарлаштырып һөйләмдәргә күсегеҙ. Телде аңлар өсөн ауыр миҫалдар менән эшләргә тырышығыҙ, ялҡауланмағыҙ. Алда әйтелгәнсә, ҡабатлау – тел өйрәнеүҙең нигеҙе ул!
  • Ниндәй генә сит телде өйрәнһәгеҙ ҙә, актив һәм пассив һүҙҙәргә юлығаһығыҙ, шулай булғас, уларҙың икеһе лә кәрәк. Актив һүҙҙәр йыш ҡулланылышлы булғанға күрә тиҙерәк хәтерҙә ҡалыусан, тимәк, пассив һүҙҙәрҙе лә онотмаҫҡа, йыш-йыш ҡабатлап торорға кәрәк. Яңы ятланған һүҙҙе күпме йышыраҡ ҡулланһағыҙ, шунса иҫегеҙҙә нығыраҡ ҡалыр. Был һүҙҙе төрлөсә ҡулланып ҡарағыҙ, һөйләмдәр төҙөгөҙ. Хәҙер магазиндарҙа махсус дискылар һатыла, интернетта ла сит телдәр өйрәнеү тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙыла, аҡсаң ғына булһын – сит телдәр өйрәнеү курстары бихисап. Ләкин иң шәбе – үҙ аллы өйрәнеүҙер. Был оҙайлы процесс булһа ла, файҙаһы күберәк. Йәғни үҙең эшләп тапҡан икмәк кеүек ҡәҙерле була. Әлбиттә, телде тиҙ генә өйрәнергә теләйһегеҙ икән – махсус курстарға яҙылығыҙ.
Үҙем, мәҫәлән, тел өйрәнеү барышында тексты уҡығанда ауыр әйтелешле йәки бер-береһенә оҡшаш һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙып уҡыйым, уларҙың мәғәнәһенә иғтибар итәм. Элек Өфөлә 80-се немец гимназияһында немец телен өйрәнгәйнем. Уның артынса чех телен өйрәнә башланым – сағыштырыу мәле етте ниһә, немец һүҙҙәре иҫкә төшөп йөҙәтте. Шунан яйлап ярҙамға башҡорт теле килде, бер ваҡытта ла рус һүҙҙәре менән сағыштырып эшләмәнем.
Телде өйрәнеү барышында туған тел һәм сит телдәр араһындағы ниндәйҙер оҡшашлыҡтарҙы күрәһегеҙ икән – улар сит тел һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә. Миҫалдар килтерәйек. Мәҫәлән, немец телендә "teppich", "chan", "Biberach" тигән һүҙҙәр бар, ти. Был өс һүҙ башҡортса балаҫ, әтәс, Бобр тигәнде аңлата. Тимәк, иҙәнгә йылы булһын өсөн түшәлгән балаҫҡа беҙ нимә менән аяҡ баҫабыҙ? Тәпәй менән. "Теппих" – "тәпәй" – оҡшағанмы? Ә бына әтәстең кикереген ҡабартып тауыҡтары алдында әллә кем булып йөрөүен немецтар "хан"ға оҡшатып уға ошо һүҙҙе биргән, ә "ҡама" һүҙенә бәйле Рәсәйҙә "Бобруйск" тигән ҡала булһа, ул немец телендә "Биберах" тип атала.
Ә хәҙер чех телен ҡарайыҡ. Был тел славян телдәре төркөмөнә ҡарай. Бында ла немец телендәге кеүек мәғәнә оҡшашлығы, яҙылыш оҡшашлығы менән айырылып торған һүҙҙәр бихисап. Мәҫәлән: "charita" – хәйер, "jarmark" – йәрминкә, "serif" – шәриф, "eroplan" – яраплан (самолет, бында "е" өнө "э" тип уҡыла), "burka" – ирҙәр кейеме, "kleste" – келәшшә (үҙләштерелгән һүҙ), "beran" – бәрән, "palac" – балаҫ, "tlumac" (тлумач) – тылмас, "kauza" (кауза) – ғауға, "saza" (сажа) – ҡором, "sarlatan" – шарлатан (алдаҡсы) һ. б. Күренеүенсә, күбеһе төрки һүҙҙәре. Билдәле булыуынса, рус телендә ике меңдән ашыу төрки һүҙе бар, Европала йәшәүсе славян халыҡтарында ла төрки һүҙҙәренең күплеге аптырата. Ләкин был чех телен өйрәнеү рәхәт икән, тигән фекер ҡалдырмаһын ине. Һәр телдең үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар: был телдә, мәҫәлән, тик өс, ике, хатта биш-алты тартынҡынан ғына торған һүҙҙәр күп осрай, мәҫәлән: “ctvrt” (чтврт) – сирек, “strucne” (стручне) – ҡыҫҡа, “srna” (срна) – ҡоралай, “mrzi” (мрзи) – йәл, “trziste” (тржиште) – баҙар, "strana" – яҡ; байтаҡ һүҙҙәр ҡапма-ҡаршы мәғәнәне аңлата, мәҫәлән: "pozor" – иғтибар, "rodina" – ғаилә, "zeme" – ил, "svet" – ер шары, планета һ. б. Шулай уҡ үҙ телебеҙҙәге һүҙҙәргә оҡшаған һүҙҙәр ҙә йыш осрай – уларын да ҡабатлап-ҡабатлап хәтерҙә ҡалдырырға була, мәҫәлән: tell – тел (инглизсә) һ. б. Европа халыҡтары хәтәр аралашып йәшәй, шуға мәҫәлән, "респектуйи" – хөрмәт итәм, "транспарантни" – асыҡтан-асыҡ, "аларм" – иғтибар, "инсталанце" – программалаштырылған, "разантни" – көслө һ. б. – бына ошондай дөйөм һүҙҙәрҙе хәтерҙә тиҙерәк ҡалдырырға тырышығыҙ, улар менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Бер төрлө хәреф менән башланған һүҙҙәр йыш осраһа, уларҙы бер төркөмгә бүлеп эшләү һөҙөмтә бирә. Ә бына алда әйткәнсә, тематика буйынса эшләү иң отошлоһо булыр: төҫтө, билдәне, ауырыуҙы, тән өлөштәре, аҙна, ай исемдәре, ашамлыҡтар, сәскә-ағастар, йәшелсә-емештәр, ҡоштар, транспорт һ. б. шундайҙарҙы айырым өйрәнегеҙ.
Артабан киттек. Ярай, ятланығыҙ ҙа, ти, сит телдә икмәк-тоҙлоҡ һөйләшәһегеҙ ҙә, ти. Ләкин нисек кенә итһәң дә, барыбер акцент була. Шуға сит телдәге ниндәйҙер тиҙәйткестәр (улар бар телдә лә бар!), шиғырҙар, йырҙар менән эшләгеҙ. Үҙемә иһә сит тел өйрәнеү оҙайлы процесс булды – акцентым һаман да һаҡлана. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, чех телендәге һүҙҙәрҙең дүртәр, хатта бишәр тартынҡы өндәрҙән килеүенә лә бәйле булһа, шул тел балаһы булып тыумағас һәм, етмәһә, телде иллене уҙғас ҡына өйрәнә башлағас, телем, аңҡау, яңаҡтарым, тамағым икенсе төрлө булыуҙан да килә. Шулай ҙа тырышҡанда уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Был осраҡҡа тағы ла кәңәштәрем бар.
* Тәүгеһе – сит телдә һөйләшкән кешеләр менән күберәк аралашыу – акцентың да шул саҡта яйлап бөтә башлай. Сит телдә һөйләшкән кеше менән аралашҡанда ул әйткән һәр һүҙгә иғтибар итергә тырышығыҙ – шунһыҙ хатаны төҙәтеп булмай.
* Икенсеһе – тутыйғош кеүек һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлауҙан фәтүә юҡтыр, әңгәмә барышында иң кәрәкле һүҙҙәрҙе генә хәтерҙә ҡалдырырға тырышығыҙ һәм һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар итегеҙ, мәҫәлән: исем, хәбәр нисек ҡуйыла, инеш һүҙҙәр, һүҙҙәрҙең интонацияһы (һуҙып әйтеү, тиҙ әйтеү, ҡапыл әйтеү һ. б. ).
* Өсөнөсөһө – уҡылған текста аңлашылмаған һүҙҙәр күп булыр, тик һеҙ уларҙы йыш-йыш һүҙлектән ҡарамағыҙ. Сөнки был, берҙән, ваҡытты юғалта, икенсенән, иғтибарҙы ситкә йүнәлтә. Иң мөһиме – уҡылған текстың мәғәнәһен аңлау, бының өсөн телевизор ҡарағыҙ, гәзит-журнал уҡығыҙ – быларҙың барыһы ла мотлаҡ ярҙам итә, һүҙ запасын арттыра.
* Дүртенсеһе – һүҙҙәрҙе тәржемә итеү. Әгәр тәржемә аша тел өйрәнмәйҙәр тиһәләр, ышанмағыҙ. Киреһенсә, тәржемә тел өйрәнеүҙәге төп ысулдарҙың береһе ул. Телде механик күнегеүҙәр, ҡоро грамматик ҡағиҙәләр менән өйрәнеүгә ҡарағанда тәржемә аша өйрәнеү ҙур һөҙөмтә бирә. Тәржемә иткәндә һүҙлектә соҡсонһаң, һүҙҙең мәғәнәһен дә беләһең, сағыштырыу мөмкинлеге тыуа, һүҙбәйләнештәр төҙөүе еңелгә төшә һ. б.
* Бишенсеһе – көн һайын яҙыу, төрлө күнегеүҙәр эшләү, әкиәттәр күсереп яҙыу һ. б. Үҙем, мәҫәлән, күнегеүҙәрҙән тыш интернетта дуҫтарыма, туғандарыма сит телдә хаттар яҙам.
* Алтынсыһы – "тел – аралашыу ҡоралы". Оҫталығығыҙҙы арттырыу өсөн төрлө кешеләр менән аралашығыҙ, бергәләп ял итергә, тәбиғәт ҡосағына сығырға, ҡунаҡҡа саҡырырға йәки үҙегеҙ барырға тырышығыҙ. Шул аралашыу барышында телдең нескәлектәрен өйрәнәһегеҙ, әгәр үҙегеҙ кеүек сит тел өйрәнгән танышығыҙ бар икән, уның менән йышыраҡ осрашығыҙ һәм сит телдә аралашығыҙ. Оялмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, шул саҡта яйлап үҙегеҙҙең сит телдә уйлай башлағанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Латин телендә "Repeticio est mater studiorum" – йәғни "Ҡабатлау – белемдең анаһы" тигән ябай ғына әйтем бар. Рустар уны "Повторение – мать ученья" тиҙәр – шуны онотмағыҙ! Әгәр сит илгә уҡырға йә эшләргә барырға теләйһегеҙ икән, тырышығыҙ, тик шул саҡта ғына немец йәки инглиз телен күп аҡса түгеп сит илдә яңынан өйрәнергә тура килмәҫ.

Миләүшә Годбодь, Чехия.

Читайте нас: