Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
29 Февраль 2020, 17:15

Башҡорт теле йылы нимә бирер?

... Шулай ҙа “ярай әле башҡорт телен уҡымағанмын!” тип ҡыуанған бер кемде лә осратҡаным булманы әлегә тиклем. Ә бына “атай-әсәйем өйрәтмәгән”, “их, ни эшләп ваҡытында башҡорт телен өйрәнмәнем икән” тигәнерәк үкенеү һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын.

Йыямын да - йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.


Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел -

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел.


Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!



Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән башланды Шамонин урта мәктәбендә уҙған Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы. Өфө районы мәктәптәре директорҙарын, башҡорт теле уҡытыусыларын бер һөйөнөс йыйҙы: быйылғы йыл туған телде үҫтерергә, уҡыусыларҙы мөмкин тиклем күберәк өйрәтергә, шулай уҡ әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ менән нығыраҡ таныштырырға мөмкинлек бирә лә баһа!

“Башҡорт теле нимәгә ул!” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Хатта ҡайһы бер сей башҡорт телле атай-әсәйҙәрҙең дә шундай фекерҙә булыуы әсендерә. Шулай ҙа “ярай әле башҡорт телен уҡымағанмын!” тип ҡыуанған бер кемде лә осратҡаным булманы әлегә тиклем. Ә бына “атай-әсәйем өйрәтмәгән”, “их, ни эшләп ваҡытында башҡорт телен өйрәнмәнем икән” тигәнерәк үкенеү һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Йыш ҡына туған телде белмәү туғандарҙың бер-береһенән йыраҡлашыуына, аралашмауына ла килтереп ҡуя бит. Өйөндә ата-әсәнең нимә уйлауынан, нимә һөйләүенән күп нәмә тора. “Кәрәкмәй” тиһәң, әлбиттә, бала “юҡ, кәрәк” тип ҡырталашмаясаҡ, ул, өлкәндәрҙең һүҙенә ышанып, мейеһенә кире фекерҙе һеңдерәсәк. Ҡайһы бер урыҫ ғаиләләрен беләм (үҙем мәктәптә эшләгән саҡтан), улар, киреһенсә, балаһының телде аңларлыҡ булһа ла өйрәнеүен талап итә ине. Ә бит тырыша ла торғайнылар, һөҙөмтәләргә лә өлгәштек!

Тағы бер миҫалға туҡталғым килә. Ҡыҙым башҡорт төркөмөнә йөрөй. Тәрбиәсебеҙ Гөлнара Ғәдән ҡыҙы Әминова эшенә бик етди ҡарай, башҡорт телен белергә тейешбеҙ тип бөтә көсөн һала. Беҙ, ата-әсәләр, быға шат ҡына. Ватсапта үҙ телебеҙҙә аралашҡан төркөмөбөҙ бар. Барыһы ла яҡшы булыр ине лә, телде аңламаған һәм аңларға ла теләмәгән әсәйҙәр килеп осрай. Билдәле, ундайҙар русса яҙыуыбыҙҙы теләй. Һорау: беҙ ни эшләргә тейеш? Аңламаған бер кеше өсөн русса яҙырғамы, әллә ул үҙ проблемаһын үҙе хәл итергә тейешме? Балаһын ниндәй төркөмгә биргәнен белгәндер бит баштан уҡ. Һәм уға ҡапма-ҡаршы миҫал: Шамонин ауылында американдар ғаиләһе йәшәй. Малайҙары Самуил Саваж “Дарман” бейеү ансамблендә бик теләп, яратып, ихлас шөғөлләнә. Шулай уҡ уҡтан атыу түңәрәгенә лә йөрөй. Етәкселәре Роберт Хәмиҙуллиндың бик шәп ғәҙәте бар: ватсаптағы төркөмдәрҙә башҡорт телендә яҙа. Ул башҡортса яҙғас, әлбиттә, ҡалғандар шулай яуап бирә. Самуилдың әсәһе Эйми аңламай, әммә бер тапҡыр ҙа үпкәләгәнен хәтерләмәйем. Киреһенсә, “урындағы халыҡтың телен белмәгәс, миңә оят. Улар бит минең өсөн генә руссаға күсергә тейеш түгел. Уларҙың туған телдәрендә аралашыуын ихтирам итәм, быға ҡыуанам ғына. Шуға ла мин башҡортса өйрәнәсәкмен”, - ти ул. Яҡшы ғына аңлай ҙа инде хәҙер. Әҙ генә тырышһа, һөйләшә лә башлар әле. Сит ил кешеләре шундай фекерҙә булғанды, беҙҙекеләргә нимә етмәйҙер...

Был сарала шуныһы ҡыуандырҙы: Шамонин мәктәбендә саф башҡортса тәтелдәп торған балалар күп, Аллаға шөкөр. Шиғырын да һөйләйҙәр, йырлайҙар ҙа, “Дарман” бейеү ансамблендә шөғөлләнеүселәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уҡыусыларҙан дәрт-дарман, рух ташып тора. Шундай матур, кәрәкле байрам ойоштороуҙа уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа күп көс һалған. Телен һөйгән, уның мөһимлеген, кәрәклеген аңлаған, шуны балаһына ла еткереүҙе маҡсат итеп алған атай-әсәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур. Ағинәйҙәрҙең сығышын, виртуоз ҡурайсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙ көйҙәре сараға мәртәбә генә өҫтәне. Килгән уҡытыусы ҡунаҡтар был байрамдан дәрт алып, телебеҙ йылын файҙалы үткәрергә пландар ҡороп таралғандыр.



Читайте нас: