Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
16 Сентябрь 2020, 01:40

Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре башланды

Ул башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағирә.

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында тыуа.
14 октябрҙән 25 октябргә тиклем Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатованың ижадына арналған саралар шәлкеме үтә.
Саралар теҙмәһен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Кәтибә Кинйәбулатованың тормош юлы һәм ижады буйынса асыҡ дәрестәр конкурсы башлай. Уҡытыусылар был дәрестәрҙә башҡорт әҙибәһенең лирикаһына һөйөү уятырға, шиғриәтенең үҙенсәлектәре асылын күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ, башҡорт телендә ижад иткән йәштәр шиғри бәйгелә көсөн һынап ҡараясаҡ, яттан шиғыр һөйләүселәр өсөн дә ижади конкурс планлаштырылған. Кәтибә Кинйәбулатова көндәрен фәнни-ғәмәли конференция йомғаҡлай. Арғаяш районының Ҡолой ауылы китапханаһында шағирәнең ижадына арналған виртуаль күргәҙмә эшләп килә.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова- башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағирә. Ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара, А.С. Пушкин, Адам Мицкевич, Агния Барто шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә, емешле ижады өсөн Почет ордены, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһы менән билдәләнә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Ижади һәм ижтимағи эшмәкәрлегенән тыш, Кәтибә Кәрим ҡыҙы яҡташтарында ла туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү уятыуға өлгәшкән. Уның ярҙамы менән Көньяҡ Уралда тыуған байтаҡ милләттәштәребеҙ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алып, башҡорт йәмәғәтселегенең әүҙем вәкилдәренә әйләнде.
Читайте нас: