Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
23 Сентябрь 2020, 15:30

"Башҡортса һөйләшәйек! Йышыраҡ һәм ҡысҡырыбыраҡ!"

Башҡорттарҙың башҡортса уҡымау тигән йәмһеҙ ғәҙәтен бөтөрә башлау. Теге йәки был әһлү-рай (авторитет) булған башҡорттар үҙҙәренең балаларынан, туғандарынан, хеҙмәтселәренән, төркөмдәштәренән һ.б. ярты йылға бер булһа ла башҡортса китап уҡыуҙарын талап итһен. Ләкин ҡулға нәмә эләгә, шуны уҡыу дөрөҫ булмаҫ, шуға “Һәр башҡорт уҡырға тейешле китаптар” исемлеген төҙөп (бының өсөн тауыш биреү ысулын да ҡулланырға була), шул исемлекте бөтә башҡорт ғаиләләренә еткерергә кәрәк.

Ишморат Хәйбуллин:
"Башҡортса һөйләшәйек!
Йышыраҡ һәм ҡысҡырыбыраҡ!"

Туған телебеҙҙе тергеҙеү һәм үҫтереү тураһында ике мәҡәлә яҙғайным инде (“Телдең әһәмиәте һәм уны үлтереүселәр тураһында” һәм “Башҡорт теленең киләсәге бар” тигән), бөгөн тағы ла бер нисә фекер һәм тәҡдим еткерергә булдым. Әлеге көндә башҡорт (татар, ҡумыҡ, ноғай, чечен һ.б.) теленең киләсәген аңларға тырышҡандарға күп нәмә кәрәкмәй – бары тик балаларыбыҙҙың һөйләшеүенә иғтибар итеү етә. Ә улар, үкенескә күрә, тулыһынса тиерлек рус теленә күсеп бөттө. Әгәр уларҙы үҙ телебеҙгә ҡайтарырға теләһәк, беҙ халыҡ булараҡ бер нисә эште башлап ебәрергә тейешбеҙ. Был мәҡәләлә шул сараларҙы тәҡдим итеп, уларҙы бер аҙ асыҡлап, атҡарыу рәүешен аңлатып китмәксемен.

1) Үҙ өҫтөбөҙгә башҡортса һөйләшеү БУРЫСЫН алыу. Бөгөн күп кенә ғаиләләрҙә беҙ, ата-әсә, башҡортса белһәк тә, русса һөйләшәбеҙ. Ни өсөн? Ғилме-нәфс (психология) менән бәйле сәбәптәрҙе һөйләп тормаһаҡ (бының турала айырым һөйләшергә кәрәк) ҙур сәбәптәрҙең береһе – “беҙгә шулай уңайлыраҡ”. Ысынлап та, русса кинолар ҡарап, университетта русса белем алып, башлыса русса китаптар уҡып үҫкән быуын өсөн шулай еңелерәктер. Ләкин, төптән уйлап ҡараһаҡ, мөмкин ҡәҙәр күберәк үҙебеҙсә һөйләшеү маҡсатын ҡуйған кешегә бер ҡыйыны ла юҡ, теләк кенә булһын. Туғандарығыҙ, балаларығыҙ, күршеләрегеҙ, иптәштәрегеҙ һ.б. менән башҡортса ғына аралашығыҙ! Рус теленә күсеүҙе үҙегеҙ өсөн әҙәпһеҙлек тип ҡабул итегеҙ, башҡаларға ла быны аңлатығыҙ. Олораҡ кешеләр: “Ниңә, башҡорт балалары булып та, русса һөйләшеп ултыраһығыҙ?” – тип күберәк шелтәләһен. Үҙ-ара ла был һүҙҙе йышыраҡ ҡабатлағыҙ. Тәжрибәнән сығып әйткәндә, башҡортса белгән, ләкин русса һөйләшеп торған кешегә тик үҙебеҙсә яуап бирһәк, ул да башҡортса һөйләшеп алып китә. Белегеҙ: беҙҙең һәр беребеҙ көн һайын телде йә тергеҙә, йә уның онотолоуына бер-ике тамсы өҫтәй.

2) Был донъяла ҡайһы бер мәсьәләләр сиселһен өсөн йыш ҡына ниндәйҙер ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ нәмәләр эшләргә лә мәжбүрбеҙ. Бәлки, ҡайһы саҡта сектант кеүек күренергә лә тура килер. Ләкин бынан ҡурҡырға ярамай. Мәҫәлән, ниңә башҡорт ойошмаларында башҡортса ғына һөйләшеүҙе талап итмәҫкә? Ашханаларҙа, башҡорт университеттарында һ.б. урындарҙа ниңә бер-беребеҙгә үҙ телебеҙҙә генә һүҙ ҡушмаҫҡа? Әлбиттә, кемдер “ауылдан килгән тип уйларҙар” тип уңайһыҙланалыр, ләкин йә беҙ ауыл кешеһе, сектант, милләтсе һ.б. булып күренеүҙән ҡурҡасаҡбыҙ, йә башҡорт теле үләсәк. Кем нимә тиһә лә, ҡайҙа мөмкин, шунда тик башҡортса һөйләшеүҙе йола итеп алайыҡ. Ҡайҙа кәрәк, шунда ниндәйҙер ыҙғышҡа (конфликтҡа) керергә лә ҡурҡмайыҡ. Мәҫәлән, йыш ҡына иғландарҙы, урам исемдәрен, төрлө ойошма яҙыуҙарын бик әшәке (ғәфү итегеҙ – башҡа матурыраҡ һүҙ тапманым) рәүештә тәржемә итәләр. Башҡорт теленән көлөү кеүек күренә был. Шундай “тәржемәсе"ләргә ниңә штраф һалмаҫҡа?! Был мәсьәләне Башҡортостан хөкүмәте кимәлендә күтәрергә кәрәктер, тип уйлайым.
Күп кешегә аңлашылмаҫ эштәрҙең тағы ла береһе – интернет майҙансыҡтарындағы теге йәки был төркөмдәрҙә русса йә ярым башҡортса һөйләшеүҙе тыйыу. Был эште админдар башҡара ала. Кемгә был ҡағиҙә оҡшамай – хуш булһын; хәҙерге заманда һәр кешенең йәне теләгән интернет-әңгәмәләре (чаттар) бихисап. Шундай төркөмдәрҙә ултырған кешеләргә урамда ла үҙ-ара тик башҡортса һөйләшергә кәңәш бирер кәрәк.

3) Беренсе һәм икенсе тәҡдимдәрҙе үтәгән ваҡытта тағы бер нәмәне күҙ уңында тоторға кәрәк: беҙ үҙ телебеҙҙән сит һүҙҙәрҙе яйлап ҡына сығара башларға тейешбеҙ. Үткәндә яҙғайным бит: “уже”, “только”, “чтобы”, “но”, “даже”, “конечно”, “обязательно”, “кстати”, “наверное”, “случайно”, “а то”, “совсем”, “может быть” һ.б. һүҙҙәрҙе бигерәк йыш ҡыҫтырабыҙ, әйтерһең, башҡорт телендә уларҙың иштәре юҡ. Шулай яртылаш башҡортса һөйләшеү ғәҙәтен тәүҙә үҙебеҙ әҙәпһеҙлек тип ҡабул итәйек, һәм ошо фекерҙе башҡаларға ла еткерәйек. Әгәр, мәҫәлән, бер-беребеҙҙе: “Конечно түгел, ә әлбиттә!” — тип төҙәтеп торһаҡ, башҡортса аралашыусылар ҙа ипләберәк һөйләр ине. Атап киткән ябай һүҙҙәрҙе генә лә түгел, хатта “тамыр йәйгән” рус һүҙҙәрен дә алмаштыра башлар кәрәк. Мәҫәлән, самолет түгел, осаҡ; трактор түгел, тимерат; лекция түгел, мохадара; операция түгел, ғәмәлийәт һ.б. Ҡайһы бер һирәк рус һүҙҙәрен ҡалдырһаҡ та, уларҙы тулыһынса “емереп” (кәрәк урында кәмһетеберәк, тимме икән?..), үҙ телебеҙ ҡалыбына һалып алырға тейешбеҙ: Екатеринбург түгел, Кәтрин; губернатор түгел, гөбөрнатыр, председатель түгел, берсеҙәтел. Бында бер ҡурҡынысы ла юҡ – ата-бабалар ул-был ишле атамаларҙы юҡҡа ғына үҙгәртмәгән. Русты урыҫ тип әйтеү бик тә яҡшы. Улар ҙа беҙҙе “башҡорт” тимәгән, ә рәсми рәүештә “башкир” тип атаған.
Элекке һүҙҙәрҙе яңы һәм дөрөҫөрәк атамалар менән алмаштырыу йәһәтенән туғандаш төрки халыҡтарҙың телмәре беҙгә ҙур терәк. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтар “охрана” эшен “күҙәт” тип атаған. Әгәр уларҙа ҡабул ителгән һүҙҙәрҙе үҙ телебеҙгә керетһәк, бер ҡурҡынысы ла юҡ, тип уйлайым: туғандаш халыҡтарға ла бер аҙым яҡынлашабыҙ, сит һүҙҙән дә ҡотолабыҙ.
Шулай уҡ халыҡ телмәренә (сленг) хас булған күп кенә рус һүҙҙәренә телебеҙҙән алмаштар табырға кәрәк, юҡһа бая әйткән “беҙгә рус теле уңайлыраҡ” тигән төшөнсә менән көрәшеүе ҡыйыныраҡ буласаҡ. Ябай халыҡ ҡулланған “прикол”, “облом”, “крутой” кеүегерәк һүҙҙәрҙе башҡорттар үҙенсә әйтә алмағанға күрә туған телебеҙ ниндәйҙер ярлы, иҫкергән, уңайһыҙ булып күренә, ә был бит һис тә дөрөҫ түгел. Ҡыҫҡаһы, тел белгестәре һәм телевидение менән иҙәғәт (радио) эшселәре берләшеп эшләй торған проекттар етәрлек.

4) Ғилме-нәфс (психология) тураһында айырым һөйләшәйек, тиһәм дә, бер генә йәһәтте әйтеп китәйем: беҙ башҡорт телен мөмкин ҡәҙәр күберәк кешегә һәм күберәк урында ишеттерергә тейешбеҙ. Ашханаларҙа, ташығыстарҙа (транспорт), ойошмалар эсендә – ҡыҫҡаһы, кемдеңдер нескә күңелен яраламайыҡ, тип, бөгөн үҙебеҙсә һөйләшмәгән урындарҙа – башҡортса ҺӨЙЛӘШӘЙЕК! Йышыраҡ һәм ҡысҡырыбыраҡ. Был ғәҙәттең файҙаһы мотлаҡ буласаҡ: әлеге көндә баш ҡалала төп халыҡтың һирәк ишетелә торған теле бер нисә йылдан аҙым һайын ишетелә башлаясаҡ. Әйткәндәй, ниңә Башҡортостандың төрлө тармаҡ башлыҡтары, спортсылары, йырсылары һәм башҡа мәшһүрҙәре башҡорт телендә бик һирәк сығыш яһай йәиһә бөтөнләй һөйләшмәй?! Шишән республикаһының башлығы Рамзан Ҡадыровтың видеоларына иғтибар итегеҙ әле: нисәмә йөҙ (!) сәғәт үҙ телендә һөйләп, донъя селтәрен тултырған ул!? Шулай уҡ ундағы спортсылар, сәйәсмәндәр, мәшһүрҙәр? Ә ҡайһы бер “киң билдәле” башҡорттарҙың ун секундлыҡ әңгәмәләре юҡ үҙ телендә. Башҡортлоҡтарынан оялалармы әллә? Башҡортса белмәһәләр, ятлап алған нәмәне лә һөйләп һалырға була инде!.. Исмаһам, 5000 кеше белерлек дәрәжәлә билдәле башҡорттарҙан да донъя селтәрендә (интернет) йөмләһе 30 минутлыҡ сығыш (сығыштар) яһауын талап итәйек.

5) Башҡорттарҙың башҡортса уҡымау тигән йәмһеҙ ғәҙәтен бөтөрә башлау. Теге йәки был әһлү-рай (авторитет) булған башҡорттар үҙҙәренең балаларынан, туғандарынан, хеҙмәтселәренән, төркөмдәштәренән һ.б. ярты йылға бер булһа ла башҡортса китап уҡыуҙарын талап итһен. Ләкин ҡулға нәмә эләгә, шуны уҡыу дөрөҫ булмаҫ, шуға “Һәр башҡорт уҡырға тейешле китаптар” исемлеген төҙөп (бының өсөн тауыш биреү ысулын да ҡулланырға була), шул исемлекте бөтә башҡорт ғаиләләренә еткерергә кәрәк.
Был уйҙарҙың ҡайһы берҙәре, бәлки, кемгәлер сәйер тойолор, ләкин бер нәмәгә иманым камил: уларҙың бишен түгел, икеһен генә лә ныҡлап үтәй башлаһаҡ та, телебеҙҙең яңы тормош менән йәшәп китеренә ҙур өмөт бар. Әгәр инде беҙ был кәңәштәрҙең береһен дә үтәмәһәк, башҡорт теле бер нисә бөртөк тел ғалимы араһында ғына тороп ҡаласаҡ, ә ябай башҡорттар тулыһынса рус теленә күсеп бөтәсәк.
Был, тәхмин генә (прогноз) булһа ла, бик тә ихтимал тәхмин. (Әйткәндәй, был бәләнең тормошҡа ашыуы кемдеңдер хыялылыр ул, һәм бының өсөн ҡайһылыр сығанаҡтарҙан ниндәйҙер ярҙам бүленәлер, тип уйларға була).
Ләкин үленән тере сығара алған Аллаһ Тәғәлә Раббыбыҙ ҡөҙрәтенә ышанырға кәрәк. Үҫемлектәр ҙә, ташты ярып, ҡояшҡа үрелеп килеп сыға бит. Әкрәм Бейеш ағай “Тел хикмәттәре” китабында шулай тип әйткән (китаптың иң һуңғы юлдары): “Башҡорт халҡының дөйөм милли теле бар. Быға ҡәҙәр үҙ телендә еңел аңлашҡан халыҡ әле лә шулай аңлаша ала. Ирекһеҙҙән түгел, белә-күрә ситтән күсергән хилаф нәмәләрҙе үҙенсә әйтергә башҡорт теленең сараһы етерлек. Яҙышҡан кешеләр үҙенең телен рус теле менән үлсәмәй, шул сараларға йөҙөн борһа, башҡорт теленең киләсәге өмөтлө булыр ине. Әммә уның өсөн үҙ телеңде бик ныҡ яратырға кәрәк”.

Ишморат Хәйбуллин.
Читайте нас: