Бөгөн мәшһүр шағир Рәшит Назаровтың тыуған көнө. Рәшит Сәйетбаттал улы башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип.
Шағир 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуа.Уның тормош юлы үтә лә ябай. Ауылда ун класс тамамлап колхозда эшләй, Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана.
Ауырғазылар шағирҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Тыуған ауылындағы Төрөмбәт мәктәбендә класс сәғәттәре, шиғриәт минуттары, ярыштар үтте.
Яҡшы шиғыр- тылсымлы йыр,
Хазина тулы табаҡ.
Һәр һүҙе-алтындың үҙе,
Ғүмергә етер һабаҡ.
Йәнеңә -йәм,хисеңә- тәм,
Йөрәккә бөтмәҫ аҙыҡ.
Ошондай булмаһа шиғыр
Яҙған кешегә яҙыҡ.
Йәшен
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…
Йөрәк
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?
Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк. осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ - минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.
«Күптәнме һуң шиғыр яҙам, тиеп,
Күпме дәфтәр әрәм иткәнмен.
Тик аңланым бөгөн был яҙмалар
Дәфтәр хаҡы тормай икәнен».
Дуҫ менән һөйләшеү
Һөйөклө дуҫым! Йөрәкте
Мин һиңә генә асам,
Усыңда ята тетрәп ул,
Усыңда- көтөп баһаң.
Иҫемдә, тәуге kат юлдар
Үҙенә тартты мине.
Зәп-зәңгәр ине күк шундай,
Офоkтар — серле ине.
Мин киттем күбәләк итеп
Нурҙарҙы kыуа-kыуа.
Тик уның һайын —юл алыҫ,
Офоkтар ары шыуа,
Офоkтар ары шыуа…
Мин тауҙан күккә ынтылдым,
Күк- менгән һайын бейек.
Ҡасан һуң сыңлап китер ул
Минең kулдарым тейеп!
Күк-менгән һайын бейек…
Эй ғүмер! Бары ул ғына,
Ул ғына кәмей һаман…
Ал, дусым! Ғорур йөрәкте
Һинең усыңа һалам.
Һин-хаким! Кемдәрҙер, әйҙә,
Мыйыk аҫтынан көлөп,
Һиҙҙермәй генә kолаkkа
Ингән бер бәләк кеүек
Һөйләһен ғәйбәт һүҙен дә,
Һөйләһен улар. Күнәм,
Йөрәгем- усыңда һинең,
Ул- баһа көтә һинән.
Бер генә минут ул бында,
Ул йәнә күккә осор,
Йәшендәр менән шаярыр,
Ғаләмдең үҙен kосор…
Ә кемдер тағы бышылдар:
«Маkсатың булһа яkын-
Тиҙерәк уға етерһең,
Зурыраk булыр хаkың.
Күк бейек — етә алмаҫһың,
Офоk киң — үтә алмаҫһың,
Тиҙерек борол kабат,
Ни уҙған, уныһы — һабаk…»
Ә йөрәк осор ҙа осор,
Ашkынып kосор күкте.
Ғүмер кескенә. Үҙенә
Бейеклек һыя күпме!
Ғүмер кескенә. Тик уға
Һыймаймы бөтә офоk!
Һөйөклө дуҫым! Һин — хаким!
Мин ары киттем осоп,
Мин ары үттем осоп…
Мин батыр ҙа түгел, йәнем,
Мин тик ғашиҡ батырлыҡҡа,
Мин матур ҙа түгел, бәғрем,
Мин тик ғашиҡ матурлыҡҡа.
Мин тапҡыр ҙа түгел, иркәм,
Мин тик ғашиҡ тапҡырлыҡҡа,
Ләкин миңә бер йылмайһаң,
Бер өндәшhәң, бер күҙ hалhаң,
Миңә күсә-
Тапҡырлыҡ та,
Матурлыҡ та,
Батырлыҡ та...
Ҡарамасы һирпеп керпегеңде,
Серле бер моң һирпеп ҡарама,
Ул керпектәр минең йөрәгемә
Утлы уҡтар булып ҡаҙала.
Ҡарамасы...Онотмайыҡ әле
Һине тәү ҡат күргән бер көндө,-
Ул саҡта ла шулай керпектәрең
Тик бер генә тапҡыр һирпелде.
Бер һирпелеп килеп ҡаҙалды да
Йөрәгемә, ялмап утына,
Бер талпынып шунан атып бәрҙе
Ғишыҡ диңгеҙенә - упҡынға!
Шунан бирле шул диңгеҙҙә йөҙәм
Өйөрмәләр менән алышып.
Йөрәгемдә,тулҡын тауышы булып,
Яңғырап китә һинең тауышың.
Тик сығарһаң әгәр был диңгеҙҙән,
Туң йөрәктән ҡайнар ҡул бирһәң,-
Юҡ өтәм мин бөтә керпегеңде!
Бер ҡарашым менән көйҙөрәм!
Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы,тиҙәр,
Үпкәләмә тик ул сағында,-
Һин диңгеҙгә мине атып бәрһәң,
Мин ташлармын һине ялҡынға!
Башҡорт
Бөгөнгөләй, уның үткәне лә
Уйылып ҡалған Урал ташына ...
...Ҡурай осонан һыҙылып тамған моңо
Ал ҡан булып ташҡа яғылған.
Ҡайғыларҙан ҡайылып сигелһә лә
Тирмәләрҙең һоро биҙәге,
Йөрәгендә ятҡан эйәрле ат
Шылтыратҡан, сапсып, йүгәнен.
"Уралым!" - тип оран ташлап ауһа,
Күмгәндә лә тупраҡ-ер үҙен,
Йөрәгенән сығып, эйәрле ат
Сапҡан яуға,
Ир данына биреп теҙгенен.
Үткәнеләй, бөгөнгө лә данлы,
Тик ҡайымай данды ҡайғыһы, ҡан:
Яурынында бәхет ҡошо һайрай,
Эйәренә ҡунып килә таң!