Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
7 Ғинуар 2021, 15:55

ЕҘЕМ ҠЫҘЫ

Уҡытыу һәм фән эшмәкәр­легенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге менән берлектә республика кимәлендә төрлө конкурс­тар, олимпиадалар, осрашыу­ҙар үткәрә.

Тыныс йәшәү хас түгел
Сентябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, Еҙем йылғаһы буйында бер төркөм уҡыусылар сафҡа теҙелгән. ГТО нормаһын тапшыра улар. Бына физкультура уҡытыусыһының “Марш!” тигән командаһы яңғырай. Шуны ғына көткән балалар кемуҙарҙан һыуға сума ла бирге яҡ ярға йөҙә башлай. Араларынан Зөләйха исемлеһе, хатта малайҙар менән бергә ярышып, тәғәйен урынға тәүгеләрҙән килеп етә. “Вәт, исмаһам, Еҙем ҡыҙы!” – тип уҡытыусыһы Мөхәмәт Камил улы Урманшиндың дәртләндергәнен бөгөнгөләй хәтерләй М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина.

“Атай, әсәй ҡәҙерлеләрем

Йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлаш­ҡан Имәндәш ауылында (Ғафури районы) үтә буласаҡ ғалимәнең бала сағы. “Тормошомда тыуған ауылым, бала саҡ иле, уның бик күптәрҙе үҙенә тартып торған гүзәл тәбиғәте һәр ваҡыт хәтерҙең иң-иң ҡәҙерле урынында һаҡлана. Уйҙарҙа ғына түгел, төштәрҙә лә уның урамдарын гиҙәм, тауҙарға сәйәхәт ҡы­лам, тыуған йортомда үҙ мә­шәҡәттәрем менән булам. Бер кем ҡамасау­ламай. Тап ошондай төштәрҙән һуң күңел күтәрен­келеге тояһың, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо бар­лыҡҡа килә, эшкә дәртең арта”, – ти Зөләйха Әхмәт ҡыҙы үҙенең тыуған яғы, ауылы тураһында.

Ишле ғаиләлә иң кесе бала булараҡ иркәләнеп кенә үҫә Зөләйха. Атаһы Әхмәт ағай Еҙем лесничествоһында урмансы булып эшләй, инәһе Сәбилә апай сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. “Атайым менән инәйемдең бала тәрбиәләүҙәге алымдары хәҙерге педагогика фәнендә яҙылған­дарҙан бер ҙә ҡалышмаған икән, – тип дауам итә Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. – Апайымдар менән йорт тирәһендәге мәшә­ҡәттәрҙе бүле­шеп башҡарабыҙ. Миңә бигерәк тә йорт-ҡура тирәһендәге һыу ташыу, йәйгеһен баҡсала ярҙам­лашыу кеүек эштәр оҡшай торғайны”.
Үҙе бәләкәйҙән етем ҡалып, өләсәй тәрбиәһендә үҫеп, мох­таж­лыҡты күп кисергән Әхмәт ағай балаларының яҡты киләсәге тураһында айырыуса хәстәрлек күрә, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡ­һына, йыш ҡына мәктәпкә барып, дәрестәренә инеп ултыра. Ата-әсәләр комитеты рәйесе булараҡ, мәктәп йыйылыштарында әүҙем ҡатнаша. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, ете класс белеме менән сикләнергә тура килһә лә, урта мәктәптә үтелгән фәндәрҙең бөтәһен дә берҙәй яҡшы белә, дәрескә әҙерләнгәндә балаларына ярҙам итә, уларҙың уҡыуҙағы уңыштарын күреп ихлас шатлана.
Әхмәт ағай үтә лә тырыш, йүн­сел, ғәҙел, бала йәнле кеше була. Ауыл магазиндарында дефицит иҫәпләнгән кейем-һа­лымды Өфө­нөң үҙенә барып алыр булған, шул рәүешле балаларына “кеше кеймәгән матур кейемдәр” кейҙе­реп үҫтерергә ынтыла, төрлө уйынсыҡтар алып ҡайта. Йәш са­ғында ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан: ҡурайҙа уйнаған, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, үҙешмәкәр театрға йө­рөгән, спектаклдәрҙә ҡатнаш­ҡан. Был турала арҙаҡлы ауыл­дашы­быҙ, тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Абдулхаҡ улы Мәжи­тов йыш ҡына: “Һинең ата­йың – минең дуҫым Әхмәт – ауылда берҙән-бер ҡурайсы булды. Киске уйындарҙа өҙҙөрөп ҡурай тарта торғайны”, – тип хәтерләй ине.
Инәһе Сәбилә Исмәғил ҡыҙы ихлас, ҡул эштәренә оҫта, егәрле, бөтмөр кеше була. Үҙенең балаларына ғына түгел, ауылдаштарына ла заказ буйынса матур-матур күлдәктәр, итәктәр тегә, хатта мейесен дә үҙе сығара. “Инә ҡулы им” тигәндәй, халыҡ медицинаһы буйынса быуын ултыртыу, ҡот ҡойоу, ҡолаҡ тиште­реү, мейе ҡаҡтырыуға ла ҡулы килешә уның. Бынан тыш, уңған әсәнең өйөндә һәм баҡсаһында төрлө гөл-сәскәләр үҫә, емеш-еләге ишелеп уңа, өҫтәленән аш-һыуы өҙөлмәй.

“Ярышып китап уҡыныҡ

– Бәләкәйҙән хәреф танырға, яҙырға өйрәндем, мәктәпкә төш­кәнгә тиклем үк апай­ҙа­рымдың китаптарын уҡый торғай­ным, шиғырҙарын да ятланым. Китап­ханаға үҙаллы йөрөй башлағас, апайҙарым менән ярыша инек. Беҙҙең өйҙә ниндәйҙер бер уҡыу культы була торғайны, – тип хәтерләй Зөләйха Әхмәт ҡыҙы үҙенең бала сағын. – Мәктәп, ауыл китапхана­ларының иң әү­ҙем уҡыусылары ла беҙ булдыҡ. Буш ваҡыттарҙа һәр кем китап, гәзит-журнал ҡарай. “Башҡортос­тан пионеры”, “Ленинсы”, “Совет Башҡорт­останы”, “Йондоҙ”, республика һәм район гәзиттәре, “Пионер”, “Ағи­ҙел” журналдарынан тыш, үҙәк баҫ­маларҙан да бер-ике гәзит килә ине.
Имәндәш урта мәктәбендә белем алған йылдарын һағынып иҫкә ала Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Пионер, комсомол ойошма­ла­рының гөрләп торған сағы. “Бишле” билдәләренә генә уҡыған Зөләйха мәктәптә дружина советы рәйесе, комсомол комитеты секретары кеүек яуаплы вазифалар башҡара, төрлө сара­ларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡытыусы­ла­рының уң ҡулы була. “Беҙгә үҙ эшенә мөкиббән көслө уҡытыусы­лар белем бирҙе. Бөгөн респуб­ликабыҙҙың күренекле йәмәғәт эшмә­кәре Ғәлинур Ҡалмырҙин директор булып эшләгән заман­дарҙа тәүге уҡытыусыбыҙ Фатима Сафина, класс етәксебеҙ Рәмзиә Урманшина-Яҡшыбаева, Салауат Түҙ­бәков, Ләлә Урманшина, Фәнүзә Ибраһимова, Наилә Абдуллина, Әҙһәм Мифтахов һәм Сәриә Ибраһимова, Әлтәф Түҙбәков, Гөлъямал Мифтахова, Гөлира Мәх­мүтова, Мөхәмәт Урманшин, Зөфәр Юнысов, Мафруза Йәғәфәрова белем үрҙәренә әйҙәне. Уларҙың һәр береһенә сикһеҙ рәхмәт­лемен”, – тип хәтирә­ләргә бирелә ғалимә.
Бала саҡта һәр кем хыялланып үҫә. Тәүге уҡытыу­сыһы Фатима Шәйхетдин ҡыҙы, класс етәксеһе Рәмзиә Һибәт ҡыҙы кеүек балаларға белем биреүсе итеп тә күҙ алдына килтерә ул үҙен. Унан аҡ халатлы табипҡа әйләнә.
Икенсе хыялы тиҙерәк тор­мош­ҡа аша Зөләйханың: урта мәктәптән һуң ул Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыу­ған районының Ҡаранйылға ауылында бер нисә йыл фельдшер булып эшләй. Был йылдарҙы Зөләйха үҙе лә, ауыл халҡы ла һағынып иҫкә ала. Ысынлап та, ихлас, яҡты йөҙлө, бөтмөр һы­лыуҙы ауыл халҡы тиҙ арала үҙ итә. “Их, ошо ҡыҙҙы килен итергә ине”, – тип хыялланған әсәйҙәр аҙ булмай ят ауылда, һөйөүен белдергәндәр ҙә табыла. Әммә Зөләйха ҙур хыялдар менән йәшәй. Юғары белем алырға кәрәк.
Райондан махсус йүнәлтмә алып медицина институтына килһә лә, уның документтарын ҡабул итмәйҙәр. Имеш, училищенан һуң өс йыл эшләргә кәрәк. Шулай ҙа аптырап ҡалмай ҡыҙ – Башҡорт дәүләт педагогия инсти­тутының (хәҙерге БДПУ) филология факультетына уҡырға инә.

Остазынан фатиха алған

Өлгөр ҡыҙ көндөҙгө бүлектә уҡый, кистәрен Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Өҫтәүенә төркөм старостаһы вазифаһын башҡара, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡат­наша. Юғары уҡыу йортонда абруйлы ғалимдар Фирҙәүес Хисамитдинова, Рәйсә Халиҡова, Зәйтүнә Шәрипова, Әхәт Вилданов, Рауил Ниғмәтуллин, Юлай Псәнчин, Айһылыу Хөсәйенова, Игорь Артюшков һ.б. уҡытыусы­ларҙан белем алыуын өлөшөнә төшкән ҙур бәхет тип иҫәпләй ул. Остаздарынан һайлаған һөнә­реңә талапсан, тырыш булырға, күп уҡырға, бары шул саҡта ғына уңышҡа өлгәшеү мөмкинлегенә төшөнә. Һөҙөмтәлә Зөләйха Әхмәт ҡыҙы 1996 йылда уҡыу йортоноң рус-башҡорт бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай.
– Ҡайһы берәүҙәр тәүге һөнә­рем­дән һуң бөтөнләй икенсе профессия алыуыма ғә­жәпләнә, – тип һөйләй педагог. – Бер ҡара­һаң, быға бер ҙә аптырайһы түгел. Уҡытыу­сы ла, табип та кеше менән эшләй. Шуға­лыр­мы, бәләкәйҙән уларҙың икеһе лә күңел­гә яҡын, был ике һөнәр күңелемде бер бөтөн итә.
Диплом эшен, юғары кимәлдә башҡа­рып, уңышлы яҡлаған йәш белгескә ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова аспирантураға уҡырға инергә тәҡдим итә. Төплө белемле ҡыҙ бер үк ваҡытта үҙе йәштәргә белем бирә, шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡый. 2004 йылда “Хәҙерге башҡорт теленең борон­ғо төрки яҙма ҡомартҡылары телдәре менән сағыш­тырма лексикаһы” тигән темаға канди­датлыҡ диссер­та­цияһын уңышлы яҡлай. Бөгөн З.Ә. Хәбибуллина – 120-нән ашыу ғилми һәм методик хеҙмәт авторы, Башҡортос­тандың мәғариф отличнигы.
– Остазым Рәйсә Халиҡоваға сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. – Үҙе күптән баҡый­лыҡҡа күсһә лә, рухы шаттыр тип уйлайым. Халыҡ-ара кимәлдәрҙә киң билдәлелек яулаған Башҡорт дәүләт педагогия университе­ты­ның башҡорт филологияһы факультетында заманында Рәйсә Хәлил ҡыҙы үҫтергән йәш коллегалары, уның элекке аспиранттары, студенттары уңышлы хеҙ­мәт итә, халҡым, телем тип янып йә­шәй. Баш­ҡорт теле кафедраһы­ның тәү­ге мөдире, абруйлы профессор Р.Х. Хали­ҡо­ваны башҡорт тел ғилеме фәненең үҫешенә тос өлөш индергән ғалимә, юғары мәҙәниәтле талапсан, үтә лә ғәҙел уҡытыусы була­раҡ юғары баһа­лайҙар һәм бө­гөн дә һағынып иҫкә алалар.
Зөләйха Әхмәт ҡыҙы халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлдә­рендә үткәрелгән ғилми конфе­рен­цияларҙа даими ҡатнаша, йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыуҙа әүҙем эшләй. “Үҙ фәнендә көслө бул­ған, уны тәрән аңлаған, ысын күңелдән яратҡан уҡытыусы ғына үҙ уҡыусыларына тәьҫир итә ала”, – тигән һүҙҙәренең хаҡлығын З.Ә. Хәби­буллинаның эшмәкәрле­гендә күрергә була. Уның етәксе­легендә студент­тарҙың ғилми мәҡәләләре, курс һәм диплом эштәре яҙыла, күптән түгел ғали­мәнең аспиранттары Алита Лоҡманова, Алина Хәлилова кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы, тағы бер аспиранты кандидатлыҡ диссерта­цияһын яҡларға әҙер­ләнә.
Тыныс ҡына йәшәү хас түгел Зөләйха Әхмәт ҡыҙына. Уҡытыу һәм фән эшмәкәр­легенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге менән берлектә республика кимәлендә төрлө конкурс­тар, олимпиадалар, осрашыу­ҙар үткәрә. Уҡыусылар, уҡытыусылар менән ойошторған был саралар, лекциялары, оҫталыҡ дәрестәре йәнле һәм фәһемле үтә. Йыш ҡына уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән төбәк-ара һәм республика олим­пиа­даһында, Кесе фәндәр акаде­мияһында жюри ағзаһы булараҡ күрергә була уны.

Еҙемдән көс-дәрт алып

Ғаилә, балалар... Был йәһәт­тән дә тормошо тулы Зөләйха Әхмәт ҡыҙының. Баймаҡ егете Рәфис менән ғаилә ҡороп, ике бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Азалия, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, бөгөн Баш­ҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөй. Балалар табибы буласаҡ ул. Арыҫлан – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернат уҡыусыһы.
Үҙе күркәм ғаиләлә ата-әсә­һенән матур тәрбиә, бөткөһөҙ һө­йөү алып, шул йы­лы­лыҡты ке­ше­ләргә лә өләшеп йәшәй һоҡ­ланғыс шәхес Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Бәлки, шуғалыр ҙа уның туғандары, дуҫтары, студенттары, коллегалары һәр ваҡыт уға тартыла, кәңәштәренә ҡолаҡ һала, ярҙамын тойоп, изгелеген күреп йәшәй. Шул йы­лылыҡ бөгөн алтын юбилейын билдәләгән Зөләй­ха Әхмәт ҡыҙының ата-әсәһенә, туғанда­рына, дуҫтарына, яҡташ­тарына, уҡытыусыларына, коллегалары – Мифтахетдин Аҡмул­ла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университе­тының башҡорт фило­ло­гияһы факультеты коллективына күңел түренән сыҡҡан ихтирамы, рәхмәте булып яңғырай.
... Ҡасандыр Еҙем тулҡындары менән шаярып һыу ингән ҡыҙ бөгөн фән өлкәһендә ҡолас ташлап йөҙә. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ғәзиз төйәгенә лә юлды һыуытмай Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Күмәк балаларҙың шат ауазынан яңғырап торған тыуған йортонда болоҡһоу хәтирәләргә бирелһә лә, бәхетле бала сағына әйләнеп ҡайта. Стеналағы атай-әсәһенең фото­һүрәттәре ҡыҙы­ның уңыштарына ихлас ҡыуана кеүек. Ә инде бер аҙ бушағас, улар Еҙем буйына юллана…
Читайте нас: