Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
9 Февраль 2023, 14:50

Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнөн билдәләйҙәр

Ә һеҙҙең төбәктә ниндәй эштәр башҡарырға уйлайҙар? Һеҙҙеңсә, туған телгә тейешле иғтибар күрһәтелме? Бәлки, күп нәмә һәр кемдең шәхсән үҙенән торалыр...

Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнөн билдәләйҙәр
Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнөн билдәләйҙәр

21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә күренекле шағирҙар Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтың ижади эшмәкәрлегенә арналған әҙәби осрашыу уҙғара. Осрашыу «Торатау» конгресс-холында көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Осрашыуҙың программаһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, телсе-ғалим Фирҙәүес Хисаметдинованың, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ошо яҙыусыларҙың дуҫлығы һәм берлектәге ижади эшмәкәрлеге, әҫәрҙәрҙе Рәсәйҙең дәүләт телдәренә тәржемә итеү тураһында сығышы, йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларының туған телдәге сығышы ҡаралған.

Милли әҙәбиәт музейының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» әҙәби осрашыуы «Әҙәби гөлләмә» фестивален аса. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн шарттар булдырыу буйынса дәүләт сәйәсәте сиктәрендә йыл дауамында уҙғарыла.

Фестиваль программаһында тел, әҙәби байрамдарға бәйле календарь даталар, шулай уҡ шиғриәткә, яҙыусылыҡҡа ҡағылышлы иҫтәлекле даталар, мөһим әҙәби даталарҙы үҙ эсенә алған саралар бар. Шулай уҡ төбәк-ара һәм республика кимәлендәге конкурстар ойоштороу ҡаралған. «Әҙәби гөлләмә» фестивален ябыу тантанаһы 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә уҙа.

"Башинформ" 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: