Күп йылдар элек булған был хәл. Урал аръяғы райондарының береһенән Өфөгә килеп эшләп йөрөүсе ҡыҙ менән Ғафури районынан уҡырға килгән егет танышалар. Бер-береһенә эҫенешеп бөткән йәштәрҙе бер ваҡиға айыра яҙа.
“Ике туған ҡустым өс-дүрт йәшлек улын ялдарҙа ҡарап торорға үтенде. Үҙем йәшәгән дөйөм ятаҡтың бүлмәһенә алып ҡайттым. Кисен егетем килде. Янымда: “Инәй ҙә, инәй”, - тип тупылдап йөрөгән баланы күргәс, төҫө боҙолдо. Ниндәйҙер һылтау табып, ҡайтып китте. Икенсе осрашҡанда ла һөмһөрө ҡойолған ине.
– Нишләп балаң барлығын алдан әйтмәнең? – тип мығырлай был.
– Ниндәй бала тураһында һөйләйһең? – тип аптырайым.
– Нейә, яныңда инәй ҙә, инәй, тип йөрөгән бала күктән төшкәнме ни? – ти ҡаштарын емереп.
– Күктән төшмәгән, ике туған ҡустымдың улын ялға алып ҡайттым. Ситтә бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ. Олатай-өләсәйҙәр йыраҡта бит, - тим.
– Нишләп һиңә инәй тип өндәште, - ти һаман ныҡышып.
– Инәһе булғас, кем булһын һуң? – тим тағы ла нығыраҡ аптырап.
– Ике туған ҡустыңдан бала таптыңмы ни? – ти.
– Нисек телең әйләнә? – тип был юлы мин ҡыҙып киттем.
– Һуң уның балаһы һиңә: “Инәй”, - тип өндәшкәс, кем була һуң? – ти.
Икебеҙ башҡорт телендә һөйләшеп тә, бер-беребеҙҙе аңламауыбыҙ тураһында төшөнгәс, шарҡылдап көлөп ебәрҙем.
– Инәй – ул беҙҙең яҡта ата-әсәнән өлкән ҡатын-ҡыҙға өндәшәләр, –тим.
– Ә беҙҙә әсәйгә, – тип көлөп ебәрҙе.
– Диалекттарҙағы бер үк, әммә мәғәнәһе төрлө һүҙ арҡаһында һөйгәнем менән юлдар киҫешә яҙҙы...”.
Фото интернеттан алынды.