Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Береһен дә ғәйепләмәйем, йәнем дә көймәй

Бер йыл элек башланған ауырыуым тынғы бирмәй, төндәр буйы һыҙланып йонсоном. Эшһеҙ ҡалдым, дөрөҫөрәге, яҡшыраҡҡа өмөтләнеп, үҙем киттем… Ир менән ыҙғышыуҙар балаларға йоғонтоһоҙ үтмәне. Был хәлдәрҙең иң юғары нөктәһе айырылышыу өсөн ҡағыҙҙар йыйып, суд юлын тапау булды...


Бер мәл үҙемде ҡулса буйлап сапҡан тейенгә оҡшата башланым. Бер үк ваҡиғалар, бер үк осрашыуҙар — ҡайһы яҡҡа боролһаң да, бер төрлөлөк. Был мине борсомай ҡалманы. Уйланып уҙған көндәр, йоҡоһоҙ төндәр айҙарға һуҙылды. Ғүмерҙең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалырға мөмкин бит былай.


КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?

Тормошто шартлы рәүештә дүрт өлөшкә бүлеп була: 1. Ғаилә, үҙ-ара мөнәсәбәттәр; 2. Аҡса, эш, бизнес; 3. Һаулыҡ; 4. Тәғәйенләнеш.

Ниңә кемгәлер ошо дүртәүҙең бөтәһе лә бирелгән, ә миңә береһе лә юҡ? Заманына күрә алдынғы ҡарашлы атай-әсәйем өйрәткән ҡағиҙәләргә тура килтереп йәшәргә тырышам бит һуң. Бер кемгә лә насарлыҡ теләмәйем, аламалыҡ эшләмәйем. Ҡулымдан килгәнсә кешеләргә ярҙам итәм, изгелек ҡылам. Күтәренке кәйефтә, алдағы көндәргә оптимистик ҡараштамын. Әммә йәмғиәт тарафынан һалынған “мәктәп — институт — ғаилә — эш — хаҡлы ял” тип китеп барған юлда, ниңәлер, ғаиләм тип йәшәһәң, үҙеңә ваҡыт ҡалмай, эш тип янһаң, һаулығың ҡаҡшай... Был тормошҡа килеүен килгәс, Хоҙай мине зар-интизар булып, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоп йәшәһен тип яралтмағандыр ҙа инде?! Ошо дүрт өлөштөң береһе лә мине ҡәнәғәтләндермәй!!! Ни эшләргә? Тормошомдоң төҫһөҙ тәгәрәүендә кем ғәйепле? Иремме, атай-әсәйемме, балалар йә эштәге хужамы?..

Ҡәнәғәтһеҙлек, шеш булып яйлап үҫте-үҫте лә, бер көн килеп шартланы!

Бер йыл элек башланған ауырыуым тынғы бирмәй, төндәр буйы һыҙланып йонсоном. Эшһеҙ ҡалдым, дөрөҫөрәге, яҡшыраҡҡа өмөтләнеп, үҙем киттем… Ир менән ыҙғышыуҙар балаларға йоғонтоһоҙ үтмәне. Был хәлдәрҙең иң юғары нөктәһе айырылышыу өсөн ҡағыҙҙар йыйып, суд юлын тапау булды.

Ғаилә тарҡатыу еңел генә яһай торған аҙым түгел. Тәүҙә ауылға ҡайтып, апайымдар менән кәңәшләштем. Туғандарым, ни әйтергә лә белмәй, аптырап ҡалды. Береһе балаларҙы йәлләһә, икенсеһе кейәүен насар итеп күҙ алдына килтерә алманы. Ахырҙа: “Үҙеңә нисек уңайлы, шулай эшлә”, — тинеләр.

Ошо урында “Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә“ тиеүҙәре дөрөҫмө, тип икеләнеп ҡалдым. Бәлки, хәлдәрем менән үҙ ваҡытында уртаҡлашып барырға кәрәк булғандыр? Был донъяла япа-яңғыҙ тойҙом үҙемде. Ярай әле балаларым бар. Уларға ҡарап йыуандым, ауырлыҡтарҙы еңергә, тормошомдо яйға һалып, башҡаларға үрнәк булып йәшәргә тейешмен, тигән фекергә килдем.

Ошо ҡарарға килгәндән һуң башланды ла инде эҙләнеүҙәр; китаптар, тренингтар, вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, асыштар; үҙемде ҡабаттан асыу, донъяның төҙөлөшөнә бөтөнләй икенсе күҙлектән бағыу, ғаләм ҡанундарын өйрәнеү.

Уҙып барған көндәрҙән айырылып, тирә-яҡтағы кешеләр менән аралашыуҙан ҡасып, ғаиләлә әрләшмәҫ, ыҙғыш сығармаҫ өсөн ашнаҡсы, йыйыштырыусы ролдәрен башҡарып, өнһөҙ генә башкөллө виртуаль тормошта йәшәп, бер йыл тирәһе ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Миңә шул юлды күрһәткәне өсөн Хоҙайыма һәм мине өнһөҙ генә ситтән күҙәткән ғаиләмә рәхмәтлемен. Әлеге ваҡытта күңел тыныслығы кисереп, тормоштан ҡәнәғәтлек тойғоһо алып йәшәйбеҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр яйға һалынды, ирем, балалар яңылыҡтары менән бүлешергә ашығып өйгә ҡайта. Ваҡ-төйәк проблемалар ҙа ыңғай хәл ителеп тора...

...Атай-әсәйҙәр йыйылышын ситтән бағып ултырҙым. Уҡытыусыларҙан нимәлер талап итәләр, ә улары әйләнгән һайын үҙгәреп торған яңы программаларҙы, администрацияны, берҙәм дәүләт имтихандарын әрләй. Ахыры, килеп сыҡҡан бөтә проблемаларҙа балаларҙы ғәйепле яһап, яңы министрға өмөттәр бағлап, бер аҙ тыныслана төштөләр.

Атай-әсәйҙәр ҙә, уҡытыусылар ҙа шул тиклем йонсоғайны. Бер-береһен ишетмәйҙәр ҙә, ишетергә лә теләмәйҙәр. Ә бит бындай күренештәр бөтә тормошобоҙҙо уратып алған.

“НИ ӨСӨН КӘРӘК?”
Ғәҙәттә, “Кем ғәйепле?” һәм “Ни өсөн?” тигән һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ. Әммә бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәргә бөтөнләй икенсе һорауҙар ҡуйырға кәрәк икән. Беренсенән, ғәйеп эҙләмәҫкә. Ишетәһегеҙме — кешеләрҙән дә, үҙеңдән дә! Ғаләм ҡанундары буйынса, “ғәйеп тойғоһо” тигән төшөнсә юҡ. Уны ни бары кеше үҙе уйлап сығарған. Икенсенән, һорауҙы ситтәргә түгел, ә үҙеңә бирергә кәрәк! “Был хәл-ваҡиға тормошомда ни өсөн кәрәк булды?” Һиҙәһегеҙме айырманы? “Ни өсөн?” түгел, ә “Ни өсөн кәрәк булды?”


Мәҫәлән, ғаилә башлығының эш хаҡы бик аҙ икән, ти. Ҡатын “булдыҡһыҙ” ирен йәки уның яуыз хужаһын әрләр урынға, үҙенән: “Иремдең аҙ аҡса алыуы миңә ни өсөн кәрәк?” — тип һорарға тейеш. Күңел төпкөлөнә төшөп яуап эҙләй башлаһаң, кә рәк икән шул. Сөнки ирем күп аҡса алып эшләһә, сит ҡа-тындарға йөрөй башлая-саҡ, тип ҡурҡа ҡатын.

Тормошобоҙ яйға һалын-һын өсөн, тәү сиратта бына ошондай башыбыҙға инеп тә сыҡмаған инаныуҙары-быҙҙан, ҡурҡыуҙарыбыҙҙан арынырға тейешбеҙ.

Ниңә яуапты үҙемдән эҙләргә тейешмен һуң әле?! Был тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ тойола. Әммә, ошоно тормош ҡағиҙәһе итеп алғандан башлап, йәшәүе рәхәт!!!

Минең менән булған хәл-ваҡиға өсөн үҙем генә яуаплы!.. Һәм улар миңә ни өсөндөр кәрәк. Сәбәбен күңел төпкөлөнән эҙләп табам һәм, иң мөһиме, үҙем теләгәнсә үҙгәртә алам! Мин яуаплы, әммә ғәйепле түгел!

Балам ауырый икән, үҙ-үҙемә һорау бирәм: уның ауырыуы миңә ни өсөн кәрәк?

Ирем эсеп ҡайтты икән, үҙемдән һорайым: уның эсеп ҡайтыуы миңә ни өсөн кәрәк?

Ултырып китеп барған автобус ватылды икән, әлеге лә баяғы шул уҡ һорау: автобустың ватылыуы миңә ни өсөн кәрәк?

Аварияға осрап, дауаханаға эләкһәм — был хәл миңә нимәгә кәрәкте?

Яуаптарҙы табыу ғына етмәй, уларҙы үҙең теләгәнсә ыңғай яҡҡа үҙгәртеү зарур.

СИНХРОНЛЫҠ ВӘ ДУАЛЛЕК
“Тормошомда булған бөтөн хәл-ваҡиғалар ҙа — ул минең төпкөл аң кимәлендәге теләктәрем”. Ошо аксиоманы ҡабул итеп алғандарға ғаләмдең тағы ике ғәләмәт ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле ҡанунын асам.

Беренсеһе — синхронлыҡ.

Минең менән ошондай хәл йыш була. Мәҫәлән, күптән күрмәгән танышымды ҡапыл ғына иҫкә төшөрәм. Шул уҡ көндө ул кеше тураһында йә хәбәр алам, йә осраҡлы рәүештә (Осраҡлымы? Юҡ, әлбиттә) урамда осратам, йә ул үҙе шылтырата. Был ябай миҫал. Күптәребеҙ менән булғаны барҙыр.

Мине тәүге мәлдәрҙә иң аптыратҡаны иремдең “үҙгәреүе” булды. “Үҙгәреүе” һүҙен бушҡа ғына тырнаҡтар эсенә алманым. Ғүмер буйы бер төрлө булған да, тикто-малдан бер нисә ай эсендә икенсе төрлөгә әйләнмәй бит инде кеше. Әммә ул ысынлап әйләнде! Элек ҡаты һүҙ әйткән икән, тимәк, шул ваҡытта мин кемгәлер ни өсөндөр үпкәләргә теләгәнмен. Ә уның шул уҡ ваҡытта кемделер, ни өсөндөр үпкәләткеһе килгән. Теләктәребеҙ бер мәлгә тап килгән һәм беҙ тап ошо ваҡытта бер-беребеҙҙең янында булғанбыҙ.

Ә хәҙер минең иремә үпкәләгем килмәй, сөнки үпкәмдең сәбәптәрен табып, аңлап, үҙгәрттем. Һәм ул да миңә ҡаты һүҙ әйтмәй!

Күңел төпкөлөндә, төпкө аң кимәлендә ниндәйҙер теләгем бар икән, ул мотлаҡ үтәлә. Икенсе кеше лә теләй — уныҡы ла тормошҡа аша. Һәм ул һәр ваҡыт минең менән синхрон рәүештә була.

Төпкөл аң кимәлендә:

— ҡыуанырға теләүсегә – ҡыуандырыусы;

— иларға теләүсегә – илатыусы;

— кейәүгә сығырға теләүсегә – кейәү;

— ялҡау ир теләүсегә – ялҡау ир;

— уҫал ҡатын теләүсегә – уҫал ҡатын;

— күп аҡсалы ир теләгән кешегә күп аҡса алып эшләгән ир табыла...

Мин тормошҡа, ваҡиғаларға, кешеләргә ҡарата уй-ҙарымды үҙгәртәм, үҙ өҫтөмдә эшләйем. Шуның арҡа-һында мине уратып алған тормош, иң мөһиме, тирә-яғымдағы кешеләрҙең миңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә.

Был — мөғжизә!!! Һәм ул мөғжизә — ғаләмдең синхронлыҡ тигән ҡануны! Бөтәһе лә синхрон рәүештә бер ваҡытта үҙгәрә. Был урында билдәле шәхес, уңышҡа өлгәшеүҙең бөтөн серҙәрен белгән Брайан Трейсиҙың һүҙҙәре бик урынлы: “Фекерләүеңде үҙгәрт — тормошоңдо ла үҙгәртерһең”.

Ғаләмдең икенсе ҡануны — дуаллек.

Һәр кеше был донъяға үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, камил булып тыуа. Әммә ғүмер буйына унан ниндәйҙер шаблондарға тап килеүҙе талап итәләр, кемгәлер оҡшаталар һәм кеше үҙен нисек бар, шулай ҡабул итеүҙән туҡтай. Кешенең ныҡлы ышанысы барлыҡҡа килә: уға мотлаҡ үҙендә нимәнелер үҙгәртергә кәрәк, шул ваҡытта ғына уны яратасаҡтар, шул ваҡытта ғына ул кемгәлер оҡшаясаҡ. Тик кеше бит был ғаләмгә камил булып, тормошта үҙ юлын үтер, үҙ эҙен ҡалдырыр өсөн үҙенә генә хас сифаттар менән тыуа. Бер сифаты ла артыҡ та, кәм дә түгел! Һәр береһе уға теге йәки был маҡсатын тормошҡа ашырғанда билдәле бер күләмдә энергия бирә. Әгәр ҙә кеше ҡайһылыр сифатын зыян килтерә йәки кәрәкмәй тип тапһа, ул уны инҡар итә башлай. Шулай итеп, тормош өсөн кәрәкле күпмелер көсөнән яҙа, энергияһын юғалта. “Кәрәкмәгән” сифаттарыбыҙҙың ни өсөн беҙгә кәрәк икәнен аңлаһаҡ, элек инҡар иткән тормош энергияһын ҡайтарасаҡбыҙ. Һәм был иҫ китмәле шәп!!!

Мин, мәҫәлән, үҙ өҫтөмдә эшләгән ваҡыттың күбеһен ҡасандыр кәрәк тип тапмаған сифаттарҙы кире ҡайтарыуға бағышланым. Хоҙай биргән һәм минең тарафтан инҡар ителә килгән ниндәй сифатты ҡабул итеп алырға икәнен ҡайҙан белергә һуң?

Хоҙай шулай итеп яратҡан: кеше ни тиклем уңған булһа, шул тиклем үк ялҡау, ни тиклем уҫал булһа, шул тиклем үк йыуаш... Һәр сифат ике яҡлы. Әммә беҙ күңелебеҙгә ятмаған, ниндәйҙер шаблонға, йәмғиәт ҡанундарына тура килмәгән өсөн сифаттың бер яғын ғына үҙебеҙҙеке итеп ҡабул итәбеҙ.

Мәҫәлән, “Мин уңған, мин ялҡау түгел”. Йәғни ялҡаулыҡты инҡар итәбеҙ, уны үҙебеҙҙеке итеп ҡабул итмәҫ өсөн энергиябыҙҙы сарыфлайбыҙ. Әммә ул сифат беҙҙә бар! Һәм ул беҙгә тыуғанда уҡ Хоҙай тарафынан бирелгән!

Аҡса эшләр өсөн, ғөмүмән, бизнес менән шөғөлләнер, ҙур эш асыр, матди яҡтан етеш йәшәр өсөн, кеше ЯЛҠАУ, ҺАРАН, ДАЛАНҺЫҘ булырға тейеш.

Әммә беҙҙең йәмғиәттә уларҙың өсөһө лә кире сифаттар рәтенә ингән. Шуның өсөн күптәребеҙ, мин дә шул иҫәптән, уларҙы күңелебеҙ менән ҡабул итмәҫкә тырышабыҙ.

Дуаллек ҡанунын ҡараһаң, уңған — ялҡау, йомарт — һаран, даланлы — даланһыҙ. Ошо сифаттарҙың ыңғайы булмайынса, кеше аҡса эшләй алмай, бының менән һәр кем килешә. Киреләре лә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнен аңларға кәрәк.

Уларҙы инҡар иттең икән, тимәк, һин – аҡсаһыҙ. Һәм быны мин үҙемдең миҫалымда раҫлайым. Ғүмерем буйы нисек кенә тырышһам да, бер ваҡытта ла етерлек аҡса эшләмәнем. Миңә гел генә кемдер — йә атай-әсәйем, йә апайымдар, йә ирем өҫтәп бирә торғайны. Ә күп аҡса тураһында әйтеп тораһы ла түгел.


Дуаллек ҡануны бөтә ваҡиғаларға, беҙҙе уратҡан тормошҡа ла ҡағыла. Ҡаршылашҡан һайын, ғаләм беҙгә, синхронлыҡ ҡануны буйынса, шул сифаты булған кешеләрҙе, әйберҙәрҙе, ваҡиғаларҙы алдыбыҙға “Ҡабул итеп ал! Ҡабул итеп ал!” тип сығарып тора.

“Хоҙай биргән һәм минең тарафтан инҡар ителә килгән ниндәй сифатты ҡабул итеп алырға?” тигән һорауға яуап яп-ябай: беренсенән, кешеләрҙә беҙгә ниндәй сифат оҡшамай, ҡайһы сифат көсөргәнеш тыуҙыра, ярһыта, тимәк, шул сифат беҙгә тыуғанда уҡ бирелгән. Икенсенән, беҙҙең төпкөл аң “оҡшай — оҡшамай” һәм “теләйем — теләмәйем” тигән төшөнсәләр менән эш итә. Әгәр ҙә кеше “яҡшы — насар” тип сағыштыра башлаһа, был инде уның Хоҙай тарафынан уға бирелгән ниндәйҙер сифаттың бер яғын инҡар итеүе тураһында һөйләй.

Шуға мин, үҙ асылыма ҡайтырға ярҙам иткәне өсөн иремә рәхмәт әйттем дә, уның бөтөн кире сифаттарын ҡабул итеп алдым. Дөрөҫөрәге, әле һаман дауам итәм. Ялҡаулыҡ, эгоизм, тупаҫлыҡ, ерәнеүсәнлек… Ул сифаттар башҡа мине ярһытмай, тыныс ҡабул итәм. Ғөмүмән, иғтибар итмәйем, улар минең өсөн юҡ һымаҡ. Иремә лә йәнем көймәй.

ТӨПКӨЛ АҢ МЕНӘН ДУҪЛАШТЫМ
1. Бөтәһе өсөн дә мин яуаплы — һәр һорауға яуапты үҙемдән эҙләйем.

2. Береһен дә ғәйепләмәйем — тимәк, әрләшергә урын ҡалмай.

3. Күңел төпкөлөндәге инаныуҙарымды үҙгәртәм — синхрон рәүештә тирә-яғым үҙгәрә.

4. Иремдең бөтә кире сифаттарын ҡабул итеп алам — уға хәҙер йәнем көймәй.

Ни бары ошо дүрт пунктты үтәү мине бәхетле итте!

Күрәһегеҙ: мин бары үҙ өҫтөмдә эшләнем, бары тик үҙемде, үҙемдең уй-фекерҙәремде үҙгәрттем.

Һуңғы ваҡытта тормошомда барған үҙгәрештәр ниндәйҙер бер мөғжизә кеүек. Күңелемдең иң төпкөл ҡатламдарын өйрәнәм, унда ятҡан үпкәләрҙе, ҡурҡыуҙарҙы, инаныуҙарҙы табып, үҙгәртәм. Һәм минең ысынбарлығым үҙгәрә. Үҙемде үҙемә асам, элек буй етмәҫлек тип уйлаған яңы мөмкинлектәрҙе байҡайым.


Тормошобоҙҙа булып торған хәл-ваҡиғалар — бөтәһе лә беҙҙең төпкөл аңда булған, һәр кемдең тыуғандан алып йыйған тәжрибәһе, ишеткән һүҙҙәре, кисерештәренән әүәләнгән теләктәре, ышаныстары.

Ябай итеп әйткәндә, беҙҙең менән төпкөл аң идара итә. Быға ышаныуы ауыр, сөнки беҙ уны күҙ менән күрмәйбеҙ, әммә был – факт. Мәҫәлән, электр утын күрмәгән өсөн генә уны инҡар итергә кәрәк тигән уй беребеҙҙең дә башына инеп сыҡмай бит...

Быға тиклем төпкөл аң хужам ролен башҡарҙы — минең менән теләгәнен ҡылды. Хәҙер мин уның менән дуҫлаштым – яйлап ҡына идараны үҙ ҡулыма ала башланым. Бынан нимә килеп сыҡҡанын яҙмамдың башында һеҙгә һөйләнем.


Әммә был беҙҙең танышыу осоро ғына. Киләсәктә мин уның менән тулыһынса идара итергә өйрәнәсәкмен һәм уның хужаһы буласаҡмын. Йәғни үҙ тормошомдо тулыһынса үҙ ҡулдарыма алып, үҙем теләгәнсә төҙөйәсәкмен. һәм һеҙгә лә шуны теләйем.



Читайте нас: