Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
30 Ғинуар 2018, 18:21

Һәр шәхестең ерҙә өс ҙур тәғәйенләнеше бар…

Һәр шәхестең ерҙә өс ҙур тәғәйенләнеше бар икән: рухи, физик һәм социаль. Улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә. Береһен үткәндән һуң ғына киләһенә юл асыла.

Оҙаҡ ваҡыт шундай тойғо күңелемә тынғы бирмәне: әйтерһең дә, хәтеремде юғалтҡанмын да, тормошта нимәләр башҡарырға тейешлегемә төшөнә алмайым. Теләп кенә үҙләштергән һөнәрем бар, яратҡан, күңел һалып башҡарған эштәрем етәһе. Әммә иң мөһим бурысымды атҡармайым һымаҡ ине. Өс тиҫтәне аша атлап уҙған кешенең тәғәйенләнеш хаҡында һүҙ йөрөтөүе, бәлки, кемгәлер сәйер тойолалыр. Әммә беләм: был тойғо бер миндә генә түгел. Ерҙә үҙ тәғәйенләнешен эҙләгән башҡа заттар ҙа бар. Ни өсөн кеше тәғәйенләнешен эҙләй һуң? Сөнки төпкөл аң кимәлендә, тәғәйенләнешемде тапһам, бәхетлерәк, бөтөнөрәк булыр инем, тигән һиҙелер-һиҙелмәҫ тойғо йәшәй. Тәғәйенләнешемә ярашлы көн күрһәм, үҙемде өлөштәргә бүлгеләнгән һымаҡ тоймам, йөрәктә төрлө икеләнеүҙәргә урын ҡалмаҫ, күңелемдә тынслыҡ һәм еңеллек хөкөм һөрөр ине, тип фекерләй күптәр.

Ә бөгөнгө ҡатын-ҡыҙ үҙ тәғәйенләнешенә ҡарата үтә лә талапсан. Сөнки энергияһы ташып, атылып тора. Уның йәмғиәттә кәрәкле булғыһы, теге йәки был өлкәлә уңыш ҡаҙанғыһы килә. Әгәр ҙә әлеге энергияны дөрөҫ файҙаланмаһаҡ, был беҙҙе эстән емерә һәм төрлө хафаланыуҙарға килтерә.

Үҙ тәғәйенләнешеңде нисек табырға? Был йәһәттән бик күп мәғлүмәт аҡтарырға тура килде. Һәм уларҙың журнал уҡыусыларға ла файҙаһы тейеүе ихтимал. Ә инде үҙемә килгәндә, тәғәйенләнешемде тулыһынса таптым тип әйтә алмайым. Шулай ҙа ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә кәрәклеген аңланым. Мин юлда, тимәк…
Әйҙәгеҙ, башта ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнеше нимәнән торғанын һәм уны нисек табырға мөмкин икәнлеген ҡарап үтәйек.

Һәр шәхестең ерҙә өс ҙур тәғәйенләнеше бар икән: рухи, физик һәм социаль. Улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә. Береһен үткәндән һуң ғына киләһенә юл асыла. Тәүгеһендә ул барыһында ла бер төрлө – үҙ рухи үҫеш юлыңды табыу, йәғни Аллаһы Тәғәлә, Йыһан, Юғары көс менән бәйләнеш булдырыу фарыз. Был тормошта, иртәме-һуңмы, һәр кем рухи юлға килә. Кемделер ауырыу, ҡайғы, һәр төрлө һынауҙар Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта. Бәғзеләр яуапһыҙ ҡала килгән һорауҙарға яуап табыу теләге менән Юғары көскә мөрәжәғәт итә. Тимәк, үҙ тәғәйенләнешеңә юл да Аллаһы Тәғәләнән, Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеш булдырыуҙан башлана. Хатта үҙеңдең ҡатын-ҡыҙ булараҡ асылыңа юл ярыу ҙа Аллаһы Тәғәлә менән аралашыуҙан, уға ышаныуҙан барлыҡҡа килә. Башҡа ике тәғәйенләнеште табып та, Хаҡ Тәғәлә менән бәйләнешең юҡ икән, ҡәнәғәтлек тойғоһо булмаясаҡ. Шуға ла һынылышлы мәлдәрҙә нәҡ Аллаһы Тәғәлә беҙҙең менән һөйләшеүҙәр алып бара, билдәләр бирә, ҡайҙа барырға кәрәклеген күрһәтә, әгәр ҙә уға ҡарата “һаңғырау-һуҡыр” булһаҡ, артабан ҡайҙа хәрәкәт итергә кәрәклеген аңламаясаҡбыҙ.

Әҙәм балаһының икенсе тәғәйенләнеше уның тәнендә сағылыш тапҡан. Тәнебеҙ үҫешкә, үҙебеҙҙе тәрәндән тойоу өсөн асҡыс икән. Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙ тәнендә яратылмағанбыҙ. Ә ҡатын-ҡыҙ булыу – ул үҙе ғәжәйеп матур юл, үҙе бер көс. Уның менән тоташыу беҙгә өсөнсө тәғәйенләнешебеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙыра. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ тәғәйенләнешеңде нисек асырға? Иң тәүге сиратта аҡыл менән түгел, ә йөрәк менән йәшәргә өйрәнеү. Тойомлау һәләтен үҫтереү. Үҙ-үҙе, үҙ тәбиғәте менән бәйләнеш тәрәнерәк булған һайын, гүзәл зат социаль тәғәйенләнешен тиҙерәк табасаҡ. Нәҡ ҡатын-ҡыҙ булараҡ асылғас, беҙ үҙебеҙҙе йәмғиәттә нисек асырға кәрәклеген тоябыҙ. Гүзәл затҡа, хәйер, һәр кемгә тормошта нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеге хаҡында иң шәп идеялар, ул был хаҡта баш ватҡанда түгел, тыныс саҡта, һиллектә, һис ниндәй көсөргәнешһеҙ мәлдә килә. Үҙ тәбиғәтен тойған ҡатынға йыш ҡына яуаптар үҙенән-үҙе яуа.

Тәғәйенләнеште табырға ярҙам итеүсе һорауҙар
Эйе, үҙеңдең социаль тәғәйенләнешеңде белеү өсөн астрологка мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Әммә бының башҡа ысулдары ла бар: Был йәһәттән түбәндәге һорауҙарға бөтә йөрәктән ихлас яуап ҡайтарыу ҙа етеүе ихтимал:

1. Әгәр ҙә аҡса эшләү талап ителмәһә, нимә менән шөғөлләнер инегеҙ?

2. Нимәне бушҡа ла эшләргә ризаһығыҙ?

3. Ниндәй проектты тормошҡа ашырыуға тулы ышаныс менән тотонасаҡһығыҙ?

4. Ниндәй эшмәкәрлек үҙ көсөгөҙгә, үҙ-үҙегеҙгә ышаныс өҫтәй, яңы башланғыстарға илһамландыра?

5. Кешеләргә нимә бирергә теләр инегеҙ?

6. Нимә тормошоғоҙға мәғәнә һәм маҡсатҡа ынтылыш өҫтәй?

7. Һеҙҙең идеаль тормош стилегеҙ ниндәй?

8. Бик бай кеше булһағыҙ, ниндәй йүнәлеште үҫтереү өсөн аҡсағыҙҙы йәлләмәҫ инегеҙ?

9. Әлеге мәлдә артыҡ аҡсағыҙ булһа, нимәгә тотонор инегеҙ?

10. Нимәне башларға теләп тә, йөрьәт итмәнегеҙ?
Ошо һорауҙарға ҡулығыҙҙы йөрәгегеҙгә һалып яуап биреп ҡарағыҙ әле. Яуаптар йөрәктән килергә һәм һеҙҙе тулҡынландырырға тейеш. Әгәр ҙә аҡылға ғына таянып яуап бирһәгеҙ, бер ниндәй ҙә кисерештәр булмаясаҡ. Һәм һеҙҙә ул маҡсатты тормошҡа ашырырлыҡ көс тә табылмаясаҡ. Ғәҙәттә, тәғәйенләнеш өҫтә генә ятҡан була. Әммә беҙ уға әллә ни әһәмиәт бирмәйбеҙ һәм һаман да ниндәйҙер тәрәнерәк һәм мөһимерәк әйбер эҙләйбеҙ.

Үҙрәге һорауҙарға дөрөҫ яуаптар алыуға өлгәшһәгеҙ, үҙегеҙгә шул эш менән шөғөлләнергә рөхсәт итегеҙ. Ул эштең ҙур һәм бөйөк булыуы ла мотлаҡ түгел. Иң мөһиме, уны оло һөйөү менән башҡарығыҙ. Ә инде эске тауышығыҙға эйәрһәгеҙ, һәм юлығыҙ хаҡ булһа, һеҙгә уҡытыусылар ҙа табыласаҡ, белем дә киләсәк. Сөнки барыһы ла беҙ психологик йәһәттән әҙер булғас һәм уны тормошҡа ашырырға көсөбөҙ тупланғас ҡына килә.

Һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәйһегеҙме?
Нисегерәк була һуң ул үҙ тәғәйенләнешең буйынса йәшәү? Һин ыңғай ағымға көйләнәһең дә, арымай-талмай алға табан хәрәкәт итәһең. Юлды һис ниндәй кәртәләр ҙә быуа алмай. Улар һине илһамландыра ғына. Йәшәүе шул тиклем еңел. Уйлап ҡараһаң, был үҙе бер мөғжизә инде! Һеҙ үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнәһегеҙме-юҡмы? Бына америка тренеры Макс Саймон һүрәтләгән билдәләр:

1. Был осраҡта һеҙ мәсьәләләр генә хәл итәһегеҙ. Һәм үтә лә етеҙ рәүештә. Әгәр ҙә тәғәйенләнешегеҙҙе тапһағыҙ, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйһегеҙ. Һеҙҙең ижадҡа, фекер туплауға, эшкә тотоноуға һәләтегеҙ, эш һөҙөмтәгеҙ юғары. Иҫ киткес шәп һөҙөмтәләр өҫтөгөҙгә яуып ҡына тора. Был мәсьәләне хәл итеүҙе башҡа ваҡытҡа күсереп тороу хаҡында уйлап та бирмәйһегеҙ.

2. Тормошоғоҙҙоң маҡсатын тапһағыҙ, башҡалар һеҙгә айырым бер кешегә ҡараған кеүек ҡарай, үҙҙәрен дә шуға өйрәтеүегеҙҙе үтенә. Һәм бының өсөн аҡса түләргә лә әҙерҙәр. Берәүҙе лә өгөтләргә кәрәкмәй. Барыһы ла һеҙгә үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Улар һеҙҙең йөҙөгөҙҙә быны тормошҡа ашыра алыуҙың иҫ киткес шәп моделен күрә, һәм үҙ тормоштарында шундай уҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә теләй.

3. Ә аҡса һеҙ ул хаҡта уйламаған саҡта ла килә. Һуңғы арала шуны аңланым: һәр эшмәкәрлектә лә төп иғтибарҙы аҡса һәм байлыҡҡа йүнәлтмәү яҡшы. Шул осраҡта аҡса менән һеҙҙең арала һау-сәләмәт мөнәсәбәт барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, кеше үҙ тәғәйенләнешенә ярашлы йәшәгән һайын, аҡса хаҡында уйлап та бирмәй. Уға төрлө тәҡдимдәр яуып ҡына тора. Шуға ла ни тиклем тәғәйенләнешең буйынса йәшәһәң, һиңә шул тиклем күп аҡса килә, тигән фекерҙәмен.

4. Һеҙ көн дә тиерлек яңы идеялар менән уянаһығыҙ. Был – бәхет тә, байлыҡ та. Әммә ҡайһы берҙә ниндәйҙер бер ҡарғыш та һымаҡ тойола. Сөнки унан һис ҡасан да баш тартырға мөмкин түгел. Командамды аҡылдан яҙҙыра яҙған саҡтар йыш була минең. Тәғәйенләнешегеҙҙе тапҡас, һеҙ ураған һайын үҙ күҙаллауҙарығыҙҙы тормошҡа ашырыу һәм улар ярҙамында донъяға йоғонто яһау өсөн күберәк мөмкинлектәр күрәсәкһегеҙ. Хатта үҙегеҙҙе үҫеш өсөн яңы алымдар эҙләп тапҡан идеялар етештереүсе фабрикаға әүерелә барған һымаҡ тояһығыҙ. Һәм һеҙ уны туҡтата ла алмайһығыҙ.

5. Юлда осраған кәртәләргә, мәсьәләләргә лә тулыһынса әҙерһегеҙ. Үҙ тәғәйенләнешегеҙ юлында булһағыҙ, мәсьәләр һәм проблемаларҙы күпкә тиҙерәк хәл итә башлайһығыҙ. Уларға туҡталып, үкенеп йәки зарланып та тормайһығыҙ. Бары хәл итәһегеҙ.

6. Һеҙ үҙ һөнәрегеҙҙә яҡшырғандан-яҡшыра барыуығыҙҙы тояһығыҙ. Эйе, бер кем дә бер ҡасан да бер төн эсендә оҫта булып китмәй. Бының өсөн ваҡыт талап ителә. Башта һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙҙе аңлайһығыҙ, һуңынан тәжрибәлә ҡуллана башлайһығыҙ, юлығыҙҙы ары дауам итәһегеҙ. Һуңынан, ваҡыт үтеү менән, был өлкәлә иң яҡшыһы булып китеүегеҙгә төшөнәһегеҙ. Һәм быны бөтәһе лә күрә башлай. Юғары кимәлдәге кешеләр һеҙгә нисек ярҙам итә алыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынырға тотона. Үҙ тәғәйенләнешегеҙҙе тапһағыҙ, төрлө лидерҙар, билдәле кешеләр үҙҙәре үк һеҙгә ярҙам тәҡдим итә. Быға башта аптырауығыҙ ҙа ихтимал. Әммә бик тиҙ өйрәнәсәкһегеҙ. Һәм был һеҙ дөрөҫ йүнәлештә тигәнде аңлатҡан көслө билдәгә әүереләсәк.

7. Энергияғыҙ һеҙгә яҡшы лидер итәсәген беләһегеҙ, шуға ла һау-сәләмәт һәм теремегерәк булырға ынтылаһығыҙ. Тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәгәндә һеҙ үҙегеҙгә ваҡытты һәм энергияны бушҡа сарыф итергә юл ҡуймаясаҡһығыҙ.

8. Ысынында иһә, һеҙҙең аҡылығыҙҙың, тәнегеҙҙең һәм энергияғыҙҙың юғары кимәлдә булыуы төп өҫтөнлөккә әйләнәсәк. Сөнки тормошта башҡарырға тейешле миссияғыҙ үтә мөһим. Һеҙ үҙегеҙгә теге йәки был әйберҙе юғары кимәлдә эшләмәҫкә рөхсәт итмәйәсәкһегеҙ. Үҙегеҙҙе ошолай йәшәгән өсөн генә лә бәхетле, уңышлы, даланлы итеп тояһығыҙ.

9. Донъяла үҙ эштәрен яратмаған миллионлаған кеше бар. Әммә һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса барғанда, кешеләрҙең эшегеҙ өсөн үҙҙәре түләргә теләүе һеҙҙе шаҡ ҡатырасаҡ. Хатта “бының өсөн аҡса түләүҙәренә аптырайым” тип баш сайҡауығыҙ ҙа ихтимал. Кешеләр хеҙмәтегеҙҙе йәки тауарығыҙҙы һеҙ уларҙан был хаҡта һорамаһағыҙ ҙа алға һөрә. Сөнки үҙ тәғәйенләнешегеҙ буйынса йәшәгәндә, һеҙ етештергән тауарҙың йәки хеҙмәттең сифаты һәм эстәлеге иҫ киткес юғары. Шуға ла үҙегеҙ етештергән әйбер өсөн ғорурлыҡ кисерәһегеҙ. Тормошоғоҙҙоң маҡсатын тапһағыҙ, яңы әйберҙәргә тотонорға ҡурҡмайһығыҙ. Һеҙ уйлап тапҡан бөтә нәмә лә иҫ киткес шәп булмауы ла ихтимал. Әммә барыбер үҙегеҙ тыуҙырған әйбер менән ғорурланасаҡһығыҙ.

10. Эшегеҙ һөҙөмтәһендә кешеләрҙең тормошо үҙгәрә. Һеҙ рәхмәт хаттары алаһығыҙ. Үҙегеҙ һеҙҙең менән һоҡланыусыларҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен дә белмәйһегеҙ. Кешеләр социаль селтәрҙәр аша сәхифәгеҙгә инеп, уларҙың тормошон үҙгәртеүегеҙ хаҡында еткерә. Һеҙ үҙ эшегеҙҙең донъя өсөн бик-бик ҡиммәт булыуын аңлайһығыҙ. Тимәк, үҙегеҙҙең тәғәйенләнешегеҙҙе тормошҡа ашырһағыҙ, был башҡа кешеләрҙең тормошонда ла сағылыш табасаҡ. Нимә менән генә шөғөлләнһәгеҙ ҙә… Һәм эргә-тирәләге кешеләр һеҙгә юлдан китергә бирмәҫ. Командағыҙ булһынмы ул, клиенттарығыҙмы, янығыҙҙа һеҙҙе илһамландырыусы һәм юлығыҙҙы дауам иттереүселәр, тағы ла сағыуыраҡ балҡырға саҡырыусылар табыласаҡ. Һәм, ауыр булһа ла, һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙгә тоғро ҡаласаҡһығыҙ. Башҡалар ошо юлды дауам итеүегеҙҙе һорай икән, һеҙ тағы ла бер тапҡыр дөрөҫ юлда булыуығыҙға инанаһығыҙ. Тәғәйенләнешегеҙҙе тапҡас, барлыҡ икеләнеүҙәрегеҙ юҡҡа сығасаҡ. Сөнки был мәлдә ниндәйҙер һиҙелер-һиҙелмәҫ, нескә, тәрән бер көс һеҙгә юлыңды дауам ит тип шыбырлаясаҡ…

Ә һеҙ үҙ тәғәйенләнешегеҙҙе, үҙ юлығыҙҙы таптығыҙмы? Теләгегеҙ булһа, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ!



Читайте нас: