Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
13 Февраль 2018, 23:30

Башҡортостанда нисек fashion-проекттар булдырырға?

Республикабыҙҙа фэшн-проекттар (бүтән проекттар өсөн дә) булдырыу өсөн мөмкинлектәр бик күп. Тормошҡа ашырлыҡ һәм еңел!

Санкт-Петербургтан Өфөгә күсеп ҡайтҡас, “текә” башҡорт (тап башҡорт!) fashion-проекттарының булмауын аңланым, уларҙың юл башлап торған ғына сағы ине. Ысынлап ҡыҙыҡ һәм әһәмиәтле берәй нәмә эшләр өсөн иң тәү сиратта лайыҡлы команда кәрәклеге асыҡланды. Мин шулай эшләнем дә. Ҡыҫҡаһы, Өфөлә фэшн-проект булдырыу йәһәтенән ҡайһы бер кейс һәм инсайттарым менән бүлешкем килә.

Әлеге мәлдә үҙемдең командам менән баш ҡалабыҙҙа бер нисә fashion-проект эшләп өлгөрҙөм дә инде. Барлыҡ эштәрем дә йәмғиәт мәнфәғәте өсөн һәм күңел биреп башҡарылды. Шулай итеп, теләһә ниндәй идеяны бойомға ашырыу өсөн бер нисә кәңәш.

1. ИДЕЯ. Кешеләргә нимә бирергә теләйһегеҙ, үҙегеҙҙең проектығыҙ менән нисек ярҙам итә алаһығыҙ – тәү сиратта ошоно аңларға кәрәк. Мәҫәлән, минең төп һәм мөһим миссиям – донъяны тағы ла матурыраҡ итеү. Артабан үҙегеҙгә «Быны нисек башҡарырға?» тигән һорау ҡуяһығыҙ. Шәхсән үҙем өсөн яуап асыҡ – кейемдәр уйлап сығарам, мини-коллекциялар тегәм, фотопроекттар эшләйем. Бер кешене булһа ла илһамландырһағыҙ – маҡсатығыҙға өлгәштегеҙ, тигән һүҙ. Әлегә һөҙөмтә түгел, эш барышы мөһим. Ә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. Әгәр төп миссия һәм маҡсатығыҙҙы аңлаһағыҙ, идеяғыҙҙы тормошҡа ашырырға ғына ҡала. Хәҙерге мөмкинлектәр заманында барыһы ла килеп сығасаҡ. Фэшн-проекттарға ғына түгел, йәшәйешебеҙҙең бөтөн өлкәһенә лә ҡағыла был.
2. КОМАНДА. Һеҙгә үҙегеҙҙең команда кәрәк. Тап үҙегеҙҙеке – бөтәһе лә бер тулҡында булһын. (Мәҫәлән, шәхсән үҙем донъяны бүтәнсә күргәндәр менән эшләй алмайым.) Яңғыҙыңа фотосессия эшләү йәки коллекция булдырыу мөмкин түгел.
Тап килгән кешеләрҙе нисек эҙләргә? Бергәләп эшләп ҡарарға. Тиҙ арала команда тупланмаҫҡа ла мөмкин. Эшләп ҡарап, хаталар аша күп нәмәне аңларға була. Шуға ла социаль селтәрҙәр аша белдереү бирергә, эҙләнергә, бергә нимәлер эшләп ҡарарға кәңәш итер инем. Эш барышында бөтәһенә лә ҡулай булһын. Кемдер портфолио эшләр өсөн риза була, кемгәлер аҡса кәрәк, тигәндәй. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн, был хаҡта алдан һөйләшеп килешеү зарур. Баштан уҡ кемдер нимәһе менәндер оҡшаманы икән, ул кеше менән эшләмәгеҙ. Был мөһим. Эш ыңғай барһын өсөн, бер-берегеҙҙе оҡшатыу кәрәк. Мәҫәлән, ул кеше мега-профессиональ фотограф булһа ла, уның менән уртаҡ тел тапманығыҙ икән, уны ебәрегеҙ – үҙ кешегеҙҙе табасаҡһығыҙ. Әгәр күңел тауышығыҙҙы тыңламаһағыҙ, ваҡытығыҙҙы һәм энергияғыҙҙы ғына сарыф итәсәкһегеҙ. Һөнәри йәһәттән генә түгел, тормошта ла иң мөһим мәлдәрҙең береһелер был тип фаразлайым.
Шулай итеп…
  • Социаль селтәрҙә ниндәйҙер проект булдырыу өсөн команда эҙләйем тип анонс бирәһегеҙ;
  • Кандидаттарҙың портфолиоһы менән танышаһығыҙ, үҙегеҙҙең талаптарға тап килгәндәрен һайлап алаһығыҙ;
  • Һөйләшеп килешәһегеҙ, планлаштыраһығыҙ, эштең асылына төшөндөрәһегеҙ;
  • Бөтәһе лә риза булһа, проектҡа бергәләп тотонаһығыҙ;
  • Килешелгән булһа, бер-берегеҙҙе социаль селтәрҙәр аша рекламалайһығыҙ.
3. Команда туплау тураһында аңлашылды. Хәҙер инде төп бурысыбыҙ – алға алған ПРОЕКТТЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫУ. Бының өсөн командалағы һәр кем ҡулынан килгәндең бөтәһен эшләргә, тулыһынса ошо эшкә бирелергә тейеш. Эш барышында ваҡытығыҙҙы һәм энергияғыҙҙы йәлләмәгеҙ. Ғәжәп шәп нәмә булдырыуығыҙ хаҡында ла онотмағыҙ.
Тағы бер мөһим әйбер – проектығыҙҙы ғәмәлгә ашырыу, тупланыу өсөн бөтәһе өсөн дә уңайлы, килешелгән урын. Бергә булдырған тарихығыҙҙы яҙған аҡ ҡағыҙ кеүек ул. Шуға ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын.
Идея, команда һәм урын – барыһының да бер бөтөн (бер төҫтә, темала, тулҡында) булыуы шарт. “Текә” проект эшләйем тиһәгеҙ, тапалған урындар һайламағыҙ (мәҫәлән, фото төшөрөү урыны ғәҙәти студия, камин йә шыршы эргәһендә булмаһын). Киңерәк фекер йөрөтөп, тарихта бәләкәй генә булһа ла эҙ ҡалдырыуығыҙ хаҡында уйлап эш итеү фарыз. Күптәргә өлгө булырға тейешһегеҙ. Шуға ла һәр аҙымығыҙ (идеянан алып һөҙөмтәгә тиклем) мөһим. Тағы бер әһәмиәтле кәңәш – үҙ һөнәренең оҫталары менән эшләһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Тейешленән саҡ ҡына артығыраҡ аҡса түләп, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшәсәкһегеҙ.
4. ПРОЕКТ ӨСӨН ЯУАПЛЫ КЕШЕ ҺАЙЛАУ. Проектты тиҙ һәм сифатлы башҡарыу һәм барыһына ла эшләүе еңел булһын өсөн проекттың етәксеһе булырға тейеш. Ул бөтәһе өсөн дә яуаплы, идея биреүсе лә булырға мөмкин. Был вазифала Һеҙ (йәғни инициатор) була алаһығыҙ. Яуаплылыҡ тойғанда, маҡсатҡа ирешеү күпкә еңел.

Мәҡәләмде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: республикабыҙҙа фэшн-проекттар (бүтән проекттар өсөн дә) булдырыу өсөн мөмкинлектәр бик күп. Тормошҡа ашырлыҡ һәм еңел! Иң мөһиме – ихтыяж бар. Үҙеңдең миссияңды, маҡсат һәм идеяңды аңлағанһың икән, тотонорға һәм эшләргә генә кәрәк. Йәнә бер ҡабатлайым – бер кешене генә илһамландырһағыҙ ҙа, күпкә өлгәштегеҙ тигән һүҙ. Юлдың еңел булмауы ла ихтимал, шулай ҙа алға ынтылыу мөһим – нимә өсөн барғаныбыҙ шунда ғына асыҡланасаҡ.


Читайте нас: