Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Кешене күркәм итеүсе ун сифат (№3, 2018)

Кеше үҙ-үҙенә ышана икән, тирә-йүндәгеләр быны тоя, уны нигеҙһеҙ тәнҡит, ахмаҡ иҫкәрмәләр, көнсөллөклө төрттөрөүҙәр менән һындырып булмай...


“Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылыңа ҡарап оҙаталар” тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, тирә-йүндәгеләр башта тышҡы ҡиәфәткә иғтибар итә. Ә башҡа һыҙаттар менән нисек һуң: аҡыл, амбициялар, мәрхәмәтле йөрәк, рух көсө, саялыҡ? Йыш ҡына тышҡы ҡиәфәт алдашыусан була. Үҙебеҙгә һалған, үҙебеҙҙә тәрбиәләгән сифаттар әҙәм балаһын тышҡы ҡиәфәткә ҡарағанда нығыраҡ биҙәй шул. Йәғни күркәмлек – ул…


1. Үҙ-үҙеңә ышаныусанлыҡ

Кеше үҙ-үҙенә ышана икән, тирә-йүндәгеләр быны тоя, уны нигеҙһеҙ тәнҡит, ахмаҡ иҫкәрмәләр, көнсөллөклө төрттөрөүҙәр менән һындырып булмай. Ә көслө рухлы кеше күпкә өлгәшә. Үҙ-үҙеңә, үҙ мөмкинлектәреңә ышаныу туҡтауһыҙ үҫешкәндә, камиллыҡҡа ынтылғанда нығына.


2. Тойоусанлыҡ, һиҙгерлек

Ҡатын-ҡыҙҙың тойоусанлығы күп нәмәнән тора: уның донъяны ҡабул итеүе нисек, башҡаларға һәм ваҡиғаларға ниндәй мөнәсәбәт күрһәтә, үҙ тәнендә үҙен нисек тоя?.. Ир-аттың тойоусанлығы – уның хәстәрлек күрһәтә белеүендә. Ҡыҫҡаһы, үҙеңдең эске матурлығыңды күрһәтә белеү мөһим.


3. Мәрхәмәтле йөрәк

Күп кешеләр үҙ яғын ғына ҡайыра, файҙа, табыш эҙләй. “Һин – миңә, мин – һиңә” принцибы кешеләрҙе һуҡыр һәм һаңғырау итә. Ә бер нәмәгә лә өмөт итмәй, эскерһеҙ рәүештә изгелек ҡылғандар донъяны күркәм итә. Улар таҙа, бәхетле һәм һөйкөмлөләр.


4. Юмор тойғоһо

Һәммәбеҙгә лә матур, аҡыллы, урынлы, тыйнаҡ итеп шаярта белгән кешеләр оҡшай. Улар кәйефте күтәрә ала. Был да ҡыҙыҡлы шәхес була белеү күрһәткесе, креативлыҡ, һәр компанияла уңышҡа өлгәшеү сараһы.


5. Интеллект

Мәктәптә, институтта алған белем хаҡында һүҙ бармай бында. Тормошҡа айыҡ ҡараш, фекерләй белеү, асыҡ зиһенле булыу, башҡаларҙың фекеренә ихтирам менән ҡарау, һәр ваҡыт үҫешкә һәм яңылыҡҡа ынтылыу.


6. Телмәр оҫталығы

Кешенең һөйләү оҫталығына ҡарап, уның хаҡта фекер төйнәйәсәктәр. Шуға ла ораторлыҡ һәләтен үҫтереү мөһим. Үҙ фекерен асыҡ, аныҡ итеп еткерә алған кеше һәр ваҡыт күркәм булып күренә. Телмәрҙә һүгенеүҙе, тупаҫ һәм паразит һүҙҙәрҙе ҡулланмау яҡшы. Телмәр дөрөҫ төҙөлһә, мотлаҡ уңыш йылмаясаҡ. Ундайҙар менән һөйләшеү алып барыуы рәхәт буласаҡ.


7. Тыңлай һәм ишетә белеү

Моғайын, һәммәһенең дә уларҙың тыңлай белмәүе сәбәпле, аралашырға теләмәгән таныштары барҙыр. Улар бүлдерә, кәрәкһә кәрәкмәһә лә үҙҙәренекен әйтеп ҡуйырға тырыша. Ҡыҙыҡһыныусан һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәләшсе булырға өйрәнеү, дуҫтарса, изгелекле мөнәсәбәттәр ҡора белеү мөһим.


8. Булғандың ҡәҙерен белеү

Булғаны менән ҡәнәғәт түгелдәр, әммә хәлде үҙгәртеү өсөн үҙеңде үҙгәртергә кәрәклеген аңламаусылар һәм хыял менән генә йәшәп, уны ысынбарлыҡ итергә тырышмаусылар ҙа бар. Ысынында иһә, булғандың ҡәҙерен белеп, уны ишәйтеп, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға өйрәнеү ҙә кешене күркәм итә.


9. Намыҫлылыҡ һәм тоғролоҡ

Берәү ҙә алдаҡсыларҙы һәм ҡурҡаҡтарҙы яратмай. Башҡаларҙы ла, үҙебеҙҙе лә алдамайыҡ. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Эйе, дөрөҫөн әйтә белеү өсөн ҡыйыулыҡ талап ителә. Ә инде тоғролоҡҡа килгәндә, яҡындарығыҙҙға хыянат итеү килешкән эш түгел. Яратҡан кешеңә хыянат итеү – үҙеңә хыянат итеү.


10. Һәр кемдең үҙенә генә хас үҙенсәлеге

Кемгәлер оҡшарға тырышыу, башҡаларҙың стилен ҡабатлау – күптән инде модала түгел. Уникаль булырға, үҙеңде яратырға, үҙенсәлегеңде тойорға, мода артынан ҡыумаҫҡа, үҙ зауығыңа таянырға – бындай сифатҡа эйә шәхестәр менән һәр ваҡыт һоҡланғы килә. Үҙ өҫтөнлөктәрен аңлаған кеше башҡаларҙы үҙенә ылыҡтыра ла. Шуға ла үҙеңдең йөрәгеңде тыңлап йәшәү мөһим.


Эйе, тышҡы ҡиәфәт менән генә күркәм булып та, уға оҙаҡ һоҡланып та булмай. Әммә үҙ шәхесебеҙҙең аңлатып булмаҫлыҡ арбау көсө – ул мәңгелек. Әлбиттә, күркәмлек үрҙә атап үткән сифаттар менән генә тамамланмай. Камиллыҡтың сиге юҡ. Донъяға яралыуыбыҙ, ниндәй тәндә тыуыуыбыҙ, буй-һыныбыҙ, йөҙ-һыҙаттарыбыҙ Илаһи көстөң беҙгә ҡарата булған бүләге икән, ти. Әммә беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ тыуҙырырға тейеш. Ғөмүмән, уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһы туҡтауһыҙ тыуа, туҡтауһыҙ тыуҙыра: уйҙарын, хыялдаын, ҡылыҡтарын, ниәттәрен...