Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
8 Август 2018, 11:31

Һәр кем белергә тейеш 10 ҡағиҙә

1. Алдан шылтыратмайынса кешегә бармағыҙ. Элек, телефон юҡ саҡта ғына был ғәҙәти күренеш ине. Бөгөнгө заманда был ҡылыҡ әҙәпһеҙлек һанала.


1. Алдан шылтыратмайынса кешегә бармағыҙ. Элек, телефон юҡ саҡта ғына был ғәҙәти күренеш ине. Бөгөнгө заманда был ҡылыҡ әҙәпһеҙлек һанала.
2. Ҡулсатырҙы ҡунаҡҡа барғанда, офиста киптерер өсөн асып иҙәнгә һалып ҡуймағыҙ, элгескә элегеҙ.
3. Сумкағыҙҙы тубығығыҙға терәп ултырмағыҙ. Артығыҙға ла ҡуймағыҙ. Бәләкәй клатч-сумканы өҫтәлгә һалырға мөмкин, ҙурын инде ултырғыстың арҡаһына элергә йә, эргәлә бүтән ултырғыс булмаһа, иҙәнгә ҡуйырға кәрәк. Портфель иҙәнгә ултыртыла.
4. Ир кеше бер ҡасан да эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың сумкаһын күтәреп йөрөмәй. Пальтоһын да раздевалкаға алып барыр өсөн генә ала.
5. Футболка һәм салбар (шорты) – өй эсендә кейеп йөрөргә иң уңайлы кейемдәр. Ә халат мунсаға йөрөргә, иртәле-кисле кейер өсөн кәрәк.
6. Балағыҙ үҙ бүлмәһендә айырым йоҡлай башлаған мәлдән үк янына шаҡып керергә ғәҙәтләнегеҙ. Һеҙҙең йоҡо бүлмәһенә инер алдынан ул да шаҡыр.
7. Ресторан-кафеға барғанда “мин һеҙҙе саҡырам” тиһегеҙ икән, тимәк, һеҙ түләйһегеҙ. “Әйҙә кафеға барып ултырып алайыҡ” тигән саҡырыу булһа, алған аҙығына һәр береһе үҙе түләй тигән һүҙ.
8. Барыһы алдында “мин диетала” тип һөрән һалыу, бигерәк тә хужабикә килтергән аҙыҡтан баш тартыу - әҙәпһеҙлек. Алдыңа ҡуйылған ризыҡты, хужабикәнең уңғанлығын маҡтау кәрәк, ә уны ашап бөтөү мотлаҡ түгел. Спиртлы эсемлектәр менән дә шулай уҡ: өҫтәл тултырып “мин эсмәйем!” тип белдермәһәң дә була. Һалһалар, ауыҙыңа ғына терәп кире ултыртырға мөмкин.
9. Официантмы, водителме, 12-һе тулған бала кешеме, офистарҙа, официаль урындарҙа, урамда “һеҙ” тип өндәшергә кәрәк.
10. Һигеҙ әйбер тураһында һөйләп йөрөү килешмәй: йәшең, байлығың, ҡылған доғаң, ҡулланған дарыуҙарың, мөхәббәт хәлдәрең, бүләктәрең тураһында, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәрен, хурлыҡҡа ҡалғаныңды.

Читайте нас: