Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
10 Август 2018, 17:20

Һайлау

Ике кеше автосалонда машина һайлай. Кредитҡа. Күҙ төшкәне, билдәле, осһоҙ түгел.


Ике кеше автосалонда машина һайлай. Кредитҡа. Күҙ төшкәне, билдәле, осһоҙ түгел.

Берәүһе шунда уҡ: "Эш хаҡым йәшәргә етеп тора. Был машинаны алам тиһәм, өҫтәмә килем килтерерҙәй эш табырға тура килә. Ҡулымдан нимә килә? Ниндәй юлдар менән аҡса таба алам?.." - тип план ҡора ла башлай.

Икенсеһе: "Эш хаҡым йәшәргә, балаларҙы уҡытырға етеп тора. Был машинаны кредитҡа алһам, булған ғына аҡсаны тартып-һуҙып, осон-осҡа еткереп йәшәргә тура килә. Әй, юҡ, хәлдән килмәҫ ул... 60-70 мең тығып иҫке машинамды ҡараштырып алам да, тағы бер нисә йыл йөрөйөм әле..." - тип уйлай күңеле төшөп.


Шик юҡ: тәүгеһе был машинаны ла аласаҡ, бер аҙ йөрөгәс, яңыһына, тағы ла һәйбәтерәгенә алыштырасаҡ. Ә икенсеһе бөтә донъяға асыуланып, үпкәләп, шул иҫкеһендә йөрөп ятасаҡ...

Был машина алыуға ғына ҡағылмай, ғөмүмән тормоштоң бүтән күренештәрендә лә шулай булыусан...
Читайте нас: