Ҡатын-ҡыҙҙы “асылмаған сер” тиҙәр. Эйе, тап шулай. Сөнки улар ике эске донъя эсендә “ҡайнай”. Гүзәл заттарҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер йөрөтөүҙәре, һәр кемгә мәғлүм. Нескә зат бер ваҡытта ла нимә уйлағанын асыҡтан-асыҡ әйтеп һалмай.
Ир-егеттәр, һөйгәнегеҙҙең ни уйлауын, ни әйтерен, ни теләгәнен белгегеҙ киләме? Улайһа, һеҙгә улар йыш телгә алған һүҙҙәр аҫтында нимә йәшеренеүен асып һалмаҡсыбыҙ.
Мин ғәйепле – һине йәнә үкендерәсәкмен.
Беҙгә шуны аңларға кәрәк – мин шулай теләйем.
Теләһә нәмә эшлә - ҡасан булһа ла һинән барыбер үҙем теләгәнде эшләтәсәкмен.
Беҙгә һөйләшергә кәрәк ине – әйтер һүҙем бар.
Әлбиттә, дауам ит – һине артабан тыңларға теләгем юҡ.
Бер ҙә асыуланмайымсы – әлбиттә асыуым ҡайнай, алйот һин!
О, һин шундай ғәйрәтле! – һиңә ҡырынырға кәрәк!
Кухняла нисектер уңайһыҙ – миңә яңы фатир кәрәк.
Минең берәй нәмә алғым килеп китте әле – яңы мебель, биҙәкле обойҙар кәрәк буласаҡ… Шунан һуң ғына түшәк…
Һүрәтте бында эл – мин һиңә бында эл тим бит!
Һин мине яратаһыңмы? – хәҙер берәй ҡыйбатлы ғына әйбер һорайым әле…
Бер минуттан ғына әҙер булам, саҡ ҡына сабыр ит – телевизор ҡарай торсо.
Һиңә кешеләр менән аралашырға өйрәнергә кәрәк – йәғни минең менән.
Мине тыңлайһыңмы ул? – һуң инде, бөттө баш…
Уй, бала илай?! – ниңә һиңә, карауаттан тороп, уны бәүелтмәҫкә?!
Ҡысҡырмайым да баһа! – эйе, ҡысҡырам, шунан нимә булған?!
Миңә уйланырға кәрәк – башымды ҡатырма, һинһеҙ ҙә проблемаларым етерлек.
Минең егетем бар инде – ул минең бесәйем.
Эш һиндә түгел, ә миндә – эш миндә түгел, ә һиндә.
Коллегаларым менән мөнәсәбәттәр ҡормайым – алыҫ ҡалаларҙа йәшәһәк тә, һинең менән һөйләшкем килеп тормаҫ ине, ә бер бинала эшләүҙе әйтеп тораһы ла юҡ.
Эшем күңелемә ятмаһа ла, карьера баҫҡысы буйынса үрләп ҡарайым – был һинең менән осрашыуҙан күпкә яҡшыраҡ.
Егеттәр менән йөрөмәҫкә тип һүҙ биргәнмен – һинең кеүектәргә, әлбиттә, ҡарағым килеп тормаҫ ине.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла үпкәгә ҡалдырмаҫҡа булдыҡ, көслө заттың да нимә уйлап, нисек яуап биреүен яҙып үтмәксебеҙ.
Киноға барғың килмәйме? – …һуңынан өйгә алып ҡайтырға теләүемде әйтермен.
Һине киске ашҡа саҡырырға мөмкинме? – һуңынан иһә күңел асырға!.
Һиңә шылтырата аламмы? – миңә түшәктәш булырһыңмы?
Нимә булды? – бөгөнгө төн төн һымаҡ үтмәҫ моғайын…
Мин һине һағындым – енси бәйләнешкә инергә теләгең бармы?
Мин һине яратам – әйҙә, тиҙ генә яныма кил.
Мин дә һине яратамын – уфф… әйтә алдым шикелле…
Эйе, миңә һинең ҡыҫҡа сәсең оҡшай – 150 һум! Бер ҡараһаң, һине ҡарсыҡҡа оҡшатам.
Һин миңә кейәүгә сығаһыңмы? – мин һине үҙемдеке, бары тик үҙемдеке итергә тырышасаҡмын.
(Магазинда). Ошонан алдағыһы оҡшағайны – теләһә нәмәне ал да, өйгә ҡайта һалайыҡ.
Әйҙә һөйләшәйек – һине уйҙарыма сырматып, үҙемдеке иткем килә.
Әле ул хаҡта һөйләшкем килмәй – яуап бирерҙән алда бер аҙ уйланып алыу фарыз… Яңылышыуым бар.
Тыныслан, нервыларыңды һаҡла – күрәм, һиңә ҡыйын, ләкин нисек ярҙам итергә белмәйем.
“Ғәфү ит!” тип әйттем бит, һиңә тағы ни кәрәк? – ғәфү итмәҫһең тип ҡурҡам, һине рәнйетеүем өсөн үҙемде алйот тип иҫәпләйем.
Һине мин апайым һымаҡ күрәм – һин – шүрәле.
Беҙҙең арала айырмалыҡ бар – һин – шүрәле.
Һин мине ҡыҙыҡһындырмайһың – һин – шүрәле.
Миңә иң тәүҙә үҙемде аңларға кәрәк – һин – шүрәле.
Минең йөрөгән ҡыҙым бар инде – һин – шүрәле.
Эшләгән урынымда, коллегаларыма күҙ ҡыҫмайым – һин – шүрәле.
Эш һиндә түгел, ә миндә – һин – шүрәле.
Карьера буйлап үрләйем – һин – шүрәле.
Ҡыҙҙар менән йөрөмәҫкә, тип һүҙ биргәнмен – һин – шүрәле.
Әйҙә дуҫтар булып ҡалайыҡ – һин шүрәленең шүрәлеһе!
Ошоларҙан сығып, гүзәл заттарыбыҙға кәңәштәр тәҡдим итмәксебеҙ:
- Билдәле булыуынса, ир-аттар һәр һорауға яуап табырға тырыша, һәм шул рәүешле ҡыйыуһыҙлығын, яңылышыуын һәм ҡурҡыуын йәшерә. Улар һүҙен аҙағынаса уйлап еткермәйенсә әйтергә ашыҡмай. Шуға ла һөйгәнегеҙҙән кәңәш һораһағыҙ, уға ниндәй ҙә булһа һорау менән мөрәжәғәт итһәгеҙ, ул һис шикһеҙ “уйларға форсат бир”, – тип яуаплаясаҡ.
- Ир-егеттәрҙең үҙ көстәренә ышанмаған осраҡтары була. Бындай мәлдәрҙә улар һөйләшеү темаһын үҙгәртер йәиһә һеҙгә ҡарата “һөжүм асыр”.
- Ир-ат менән кәңәшләшмәйенсә, үҙ аллы ҡарар ҡабул итеүҙәре –ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң төп хаталарының береһе.
- Күпселек ирҙәр кемгәлер терәк булыу, хөрмәт ҡаҙаныу һәм мөхәббәтле булыу хаҡында хыяллана.
Интернет селтәрен файҙаланып,