Ҡайһы берҙәребеҙ тиктомалдан, сәбәпле-сәбәпһеҙҙән генә лә ҡыҙарыусан. Ғәҙәттә, мәктәптә йә башҡа уҡыу йорттарында таҡтаға, сәхнәгә сыҡҡанда ла; берәйһе текләп ҡараһа йәки һорау менән мөрәжәғәт итһә лә; урамда танышығыҙҙы осратһағыҙ ҙа; мөхәббәт, енси мөнәсәбәттәр хаҡында һүҙ барғанда ла ҡыҙараһығыҙ. Бер ҡасан да алдашырға тырышмайһығыҙ, әммә барыбер ҡыҙараһығыҙ. Ҡыҫҡаһы, һеҙҙе саҡ ҡына булһа ла борсоған, тулҡынландырған һәр нәмә лә ҡыҫала төҫөнә инергә дусар итә. Һәм һеҙ уның менән бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ. Иң мөһиме – һеҙҙән бөтәһе лә көлгән кеүек. Ҡыҙара башлауыңды һиҙгәс, берәйһе иғтибарын ҡыҙарыуыма йүнәлтмәһә ярар ине, өндәшеп кенә ҡуймаһын инде, тип теләп кенә ултырғанда, мотлаҡ берәйһе: “Нимә ҡыҙарып киттең?” йә “Ҡыҙарып китте бит әле!” тип ысҡындыра, шул ваҡыт ер тишегенә инерҙәй булаһың... Күптәргә булмаһа ла байтаҡ журнал уҡыусыларына таныштыр бындай хәл. Һөҙөмтәлә, дәрестә ҡул күтәреп яуап биреү, таныш һәм таныш булмаған кешеләр менән осрашыу, иғтибар үҙәгендә булыу теләге юғала һәм үҙен оялсан, бигерәк тә йомоҡ тип һанамаған кеше лә яйлап шундайға әйләнә. Был күренеш бигерәк тә үҫмер, йәш саҡта үҙен ныҡ һиҙҙертә.
Әйткәндәй, һәр төрлө физик көсөргәнеш тә был типтағы кешеләрҙе алһыу төҫкә мансый. Мәҫәлән, эйелеп аяҡ кейеменең ебен бәйләгәнсе генә лә бит ҡыҙарып сыға.
Нисек ҡыҙармаҫҡа өйрәнергә?
Әлбиттә, тамырҙарҙың тышҡы ҡуҙғытҡыстарға бындай үҙенсәлекле “яуабынан” тулыһынса ҡотолоп булмай, шулай ҙа уның барлыҡҡа килеү кимәлен кәметеү мөмкинлеге бар.
Әгәр үҙегеҙҙең тойғоларығыҙға тәрәнерәк үтеп инһәгеҙ, тәүҙә сикәгеҙ тирәләй мотлаҡ семетеү һиҙәһегеҙ – бит ҡыҙара башлай, унан уңайһыҙланыу тойғоһо кисерәһегеҙ – был үҙ сиратында тағы ла нығыраҡ ҡыҙарырға этәрә. Йәғни ҡыҙарыу һеҙҙе уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра, ә ҡаушағас, битте ут ялмап ала. Медицина телендә ул әһәмиәтһеҙ генә невроз булғанда ла күҙәтелеүсе “йомоҡ түңәрәк” тип атала. Һеҙҙең бурыс ошо түңәрәкте өҙөүҙән ғибәрәт. Һәм уның психологик өлөшөн “өҙөү” маҡсатҡа ярашлы булыр, сөнки ҡан тамырҙарының реакцияһы менән идара итергә өйрәнеү күпкә ҡыйын. Шулай итеп, тәү сиратта һеҙгә үҙегеҙҙең уңайһыҙланыуығыҙ, ҡаушауығыҙ менән идара итергә өйрәнеү мотлаҡ. Нисекме?
Иң яҡшы ысул – үҙеңде аңларға тырышыу һәм нимә кисергәнеңде һүҙ менән әйтеп биреү. Мәҫәлән, берәй көтөлмәгән һорау һеҙҙе ҡыҙарырға мәжбүр итте икән, аптырап ҡалмағыҙ – өндәшмәй ҡалыуҙан ҡасығыҙ. Яуап тапмаһағыҙ, “Һеҙ мине ҡаушаттығыҙ” тип, тураһын әйтегеҙ.
Әгәр ҙә ундай хәлдәр йыш ҡабатланһа, битегеҙгә ҡыҙыл йүгереүе хаҡында бер нисә стандарт һөйләм әҙерләп ҡуйыу яҡшы – ул ваҡытта тағы ла нығыраҡ ҡыҙарырға тура килмәйәсәк. Миҫал өсөн бер нисә фраза:
Ғәйепһеҙ (эскерһеҙ) тигән тәьҫорат ҡалдырыр өсөн ҡыҙарҙым.
Мин үҙемә иғтибар йәлеп итер өсөн ҡыҙарам.
Идеаль булып күренмәҫ өсөн ҡыҙарам.
Һинең турала (йәиһә енси мөнәсәбәттәр, уҡыу һ.б. хаҡында) уйлағанда гел ҡыҙарам.
Алйоттар менән осрашырға тура килһә, һәр ваҡыт битемә ҡыҙыллыҡ йүгерә.
Ғәфү ит, яңылыш ҡына һинең уйҙарыңды уҡыным, шуға ҡыҙарҙым һ.б.
Варианттар бик күп булырға мөмкин, бөтәһе лә һеҙҙең фантазиянан тора. Кем менән аралашыуға ҡарап, үҙегеҙгә тап килгәнен һайлап алырға ғына ҡала.
- эш һеҙҙең ҡыҙарыуығыҙҙа түгел, ә ошо сәбәпле һеҙҙән бөтәһе лә көлгән кеүек тойолоуҙа;
- һеҙ йәшерергә теләгән нәмәне (баҙнатһыҙлыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ) “һатҡаны” өсөн ҡыҙарыу тағы ла асыуығыҙҙы ҡабарта;
- ҡыҙарыуҙың бер ниндәй насарлығы ла юҡ икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ һәм башҡаларҙы ла шуға ышандырығыҙ;
- был ғүмерлек түгел, йылдар уҙыу менән ҡан тамырҙарының бындай реакцияһы баҫыла һәм күпкә һирәгәйә.
Үҙеңде ҡулға ала белеү сәнғәтен үҙләштереүҙә уңыштар теләйбеҙ.
Бит ҡыҙарыуының түбәндәге сәбәптәргә бәйле булыуы бар:
Эритрофобия – вегетатив нервы системаһының дөрөҫ эшләмәүе һәм артабан ҡыҙарыуҙан ҡурҡыу үҫешеүе арҡаһында биткә алһыулыҡ йүгереүе.
Гипертония ауырыуы. Артериаль ҡан баҫымы юғары булғанда һәм гипертония кризы күҙәтелгәндә шулай уҡ бит ҡыҙарыуы ихтимал. Дауамлы гипертония ауырыуы кисергәндә бит ҡыҙарыуының даими булыуы мөмкин. Был тамырҙарҙағы ҡандың баҫымы күтәрелеүгә бәйле. Гипертония сирен дауалау ғәҙәттә даими рәүештә ҡан баҫымын төшөрә торған дарыуҙар эсеүҙән ғибәрәт.
Розацеа – вегетатив-тамыр неврозы, йәғни бит ҡан тамырҙарының тонусы дөрөҫ көйләнмәү һөҙөмтәһе. Розацеа булғанда тамырҙар тышҡы ҡуҙғытҡыстарға (һауа температураһы үҙгәреүе, йылы йоғонтоһо, әсе (ҡырҡыу) аҙыҡ ашау, кофе эсеү һ.б.) адекват яуап бирмәй. Тәүҙә бит гел ҡыҙармай, күпмелер ваҡыт үткәс тиренең ҡыҙарыуы даими күренешкә әүерелә. Розацеа йыш ҡына демодикоз (ваҡ һытҡы, ҡыҙыл таплы шешектәр барлыҡҡа килеү менән билдәләнгән тире ауырыуы) менән тап килә (берләшә).
Һытҡы ауырыуы. Был сир күҙәтелгәндә ғәҙәттә бит тимгел-тимгел булып ҡыҙара.