Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
21 Ғинуар 2019, 13:26

Тормоштоң төп романы

Үҙеңде һөйөү менән тулыландырһаң, ул тышҡа атылып сығып, тормошобоҙҙоң барлыҡ өлкәһенә, эргә-тирәләгеләргә тарала, ә аҙаҡ артып, кире әйләнеп ҡайта. Шуға ла үҙеңде яратып, үҙеңә генә түгел, ә аралашҡан кешеләргә, һине уратып алған донъяға яҡтылыҡ өләшәһең. Үҙеңә булған ҡарашыңды, фекерҙәреңде, ҡылыҡтарыңды яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәртеү менән үҙеңә ҡарата хөрмәт тойғоһо, үҙбаһа барлыҡҡа килә. Бер үк ваҡытта һине уратып алған донъя ла үҙгәрә. Әгәр кеше үҙен хөрмәт итә икән, уны башҡалар ҙа хөрмәт итәсәк. Был – ҡанун.

Оскар Уайльдтың: “Үҙеңә ҡарата мөхәббәт – ғүмер буйына һуҙылған роман”, – тигән һүҙҙәре бар. Быға “әгәр ҙә ул тойғо ҡасан да булһа уянһа” тип өҫтәргә генә ҡала. Ә үҙебеҙҙе бәхетле итеп тойорға һәм тормоштан ҡәнәғәтлек алып йәшәргә теләһәк, был хис мотлаҡ башланырға тейеш.

Күп ҡатындар үҙҙәрен яратабыҙ ти, ә тәжрибә күрһәтеүенсә, күп осраҡта улар хаталана.

Үҙеңә ҡарата булған ысын мөхәббәт тойғоһон кисерер өсөн сәләмәт тормош алып барыу, физик әүҙемлек, дөрөҫ туҡланыу һәм үҙеңде ҡарап ҡына йөрөтөү, кешегә кәрәкле төп ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү мөмкинлектәренең булыуы ғына етмәй. Әммә был һанап үтелгәндәр – үҙеңә ҡарата мөхәббәт уятыуға табан әһәмиәтле аҙым.

Үҙеңде яратмайһың, әгәр


  • һирәкләп булһа ла үҙеңде, ҡиәфәтеңде, холҡоңдо, ҡылыҡтарыңды тәнҡитләһәң (быға альтернатива – төплө анализ һәм хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ иткән һығымталар);

  • ваҡыттың күп өлөшөн күңел ятмаған, йөҙәткес эшкә бүлһәң;

    мораль һәм матди ҡәнәғәтлек килтереүсе эш менән шөғөлләнмәһәң һәм булмышыңды билдәләү өсөн көс һалмаһаң;
  • йылдар буйы проблемалы мөнәсәбәттәрҙе түҙһәң;
  • башыңда негатив уйҙарҙың өҫтөнлөк итеүенә юл ҡуйһаң (улар уңышҡа һәм сәскә атыуға бер нисек тә булышлыҡ итә алмай);
  • башҡаларҙың (яҡындарыңдың, туғандарыңдың) уңышы өсөн үҙеңдең теләктәреңде, ҡыҙыҡһыныуҙарыңды ҡорбан итһәң;
  • үҙҡиммәтеңде һәм уникаллегеңде аңламаһаң;
  • бүтәндәрҙең ваҡытыңды, иғтибарыңды һәм яҡшылығыңды артыҡ файҙаланырға, үҙеңде кәмһетергә, тәнҡитләргә юл ҡуйһаң;
  • үҙеңдең эшеңде, хеҙмәтеңде тейешенсә баһаламаһаң;
  • көсөңә, мөмкинлектәреңә һәм үҙ-үҙеңә ышанмаһаң;
  • талантыңды, ижади һәләтеңде, көслө яҡтарыңды үҫтермәһәң;
  • ваҡытыңды бушҡа уҙғарһаң;
  • үҙеңә иң ҡиммәтле йән эйәһе тип ҡарамаһаң;
  • дәртһеҙ һәм ҡәнәғәтһеҙ йәшәһәң, йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн бер нәмә лә эшләмәһәң.

    Үҙеңде һөйөү менән тулыландырһаң, ул тышҡа атылып сығып, тормошобоҙҙоң барлыҡ өлкәһенә, эргә-тирәләгеләргә тарала, ә аҙаҡ артып, кире әйләнеп ҡайта. Шуға ла үҙеңде яратып, үҙеңә генә түгел, ә аралашҡан кешеләргә, һине уратып алған донъяға яҡтылыҡ өләшәһең.

    Үҙеңә булған ҡарашыңды, фекерҙәреңде, ҡылыҡтарыңды яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәртеү менән үҙеңә ҡарата хөрмәт тойғоһо, үҙбаһа барлыҡҡа килә. Бер үк ваҡытта һине уратып алған донъя ла үҙгәрә. Әгәр кеше үҙен хөрмәт итә икән, уны башҡалар ҙа хөрмәт итәсәк. Был – ҡанун.

    Бала, үҫмер сағығыҙҙың нисек үтеүенә, хәҙерге мәлгә тиклем тормошоғоҙҙоң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙе хәҙер яратырға өйрәнергә мөмкин.


    Нисек яратырға өйрәнергә

    Үҙеңде мотлаҡ яратырға кәрәк. Әммә яратыуҙы ғорурлыҡ, һауаланыу, эрелек, тәкәбберлек менән бутарға ярамай. Үҙ-үҙеңә ғашиҡлыҡ бүтәндәрҙе һанға һуҡмау, уларға кәмһетеп ҡарау менән бер, ә үҙеңде яратыу башҡаларға ихтирамлы булыу менән ярашып йәшәй.

    Башҡалар тарафынан үҙ шәхесегеҙҙе хөрмәт иттереүгә ынтылығыҙ. Бының өсөн иң тәүҙә үҙегеҙҙе тәнҡитләүҙән тыйылығыҙ.

    Үҙегеҙҙе ҡыуандырығыҙ. Таныштарығыҙға ҡыҙыҡлы коллаж эшләргә яратаһығыҙмы? Төшөрөгөҙ! Ял көндәре оҙағыраҡ йоҡлағығыҙ килһә, рәхим итегеҙ, йоҡо туйҙырығыҙ. Әхирәттәрегеҙ, иптәштәрегеҙ менән осрашығыҙ, ял итегеҙ, үҙегеҙҙе ҡарағыҙ.

    Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Башҡаларҙың хатаһына ҡарап фәһем ал тиһәләр ҙә, ғәмәлдә иһә, үҙеңдең башыңдан үтмәйенсә, аңламайһың. Хаталар – тормош тәжрибәһен туплауҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға ла, тәүәккәлләгеҙ!

    Ҡылған ҡылыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Хата, үпкә, кәмһетелеү кеүек йөктәрҙе үҙегеҙҙә йөрөтһәгеҙ, алға китеш булмаясаҡ. Көн башында уҡ күңелегеҙгә ятҡан йыр-көйҙәр менән кәйефегеҙҙе күтәрегеҙ. Бәләкәй саҡтағы кеүек карауатта һикереп йә бейеп алығыҙ. Тормош – ул хәрәкәт.

    Көҙгө алдында һөйләшегеҙ. Иртән тороп, көҙгө алдына баҫаһың да: “Мин һине яратам. Һин бәхетле булһын өсөн мин нимә эшләй алам?” тигән һорау бирергә мөмкин. Бынан һуң эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Тәүҙә яуап ишетелмәҫкә мөмкин, сөнки һеҙ үҙегеҙҙе һәр саҡ әрләргә генә күнеккәнһегеҙ.

    Көндөҙ, мәҫәлән, берәй күңелһеҙ хәл килеп тыуһа, көҙгөгә килеп: “Мин барыбер һине яратам”, тиергә кәрәк. Әгәр яҡшы нәмә булһа, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Көҙгөгә ҡарап шулай уҡ үҙегеҙҙе ғәфү итә, башҡаларҙан ғәфү үтенә алаһығыҙ. Үҙен ярата алмаған кешеләр, ғәҙәттә, ғәфү итә белмәй: тап шул ғәфү итеүгә һәләтһеҙлек үҙеңде яратыуға кәртә булып тора ла инде. Ә ғәфү итеп, ҡара уйҙарҙан арынғас, ауыр йөктән ҡотолоу менән бергә үҙеңә лә юл асыла.

    Беҙ башҡаларҙы үҙгәртә алмайбыҙ, шуға ла уларҙы тыныслыҡта ҡалдырыу зарур. Уларға бүлгән энергияны үҙегеҙгә йүнәлткәндә, һеҙ үҙегеҙ үҙгәрәсәкһегеҙ, һөҙөмтәлә, эргә-тирәләгеләрегеҙ һеҙгә башҡаса мөнәсәбәттә буласаҡ. Әгәр бөтөнләй үҙгәрергә теләмәгән насар кеше осраһа, үҙегеҙҙе яратыуығыҙ аша ғына уның менән аралашыуҙан баш тарта алырһығыҙ.

    Ҡыҫҡаһы, бөгөндән үк үҙегеҙгә ҡарата булған фекерҙәрҙе үҙгәртегеҙ, яҡшы мөнәсәбәт булдырығыҙ. Үҙегеҙ тураһында тик ыңғай уйҙарҙа булығыҙ, сөнки уйҙар тормошҡа ашыусан.


    Чарли Чаплин: “Үҙемде ярата башлағас…

    Ғазапланыу менән һағыштың намыҫыма ҡаршы йәшәүҙе иҫкәртеүсе билдә генә булғанын үҙемде ярата башлағас ҡына аңланым. Бөгөн мин беләм: ул “Дөрөҫлөк” тип атала.

    Үҙемде ярата башлағас, кеше үҙе әҙер булмаҫ элек һәм ваҡыты етмәҫтән алда теләктәренең тормошҡа ашырыуын көсләп тағып, берәүҙе ныҡ итеп үпкәләтергә мөмкин икәнен аңланым. Бөгөн мин уны “Асылыу” тип атайым.

    Үҙемде ярата башлағас, икенсе төрлө тормошҡа ынтылмай башланым һәм мине уратып алған барлыҡ нәмә мине үҫергә саҡырғанын күрҙем. Был – “Өлгөрөү”.

    Үҙемде ярата башлағас, ниндәй генә хәл булмаһын, мин үҙ ваҡытында дөрөҫ урында булыуымды һәм барыһы ла кәрәкле мәлдә килеп сығыуын аңланым. Шуға ла тыныс була алам. Хәҙер уны “Үҙ-үҙеңә ышаныс” тип аңлайым.

    Үҙемде ярата башлағас, үҙемдең ваҡытымды урлауҙан һәм киләсәккә ғәйәт ҙур пландар ҡороуҙан туҡтаным. Бөгөн мин тик шатлыҡ һәм бәхет алып килгән, күңелем ятҡан нәмәләр менән генә шөғөлләнәм, был үҙ сиратында яҡшы кәйеф алып килә.Мин уларҙы үҙемдең ысулдарым буйынса һәм үҙемдең ритмда ғына эшләйем. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда был – “Ябайлыҡ”.

    Үҙемде ярата башлағас, мине аҫҡа һөйрәгән, һаулығыма зыян килтергән һәм үҙемдән алыҫлаштырған бар нәмәнән – аҙыҡтан, кешеләрҙән, әйберҙәрҙән, хәлдәрҙән ҡотолдом. Тәүҙә мин уны дөрөҫ (ғәҙел) эгоизм тип атағайным, бөгөн “Үҙ-үҙеңде яратыу” тип ҡарайым.

    Үҙемде ярата башлағас, гел генә үҙемде хаҡ тиеүҙән баш тарттым, шунан алып аҙыраҡ хаталанам. Хәҙер беләм, ул – “Баҫалҡылыҡ”.

    Үҙемде ярата башлағас, үткәндәр менән йәшәүҙән һәм киләсәкте ҡайғыртыуҙан туҡтаным. Бөгөн мин тик хәҙерге менән йәшәйем. Был “Тормошҡа ашыу” тип атала.

    Үҙемде ярата башлағас, аҡылымдың кәйефемде боҙа алыуын һәм шуның арҡаһында ауырып китеү ихтималлығына төшөндөм. Ә уны йөрәгем менән берләштергәйнем, зиһенем ҡиммәтле кәңәшсемә әүерелде. Бөгөн мин был берләшмәне “Йөрәктең тәрән аҡылы” тип атайым.

    Беҙгә башҡаса бәхәстәрҙән, үҙең йә бүтәндәргә осраған проблемаларҙан ҡурҡырға ярамай. Хатта йондоҙҙар ҙа бәрелешә, һөҙөмтәлә яңы донъя барлыҡҡа килә. Бөгөн мин беләм: “Был – Тормош”.

    Ләйлә ЗАКИРОВА әҙерләне.
    Читайте нас: