Был һорауға яуап биреүе еңелдән түгел. Берәүҙәр башҡаларға мотлаҡ оҡшайым тип уйлай, икенселәр үҙҙәренә төбәп әйтелгән комплименттың ысын күңелдән булыуына шикләнә, өсөнсөләр, ғөмүмән башҡаларға оҡшай белеүҙе мөһим тип тә иҫәпләмәй. Тирә-йүндәгеләрҙең беҙгә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуы күп осраҡта үҙебеҙҙән тора. Нисегерәк һуң? Быны түбәндәге һорауҙарға яуап биргәс аңларһығыҙ.
Һорауға яуап алыр өсөн түбәндәге 20 осраҡҡа үҙ ҡарашығыҙҙы белдерегеҙ. Әгәр ҙә риза булһағыҙ - “+”, килешмәһәгеҙ “–“ билдәләрен ҡуйығыҙ.
1. Барыһы ла, аралашҡан саҡта, мине тикшерә, баһалай һәм һынап ҡарай. Һәр ваҡыт шуны хәтеремдә тоторға тейешмен.
2. Үҙенең яратҡан шөғөлдәре хаҡында дуҫтары менән фекер алышырға теләгән кешелә бойондороҡһоҙлоҡ тойғоһо үҫешкән булырға тейеш.
3. Ниндәй генә ауыр осраҡта ла үҙеңде лайыҡлы тотоу зарур.
4. Башҡаларҙың телмәрендә хата тапһаң, уны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк.
5. Сит кешеләр менән осрашҡанда уларға оҡшар өсөн һеҙ аҡыллы, аралашыусан һәм күркәм ҡиәфәттә булырға тейешһегеҙ.
6. Ят кеше менән таныштырғанда, уның исемен ишетмәй ҡалдығыҙ. Исемен ҡабатлауын һорайһығыҙ.
7. Һеҙ үҙегеҙҙе башҡаларҙан көлөргә юл ҡуймауығыҙ өсөн хөрмәт итәләр тип уйлайһығыҙ.
8. Һәр ваҡыт уяу булырға тырышаһығыҙ, юғиһә, башҡалар һеҙҙән көлә башлаясаҡ һәм уңайһыҙ хәлдә ҡалдырасаҡ.
9. Әгәр ҙә һеҙгә ҡыҙыҡлы, күп нәмәләр хаҡында хабәрҙар булған кешеләр менән күрешергә тура килһә, аралашыу барышында баҙап ҡалыуҙан шөрләп, осрашыуҙан баш тартаһығыҙ.
10. Кеше һәр ваҡыт компанияның ҡылыҡтарына, холоҡтарына, кәйефтәренә яраҡлашырға тейеш.
11. Һеҙ һәр ваҡыт дуҫтарығыҙға ярҙам итергә тейешһегеҙ, сөнки ҡасан да булһа үҙегеҙә лә уларҙың ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал.
12. Кешеләргә артыҡ ҙур ярҙам күрһәтеүҙән баш тартаһығыҙ, сөнки күп осраҡта улар һеҙҙең тырышлығығы
13. Һеҙ башҡаларға буйһонғансы, башҡалар һеҙгә буйһонһон.
14. Ысын дуҫ ниндәй генә осраҡта ла дуҫына ярҙамға ашығырға тейеш.
15. Үҙен баһалаһындар һәм ыңғай ҡабул итһендәр өсөн кеше үҙенең һәйбәт сифаттарын күрһәтергә тейеш.
16. Әгәр ҙә компанияла һеҙ быға тиклем ишеткән көләмәсте ишетеп ҡалһағыҙ, һөйләүсене бүлдерергә тейешһегеҙ.
17. һеҙ компанияла быға тиклем белгән көләмәсте бүлдермәй генә тыңларға һәм көлөргә тейешһегеҙ.
18. Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар, ә һеҙ киноға йыйынғанһығыҙ. Дуҫығыҙҙы үпкәләтеүҙән ҡурҡып, дөрөҫөн әйтмәйһегеҙ, ауырығанға һалышаһығыҙ.
19. Ысын дуҫ иптәшенә һәр саҡ һәйбәт мөнәсәбәттә булырға тейеш. Хатта ул быға лайыҡлы булмаһа ла.
20. Башҡалар ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер әйткәндә, һәр саҡ үҙеңдекен тылҡыу ярамай.
Һәр дөрөҫ яуапҡа бишәр балл ҡуйығыҙ. Дөрөҫ яуаптар: әгәр ҙә 6, 13, 14, 20 һанлы һорауҙарға - ”+“; 1, 2, 3, 4, 5, 6 , 7, 8 , 9, 10, 11, 12, 15, 16,17, 18, 19 һанлыларына “– “ билдәһен ҡуйһағыҙ. Дөрөҫ яуаптарҙы берләштереп, дөйөм балды иҫәпләп сығарығыҙ.
85-тән 100-гә тиклем. Бик яҡшы һөҙөмтә. Күпселек кешеләр һеҙҙе бик ярата.
75-тән 84-кә тиклем. Һәйбәт һөҙөмтә. Һеҙ аралашҡанда мөләйем, итәғәтле, һөймәлекле була алаһығыҙ, әммә ҡайһы бер осраҡта үҙегеҙҙе тота алмайһығыҙ. Сабырлығығыҙ оҙаҡҡа етмәй.
60-тан 74-кә тиклем. Ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтә. Төрлө кешеләр менән аралашҡанда үҙегеҙҙе лайыҡлы тота алаһығыҙ. Әммә башҡа кешенең абруйын һаҡлау тураһында уйлап еткермәйһегеҙ.
0-дән 59-ға тиклем. Дөрөҫөн әйткәндә, бик насар һөҙөмтә. Һеҙҙе маҡтарлыҡ бер сәбәп тә юҡ. Әммә өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ - аралашыу сәнғәтен үҙләштерергә һуң түгел әле. Кешеләргә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Был иң мөһиме һәм иң ауыры. Ҡалғаны аралашыу барышында үҙенән-үҙе килер.