Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
28 Февраль 2019, 15:41

Уңышҡа өлгәшеү серҙәре

Кеше яҙмыштары төрлө. Берәүҙәр баш әйләндерерлек уңыштарға өлгәшеп, бәхет күгенең ете ҡатын да иңләһә, икенселәр, Алланың рәхимһеҙлегенә туҡтауһыҙ зарланып, тормош төпкөлөндә үҙенсә ҡайнай бирә. Ысынлап та, кемгәлер барыһы ла еңел бирелә, ә кемгәлер гел абынырға, туҡтауһыҙ ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килә.

Кеше яҙмыштары төрлө. Берәүҙәр баш әйләндерерлек уңыштарға өлгәшеп, бәхет күгенең ете ҡатын да иңләһә, икенселәр, Алланың рәхимһеҙлегенә туҡтауһыҙ зарланып, тормош төпкөлөндә үҙенсә ҡайнай бирә. Ысынлап та, кемгәлер барыһы ла еңел бирелә, ә кемгәлер гел абынырға, туҡтауһыҙ ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килә. Быны кеше тәҡдиргә япһара. Әммә һеҙ – үҙ яҙмышығыҙҙың хужаһы һәм оҫтаһы. Уны нисек теләйһегеҙ, шулай үҙгәртә алаһығыҙ. Яҙмышығыҙ биттәре матур хәтирәләр, күңелле хәл-ваҡиғалар менән тулһын, уй-хыялдарығыҙ бойомға ашһын тиһәгеҙ, яҙмыш дилбегәһен үҙ ҡулығыҙға алырға тура киләсәк. Ҡытайҙарҙа “Тауҙы юлынан алып ташларға теләгән кеше, эште бәләкәй таштарҙан башлай” тигән бик аҡыллы әйтем бар. Беҙ ҙә яҙмышты яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙе уй-хыялдарҙы тәртипкә килтереүҙән башларға кәрәк, тигән фекерҙәбеҙ. Һәм һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар, уңышлы булыу серҙәрен махсус сығанаҡтарҙан беҙҙең менән бергә үҙләштерергә тәҡдим итәбеҙ. Һайлағыҙ: үҙ яҙмышығыҙҙың ҡоломо һеҙ, әллә хужаһымы?!


Һуңғы йылдарҙа телевидение тапшырыуҙарында, киң мәғлүмәт сараларында бәхетле булыу серҙәре тураһында бик күп һөйләйҙәр. Хатта был турала “Сер” тип аталған фәнни-популяр фильм да төшөрөлгән. Китап магазиндарында Наталия Правдина, Дейл Карнеги һәм башҡа авторҙарҙың уңышҡа өлгәшеү нескәлектәренә өйрәтеүсе психология китаптары иң популярҙарҙан иҫәпләнә. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! “Мин аҡса йәлеп итәм”, “Минең балам – буласаҡ миллионер”, “Мин – мөхәббәт һәм бәхет алиһәһе”, “Нисек бай булырға?”, “Байлыҡ минең ҡулымда” һ.б. Халыҡ араһында ла был “мөғжизәле” китаптарҙың әһәмиәте, ярҙамы ҙур тип әйтә алам. Сөнки күп кенә таныштарымдан ошондайыраҡ фекерҙәр ишетергә тура килде:

Урта йәштәрҙәге ханым ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында яуаплы вазифаһынан бушатылғас, депрессияға бирелә. Шул саҡта осраҡлы рәүештә ҡулына Н. Правдинаның китабы килеп эләгә. “Бына шунда килде инде миңә йән тыныслығы. Үҙемде тик позитив уйҙар уйларға мәжбүр иттем. Яңынан һәйбәт эш табасағыма ышана башланым. Депрессиянан ҡотолдом. Һәм, күп тә үтмәй, тәүгеһенән дә аҡсалыраҡ, ә иң мөһиме, күңелемә яҡын булған эш таптым”, – тип һөйләне ул.

Икенсе бер танышым төҫкә-башҡа сибәр, һөнәрле-белемле булыуына ҡарамаҫтан, һаман ғаилә ҡора алмай йөрөй бирҙе. Бер-ике йыл самаһы бәйләнеш өҙөлөп торғандан һуң, уның уңышлы ғына кейәүгә сығып, фатирлы ла булып, хәҙер инде бәпәй үҫтереүҙәрен ишетеп ҡыуандыҡ. Бер осратҡанда, нисек улай тиҙ арала тормошланып киттең әле, тигәнгә серле генә йылмайып: “Наталия Правдинаның китабын бүләк итермен әле. Хикмәт тап шунда”, – тигәйне.

Ә был китаптарҙың төп асылы шунда: беҙҙе уратып алған уңышһыҙлыҡтар, бәләләр өсөн тик үҙебеҙ генә ғәйепле, йәғни сәбәпте башҡа берәүҙән түгел, фәҡәт үҙебеҙҙән генә эҙләргә тейешбеҙ. Бәхетте һауанан көтөп ятмай, үҙебеҙ уға ынтылырға, етешһеҙлектәребеҙ өҫтөндә эшләргә, камиллашырға, иң мөһиме, көсөбөҙгә ышанырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр бәлки был фекер менән килешмәҫ. Әммә үҙеңә ышанмаһаң, туҡтауһыҙ икеләнһәң, һин нисек бәхеткә өлгәшә алаһың? Уның китаптарының бер нисәүһен дөйөмләштереп, ҡаймағын айырып, ҡайһы бер кәңәштәрен һеҙгә лә еткерергә булдыҡ.


Бәхетле булыу серҙәре

Иң тәүге сиратта кеше үҙен тик позитив уйҙарға көйләргә өйрәнергә тейеш. Сөнки беҙҙең уйҙар йыһан менән бик тығыҙ бәйләнештә. Улар йыһанға барып тоташып, киләсәгебеҙҙе программалаштыра һәм материаллашып тормошҡа кире ҡайта. Яҡшы теләктәр теләп, үҙебеҙҙе ыңғай уйҙарға ғына көйләп йөрөһәк, ғаләм дә беҙгә яраҡлаша. Ерҙең тартыу көсө законы (закон притяжения) туҡтауһыҙ эшләп тора икәнен хәтерҙән сығармайыҡ. Үҙегеҙҙе донъяла иң бәхетле кеше тип хис итһәгеҙ, һеҙҙең тирәләй йылы атмосфера барлыҡҡа килә. Һеҙҙе тик ыңғай күренештәр, яҡшы, уңышлы кешеләр генә уратып ала башлай. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен солғап алған уңышһыҙлыҡтар, асыуҙарын килтергән хәл-ваҡиғалар, финанс проблемалары, көндәлек мәшәҡәттәр тураһында ғына уйлап, көйөнөп, тормошонан ҡәнәғәт булмай йөрөй икән, һөҙөмтәлә йыһан шундай уҡ мәшәҡәттәрҙе тағы ла өҫтәп кенә тора. Һәм кеше туҡтауһыҙ проблемалары менән әйләнеп торған тәгәрмәс эсендә ҡала. Иң мөһиме, күңелһеҙ, ҡурҡыныс күренештәр тураһында уйлауҙан бөтөнләй тыйылығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Позитив уйҙар негативтарынан йөҙ тапҡыр көслөрәк. Берәй эштең аҙағы хәйерле килеп сығырына ышанмай йөрөйһөң икән, космосҡа был турала сигнал ебәрәһең, уны йыһан мотлаҡ тотоп аласаҡ һәм шундай уҡ позиция менән яуап ҡайтарасаҡ. Һөҙөмтәлә, һаулығына туҡтауһыҙ зарланыусылар йыш сирләй, аҡса етмәүенә борсолоусылар аҡсаһыҙлыҡтан интегә. Ундайҙарҙың бөтмәҫ аһ-зарын тыңламаҫҡа ла мөмкин. Иғтибар итегеҙ әле: тормоштары менән ҡәнәғәт булған оптимист рухлы кешеләрҙе лә тап үҙе ише кешеләр уратып ала.

Шулай уҡ йыһандың икенсе бер мөһим законы – эмоциялар менән идара итергә өйрәнеү. Үҙегеҙҙең хис-тойғоларығыҙҙы дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеүҙе иртәнсәк йоҡоғоҙҙан уянғас та башлау мөһим. Әгәр йоҡоғоҙ туймай, һытыҡ, асыулы йөҙ менән килеп торһағыҙ, артабан бөтә көнөгөҙ шулай үтәсәк. Шуға күрә лә һәйбәт уйҙар солғанышында алда һеҙҙе тик яҡшы көн көткәненә ышанып аяҡҡа баҫыу менән, күңелле музыка ла ҡуйып ебәрһәгеҙ, йыһан да күңелегеҙ торошона яраҡлашып, һеҙгә матур көн бүләк итәсәк. Көн дауамында үҙегеҙҙе һау-сәләмәтмен, матурмын тип хис итегеҙ. Ошо ерҙә йәшәүегеҙ, бөгөнгө көнөгөҙ, ерҙәге һәр һулышығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәләне тәбрикләп, юғары көстәргә рәхмәт әйтегеҙ. Хоҙайҙан иртәгеһе көндө тағы ла уңышлыраҡ биреүен һорағыҙ.

Түбәндәге мөһим ҡағиҙәне лә иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Хыялға ирешер өсөн, уны дөрөҫ итеп теләй белергә лә кәрәк. Әгәр эстән генә теләһәң, ул бары тик хыял ғына булып ҡала. Теләк һүҙенең тамыры тел тигәндән алынған, шуға ла ҡысҡырып әйтеп теләһәң, ул мотлаҡ тормошҡа ашыр. Уй-ниәттәрең ҡабул булһын өсөн өс кәңәш:

1) үҙеңдең нимә теләгәнеңде аныҡ белеп, тормошҡа ашыуын ысын күңелдән теләргә (уны мотлаҡ хәҙерге заманда һорарға кәрәк. Мәҫәлән, “Бөгөн минең эштәремдең бөтәһе лә уң була!” һ.б.);

2) теләгеңде тормошҡа ашырыр өсөн йыһандың мөмкинлектәр бүләк итеүенә ышанырға;

3) һеҙгә бирелгән мөмкинлектәрҙе ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырырға.

Артабанғы кәңәш – үҙеңде хөрмәт итә белергә өйрәнеү. Үҙеңде үтә түбән баһалайһың икән, башҡаларҙың ихтирамын яулауы ауыр буласаҡ, улар хатта һине күрмәйәсәк тә. Күңелегеҙҙә үҙегеҙҙең идеалығыҙҙы булдырығыҙ. Һәм шул идеалға ирешкән һайын үҙбаһағыҙ күтәрелә барыр, ғорурлыҡ тойғоһо ла үҫешер. Аңығыҙҙа барлыҡҡа килгән образға яраҡлашырға тырышығыҙ. Ә хәҙер бер бит ҡағыҙ алып, 5-10 йылдан киләсәгегеҙҙе нисек күҙ алдына килтереүегеҙ хаҡында яҙығыҙ. Яҙмағыҙҙа түбәндәге пункттар сағылыш тапһын:

1. Үҙегеҙҙең өҫ-ҡиәфәтегеҙ;

2. Эш урынығыҙ;

3. Биләгән вазифағыҙ;

4. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ;

5. Ғаиләгеҙ;

6. Һаулығығыҙ торошо.

Был ҡағыҙ битен берәй ҡул теймәгән ергә йыйып ҡуйығыҙ ҙа, исемлек тураһында онотоғоҙ. Берәй заман, күп йылдар үткәс, яңылыштан ғына шул ҡағыҙҙы табып алғас, уны уҡып, һөҙөмтәләрегеҙ менән сағыштырып, үҙегеҙ үк хайран ҡалырһығыҙ.

Шулай уҡ, көндәлек тормошта ҡулланған һүҙҙәргә иғтибар итеү мөһим. Сөнки һүҙҙәр беҙҙең менән идара итә. Тиҫкәре фразаларығыҙҙы телмәрегеҙҙән бөтөнләй алып ташлап, позитив һүҙбәйләнештәр менән алыштырығыҙ. Мәҫәлән:

Эт кеүек арыным – Фәрештә кеүек арыным;

Ҡараңғы көнгә – Яҡты көнгә;

“Хәлегеҙ нисек?” тигән һорауға: “Бик яҡшы, һеҙгә лә шуны теләйем!” – тип яуаплағыҙ.

Үҙ алдығыҙға көйләп йөрөгән йырҙарға бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ. Матур йөкмәткеле йырҙар кәйефегеҙҙе күтәрәсәк. Ә моңһоу, ҡайғылы йырҙар күңел торошона кире тәьҫир итмәй ҡалмаҫ. Ҡайһы бер артистарҙың сәхнәләрҙе шаулатып йырлап йөрөгән йырҙарының һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ әле, тормоштары ла бит шул йырҙарының йөкмәткеһенән ҡалышмай.

Үҙ-үҙенә ышанмағандар, оялсандар өсөн кәңәштәр:

1. Талапсан, уҫал етәксегеҙҙең эш кабинетына берәй йомош менән ингән ваҡытта, етәксене эш өҫтәлендәге берәй фотоһүрәттең эсендә ултыра икән, тип күҙ алдына килтерегеҙ (ғаиләһе менән төшкән фотоһы йәки берәй матур картина булыуы мөмкин). Ул шул һүрәт эсендә көсөргәнештән ҡотолоп, бер аҙ ял итһен әйҙә. Һөҙөмтәлә, һеҙҙең тәҡдимегеҙҙе күтәреп алыр, йомошоғоҙҙо матур итеп ҡабул итер.

2. Берәй офисҡа, банкка төшкө аш ваҡытына 5 минут ҡалғанда килеп еттегеҙ икән, ти. Ә һеҙгә үҙ йомошоғоҙҙо эш итергә кәрәк. Ул урындарҙа, ғәҙәттә, күберәк ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Үтенесегеҙ кире ҡағылмаҫтан элек, уйығыҙҙан ғына ханымға бүләктәр бирәһегеҙ икән, тип хис итегеҙ (аҡ лимузин, француз хушбуйы, матур гөлләмә). Ә ысынында, был саҡта һеҙ был кешегә йылы энергия тулҡыны ебәрәһегеҙ. Ул кеше үҙе лә һиҙмәҫтән ошо тулҡындарҙы тотоп аласаҡ һәм шундай уҡ симпатия менән һеҙгә яуап ҡайтарасаҡ. Йомоштарығыҙҙы йомошлағас, төшкө аш ваҡытын бүлгән өсөн ғәфү үтенеп, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ.

Әлбиттә, тормошта төрлө саҡ була. Берәй уңышһыҙлыҡҡа осраһағыҙ, уны күңелегеҙгә үтә яҡын алып, төшөнкөлөккә бирелергә ашыҡмағыҙ. Уңышһыҙлыҡҡа рәхмәт әйтегеҙ, был осраҡ киләсәктә ошо хаталарҙы бүтән ҡабатламаҫҡа һабаҡ булһын.

Иң мөһиме, нисә йәштә, тормошҡа ниндәй мөнәсәбәттә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, мөғжизәгә ышанығыҙ. Баш ҡала вуздарының береһендә уҡытҡан тәжрибәле ғалим, политология фәндәре кандидаты бер лекцияһында: “Мөғжизәгә ышанығыҙ! Сөнки тормошта улар булып тора. Балаларса, ябай бер ҡатлылыҡ менән ышанығыҙ!” – тигәйне. Ошо фекерҙе күңел һандығыма бикләгәндән һуң, үҙем бер ҡыҙыҡлы күренешкә тап булдым. Ғүмеремдә бер имтиханға ла әҙерләнмәй йөрөгәнем булмаһа ла, был юлы, ваҡыт булмау сәбәпле, иң талапсан, уҫал уҡытыусының имтиханына бер һорауҙы ла асып уҡып өлгөрә алмайынса, нисек тә булһа биреп сығырмын әле, тигән уй менән килеп ултырҙым. Әллә имтиханға бармаҫҡамы, тигән икеләнеү уйымда ла булманы нисектер. Артабан инде еңел билет эләкте, талапсан уҡытыусы иң мәрхәмәтлегә әйләнде, имтиханымды уңышлы ғына тапшырып сыҡтым. Ысын мөғжизә булды был минең өсөн. Был, әлбиттә, бер нәмә лә эшләмәй, һауанан мөғжизә көтөргә кәрәк, тигәнде аңлатмай. Мин бары тик эштең аҙағы хәйерле тамамланырына ышандым. Ошо ышаныуым өсөн йыһандың бер бүләгенә лайыҡ булдым.

Н. Правдинаның кәңәштәрен файҙаланып,

Милә БИЛАЛОВА әҙерләне.

Читайте нас: