Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аҡса – иҫәпте, ә аҡыл үлсәп эшләүҙе ярата

“Уф, ҡайһылайтып аҡса еткерергә?!”, “Был ғына аҡсаға нисек көн күрергә?”, йә булмаһа “Аҡса ғүмерҙә лә етмәҫ инде” һ.б. ошоға оҡшаш зарланыуҙарҙы йыш ҡабатлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ ошондай негатив уйҙар уйлап, проблемалар өсөн борсолоп, үҙе лә һиҙмәҫтән аҡсаны үҙенән этәрә.

“Уф, ҡайһылайтып аҡса еткерергә?!”, “Был ғына аҡсаға нисек көн күрергә?”, йә булмаһа “Аҡса ғүмерҙә лә етмәҫ инде” һ.б. ошоға оҡшаш зарланыуҙарҙы йыш ҡабатлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ ошондай негатив уйҙар уйлап, проблемалар өсөн борсолоп, үҙе лә һиҙмәҫтән аҡсаны үҙенән этәрә.


Тәбиғәт кешелеккә аҡыл тупларға, көс йыйырға, һау-сәләмәт булырға мөмкинселектәрен биреп тә, бөтә кеше лә уларға өлгәшә алмаған кеүек, аҡса ла был тормошта бөтәбеҙгә лә тигеҙ бирелмәй. Йәмғиәтебеҙҙә аҡса кешелек донъяһы өсөн йәшәү һәм энергия сығанағы булып әйләнештә йөрөй. Бөгөнгө көндә аҡсаһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Күп кенә ғаиләләрҙә иреш-талаштар шул аҡса мәсьәләһенән килеп сыға ла инде. Көшөлөгө тулы булғанда кешенең кәйефе лә көр, күңеле лә күтәренке. Берәй уңышлы ғына бизнесмен менән ябай кешенең психологияһын сағыштырып ҡараһаҡ, уларҙың аҡсаға булған мөнәсәбәттәренең, ҡылыҡт-ғәҙәттәренең ҡырҡа айырылып тороуына шаһит булырбыҙ. Сөнки бизнесмендар, ябай кешенән айырмалы рәүештә, үҙҙәренә күпме аҡса кәрәклеген, уны нимәгә сарыф итәсәген аныҡ белә. Улар менән дөрөҫ эш итә. Капиталын арттырыу өсөн күп тотоноу түгел уның маҡсаты, ә дөрөҫ тотоноу. Шуға күрә лә аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫ өсөн, “аҡса – иҫәпте, ә аҡыл үлсәп эшләүҙе ярата” принцибы менән йәшәп өйрәнергә кәрәк. Иң башта үҙеңдең уйҙарыңды, ҡылыҡтарыңды, ғәҙәттәреңде үҙгәртеүҙән башлау зарур. Аңлы рәүештә үҙеңде үҙгәртеү кешене профессиональ кимәлдән дә, материаль йәһәттән дә үҫтерә, камиллаштыра.
Аҡса беҙҙән үҙенә ҡарата иғтибар һәм ихтирам талап итә. Уға ҡарата һәр ваҡыт позитив мөнәсәбәт булдырырға кәрәк, хатта етмәгән осраҡта ла мәрхәмәтле булып, һәр тиндең һеҙҙең көнкүрешегеҙгә килеп инеүенә рәхмәт әйтегеҙ.
Аҡсаны беҙ күпселек ҡайҙа һаҡлайбыҙ? Кемдер – кейем шкафында, кемдер – матрац аҫтында. Белгегеҙ килһә, иң уңайлы һәм иң дөрөҫ урын аш-һыу бүлмәһендә, һыуытҡыста икән. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки һыуытҡыс беҙҙең аҙыҡ-түлекте һаҡлай, шуға ла аҡса һаҡлау өсөн ҡулай энергия тап бында, баҡһаң.
Өйөгөҙҙә унда-бында тәгәрәп йөрөгән бер, биш, ун, илле тинлектәрҙе йыйып бер урынға һалып барырға була. Йәки алғы бүлмәгә тәрилкә ултыртып ҡуйып, көн дә кеҫәгеҙҙәге тинлектәрҙе өҫтәп торорға мөмкин. Был ябай ғына күренештәр һеҙҙең өйөгөҙгә көн дә аҡса килеп тороуына булышлыҡ итер. Тинлектәр күбәйгән һайын, ғаилә бюджетындахәл яҡшырыр. Фэн-шуй белгестәре өйгә аҡса, байлыҡ йәлеп итер өсөн төрлө бетеүҙәр (талисмандар) алырға кәңәш итә. Мәҫәлән, иң популяр бетеү булып ауыҙына тәңкә ҡапҡан өс аяҡлы әрмәнде һанала. Уны күпселек эш өҫтәленә ултыртып ҡуялар.
Хәҙер янсығыбыҙҙың эсенә байҡау яһайыҡ. Ҡағыҙ аҡсалар таушалып, бөкләнеп, тәртипһеҙ рәүештә тинлектәр менән бер рәттә яталармы? Был дөрөҫ түгел! Аҡса бөхтәлекте ярата. Ҡағыҙ менән тимер аҡсаларҙың бергә ятыуы уларҙы хурлай. Ҙурыраҡ купюраларҙы дәрәжәләренә ҡарап, тәҫләп айырып һалыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Шулай уҡ бүтән илдәрҙең аҡсаларына (евро, доллар һ.б.) айырым урын әҙерләгеҙ. Аҡсаның йөҙө һеҙгә ҡарап ятһын. Һәм, әлбиттә, көшөлөктәрегеҙҙе бер ваҡытта ла буш ҡалдырмағыҙ. Унда һәр ваҡыт берәй “бәхетле тәңкә” көшөлөккә аҡса йәлеп итеп, “мая төбө” рәүешендә муллыҡтың һәм етешлектең талисманы булып ҡалһын. Уны бик кәрәк булғанда ла тотонмағыҙ.
Магазинда әйбер һатып алғанда ҡағыҙ аҡсаны асып бирмәгеҙ, үҙегеҙҙән энергияны ҡасырырһығыҙ. Аҡсаны бөкләп, бөкләнгән яғын алға ҡаратып бирер кәрәк. Ә инде һатыусы ҡайтарған сдачаны уның ҡулынан түгел, мотлаҡ махсус ултыртылған тәрилкәнән алыу кәрәк. Шул рәүешле һеҙ үҙегеҙгә кешеләрҙең кире энергияһын эләктереүҙән һәм улар менән тура бәйләнештән ҡасаһығыҙ. Әгәр ҙә аҡсалар ергә һибелеп китә икән, мотлаҡ уң ҡул менән йыйып алырға кәңәш ителә.
Шулай уҡ бурысҡа биреүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар: кешегә аҡса биргәндә уң ҡул менән биреп, ул кире ҡайтарғанда һулы менән алыр кәрәк, йәғни сәғәт телдәре буйлап аҡса һеҙҙә әйләнеп йөрөһөн. Шулай уҡ яңы ай тыуған ваҡытта үтескә алып, тулған сағында бурысты ҡайтарыу ҙа кешенең матди йәһәттән байығыуына булышлыҡ итер. Һәм биргән саҡта эстән генә мин бай, һинең дә бай булыуыңды теләйем, тип әйтеп бирегеҙ.
Шишәмбе көн кешенән бурысҡа аҡса алмағыҙ, дүшәмбе үҙегеҙ бирмәгеҙ. Эш хаҡын алған көндө бер тинегеҙҙе лә тотонмаҫҡа кәңәш ителә. Килгән аҡсалар бер төн һеҙҙә йоҡлаһын. Шунан ғына кәрәкле ерҙәргә тотона башларға мөмкин.
Халыҡта ла бит элек-электән уларға бәйле күп юрамыштар йәшәп килә. Мәҫәлән, кискеһен кешегә аҡса бирергә ярамай, биргән осраҡта иҙәнгә һалып, тапап бирәләр. Өйҙә һыҙғырырға ярамай, аҡса булмай һ.б.

Янсыҡты нисек дөрөҫ һайларға?

Аҡса янсыҡтарының төрлөһө була: күн, замш, яһалма. Әммә бөтәһенең дә функцияһы бер – аҡса һаҡлау. Арзанлы, ҡулдан һатылған янсыҡтарҙы алырға кәңәш ителмәй. Сөнки арзанлы көшөлөк ярлылыҡ энергияһын йәлеп итә. Эре купюраларҙың унда килеп инеү ышанысы бөтөнләй юҡ. Артыҡ ныҡ ҡиммәт булмаһа ла, яҡшы ғына, әммә эре һәм ваҡ купюраларҙы, тинлектәрҙе айырым һаҡларлыҡ кеҫәләре булған янсыҡтар һатып алыу отошло. Әгәр ҙә көшөлөк һатып алыр өсөн ҙур ғына сумма сығарҙығыҙ икән, был аҡсалар барыбер һеҙгә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Әйтте, тиерһегеҙ!
Күптәр яҡын кешеһенең – иренең, балаһының һ.б. – фотоһын янсығына һалып йөрөтөүсән. Ә был күренеш фотолағы кешегә кире йоғонто яһауы бар, шул уҡ ваҡытта кешенең материаль хәле һеҙҙең көшөлөк арҡаһында (ул буш саҡта!) хөртәйеп китеүе лә ихтимал. Шулай уҡ, янсыҡтарыбыҙҙа иҫке талондар, чектар, билеттар, телефон номеры яҙылған ҡағыҙ остоҡтары ятҡан янсыҡҡа аҡса килеп инергә тырышмай. Йәки башҡа әйберҙәр һаҡлай торған ғәҙәте бар. Иң һәйбәте – көшөлөкте үҙегеҙгә һатып алыу түгел, ә берәйһенең һеҙгә бүләк итеүе. Бүләк иткән саҡта был кешенең аҡсаһы күп булһын өсөн, уны буш бирмәй, эсенә ҙур булмаған күләмдәге аҡса һалып биреү был кешегә материаль уңыштар килтерер.
Ә көшөлөктөң төҫтәренә килгәндә, һыуҙы хәтерләткән күк, зәңгәр, йәшел төҫлө янсыҡтарҙан аҡса ағып сығып китәсәк. Ә инде асыҡ ҡыҙыл төҫлө күн янсыҡтар аҡса өҫтәлеүенә булышлыҡ итә. Лакланған ҡыҙыл күн янсыҡ һатып алыу бигерәк тә отошло булыр.
Хәҙер магазиндарҙа көшөлөк һатып алғанда һайлау мөмкинлеге ҙур. Кешенең тыуған көндәренең датаһына ҡарап, кемгә ниндәй төҫтәгеһе тап килеүен белергә була. Әгәр һеҙ тыуған көнөгөҙ 1–9 һандары арауығына тап килә икән, түбәндәге төҫтәр һайлау отошло.
1. һары, ҡыҙғылт һары, алтын, бронза төҫтәрендәге;
2. аҡ, йәшел;
3. зәңгәр, зәңгәр күк;
4. һоро, буҙ, аҡһыл күк;
5. аҡ, һоро, һары;
6. зәңгәр, күк, йәшел, алһыу;
7. сирень төҫө, күк, йәшел, алһыу;
8. ҡара, күк, ҡара йәшел;
9. ҡыҙыл.
Әгәр тыуған көнөгөҙ 10-нан алып 31-нә тиклем тура килһә, ҙурыраҡ һандан бәләкәйерәген алабыҙ, мәҫәлән, 28 февраль икән 8-2=6 (зәңгәр, күк, йәшел, алһыу). Айҙың 11-се һәм 22-се көндәрендә тыуыусылар йәндәре теләгән аҡса йәлеп итерлек төҫтәге көшөлөктәр һайлай ала. Ә иң һәйбәте – барлыҡ йылығыҙҙы, энергияғыҙҙы биреп үҙегеҙ теккән аҡса янсыҡтары. Уларҙы бәрхәттән, барсанан, велюр туҡымаларынан эшләп, алтын, көмөш төҫөндәге ептәр менән тегеп, ялтыр стразалар менән биҙәү һеҙгә байлыҡ һәм муллыҡ йәлеп итәсәк. Шулай уҡ тағы ла бер ябай ғына сер асам: өйҙә йөрөгәндә иҫке халаттар, тубығы йыртылған джинсылар, һуҙылған футболкалар кейеп йөрөү ярлылыҡты саҡырып торор. Шуға күрә лә эстән дә, тыштан да үҙең өҫтөндә эшләү зарур. Затлы әйберҙәр, ҡыйбатлы машиналар тураһында хыял итеп, күҙ алдыңа килтереп, миллионер итеп тойоғоҙ! Йыһан да шул ваҡыт һеҙгә яраҡлашып, теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырыр. Әлбиттә, был теория бер кем тарафынан да иҫбатланмаған. Әммә үҙ яҙмышына битараф булмаусылар бик теләгәндә һәм тырышҡанда тормошон үҙгәртә алалыр.

Милә БИЛАЛОВА.

Читайте нас: