Алтынға күмелгән ҡатын-ҡыҙҙан белемлеһе һәйбәтерәк
Р. Фәхретдинов
Яфа күрмәй, егет ир булмай.
Буранбай сәсән
Батша ла ҡатынына баш эйә.
Бисәңә асыуың килһә, ҡарғанма, ҡарға һалып, келәмдәренән үс ал.
Көнләшеү – һөйөүгә көйә төшөү.
Уйы матур йөҙө матурҙан мең артыҡ.
Хәйләле ҡатын типкеләп оҙатыу урынына үпкеләп оҙатыр.
Ғ. Садыҡов
Тар күңел дә,
Таш күңел дә –
Иргә йүн түгел.
Әсхәл Әхмәт-Хуж
Бер бәхетле, бер бәхетһеҙ, был – ирле ҡатын.
З. Ҡотлогилдина.
Һин – ҡатын-ҡыҙ, һәм шуның менән хаҡлыһың да.
В. Брюсов
Аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тормошҡа сыҡҡанда бәхет вәғәҙә итә, ахмағы – көтә.
В. Ключевский
Өйлән. Үкенмәҫһең. Яҡшы ҡатын эләкһә, бәхетле булырһың, яманы тура килһә - философҡа әүерелерһең.
Сократ
Тауыҡтар бер ҡыйыҡ аҫтында татыу йәшәй, әммә ике әтәс бер кетәккә һыймай – уларҙың тәбиғәте шундай.
Леонардо да Винчи
Бер ҡатын-ҡыҙ икенсеһенең матурлығын танымаҫ.
Г. Лессинг.