Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғәйеп тойғоһонан нисек ҡотолорға?

Ғәйеп – башҡа кире хис-тойғолар кеүек үк, кеше тормошонда, уның уңышҡа ирешеү һәм камиллыҡҡа ынтылыу юлында ҡаршылыҡ булып тора. Ғәйеп тойғоһо кисереп йәшәгәндәр өсөн тормоштоң йәме юғала, үҙен эстән бөтөрә.

Ғәйепһеҙ ғәйепле

Ғәйеп – башҡа кире хис-тойғолар кеүек үк, кеше тормошонда, уның уңышҡа ирешеү һәм камиллыҡҡа ынтылыу юлында ҡаршылыҡ булып тора. Ғәйеп тойғоһо кисереп йәшәгәндәр өсөн тормоштоң йәме юғала, үҙен эстән бөтөрә.

Уның барлыҡҡа килеүен башлыса төптән, бала саҡтан, ғаиләнән үк эҙләргә кәрәк. Сөнки был тойғоно ата-әсә балаһында үҙҙәре лә һиҙмәй тәрбиәләй. Ғәҙәттә ул баланың тәртибен контролдә тотоу өсөн ҡулланыла. Ашап бөтмәгән бутҡа, бысранған күлдәк, ватылған уйынсыҡ, “икеле” билдәләре өсөн дә улар сабыйҙарын оялтыу, әрләүҙе хуп күрә. “Мине тыңламауың шул тиклем хәлемде ала, хатта башым ауырта башланы. Бына ауырып китһәм, һин ғәйепле буласаҡһың!” – тип йыйылмаған уйынсыҡтары өсөн дә уны шелтәләп тәртипкә өйрәтә. Ата-әсәгә был ысул ҡулай, сөнки әр һүҙен ишетеүҙән ҡурҡып, бала тиҙ ыңғайға киләсәк. Ә бәләкәс өсөн был ысын язаға әйләнә, үҙенең ҡылыҡтары менән ата-әсәһен “бәхетһеҙ” иткәне өсөн үҙен ғәйепләй, үҙен эшкинмәгән, һәләтһеҙ тип һанай. Был программа уның аңында ғүмерлеккә уйылып ҡала.

Ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, балаһынан иҫ киткес һәләтле кеше тәрбиәләйем тип, шаштырып маҡтай. Әммә был ысул да сабыйҙы ғәйеп тойғоһонан ҡотҡара алмай. Сөнки ысын тормош ҡаршылыҡтарын үтергә сабыйҙың хәле етмәй, шулай ата-әсәнең ышанысы аҡланмай. Ә бала күңелен тағы ла шул ғәйеп тойғоһо “ашаясаҡ”.

Кешенең башҡалар алдында рәхмәтле, бурыслы булыу хисе лә кешенең йомолоп ҡалыуына сәбәпсе. Мәҫәлән, кемдер үҙ теләге менән ярҙам ҡулы һуҙған, матур тәрбиә биргән, ауыр минутта үҙен ҡорбан иткән, һөйгәне өҙөлөп яратҡан һ.б. өсөн кеше улар алдында үҙен бурыслы тоя һәм был бурысты ҡайтарырға теләй. Әммә нимә эшләһә лә, ул үҙен барыбер ғәйепле тоясаҡ.

Кешенең рухи торошон эстән “ҡорт кеүек кимергән” ғәйеп тойғоһо йәмғиәт тарафынан да тағыла. Ул кешегә бер өлгөгә буйһонорға ҡуша. Мәҫәлән, мәктәптә өлгөлө уҡыусы булыу. Әгәр ҙә бала уға тап килмәһә йәки унан бер аҙ тайпылһа, тимәк, уға оят булырға тейеш, тигән ҡараш тыуа. Әлбиттә был тойғо уҡыусының өлгәшеүенә ыңғай тәьҫир итмәҫкә лә мөмкин, әммә баланың “башҡалар кеүек булмағаны өсөн” үҙ-үҙенә ышанысын юғалтыуына, киләсәктә ҙур аҙымдар яһарға баҙнат итмәүенә килтереүе ихтимал. Йәмғиәт тәрбиәләгән ғәйеп тойғоһо кешене ҡылған ҡылыҡтарына, эштәренә ҡарата тирә-йүндәгеләрҙең ниндәй фекерҙә булыуы борсолорға мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә алғы планға маҡсатҡа ирешеү түгел, ә башҡалар ҡарашы, мөнәсәбәте сыға.

Үҙ-үҙеңде туҡтауһыҙ “әрләү” холоҡ-фиғелгә туранан тура бәйле. Һәр Аҙым һайын ҡурҡҡан, үҙен ышанысһыҙ тойған кешенең ниндәйҙер уңышҡа ирешеү мөмкинлеге кәмей. Сөнки ул бөтә нәмәлә үҙен генә ғәйепләргә, хатта үҙенә ҡағылышлы булмаған хәлдәр өсөн дә яуап тоторға ғәҙәтләнә. Кемдер уға ҡырын ҡарауын (бәлки уның кәйефе юҡтыр?), кемдер эшен еренә еткереп башҡармауын, ниндәйҙер бәләгә тарыуын – барыһын да үҙ иҫәбенә ала, үҙен ғәйепләй.

Ғәйеп тойғоһо ҡолона әйләнеүселәр менән тирә-йүндәгеләр йыш файҙалана. Манипуляторҙар тип йөрөтәләр ундайҙарҙы. Улар кешене гонаһтары йәки насар ҡылыҡтары тураһында йыш иҫкәртеп, көсһөҙләндереүҙе, ғәйеп тойғоһон үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Манипуляторҙар “Һин үҙеңде ғәйепле тояһың икән, тимәк ғәйебеңде юйыр өсөн нимәлер эшләргә тейешһең” тигән принципҡа таяна. Кеше был тойғонан нисек тә булһа тиҙерәк ҡотолорға теләп, йә яза алырға, йә бурысын эш менән түләргә риза була. Нисек кенә булмаһын был ике вариант та кешене буйһоноуға, үҙ өҫтөнән хакимлыҡ итеүгә юл ҡуя.

Манипуляторҙарға ҡағылышлы тағы ла бер нисә миҫал. Ҡайһы бер балалар ҙа ғәйеп тойғоһо ярҙамында өлкәндәр менән уңышлы ғына идара итә белә. Улар йыш ҡына “Һин мине яратмайһың!” йәки “… дуҫымдың ата-әсәһе уға … һатып алған”, “… рөхсәт иткән” кеүек фразалар ҡуллана. Сабыйы күҙендә яҡшы ата-әсә булып күренергә теләгәндәр был мәсьәләне тиҙ арала бәләкәсе файҙаһына хәл итеп ҡуя.

Һөйөү аша күндерелгән ғәйеп бер-береһен яратыусы парҙар араһында киң күҙәтелә. “Әгәр һин мине ысынлап та яратһаң, һин …” – тигән үпкә һүҙҙәр партнерыңдан нимәлер (хатта лайыҡһыҙ бүләк) талап итеү өсөн уңышлы ҡорал булараҡ сығыш яһай.

Ғәйеп тойғоһонан нисек ҡотолорға?

Аҡланыуҙан туҡтағыҙ!Кеше бер ҡасан да, бер кем алдында ла аҡланырға тейеш түгел һәм бер кем алдында ла бурыслы түгел. Әлбиттә, әгәр кеше ысынлап ғәйепле икән, яза алырға йәки ғәфү үтенергә кәрәк, әммә бер ҡасан да “Мин ғүмерлек ғәйеплемен” тип йәшәргә ярамай.

Иҫбат итеүҙән баш тартығыҙ.Ниндәй генә ҡарар ҡабул итһәгеҙ ҙә – ул һеҙҙең һайлау хоҡуғы.

Яуаплылыҡты (мин будильникты тоҡандырырға онотҡан өсөн эшкә һуңланым) буш комплекстарҙан (һөйгән кешемдең башы мин уның яратҡан бәлешен бешермәгән өсөн түгел, ә төнө буйына компьютерҙа уйын уйнаған өсөн ауырта) айырырға өйрәнегеҙ. Һәм ғәйеп тойғоһо һеҙгә тыныс, матур йәшәргә ҡамасауламаҫ. Юғиһә үҙ-үҙеңде ашау һеҙҙе кеше, шәхес булараҡ бөтөрәсәк. Ә үҙегеҙҙе юғалтһағыҙ инде –ғәйеп тулыһынса һеҙҙә.

Үҙегеҙҙе ғәйепләүҙән туҡтағыҙ.Үткәндәргә күҙ һалып, үҙ елкәгеҙҙә ғәйеп барлығын күреп тә, уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай икән, был хәҡиҡәтте ысын күңел менән ҡабул итеп, үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Сөнки үткәнде ҡайтарып булмай, ә тормош дауам итә.

Һуңғы һүҙ урынына.

Тормош булғас төрлө хәлдәр була. Кеше байтаҡ ҡына уңайһыҙ, ауыр хәлдәр кисерергә мәжбүр. Күңелдә ғәйеп тойғоһо ла барлыҡҡа килеүе мөмки. Улар барыһы ла хәтирәләр булып йөрәк түрендә уйылып ҡала. Көн һайын 5 минут самаһы ғына шул үткән хәл өсөн ғәйепте иҫләү айына 2,5 сәғәт ҡоллоҡҡа төшөрә. Ошо күңелһеҙ хисте әленән-әле хәтерләү ошо яраларҙы уңалтмай. Шуға ла уларҙы онотоғоҙ. Элек башҡарған эштәрегеҙ йәки ваҡ-төйәк буш комплекстар өсөн үҙегеҙҙе “ашамағыҙ”, уларға тормошоғоҙҙоң матурлығын томаларға ирек ҡуймағыҙ.

Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.



Читайте нас: