Ғәҙәттә, берәй бизнеста йә яратҡан шөғөлө, мауығыуҙары аша уңышҡа өлгәшкәндәр тураһында яҙам. Әммә республикала йәшәгән күп йәштәр һөнәри эшмәкәрлегендә лә юғары бейеклектәр яулай. Таныштырасаҡ егет тап шулар иҫәбендә. Алдағы мәҡәләләремде уҡығанығыҙ булһа, башҡаса фекерләгән ирекле эшҡыуарҙарға күберәк иғтибар йүнәлткәнемде аңлағанһығыҙҙыр. Ә бөгөнгө геройым уникаль. Шулай тип ҡыйыу рәүештә әйтә алам, сөнки ялланып эшләгән, әммә тормошо менән ҡәнәғәт булғандар һирәк. Ҡыҙыҡ: уларҙың көнитмеше нисек ҡоролған икән? Әйҙәгеҙ, йәнә бер шәп замандашыбыҙҙың – Булат ШӘРӘФЕТДИНОВТЫҢ донъяһын бергәләп байҡайыҡ.
– Булат, ҡайҙа эшләүең хаҡында һөйләп үтһәң ине. Эшмәкәрлегең менән ҡәнәғәтһеңме, эш йүнәлешеңде үҙгәртергә йыйынмайһыңмы?
– Әлеге мәлдә «НЕФТЕГАЗ» фәнни-тикшеренеү проект институтында төҙөлөштө ойоштороу һәм смета документтары проекттарын төҙөү бүлеге мөдире булып эшләйем. Эшмәкәрлегем менән бик ҡәнәғәтмен, сөнки яңы технологиялар ҡулланып, һәр ваҡыт үҫеш юлындағы тармаҡта профессионалдар мөхитендә эшләйем. Һөнәри кимәлдә лә, интеллектуаль йәһәттән дә үҫергә мөмкинлек бар.
Йүнәлеште үҙгәртеү хаҡында уйланғаным юҡ, әммә проектлау өлкәһендә үҙ предприятиемды асыу маҡсаты юҡ түгел. Был йәһәттән эштәр башланды ла инде.
– Ә ҡайҙа уҡының һәм алған белемеңдең әлеге һөнәри эшмәкәрлегеңдә кәрәге тейҙеме? Был хаҡта һорамай булдыра алмайым, сөнки күп миллионерҙар белемһеҙ ҙә уңышҡа өлгәшеп була, тип тәҡрарлай.
– Нефть-техник университетының архитектура һәм төҙөлөш факультетын тамамланым һәм нефть-газ сәнәғәтендә төҙөлөштәрҙе проектлау буйынса эшләйем. Шулай итеп, һөнәри эшмәкәрлегем алған белемемә туранан-тура бәйле.
Белемһеҙ ҙә уңышҡа өлгәшеп була тигән менән килешмәйем. Аңлатып үтәм:
1) Башҡа килгән тәүге өс кеше – Стив Джобс, Билл Гейтс һәм Марк Цукерберг. Уларҙың барыһы ла юғары уҡыу йортона ингән, ә эштәрен параллель рәүештә алып барған. Улай ғына ла түгел, эш башлағанда кәрәкле белгестәрҙе улар тап уҡыу осоронда тап иткән һәм танышлыҡтар булдырған. Ә уҡыу йортон бизнестары сәскә ата, үҫә башлағас ҡына “ташлаған”.
2) Диплом талап ителмәгән өлкәләр бар (шоу-бизнес, спорт һ.б.). Әммә бының өсөн тәбиғәттән һәләтең, талантың булыуы һәм бәләкәйҙән уларҙы үҫтереү, күнегеү; һынауҙар, конкурс, ярыштар аша үтеү шарт. Ундайҙар юғары уҡыу йортона ингәнсе үк перспективалары хаҡында белгән һәм ҙур эш башҡарған.
3) Белемһеҙ үҙ бизнесын булдырған өсөнсө төркөм кешеләргә иһә яңы кимәлгә күтәрелеү өсөн барыбер белем алырға тура килә һәм улар вузға уҡырға инә. Миҫал өсөн сауҙа өлкәһен алайыҡ. Һатыу күләме артҡан осраҡта, филиалдар асҡанда иҡтисади белем мотлаҡ.
Ә хәҙер һанап ҡарағыҙ: белемһеҙ бер нәмәгә лә өлгәшмәгәндәр күпме?..
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, юғары белемдең ҡиммәте бәхәсһеҙ, тип әйтергә була. Шул уҡ ваҡытта диплом алыу уңыш нигеҙе түгеллеген, белемеңде файҙалана белеү, һәр ваҡыт үҫешкә ынтылыу, ныҡышмалылыҡ кәрәклеген дә оноторға ярамай.
– Ҡыҙыҡ факт. Әллә миңә шулай уңыш йылмая, әллә яҙмыш, тигәндәй, күпселек геройҙарым – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернаттың элекке уҡыусылары. Һин 2005 йылғы сығарылыш, шулай бит? Гимназия һиңә нисек йоғонто яһаны?
– Ысынлап та, IX-XI синыфта гимназияла уҡыным. Йоғонтоһо иҫ киткес: сифатлы белемдән тыш, дөрөҫ тормош йүнәлеше лә алдым мин унда, тәртипкә өйрәндем. Яңы башланғыстарға нигеҙ һалынды, дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәләре (интернат туғанлығы) нығынды.
– Бәләкәй саҡта кем булып эшләргә теләй инең? Тап ошо юғары уҡыу йортона инергә тип хыялланғайныңмы?
– Күпселек малай-шалайға хас булғанса, бәләкәйерәк саҡта милиционер йәки хәрби кеше булырға теләнем. Ҙурая төшкәс үҙемде атайым кеүек инженер итеп күрҙем. Гимназияға уҡырға килгәс, тап Нефть-техник университетына инергә теләнем, ә XI синыфта факультетты һайланым.
– Тормошта нимәгәлер өлгәшергә теләгән абитуриенттарға ниндәй кәңәш бирер инең?
– Үҙ-үҙеңә инвестицияларға кәңәш итер инем. Уҡыу осоронда – белем туплау. Эшкә урынлашҡанда, тәжрибә һәм аҡса араһында һайлау тора икән, тәжрибәне һайларға, сөнки киләсәктә тәжрибә, оҫталыҡ һәм белем хаҡын күпләп ҡайтарасаҡ (аҡса менән дә). Ниндәй генә өлкәгә ҡағылмаһын, профессионалдар аҡсаны һәйбәт эшләй. Конкуренттарыңдан яҡшыраҡ булырға кәрәк.
КҮНЕКМӘГӘ КҮНЕККӘН ЕҢЕЛМӘҪ
– Төп эшеңдән тыш Башҡортостан Республикаһының америка футболы федерацияһы президенты һәм Өфөләге “Волкодав” америка футболы клубына нигеҙ һалыусы ла булдың. Бындай идея ҡайҙан килде? Һәм ни өсөн тап америка футболы?
– Беренсенән, спортта командалы уйын төрҙәре оҡшай. Миңә, техник фекер йөрөткән кешегә, уйынсыларҙың хәрәкәтенән бигерәк тренерҙарҙың тактик алымдарын күҙәтеү ҡыҙыҡ ине. Ә америка футболында һәр ярыш һайын яңы тактика ҡулланыла, һөжүм иткәндә лә, һаҡланғанда ла.
Икенсенән, америка футболы – ирҙәр уйыны: хәрәкәтсел, бәйләнешле, ҡаты. Уны “яландағы шахматтар” тип тә йөрөтәләр.
Өсөнсөнән, мәктәп осоронда – еңел атлетика, университетта гирь спорты менән шөғөлләнгәйнем. Америка футболы – физик көс, тиҙлек һәм тактика берләшмәһе. Шуға ла әлеге спорт төрө менән мауығыуым ғәжәп түгел.
Өфөлә Америка футболы 2010 йылдан башланғыс алды, 2013 йылда Федерация барлыҡҡа килде һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша башланыҡ. Тәүҙә ябай уйынсы инем, унан капитан итеп ҡуйҙылар, артабан тренер һәм Федерация президенты.
– Хәҙер “идарасы” булмаһаң да, әлеге проект уңышлы эшләй. Клубтың эштәре ни хәлдә? Унда кемдәр эләгә ала?
– Команда үҫешә, ярыштарҙа ҡатнаша. Тренерлыҡтан китһәм дә, Федерация Президиумында торам. Әлеге мәлдә уйынсылар туплайбыҙ. Теләгән һәр кем бара ала. Физик яҡтан бик демократик спорт төрө тип билдәләр инем: командаға төрлө позицияла 67-нән 145 кг-ға тиклем ауырлыҡтағы, буйҙары 172-191 см булған 16 йәштән 37-гә тиклемге уйынсылар йыйылған. Күнекмәләр аҙнаһына 2 мәртәбә уҙғарыла. (Тулыраҡ мәғлүмәт fafrb.ru сайтында һәм Бәйләнештә төркөмөндә vk.com/afufa).
– Спорт тормошоңа йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Америка футболы менән шөғөлләнә башлағас, үҙгәрештәр кисерҙеңме?
– Ниндәй генә спорт төрө булмаһын, һаулығыңды, физик торошоңдо үҫтереү, нығытыу, характер, тәртип тәрбиәләү өсөн файҙаһы шаҡтай. Төрлө ярыштарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашҡас, үҙебеҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә танышлыҡтар арта (Рәсәй милли йыйылма командаһы, АҠШ тренерҙары).
– Булат, бындай спорт проекттары беҙҙең республикала уңыш ҡаҙана аламы, нисек уйлайһың?
– Әлбиттә, спорт проекттары үҫешә, Өфөлә генә әллә күпме миҫал килтерергә була. Фекерҙәштәр төркөмө һәм команданы тотоп тороусы төп көс булһа, үҫеш ҡотолғоһоҙ.
ВАҠЫТ ҠӘҘЕРЕН ЭШҺӨЙӘР БЕЛӘ
– Спорттан тыш, тормошоңда бүтән мауығыуҙарға урын бармы?
– Әлеге мәлдә төп ваҡытымды эшемә һәм ғаиләмә бағышлайым. Үҙ ҡулдарым менән нимәлер эшләргә яратам: ҡаланан ситтәге еребеҙҙә балалар майҙансығы эшләп ҡуйҙым, өйҙә ремонтты һәр саҡ үҙем башҡарам. Буш ваҡытым ҡалһа инде, ҡулыма китап алам.
– Ә ниндәй китаптар хәтереңә уйылып ҡалды, тәрән эҙ ҡалдырҙы?
– Һәр уҡылған китап аңда, кеше үҫешендә эҙ ҡалдыра. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре:
Эрих Фроммдың “Анатомия человеческой деструктивности” тигән фәлсәфәүи китабы тарих, палеонтология, кеше психологияһы һәм физиологияһы нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы аңларға ярҙам итә;
Никколо Макиавеллиҙың «Государь» тарихи трактаты (дәүләт менән идара итеү тәжрибәһе нигеҙендә) уйланырға мөмкинлек бирә; Китами Масаоның «Самурай без меча» шулай уҡ фәлсәфәүи китап, көс ҡулланмайынса, аң һәм аҡыл ярҙамында маҡсатҡа өлгәшеү тураһында. Ярлы крәҫтиәндән алып Япония хакимына тиклем үҫкән кешенең тормош юлы тасуирлана унда; Эрих Мария Ремарктың «Время жить и время умирать» романы, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланыр алдынан Германияла барған хәлдәр тураһында. – Һинең ише шәп егеттәрҙе ниндәй атай-әсәй тәрбиәләй икән? Ғаиләң менән дә таныштырып кит әле.
– Атайым – Шамил Мансур улы Ишембай районының Тәүбәнге Әрмет ауылынан, Ишембай район элемтә үҙәге етәксеһе булып эшләне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2012 йылда мәрхүм булып ҡалды. Әсәйем – Әлфирә Әҙеһәм ҡыҙы Иҫке Яппар ауылы ҡыҙы, әле Өфөлә тора. Айгөл исемле һеңлем бар.
Яратҡан ҡатыным Уралиә – Сибай һылыуы, Авиация-техник университетын һәм БДУ-ла магистратура тамамланы. 5 йыл элек өйләнешеп, ике бала тәрбиәләйбеҙ. Улыбыҙ Айратҡа – 4, ҡыҙыбыҙ Алинаға 1 йәш.
– Ирҙең уңышы ҡатынының уға ышанысына бәйлеме?
– Һис шикһеҙ! Тап ҡатын-ҡыҙ иргә йүнәлеш һәм илһам бирә. Ышаныслы тыл булғанда алға ынтылыу һәм бейеклектәргә үрмәләү еңелерәк.
– Журнал уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Ваҡытты ҡәҙерләү кәрәк. Тулыландырып булмай торған сығанаҡ бит ул. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икәнде аңлау зарур: ваҡытында белем алыу, ваҡытында ғаилә ҡороу, ауырымаҫ элек һаулыҡты ҡайғыртыу һ.б. Шулай уҡ көн һайын беҙҙе уратып алған ваҡ ҡына шатлыҡтарҙы ла ҡәҙерләй белеү мөһим.
Минең өсөн геройымдың донъяһы шул тиклем киң икәнен белеү көтөлмәгәнсә ҡыуаныслы! Уның тәжрибәһе, белеме, мәҙәни кимәле һоҡландырҙы. Ҡалыплашҡан фекерҙәрем юҡҡа сыҡты һәм мин ҙур ҡыуаныс менән эре компанияға “бил бөгөп” тә бәхетле һәм уңышлы булырға мөмкин икәнен аңлай башланым. Үҙеңде ҡыҙыҡһындырған өлкәлә белгес булып, үҙеңә, компанияға һәм тирә-яҡ мөхиткә файҙа килтерәһең икән, үҙе ҙур ҡәнәғәтлек. Йәштәргә, мәктәп уҡыусыларына Булаттан өлгө алһындар һәм әленән үк хыялдарына табан һуҡмаҡ билдәләһендәр ине тип теләге килә.