“Америка ғалимдары Шекспир, Эйнштейн, Ньютон, Билл Гейст кеүек бөйөк шәхестәрҙең уңыш серен асҡан. Был серҙе быуаттар дауамында күҙ ҡараһылай һаҡлап тотҡандар, уны нисек тә булһа белергә тип йән атҡандар...” – “The Secret” фильмы ошондай мауыҡтырғыс һүҙҙәр менән башлана. Бөгөн был фильмды ҡараусылар, китабын уҡыусылар унда әйтелгәндәрҙең, ысынлап та, дөрөҫлөккә тап килеүе һәм ул алымдар ярҙамында уңышҡа өлгәшеүҙәре хаҡында йыш һөйләй. Ошо фильмға нигеҙләнеп айырым методикалар ҙа уйлап табалар.
Фильмдың төп идеяһы шунда: Йыһан – ул теләктәр ҡабул итеүсе, ә беҙ заказ биреүселәр. Һәм ул, яҡшымы, насармы булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең һәр бер уйыбыҙҙы тормошҡа ашыра. Фильмды төшөрөүселәр Йыһанда бары бер генә ҡанун – тартыу көсө булыуы хаҡында һүҙ йөрөтә. Һәм, баҡһаң, тормошобоҙҙа булған һәр ваҡиғаны үҙ уйҙарыбыҙ менән үҙебеҙ саҡырып алғанбыҙ.
Беҙ теләмәгән уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбе ниҙән?
1. Йыһан, ти фильм авторҙары, бер туҡтауһыҙ баш мейеһе ҡабырсағынан импульс ала. Һәм нимә генә уйлаһаҡ та, ул теләк булараҡ ҡабул ителә. Автомобиль хаҡында хыялланабыҙмы, әллә һәләкәт булып ҡуймаһын тип хәүефләнәбеҙме – барыһы ла үҙебеҙҙең ҡарамаҡта. Йыһан өсөн “теләйем”, “теләмәйем” тигән төшөнсәләр юҡ. Ул һуҡыр рәүештә кешенең барлыҡ ҡурҡыуҙарын, инаныуҙарын тормошҡа ашыра. Һәм, әлбиттә, иң мөҡәддәс, иң изге теләктәребеҙҙе лә ҡабул итә.
Эштә үрләтмәйәсәктәр тип борсолабыҙ икән, ысынлап та үрләтмәйәсәктәр. Йыш ҡына кеше үҙ мөмкинлектәренә үҙе кәртә ҡуя. “Әлбиттә, ҙур аҡсанан баш тартмайым, әммә миңә уларҙы кем әҙерләп ҡуйған?!” – тип фекерләй ул. Һәм, әлбиттә, уны бер кем дә әҙерләп ҡуймай. Әгәр ҙә кеше етеш тормошта йәшәргә тейеш икәнлегенә ысын күңелдән ышана, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар табырға тырыша икән, һис шикһеҙ, аҡса табыу өсөн мөмкинлектәр килеп сығасаҡ.
2. Фильм авторҙары билдәләүенсә, Йыһан беҙҙең теләктәрҙе тормошҡа ашырырға теләгәндә, аралашсы (посредник) ебәрә. Ул ролдә һәр ҡайһыбыҙ була ала. Әммә йыш ҡына кеше үҙе ярҙамдан, яҙмышты үҙгәртеү мөмкинлегенән баш тарта.
3. Тормоштағы тиҫкәре хәл-ваҡиғаларҙың тағы ла бер сәбәбе беҙҙе уратып алған негатив мәғлүмәткә бәйле, ти фильм авторҙары. Күптәнге дуҫтар осрашҡанда, ғәҙәттә, нимә хаҡында һөйләшә? Йыш ҡына тормоштарынан ҡәнәғәтһеҙ булыуҙары хаҡында һүҙ йөрөтә, ҡатын-ҡыҙҙар – ирҙәренә, ирҙәр ҡатындарына зарлана. Ә хис-тойғо һалып әйтелгән һәр һүҙ мотлаҡ тормошҡа аша. Телевизорҙы ҡабыҙһаң, үлтереш, күҙ йәше, төрлө күңелһеҙ тормош ваҡиғаларын сағылдарған ток-шоуҙар, аналитиктар тиҙҙән ахырызаман етәсәген фаразлай. Радионы асһаң, бәхетһеҙ мөхәббәт хаҡында йырҙар ғына ҡуялар. Бындай мөхиттә теләһәң-теләмәһәң дә негатив уйҙарға көйләнәһең.
Тормошто үҙгәртеүҙе ниҙән башларға?
Тәүге аҙым. Үткәндәрегеҙҙе байҡағыҙ. Һеҙ нимәгә ышанғанһығыҙ – шулар тормошҡа ашҡан. Уңышһыҙ никах? Һаулыҡҡа зарланыу? Аҡсаға ҡытлыҡ? Тимәк, һеҙ үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан төпкөл аң кимәлендә ошоларҙы теләгәнһегеҙ булып сыға.
Миҫал. Әйтәйек, кемдер етди сир менән ауырып китә. Ул, әлбиттә, һау-сәләмәт булырға теләй, шул уҡ ваҡытта күңеле менән үҙе хаҡында хәстәрлек күреүҙәрен теләй. Ул ауырыуға һыйынып, тормоштан, үҙе өсөн яуаплылыҡ алыуҙан ҡасҡан. Ауырыуҙы үҙе саҡырып килтергән.
Икенсе аҙым. Киләсәк картинаһын күҙ алдына килтерегеҙ. Үҙегеҙҙең киләсәгегеҙ хаҡында нисек уйлайһығыҙ, нимәгә өмөтләнәһегеҙ? Ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ. Киләсәк картинағыҙ ҡурҡыуҙан торһа, тормошоғоҙҙо яҙмыш ҡулына тапшыраһығыҙ. Ҡурҡыуҙарығыҙҙың барыһы ла тормошҡа ашасаҡ. Яҙмышығыҙ осраҡлыҡтарҙан ғына торасаҡ.
Ә хәҙер реаль тормоштан ситләшегеҙ ҙә бер аҙ хыялға бирелеп алығыҙ. Фильм авторҙары быны “визуализация” тип атай. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ һәм һеҙҙе бәхетле итәсәк күренештәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Күңелегеҙҙең иң төбөндә ятҡан иң ҡыйыу хыялдарығыҙҙы ла улар тормошҡа ашҡан икән тип күҙ алдына баҫтырығыҙ. Хыялланыу сеансын Аллаһы Тәғәләгә, Йыһанға, яҙмышҡа рәхмәт һүҙҙәре менән тамамларға кәрәк.
Өсөнсө аҙым. Позитив фекерләргә өйрәнегеҙ. Тормошҡа зарланырға яратҡандарға бының ауыр бирелеүе ихтимал. Шуға ла үҙегеҙҙе һындырырға тура килер. Тормошоғоҙҙа барыһы ла ыңғай хәл ителәсәк, һеҙҙе матур киләсәк көтә – уйҙарығыҙҙы шуға көйләгеҙ. Алама тойғоларҙы яҡынлатмағыҙ ҙа.
Бының өсөн түбәндәге күнегеү ярҙам итәсәк: ике үҫентегеҙ бар тип күҙ алдына килтерегеҙ. Береһе – ожмах сәскәһе – тормошоғоҙҙа булған барлыҡ ыңғай күренештәр. Икенсеһе – йәмһеҙ сәнскеле бер үҫенте – тормошоғоҙҙағы негатив хәл-ваҡиғалар. Нимә хаҡында йышыраҡ һөйләйһегеҙ йәки уйлайһығыҙ икән, шул үҫентене үҫтерәһегеҙ.
Бәхет картаһы. Был алым үткән дәүерҙәрҙә үк билдәле булған икән. Ундай карталар барлыҡ уңышлы кешеләрҙә лә булған, тиҙәр. Бының өсөн нимә кәрәк? Ҙур ғына ҡағыҙ бите, матур төҫлө журналдар һәм ҡайсы. Ҡағыҙҙың ҡап уртаһына үҙеңдең рәсемде беркетергә һәм уның тирәләй журналдарҙан киҫеп алынған матур күренештәрҙе йәбештереп сығырға. Был картаны һүрәтттәрһеҙ генә лә, ҡағыҙҙы бер нисә өлөшкә бүлеп, ҡап уртаға үҙегеҙҙең исемегеҙҙе яҙып ҡуйып, төрмошоғоҙҙоң төрлө өлкәһенә бәйле теләк-хыялдарығыҙҙы теркәй алаһығыҙ. Уны көн дә күҙҙән уҙғарырға, беркетелгән күренештәргә ҡарап һоҡланырға ла онотмағыҙ. Фильм авторҙары ул картаны теләктәрегеҙҙе даими иҫкә төшөрөүсе тип атай.
Рәхмәт ташы. Рәхмәтле булыу тойғоһо һәм хатта ябай ғына рәхмәт һүҙе лә бик ҙур көскә эйә. Фильм авторҙары рәхмәт ташы булдырырға кәңәш итә. Ул таш тотоуға уңай, ыҡсым булһын. Уны көн дә ҡулға алып, һыйпап нимә өсөн рәхмәтлеһегеҙ, барыһын да ҡабатларға кәрәк. Мин үҙем йыш ҡына эшкә килгәндә рәхмәт һүҙҙәре яуҙырып килергә яратам.
Тылсым таяғы. Тылсым таяғы урынына тылсымлы ручка булдырырға мөмкин. Тылсымлы блокнотығыҙ булһын. Матур уйҙарығыҙ, теләктәрегеҙ тыуһа, тылсымлы ручкағыҙ менән тылсымлы блокнотҡа теркәп ҡуйығыҙ. Шуныһы ла бар: теләктәрҙе бөгөнгө ваҡытҡа яраҡлаштырып, йәғни тормошҡа ашҡан икәнелеген тойоп, аңлап теркәү талап ителә. Һәм ахыр сиктә рәхмәт һүҙен дә өҫтәп ҡуйырға онотмағыҙ.
Рәсми фән был фильм хаҡында нимә ти?
Визуализацияның көсө күптән билдәле. Әммә фильмда уны ҡатмарлаштырып тормағандар, барыһын да аңлайышлы, ябай итеп биргәндәр. Кеше Йыһанға мөрәжәғәт итә, ә Йыһан уның барлыҡ теләктәрен дә бойомға ашыра. Ысынында иһә был процестар күпкә тәрәнерәк. Рәсми фән күҙлегенән ул – күрһәтмәләр (установка) биреү. Нәҡ улар беҙҙең тормошто формалаштыра ла инде. Нимәгә ышанһаң, шул тормошҡа аша. Ышаныу иһә, ысынлап та, ҙур көскә эйә.
Шулай итеп, бөтә хикмәт үҙеңде нимәгә көйләүҙә, әммә иң ҙур тылсым, иң ҙур мөғжизә шунда: фильм авторҙары үҙ яҙмышың өсөн яуаплылыҡ алырға саҡыра. Һәм был тормошҡа ашырып булмаҫтай ғәмәл түгел.