“Сәләм, дуҫ! Бер шәп бизнес башлап ебәрҙем! Күп аҡса эшләргә була, үҙем тиҙҙән диңгеҙгә барырға йыйынам! Әйҙә, һин дә ятып ҡалма!”, – тип тиҙ арала кеҫә ҡалынайтыуҙы вәғәҙә иткән кешеләрҙе һеҙгә көн дә осратырға тура киләлер. Эйе, бөгөн һүҙем селтәрле эшҡыуарлыҡ тураһында булыр.
Өс йыл самаһы элек үҙемә лә әлеге өлкәлә ҡайнап алырға тура килде, бер аҙ аҡса ла эшләп алдым. Әммә бер йыл маташып ҡарағандан һуң, минең дәртем һүнде, ялҡауландым, “фора” бөттө. Миңә ни, студент кешеһенә, “Арба ватылһа, утын, үгеҙ үлһә, ит”. Хәйер, университетта халыҡ театрында уйнауым, актер булырға хыяланыуым, барлыҡ сараларҙа ҡатнашып, юғары академия стипендияһын алып уҡыуым да булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Ниңә үҙем хаҡында һөйләй башланым әле мин? Сөнки бөгөн таныштырасаҡ геройҙарым менән тап шул эшемдә таныштым да инде. Өфөгә яңы күсеп килгән, ҡала уртаһында ҙур фатир, бизнес-класслы автомобиль алып, тиҫтәләгән илдә сәйәхәт итеп, гөрләтеп донъя көткән ғәжәйеп матур, зыялы башҡорт ғаиләһе тәү күреүҙән үк минең иғтибарымды йәлеп итте…
Юҡ-юҡ, мин быны ниндәйҙер өгөтләү, бизнесҡа саҡырыу маҡсатында яҙмайым. Эшләйем тигән кеше һәр ерҙә лә аҡсаһын да, форсатын да таба. Бөгөнгө геройҙарым нәҡ шундай. Һүҙ уңышлы интернет эшҡыуарҙары Айгөл һәм Наил Харисовтарға.
– Наил ағай, Айгөл апай, һеҙҙең ише күп балалы ғаиләләргә һоҡланмай мөмкин түгел. Үҙегеҙ егет менән ҡыҙ кеүекһегеҙ, ә балаларығыҙ буй еткергән...
Наил: Бынан егерме ике йыл элек Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда үҙем кеүек ҡараҡай ғына ҡыҙҙы тәү күреүҙән үк оҡшаттым һәм ул ғүмерлек йәрем буласаҡ тигән ҡарарға килдем. Август айында ғаиләбеҙ 20 йәшлек юбилейын туйланы.
– Селтәрле бизнесҡа ҡасан тотондоғоҙ? Уның тарихы нисегерәк булды?
Айгөл: Ҡыҙғанысҡамы йәки бәхеткәлерме, селтәрле бизнес хаҡында бынан алты йыл элек кенә килдек, быға тиклем был өлкә ике ятып, бер төшкә лә инмәй ине. Өйләнешкәс, иптәшем башта аспирантурала уҡып та, эшләп тә йөрөнө. Һуңынан, туҡһанынсы йылдарҙың ҡара елдәре иҫә башлағас, Наилға үҙен ҡайҙа ғына һынарға тура килмәне: ул һаҡсы, янғын һүндереүсеһенән алып район мәҙәниәт йорто директорына тиклем вазифаларҙа тир түкте. Ошондай аҡсаһыҙлыҡ заманында ғаиләбеҙ ауырлыҡтарға сынығып, нығынып ҡалғандыр, тип уйлайбыҙ. Ҡыҙыбыҙ үҫә төшкәс, беҙ баш ҡаланан Аҡъяр ауылына күсеп киттек. Наил район гәзите редакцияһына – журналист, ә мин мәктәпкә уҡытыусы булып урынлаштым, йорт һалып сыҡтыҡ. Ике улыбыҙ донъяға килде, тормош алға барған кеүек, әммә шулай ҙа күңел урынында түгел – тулы ҡанлы тормош алып барыу, сәйәхәт итеү кеүек теләктәр беҙҙең өсөн һаман бойомға ашмаҫлыҡ хәлдә ҡала ине.
Наил: Шуның өсөн дә бер мәл кәсеп менән шөғөлләнергә йөрьәт иттек, Өфө янында магазин асып ебәрҙек, әммә унан теләгән табышты ала алманыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең йорт ишеген селтәрле бизнес ҡаҡты. Балдыҙым Диләнең тәҡдимен иң тәүҙә Айгөл ҡабул итте, унан һуң мин дә ҡушылып киттем.
– Һеҙҙең эшегеҙ нимәнән ғибәрәт һуң? Шулай еңел генә эшләп киттегеҙме ни? Аҡсабыҙҙы юғалтһаҡ, алданһаҡ тигән ҡурҡыу булманымы?
Айгөл: Беҙ билдәле швед компанияһының тауарҙары менән ҡулланабыҙ һәм халыҡҡа тәҡдим итәбеҙ, шәхси интернет-магазиныбыҙ бар. Магазин тигәс тә, һатыу итеү нөктәһе түгел. Беҙ заман технологияларын ҡулланып, компанияның брендын үҫтерәбеҙ. Әлбиттә, башта ҡурҡыу тойғоһо булды, әммә баштағы сикләүҙәрҙе еңергә үҙебеҙҙә көс таптыҡ. Ни тиһәң дә, бында теләгән ваҡытта эшләй алыу, ирекле тормошҡа күсеү мөмкинлеге бар ине. Ә уҡытыусы кешеһенә үҙеңә түгел, ғаиләңә, балаларыңа ваҡыт тапһаң, шәп. Етмәһә бер ниндәй ҙә финанс юғалтыуҙар булмағас, ни булһа ла булыр, әйҙә, эшләп ҡарайыҡ тигән ҡарарға килдек. Һигеҙ ай тырышҡандан һуң, мин хөкүмәт эшенән китергә булдым. Әлбиттә, был аҙымымды аңламаусылар, хупламаусылар ҙа табылды. Булған эштән баш тарталармы ни, ғаиләңә ҡайҙан аҡса еткерәһең тигән һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килде. Әммә беҙ нәҡ улар өсөн, иң тәүҙә уларға бәхетле тормош күрһәтеү, бергәләп сәйәхәт итеү өсөн был өлкәгә аяҡ баҫтыҡ бит.
– Улайһа, ни өсөн барыһы ла интернет аша эшләп, етеш йәшәмәй икән?
Әгәр беҙ ваҡытында үҙ өҫтөбөҙҙә эшләмәһәк, беҙҙең йәшәү кимәлебеҙ шул килеш ҡалыр ине, йәғни журналист булараҡ мин йылына яҡынса өс йөҙ мең һум эшләй инем. Ә бөгөн иһә беҙҙең интернет хеҙмәтебеҙ йыллыҡ килемебеҙҙе ике миллион һумдан арттырып ебәрҙе, унан тыш ғаиләбеҙ менән тиҫтәгә яҡын илгә сәйәхәт ҡылабыҙ, өр-яңы “Вольво” алыу бәхетенә ирештек.
Дауамын журналдың сентябрь һанында уҡығыҙ.