Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Кешеләрҙән арыуыраҡ күлдәк эҙләнек”

Үҙемдә ҡыйыулыҡ табып, ҡабул итеү комиссияһына ниәтемде белдерҙем.

Һеҙ ҡыйыумы? Юҡмы? Улайһа, бөгөндән үҙегеҙҙә ҡыйыулыҡ сифаттарын тәрбиәләй башлағыҙ! Бөгөн алдыңа ҡуйған маҡсатыңа өлгәшер өсөн тәүәккәл булырға кәрәк. Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш йырсыһы Әлиә Исҡжина. “Туғыҙынсы синыфтан һуң йәйге каникулда Сибайҙа йәшәгән туғандарыма ҡунаҡҡа барҙым”- ти был хаҡта үҙе Әлиә. - Урам буйлап китеп барһам, “Сәнғәт колледжы” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым да ике лә уйлап тормай кереп ҡарарға булдым. Инһәм, колледж тулы йәштәр, һәр береһе матур концерт кейемдәрендә, ә мин ябай ғына йәйге күлдәктә. Баҡтиһәң, колледжда ҡабул итеү имтихандары бара икән, әле икенсе тур. Үҙемдә ҡыйыулыҡ табып, ҡабул итеү комиссияһына ниәтемде белдерҙем. Уларға йырлап, шиғыр һөйләп ишеттерҙем. Икенсе көнгә тағы килергә ҡуштылар. Ҡайтҡас, апайым менән табып, өсөнсө турға килдем (көлә). Уҡырга инергә теләүселәр күп, ә бюджет урынына биш кенә кешене алалар ине. Улар араһына мин дә эләктем”.
Читайте нас: