Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
20 Февраль 2021, 13:18

АҘ АҠСАНЫ ЛА БӘРӘКӘТЛЕ ИТЕП ТОТОНА БЕЛЕҮ СЕРҘӘРЕ

Аҡса бәхет түгел, тиһәләр ҙә, бөтөнләй үк унһыҙ ҙа йәшәп булмай шул.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА

Мәңге етмәҫ был аҡса, булһа ла ул бер муҡса,
Йәки нисек экономиялы йәшәргә өйрәнергә?
Аҡса бәхет түгел, тиһәләр ҙә, бөтөнләй үк унһыҙ ҙа йәшәп булмай шул. Заман лаҡабы ла барлыҡҡа килгән: бәхет аҡсала түгел, ә уның күләмендә. Бөгөнгө көндә, ысынлап та, аҡсаһыҙ бер көн дә йәшәүе ауыр: нимәгә генә барып төртөлһәң дә ул кәрәк. Нимәһе ҡыҙыҡ: аҡса тигәндәре осон-осҡа саҡ ялғаған ярлы-ябағаға ғына түгел, ә миллиардтарға эйә булған “серегән” байҙарға ла етмәй. Сөнки матди хәле яҡшырған һайын кешенең тормошҡа булған талабы ла, теләктәре лә ҙурая бара. Нәфсе тип атала ул...
Хәйер, һүҙ бөгөн нәфсе тураһында түгел, ә аҙ ғына аҡсаны еткереп, йәғни экономиялы йәшәү тураһында.
Ике танышым бар: икеһе лә бер үк сама эш хаҡы алһа ла, береһенең ире ябай, икенсеһенең аҡсалы эштә тир түгеүе арҡаһында, ғаилә бюджеттары ҡырҡа айырыла. Тәүгеһе – Асия*, үҙе әйтеүенсә, ҡулына яҡынса айына 35-40 мең алһа, икенсеһенең ғаилә ҡаҙнаһы ике тапҡырға күберәк тәшкил итә. Ике ғаиләлә лә икешәр бала үҫә, үҙ фатирҙары, машиналары бар – дөйөм алғанда, килеп торған айлыҡ эш хаҡтарынан тыш, матди байлыҡтары бер сама. Тик ни ғәжәп, икенсе танышым, уның исемен Лилиә* тип алайыҡ, һәр ваҡыт ай аҙағына тиклем кемдәндер мотлаҡ аҡса һорап тора, көшөлөгө буш булыуына зарлана. Халыҡ әйтмешләй, бар сағында – бүреләй, юғында сүреләй ҡылана ул. Тормош иптәше лә, һиңә аҡса тоттороуы ла ҡурҡыныс, бер айлыҡ эш хаҡын бер көндә туҙҙыра алаһың, тип йыш шелтәләй.
Бер көн өсәүләп осраштыҡ та, һүҙ әлеге лә баяғы шул темаға күсте: нисек аҡса еткерергә?
Тәүге танышым – Асияның тормош тәжрибәһе Лилиәгә генә түгел, миңә лә ҡыҙыҡ тойолдо һәм уның рөхсәте менән уны башҡалар менән дә уртаҡлашырға булдым. Шулай итеп, бына уның экономиялы йәшәү серҙәре:
*Аҙыҡ-түлекте күберәк үҙең бешереү. Был исемлеккә көн һайын өҫтәлдә урын алған икмәктән башлап, майонезға тиклем индерергә була. Ысынлап та, үҙең бешергән өй икмәге, бәлештәр, салаттар һәм башҡалар туҡлыҡлы ла, бәрәкәтле лә була. Унан да мөһимерәк сифаты: өйҙә әҙерләнгән аҙыҡ-түлек төрлө “химия”нан азат! Үҙенең һәм яҡындарының һаулығын ҡайғыртыусылар өсөн иң тәү урында тәбиғи аҙыҡ-түлек торорға тейеш – быныһын инде хәҙер хатта бала-саға ла белә...
*Ярым фабрикаттарҙы үҙең әҙерләү. Заман беҙҙе рәхәткә өйрәтте – аҡсаң бар икән, магазиндан йәнең теләгәнде алырға була, әҙер билмән, манты, ҡоймаҡ, пиццаларҙың ҡайһыһын ҡайнатырға, ҡайһыһын ҡыҙҙырырға ғына кәрәк. Әммә бында ла шул уҡ “тоҙаҡ” – “химия” һәм аҡсаны елгә осороу. “Ял көнөндә йыбанмай ғына манты, билмән эшләйем, туҡмас ҡырҡам, балалар ҙа эш мәнен белеп-күреп үҫә, үҙ аллы йәшәй башлағас, ас ултырмаҫтар”, - ти Асия.
* Аҙыҡ-түлекте миҙгелендә күпләп туңдырып алып ҡалыу. Йәй көнө күп нәмә арзан. Мәҫәлән, борос, помидор, алма, еләк кеүек йәшелсә-емеш, йәшел тәмләткестәр көҙ көнө бушлай тиерлек һатылһа, ҡыш көнө хаҡтарына буй етмәҫлек була... Уларҙы күпләп туңдырып ҡалдырыу ғаилә бюджетын һаҡлай. Ҡыуанысҡа күрә, ҙур һыуытҡыс-һандыҡтар һәр өйҙә бар.
* Ит, балыҡ, бал, һарымһаҡ, май, эремсек кеүек аҙыҡ-түлекте йәрминкәләрҙән алыу. Унда хаҡтар күпкә осһоҙораҡ була.
* Бары-юғына ҡыҙыҡмау. Быныһы инде Лилиәгә барып төртөлдө: сөнки ул “Осһоҙайтып һатыу” тигән яҙыу янынан битараф ҡына үтеп китә алмай. Һөҙөмтәлә уның йорто кәрәкмәгән әйберҙәр менән тулған, бер төрлө биш шарф булһа ни, төҫтәре бит төрлө, күлдәктәренең шкафына һыймауына ла күптән күнеккән, бер күлдәкте ике-өс айҙан артыҡ кейеү уны ялҡыта. Асия аңлатыуынса, һуңғыһының үҙ сәбәбе лә бар икән: хаҡына ҡыҙығып, ашығып алынған әйбер тиҙ ялҡыта, шуға ла осһоҙ тип биш-алты күлдәк алғансы, үҙеңә килешлеһен генә ҡарап, берҙе, әммә берәгәйҙе алырға кәрәк.
* Кредиттарға суммау. Асия, ғөмүмән, кредиттарға ҡаршы. “Кәрәк нәмәмде йыллап аҡса йыйып алам, әммә бурысҡа батмайым. Ссуда алыу – үтескә алған ҡыуаныс ул, бер нисә көн шатлыҡ кисерәм тип, нисәмә йыллыҡ хафаға сумғым килмәй. Бөтөнләй йәшәр урының булмаған осраҡта ғына банк менән бәйләнешкә инергә була”, - ти ул.
* Һәр нәмәне яҙып барыу. Ала торғанын, алғанын, аҡсаның нимәгә киткәнен. Коммуналь түләүҙәрҙе ай һайын түләү, штраф-пеняларға юл ҡуймау.
* Пластик карталар урынына “тере” аҡса менән иҫәпләшеү. Быныһын инде үҙем дә һынағаным бар: карта аша түләгәндә, аҡсаның иҫәбе һиҙелмәй, кәрәгенән артығыраҡ тотоноп ташлайһың. Карта менән иҫәпләшеү ҡулайыраҡ икән, бонустарҙы ҡулланыу кәрәк.
* Дарыуҙарҙың осһоҙорағын алыу. Тормош булғас, улары ла кәрәк булып сыға. Һәр дарыуҙың үҙ аналогы була, бына шуларҙың составын өйрәнеп, арзанырағын алырға мөмкин. Йәй көнө дарыу үләндәре йыйыу иһә бөтөнләй бушлай, ти Асия.
* Үҙеңә кәрәкмәгән әйберҙе аҡсаға әйләндереү. Мәҫәлән, телефоныңды яңырттың икән, иҫкеһен ырғытып ҡуйғансы, осһоҙ ғына хаҡҡа һатырға була. Берҙән, аҙ булһа ла аҡса килә, өйөң дә артыҡ әйберҙән бушай.
* Аҡса – аҡсаны тарта. Аҙ ғына эш хаҡынан да аҡса йыйып барырға була. Ай һайын эш хаҡыңдың 10 процентын йыйып барғанда ла, йыл аҙағына байтаҡ сумма йыйыла, уға иһә күптән теләгән нәмә, мәҫәлән, диван алырға була.
Аҙ аҡсаны ла етәрлек итеп тотона белеүе һәм хатта арттырып йыя алыуы менән беҙҙе һоҡландырған Асияның тормош һабаҡтарының бер өлөшө булыр былар. Күренеүенсә, йәшәй белһәң, аҙ ҙа етер, йәшәй белмәһәң, күп тә бөтөр. Әсәй-өләсәйҙәр әйтмешләй, аҡсаны мул итеүҙән бигерәк, бәрәкәтле итеп бирһен Хоҙай!
*исемдәр үҙгәртелеп алынды.
Читайте нас: