20-нән 27 мартҡа тиклем баш ҡалабыҙҙа үткән «Артылыш FEST» республика театрҙар фестивалендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ике спектакль күрһәтте.
Е.Гришковецтың «Планета» спектакле фестивалдең тәүге көнөндә зал тулы тамашасы йыйҙы. Тормош мәғәнәһе, мөхәббәт хаҡындағы әҫәр тураһында тәнҡитселәр ҙә үҙ һүҙҙәрен әйтте. Тап бөгөнгө тамашасы өсөн кәрәкле спектаклдең Милли йәштәр театры сәхнәһендә уйналыуы ҡыуаныслы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте сығыш яһаусылар.
21 мартта Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың «Арба» спектакле лә фестиваль сиктәрендә күрһәтелде. Фестивалдең эксперттар советы менән һөйләшеүҙә актерҙар, спектаклдең авторҙары ла ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 –27 мартта Өфөлә республика театрҙарының «АртылышFEST» фестивале үтә. Программала республиканың театр коллективтарының иң яҡшы спектаклдәре күрһәтелә. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазынан 12 профессиональ театр коллективы ҡатнаша, балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн 13 спектакль күрһәтелә. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, матур тамашалар ҡарап ҡалайыҡ!