Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңышлы булыу серҙәре
9 Сентябрь 2023, 21:55

Күгәрсенгә таштай батҡан килен

Тормош иптәше, З.Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты, шағир Хәким Алсынбаев менән биш балаға ғүмер бирәләр.

Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен

Әбйәлил районының Байым ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 2002 йылда Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше, З.Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты, шағир Хәким Алсынбаев менән биш балаға ғүмер бирәләр. Әлеге көндә өлкән улдары Сыңғыҙ - Салауат медицина колледжының 2-се курсы студенты. Бәләкәйҙән уҡыуға отҡор, әүҙем уҡыусы булған ул. Гитарала уйнай, бейеүгә маһир, әле үҙе белем алған уҡыу йортонда волейбол ярыштарында ҡатнашырға ла ваҡыт таба.

Игеҙәк улдары  – Морат менән Салауат Мәҡсүт урта мәктәбенең 9-сы класында белем ала. Икеһе лә көрәшсе, тренерҙары Артур Мәжитов ярҙамында көрәш алымдарын өйрәнеп, зональ һәм район ярыштарында призлы урындар алалар. Морат биологияны яратһа, Салауат физика, математика, информатиканы үҙ итә, икеһе лә үҙҙәренең яратҡан фәндәре буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, район, төбәк һәм республика кимәлендә еңеүҙәр яулай. Әйткәндәй, Мораттың “Сапсан” һәм “Шоңҡар” исемле хикәйәләре беҙҙең “Мораҙым” гәзитендә донъя күрҙе һәм уҡыусылар тарафынан юғары баһаланды.

 Мәҡсүт мәктәбенең 3-сө класында белем алған Ғәҙел кесе йәштән үҙе йырҙар сығарып, ауыҙ эсенән көйләп йөрөргә ярата. Ағалары һымаҡ көрәш менән шөғөлләнергә ынтылһа ла, ике-өс йыл самаһы элек ҡулын һындырыу сәбәпле, был теләгенә быйыл ғына ирешкән.

  2-се класта уҡыған Дилбәр ҙә “яҡшы” билдәләргә генә өлгәшә, һүрәт төшөрөүгә маһир. Өй эсендә әсәһенең уң ҡулы ул.

Бик тырыш, уңған, татыу ғаилә улар - Алсынбаевтар. Әлеге көндә Хәким Себер тарафтарында эшләй, Физәлиә Мәҡсүт урта мәктәбе директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын атҡара. Эше тынғыһыҙ, ауыр булһа ла, һис зарланмай геройыбыҙ, өйөн дә гөлдәй итеп тота, балаларын да иғтибарҙан өҙмәй, эшендә лә өлгөрә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА

Сығанаҡ: "Мораҙым" Архив, 2021. 

 

Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Күгәрсенгә таштай батҡан килен
Автор:
Читайте нас: