Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Титаник"тың һәләкәте (№2, 2018)

Һигеҙ палубалы “Титаник” пароходы Белфастағы “Харленд энд Вулф” верфендә өс йыл буйы төҙөлә. Судно һыуға 1911 йылдың 31 майында төшөрөлә. “Титаник” – “Олимпик” класындағы икенсе лайнер.

“Титаник” пароходының һәләкәте – 1912 йылдың 14 апреленән 15-енә ҡарай төндә Атлантик океандың төньяҡ өлөшөндә Канадалағы Ньюфаундленд утрауынан көньяҡ-көнсығышҡа 600 километр алыҫлыҡта булған диңгеҙ фажиғәһе. Пароход Саутгемптон – Нью-Йорк трансатлантик маршруты буйынса йөҙгәндә бишенсе көн аҙағында фажиғәгә юлыға. Ул осорҙағы иң ҙур океан лайнеры 2208 кеше менән айсбергка бәрелә. 2 сәғәт 40 минуттан һуң һыуға бата. Фажиғәлә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 1495-тән алып 1635-кә тиклем кеше һәләк була. Батыусы лайнерҙан 712 пассажир һәм экипаж ағзаһы ғына иҫән ҡала.

Һигеҙ палубалы “Титаник” пароходы Белфастағы “Харленд энд Вулф” верфендә өс йыл буйы төҙөлә. Судно һыуға 1911 йылдың 31 майында төшөрөлә. “Титаник” – “Олимпик” класындағы икенсе лайнер. Ул “аҙашынан” бер ни тиклем айырыла, “Олимпик”ты файҙаланғанда асыҡланған күп кенә етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Проектҡа ирланд судно төҙөүсеһе Томас Эндрюс етәкселек итә. Карапты төҙөү 3 миллион фунд стерлингка йәки 7,5 миллион АҠШ долларына (2013 йылғы курс буйынса 187,5 миллион долларға) төшә. Лайнер Британияның “Уайт Стар Лайн” компанияһына ҡарай.

Файҙаланыуға тапшырғанда “Титаник” донъялағы иң ҙур судно иҫәпләнә. Оҙонлоғо – 269 метр, киңлеге – 30 метр, батымы – 10,5 метр, ауырлығы – 52 310 тонна. Лайнерҙы ике төркөмдән торған дүрт цилиндрлы пар машиналары һәм пар турбинаһы хәрәкәткә килтерә. 29 ҡаҙанлыҡты эшләтеү өсөн көнөнә 610 тонна күмер талап ителә. “Титаник” ике ҡатлы төптән һәм герметик ишектәр менән бүленгән һыу үткәрмәүсе 16 бүлектән тора. Конструкторҙарҙың иҫәпләүенсә, теләһә ҡайһы ике бүлек һыуға батһа ла, судно йөҙә ала. Карапҡа сымһыҙ телеграф һәм башҡа радио йыһаздарын “Маркони К” компанияһы ҡуя. Бортта 1178 кешегә иҫәпләнгән 20 ҡотҡарыу шлюпкаһы урын ала.

Билет хаҡтарына ҡарап, пассажирҙар өс класҡа бүленә. Беренсе класс пассажирҙары ҡарамағында – бассейн, гимнастика залы, төрөк мунсаһы, сквош уйнау өсөн корт, электр ваннаһы, эттәр бүлеге. Судно бортында кафе, бик бай йыһазландырылған туҡланыу һәм тәмәке тартыу салондары бар. Каюталар таҙа, яҡты һәм йылы, ашарға ябай, әммә туҡлыҡлы ризыҡтар тәҡдим ителә. Караптың бөтә биналары һәм ял итеп йөрөү палубалары кластарға бүленгән, пассажирҙарға бер кластан икенсеһенә күсеү тыйыла.

“Титаник”тың бортында шлюпкалар етешмәй. Проектта ҡаралған 48 шлюпка урынына өҫкө палубаға диңгеҙҙе ҡапламаҫлыҡ итеп 20 шлюпка урынлаштырыла. Уларҙың әҙлеге урынға ла, хаҡҡа ла бәйле түгел. “Титаник” бер ваҡытта ла бәләгә тарымаясаҡ тип инанған лайнер хужалары ял итеп йөрөү палубаларына өҫтөнлөк бирә. Йәнәһе, пассажирҙарҙы диңгеҙгә һоҡланыуҙан ниңә мәхрүм итергә?

“Титаник”тың командаһы ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булмай. Шлюпкаларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәнеүгә бик әҙ иғтибар бүленә. Ул судно докта торғанда бер мәртәбә генә үткәрелә. Һыуға ике шлюпка төшөрөлә, һәр береһендә – дүрт матрос һәм бер капитан ярҙамсыһы. Докты әйләнеп сыҡҡас, кире карапҡа ҡайталар. Саутгемптондан ҡуҙғалып китер алдынан пассажирҙар менән янғын һүндереү күнегеүҙәре ойошторолмай. 14 апрель иртәһенә шлюпкаларға ултырыу буйынса күнегеү планлаштырыла, ләкин көслө ел сығыуға һылтанып, капитан уны үткәртмәй.

Юлға сығыр алдынан “Титаник”ты Бөйөк Британияның сауҙа министрлығы хеҙмәткәрҙәре тикшерә. Атап әйткәндә, ҡотҡарыу шлюпкалары, сигнал ракеталары һәм башҡа авария йыһаздары ҡарала. Улар ғәмәлгә яраҡлы тип табыла.

“Титаник” беренсе һәм һуңғы рейсына Саутгемптондан 1912 йылдың 10 апрелендә төш көнө сыға. Порттан ҡуҙғалғанда “Нью-Йорк” пароходына бәрелә яҙа. 5,5 сәғәттән һуң, 147 саҡрым юл үткәс, лайнер бортына Францияның Шербур ҡалаһынан пассажирҙар ала. 11 апрелдә “Титаник” Ирландияның Квинстаун (Ков) ҡалаһына барып етә. Бында аҙыҡ-түлек запасы тулыландырыла, бортҡа һуңғы пассажирҙар күтәрелә.

“Титаник” трансатлантик трассаһына 1316 пассажир һәм 908 экипаж ағзаһы менән сыға. Лайнер 2439 пассажирға иҫәпләнгән, ләкин ғәҙәткә ингәнсә апрелдә трансатлантик рейстарына әллә ни ихтыяж күҙәтелмәй. Пассажирҙар араһында төрлө кешеләр була: АҠШ-ҡа бәхет эҙләп юлланыусы Ирландия, Италия, Швеция, Рәсәй, Сүриә, Әрмәнстандан фәҡир эмигранттар; Джон Джекоб Астор, Бенджамин Гуггенхайм кеүек аҡһөйәктәр һәм миллионерҙар.

“Титаник”ка “Уайт Стар Лайн” компанияһының тәжрибәле капитаны 62 йәшлек Эдвард Смит командалыҡ итә, уның стажы – 40 йылдан ашыу. Кочегарҙар, стюардтар, штивщиктар1, машинистар, ашнаҡсыларҙың күбеһе суднола эшләү өсөн махсус әҙерлек үтмәй. Квалификациялы матростар экипаждың 5 процентын ғына тәшкил итә. Күбеһе судноның үҙенсәлектәре менән танышып өлгөрмәй, сөнки дүрт көн элек кенә эшкә алыналар.

12 апрелдә “Титаник”ка радиотелеграф элемтәһе буйынса (Морзе әлифбаһы ярҙамында) Ҙур Ньюфаундленд банкыһы2 янынан үтеүсе судноларҙан хәбәрҙәр килә башлай. Уларҙың экипаждары айсбергтарҙың күбәйеүенә иғтибарҙы йүнәлтә. Һәр хәбәр вахта ярҙамсыһына, шунан штурман рубкаһына тапшырыла, боҙ яландарының координаталары картаға индерелә. Һүҙ “Титаник” маршруты планлаштырылғандан төньяҡтағыраҡ район тураһында бара, шуға күрә борсолорға нигеҙ булмай.

“Титаник” радистары “Маркони” компанияһы яллауы буйынса эшләй, ғәмәлдә команда ағзалары булып тормай. Уларҙың төп бурысы – пассажирҙарҙың телеграммаларын оҙатыу, континенттан яңы хәбәрҙәр ҡабул итеү. Аҙаҡ яңылыҡтар судно гәзитендә баҫыла. Метеошарттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү артҡы планға күсә.

14 апрелдә иртән “Титаник”тың радиостанцияһы трансатлантик трассаһының көньяғынан йөҙөүсе судноларҙан айсбергтар хаҡында хәбәрҙәр ҡабул итә. Был көндә ете боҙ иҫкәртеүе алына. Беренсе иҫкәртеү иртәнге туғыҙҙа “Карония” пароходынан килә. Катипан Смит икенсе иҫкәртеүҙе “Ноордам” пароходынан ала. 13 сәғәт 42 минутта “Балтик” судноһы түбәндәге хәбәрҙе ебәрә: “Капитан Смитҡа, “Титаник”. Көн сыуаҡ. Грецияның “Афина” пароходы айсбергтарҙы һәм бик күп боҙ яландарын уҙыуы тураһында хәбәр итә. Һеҙгә һәм “Титаник”ка уңыштар теләйем”.

Смит, иҫкәртеүҙе “Уайт Стар Лайн”дың идара итеү директоры Брюс Исмейға күрһәткәс, яңы маршрут һыҙа, ул элекке юлдан саҡ ҡына көньяҡтараҡ үтә. 13 сәғәт 45 минутта немецтарҙың “Америка” судноһы ҙур ике айсберг менән осрашыуы тураһында хәбәр итә. Әммә был иҫкәртеү күперсеккә тапшырылмай. Сәбәбе асыҡланмаған, күрәһең, ҡоролманы йүнәтеү менән мәшғүл радистар мәғлүмәтте капитанға тапшырырға онотҡандыр.

19 сәғәт 30 минутта “Калифорниэн” пароходынан боҙло иҫкәртеү килә: “Беҙ боҙ киҫәктәренең ҙур тупланышын һәм бихисап эре айсберг күрҙек. Боҙло яландар ҙа бар. Һауа торошо һәйбәт, көн сыуаҡ”.

Был хәбәр ҙә вахта күперсегенә тапшырылмай. Радист Джек Филлипс уны аңламаған, ахыры, сөнки радиотапшырғыс ватыҡ саҡта йыйылып киткән телеграммаларҙы Рейс моронона ебәрә.

Һуңғы боҙ иҫкәртеүе 22 сәғәт 30 минутта “Титаник”тан яҡынса 50 саҡрым алыҫлыҡта боҙ яланы ситендә дрейфҡа ятҡан “Калифорниэн” пароходынан алына. “Калифорниэн” радисы Сирил Эванс ҡурҡыныс зонаның координаталарын тапшырырға тотона, ләкин Филлипс уны тупаҫ бүлдерә: “Өнөңдө тыҡ! Мин эшләйем! Мин Рейс мороно менән элемтәләмен!” Шулай итеп, иң мөһим боҙ иҫкәртеүе кире ҡағыла.

Мөһим хәбәргә Филлипстың илтифатһыҙ мөнәсәбәте радистарҙың уларҙы йыш ҡына рәсми булмаған формала тапшырыуы менән аңлатыла. Уларҙы коллегалары менән аралашырға теләгән радистарҙың дуҫтарса сәләме тип ҡабул итергә лә мөмкин. Бындай хәлдәр Төньяҡ Атлантик линияларында йыш осрай. Мәҫәлән, Сирил Эванс хәбәрен: “Сәләм, ҡартлас, беҙ туҡтаныҡ, тирә-йүндә боҙ. Координаталар...” – тигән һүҙҙәр менән башлай. Эшкә сумған Филлипстың коллегаһын тупаҫ бүлдереүе ғәжәп түгел. Радиограммалар араһында “капитанские служебные” тип аталғандары ла була. Уны ҡабул итеүсе радист шунда уҡ радиограмманы алыуын раҫларға, күперсеккә тапшырырға тейеш. Әммә бындай алым һирәк ҡулланыла.

21 сәғәт 20 минутта капитан күперсекте ҡалдырып, үҙенең хөрмәтенә ирле-ҡатынлы Уайденерҙар ойошторған киске ашҡа китә. 22 сәғәт 30 минутта “Титаник” үҙенә ҡаршы килеүсе “Раппаханнок” пароходынан айырыла. Унан алда ғына “Раппаханнок” боҙҙар араһынан уҙғанда ҡойроғон зыянлай. Ике судно ла бер-береһен күрерлек алыҫлашҡас, “Раппаханнок” капитанын алмаштырған Альберт Смит Морза шәме ярҙамында “Титаник” менән элемтә урынлаштыра: “Беҙ әле генә боҙ яланын һәм бер нисә айсберг араһынан үттек”. Яуап итеп “Титаник”тан сигнал бирәләр: “Хәбәр ҡабул ителде. Рәхмәт. Тыныс йоҡо”. Шулай ҙа бер ниндәй ҙә сара күрелмәй, өҫтәмә күҙәтеүселәр ҡуйылмай, судно элеккесә ҙур тиҙлек менән алға барыуын дауам итә.

21 сәғәт 30 минутта айсбергтарҙың булыуы хаҡында тағы ла бер иҫкәртеү алына. Был юлы “Месаба” пароходынан. Ул көнсығышҡа йөҙөүсе бөтә судноларға ла тапшырыла: “Бөгөн айсбергтар һәм киң боҙ яландары күрҙек. Һауа торошо һәйбәт, көн сыуаҡ”.

График буйынса “Титаник” 5800 километр араны бер аҙнала үтергә тейеш. Ваҡытында барып етеү өсөн лайнер иң ҙур тиҙлек – 22,5 узел (сәғәтенә 41,6 километр) менән бара.

14 апрелдә төнгө сәғәт 12-лә күпселек пассажирҙар йоҡларға ята. Вахтаға капитандың беренсе ярҙамсыһы Уильям Мёрдок баҫа. Ватерлиниянан 29 метр өҫтә мачтанан алды күҙәтеүселәр Фредерик Флит менән Реджинальд Ли дежур итә. Температура 1 градусҡа ҡәҙәр төшә. Иҫән ҡалған пассажирҙарҙың береһе Арчибальд Грейси һуңынан былай тип яҙа: “Диңгеҙ быяла кеүек, шундай тигеҙ, унда йондоҙҙар ап-асыҡ сағылды”. Күреү мөмкинлеге 6 саҡрым тәшкил итә. Шулай ҙа ул төндә Ай яҡтыртмай, ә алды күҙәтеүселәрҙең бинокле булмай. (Биноклдәр һаҡланған сейфтың асҡысын юлға сығыр алдынан ғына рейстан алынған Дэвид Блэр яңылыш үҙе менән алып китә.) 23 сәғәт 30 минутта Флит менән Ли офоҡта шыйыҡ томан күрһә лә, быға әһәмиәт бирмәй. 9 минут үткәс, Флит тап курс буйынса 600 метр алда айсберг һыҙаттарын күрә. Ул өс тапҡыр ҡыңғырауға һуға: алда тотҡарлыҡ бар! Шунан телефон аша алтынсы ярҙамсы Джеймс Муди менән элемтәгә инә:

Флит. Унда берәйһе бармы?

Муди. Эйе, һин нимәлер күрҙеңме?

Флит. Курстың тап үҙендә айсберг!

Муди. Рәхмәт.

Муди айсберг тураһында Уильям Мёрдокка әйтә, тегеһе рулевой Роберт Хиченсҡа штурвалды һулға борорға бойора. Үҙе иһә машина телеграфтары тотҡаларын туҡтау хәленә килтерә. Һуңынан лайнерҙың ҡойроғо айсбергка бәрелмәһен өсөн һулға боролорға ҡуша. Винттарҙы туҡтатыу мөйөш тиҙлеген кәметеүгә килтерә (боролоу кәмей). 25–30 секундтан һуң ғына “Титаник” әкрен генә һулға борола башлай. Шулай ҙа лайнерҙың уң борты айсбергка бәрелеп өлгөрә. Һөҙөмтәлә “Титаник”тың ватерлиния аҫты бер нисә урындан тишелә.

Ике минуттан һуң бәрелеште тойған капитан ашығып күперсеккә сыға. Мёрдок уға айсберг хаҡында әйтә. Смит, Мёрдок һәм дүртенсе ярҙамсы Джозеф Боксхолл бортҡа күҙ йүгертеп сыға. Капитан тиҙлекте кәметергә, фекер алышырға кисекмәҫтән караптың баш констуркторы Томас Эндрюсты саҡырырға бойора.

Өҫкө палубаларҙағы пассажирҙарҙың күбеһе бер ни ҙә тоймай. Ҡабымлыҡ әҙерләүсе стюардтар ҡалаҡ-сәнскеләрҙең еңелсә зыңлап ҡуйыуына иғтибар итә. Ҡайһы бер пассажирҙар еңелсә һелкенеп һәм ҡалтыранып ҡуя. Люси Дафф Гордон һуңынан былай тип хәтерләй: “Әйтерһең, кемдер олоғара бармағын караптың бортына төрттө”.

Бер нисә минуттан һуң двигателдәр туҡтатыла, “Титаник” Лабрадор ағымында дрейфҡа ята. Трюмдарға һыу тулырға тотона. Лайнер уң яҡҡа ауыша. Һыуҙы насостар ярҙамында һурҙырырға бойоралар, әммә һыу насостар һурҙырғанға ҡарағанда 10–15 тапҡыр тиҙерәк килә.

Томас Эндрюс капитанға караптың һәләкәткә дусар булыуын, сәғәт ярымдан һуң батасағын әйтә.

23 сәғәт тирәһендә холлдар, ресторандар һәм тәмәке тартыу салондары бушай. Оркестр Жак Оффенбахтың “Гофман әкиәттәре” операһынан өҙөктәр уйнай. Пассажирҙар каюталарына таралыша. Борт артында температура ҡапыл төшкәнлектән, асыҡ палубаларҙа кешеләр күренмәй. Пенсильвания штатының тимер юлдар вице-президенты Джон Тэйерҙың 17 йәшлек улы Джек кешеләр ҡалмаған шлюпка палубаһына сыға. Һуңынан хәтерләй:

– Яҡты төн, йондоҙҙар. Ай юҡ, минең йондоҙҙарҙың шул тиклем сағыу яҡтыртҡанын бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Улар гәүһәрҙәй балҡыны... Был кешенең үҙенең йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмаған төн ине...

Өҫкө палубаларҙа һелкенеү бик үк тойолмаһа ла, пассажирҙарҙың күбеһе уяна. Ҡайһылары каюталарҙан сығып стюардтарҙан белешә. Ирле-ҡатынлы Бишоптарға стюард Кроуфорд, көлөп: “Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Беҙ бәләкәй генә боҙ киҫәгенә бәрелдек, артабан йөҙәбеҙ”, – ти. Тәмәке тартыу салонында АҠШ президентының хәрби ярҙамсыһы Арчибальд Батт, трамвай магнаты улы Гарри Уайднер, “Ньюгент” универмагы һатып алыусыһы Спенсер Силверторн һәм башҡалар һуңғы кискә хәтлем күңел аса. Һелкенеүҙе тойғас, бер нисә ир-егет палубаға йүгереп сыға, ләкин улар алыҫлашыусы айсбергты ғына күреп өлгөрә. “Титаник” юлын дауам итә, барыһы ла салонға ҡайта.

Бер аҙҙан лайнер туҡтай, был күптәрҙә хәүеф тыуҙыра. Кешеләр экипаждан туҡтау сәбәбен белешергә тырыша. Элизабет Шют офицерҙарҙың береһенән һорай: “Нимәлер булдымы әллә? Беҙгә берәй төрлө ҡурҡыныс янамаймы?” Офицер: “Миңә билдәле булыуынса, юҡ”. Һуңынан Элизабет офицерҙың кемгәлер: “Беҙ күпмелер түҙә аласаҡбыҙ әле”, – тигәнен ишетеп ҡала. “Вакуум ойл” нефть компанияһының Лондон филиалы директоры Говард Кейс, көлөп: “Беҙ винтты боҙҙоҡ, шикелле, уның ҡарауы, кәрт уйнарға ваҡытыбыҙ күп буласаҡ”, – ти. Кемдер 25–30 метр бейеклегендәге айсберг күреүен әйтә, ләкин был берәүҙе лә әллә ни тулҡынландырмай. Бер пассажир: “Айсберг корпусты саҡ ҡына сыйҙырҙы, капитан уны буярға карапты туҡтатты”, – тип шаярта.

Юғары палубаларҙағы пассажирҙарҙан айырмалы, түбәндәге палубаларҙағы пассажирҙар ныҡ борсола. Кухняла плиталарҙан табалар иҙәнгә тәгәрәй, йоҡлап ятыусы кочегарҙар койкаларынан йығылып төшә. Өлкән кочегар бөтәһенә лә ҡотҡарыу жилеттары кейергә һәм шлюпкаларға күтәрелергә ҡуша, ләкин өҫтә старпом Генри Уайлд уларҙы кире бора. Экипаж биләгән каюталарға балта оҫтаһы төшөп: “Мин һеҙҙең урында булһам, бынан китер инем. Судноға һыу тула, туп уйнау залын һыу баҫты инде”, – ти. Шунан боцман күренә:

– Егеттәр, тороғоҙ... Беҙҙең кәмендә сәғәт ярым ғына йәшәйһебеҙ ҡалды. Эндрюс әфәнде үҙе шулай тине. Тик телегеҙҙе теш артында тотоғоҙ, бер кемгә бер һүҙ әйтмәгеҙ.

15 апрель. 0 сәғәт 05 минут. Капитан Смит ҡотҡарыу шлюпкаларынан тышлыҡтарҙы һалдырырға, пассажирҙарҙы шлюпка палубаһына йыйырға, радистарға бәлә-ҡаза сигналы бирергә ҡуша.

Шул уҡ ваҡытта палуба аҫтындағы биналарға һыу тула, төн уртаһы еткәс, улар тулыһынса һыу аҫтында тороп ҡала.

Боцмандың һыҙғыртыуы буйынса, шлюпка палубаһына икешәрләп, өсәрләп матростар күтәрелә. Улар ашыҡмай, сөнки күбеһе ни булғанын белмәй. Һәр береһенә айырым шлюпка беркетелһә лә, улар бер нисә урында эленеп торған расписаниены алдан ентекләп өйрәнмәй. Офицерҙарға эвакуацияға әҙерлек эштәрен ҙур ҡыйынлыҡ менән ойошторорға тура килә.

Пассажирҙарға йылы кейенеп, ҡотҡарыу жилеттары алып, каюталарҙан сығырға ҡушыла. Беренсе класс стюардтары уларға кейенергә булыша. Ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балалы ҡатындарға айырым иғтибар бүленә. Икенсе һәм өсөнсө кластарҙағы пассажирҙарға бындай иғтибар етмәй, стюардтар уларға ишекте асып ҡысҡырыу менән генә сикләнә: ҡотҡарыу жилеттарын кейегеҙ! Сәбәбен аңлатып тормайҙар. Өсөнсө класс пассажирҙары бөтөнләй ярҙамһыҙ ҡала, өҫкә күтәрелергә кәрәклеген генә әйтәләр, улар сығырға тырышып, түбәнге палубаларҙың оҙон коридорҙары буйлап оҙаҡ аҙашып йөрөй.

Паника тыуҙырмаҫ өсөн экипаж эвакуацияның ысын сәбәбен әйтмәй. Палубаға күтәрелгән пассажирҙар шлюпкаларҙы төшөрөүгә әҙерләүҙе тыныс ҡына күҙәтә. Күп пассажирҙар йылы каюталарҙа ҡалыуҙы хуп күрә. Уильям Стед менән Альберт Стьюарт эвакуацияға әҙерлекте ахмаҡлыҡ тип атай. Ирле-ҡатынлы Спенсерҙар каюта ишеген бөтөнләй асмай. Ҡотҡарыу жилеттарын кейергә бойороуҙы ла етди ҡабул итмәүселәр табыла, сөнки улар аяуһыҙ ҙур һәм уңайһыҙ. Өсөнсө кластан бер нисә пассажир хатта боҙ киҫәктәре менән футбол уйнай.

Капитан Смит юғалып ҡала: эвакуацияны тиҙләтмәй, команданың эшен ойоштормай, ҡапма-ҡаршылыҡлы бойороҡтар бирә, ярҙамсыларының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай. Тәүге пассажирҙарҙы шлюпкаларға ултыртыу башланғанда ла бойороҡто капитан үҙе бирмәй. Икенсе ярҙамсыһы Лайтоллер унан һорай: “Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы шлюпкаға ултырта башлаһаҡ яҡшы булмаҫмы, сэр?” Яуап урынына Смит башын ғына ҡаға. Ул Лайтоллерға эвакуацияға һул борттан, ә Мёрдокка уң борттан етәкселек итергә ҡуша. Шлюпка тулыу менән уны һыуға төшөрөргә бойора. Мёрдок менән Лайтоллер шлюпкаға ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ғына ултырта, ярым буш кәмәне һыуға төшөрә. Мёрдок иһә урын ҡалһа, ир-аттарға ла ултырырға ҡуша. Уларҙың береһе лә шлюпканың нисә кешене күтәрә алырын белмәй, шуға күрә пассажирҙарҙы күпләп алмайҙар. Әгәр шлюпкалар тулы булһа, тағы ла 500-ләп кешене ҡотҡара алырҙар ине. Ваҡытынан алда ығы-зығы башланмаһын өсөн, капитан палубаға оркестрҙы саҡыра. Музыканттар төрлө вальстар, классик әҫәрҙәр һәм рэгтаймдар уйнай.

Башта пассажирҙарҙы шлюпкаға ултыртыу бик әкрен бара. Күбеһенең карапты ҡалдырып киткеһе килмәй, экипаж уларҙы оҙаҡлап ризалатырға мәжбүр була. Миллионер Джон Джекоб Астор: “Кәмәгә ҡарағанда бында хәүефһеҙерәк”, – тип белдерә.

Айсберг менән бәрелешкәндән һуң 45 минут эсендә судноға 13 700 тонна океан һыуы тула. Бүлектәрҙә һыу тигеҙләшкәс, судно турая. Шуға күрә күпселек пассажирҙар карап батмаҫ тип ышана.

Бортта бәхетһеҙ осраҡтар ҙа була. Оло йәштәге француз ҡатыны шлюпка менән борт араһына йығылып төшә, уны ике ир-ат тартып сығарып, шлюпкаға ултырта. Беренсе класс пассажиры Энни Штенгель шлюпкала бер нисә ҡабырғаһын һындыра, өҫтөнә ағалы-ҡустылы ике йыуан кеше һикерә.

Экипаж һыуға ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Карап батҡанда шартламаһын өсөн дүртенсе ҡаҙанлыҡтағы парҙы сығаралар. Беренсе өс ҡаҙанлыҡта эш туҡталмай, һөҙөмтәлә судно электр энергияһы менән тәьмин ителә. Оҙаҡламай бишенсе һәм һыу тулған алтынсы ҡаҙанлыҡтарҙың ишектәре баҫымға түҙмәй емерелеп төшә. Шунлыҡтан бишенсе ҡаҙанлыҡты һыу баҫа.

1 сәғәт 20 минутта полубакка3 һыу тулырға тотона. Пассажирҙар шунда ғына “Титаник”тың батыуын төшөнә. Эвакуациянан баш тартҡан ҡатын-ҡыҙҙар шлюпкаға ултыра башлай. Ҡайһыларын ирҙәре оҙата, ҡайһылары хаҡында дуҫтары һәм таныштары хәстәрлек күрә. Эвакуация ҡыҙа. Шлюпкаларға элеккесә беренсе сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы үткәрәләр. Палубала улар ирҙәре һәм атайҙары менән мәңгелеккә хушлаша. Шарлотта Коллир ханымды ике матрос иренең ҡосағынан көс-хәл менән тартып ала. Селени Ясбек кәмәлә генә янында иренең юҡлығын белә. Матростар шлюпканы төшөрөргә керешә, ә ҡатын палубаға сығырға ынтылып, бар көсөнә ҡысҡыра. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән пассажирҙар ҡала әле. Вафат булған Люсьен Смит хәләленә былай ти: “Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ултыртыу – күҙ буяу ғына ул. Был карап тейешенсә йыһазландырылған, бөтәбеҙ ҙә ҡотҡарыласаҡбыҙ”. Шарлотта Коллирҙың ире, уны шлюпкаға ултыртҡанда: “Бар, Лотти! Алла хаҡы өсөн, ҡыйыу бар! Мин икенсе шлюпкаға ултырам!” – ти.

Паниканың тәүге билдәләре күренә: кешеләр буш шлюпкалар эҙләп, бер борттан икенсеһенә йүгерә, ҡайһылары кәмәне төшөргәндә уға һикерергә уйлай. Үҙен ҡатын-ҡыҙ тип ҡабул итһендәр өсөн башына шәл ураған ир 14-се шлюпкаға үтә. Тағы ла бер нисә пассажир 40 кеше ултырған шлюпкаға һикерергә йыйына. Кәмәгә яуаплы бишенсе ярҙамсы Гарольд Лоу төркөмдө тынысландырыу өсөн һауаға атырға мәжбүр була.

Шлюпкаларҙың барыһына ла етмәүен аңлаған ҡайһы бер пассажирҙар ҡотолорға теләмәй. Миллионер ҡатыны, Масу`s универмагтары селтәренең уртаҡ хужаһы Ида Штраус иренән башҡа шлюпкаға ултырыуҙан баш тарта: “Беҙ бергә бик оҙаҡ йәшәнек, хәҙер һин ҡайҙа – мин дә шунда”. Инда Штраус үҙ урынын хеҙмәтсе ҡатынға бирә. Лайтоллер өгөтләп ҡараһа ла, Эллисон ханымдың да ирен ҡалдырып киткеһе килмәй. Бенджамин Гуггенхайм палубаға цилиндр һәм фрак кейеп сыға, ысын джентльмендарса үлгем килә, тип белдерә. Ҡайһы бер пассажирҙар ашханаға доға уҡырға йыйыла.

Ҡотҡарылыусы кешеләрҙең бишәүҙән дүртеһе – беренсе һәм икенсе класс пассажирҙары. Өсөнсө класс пассажирҙарының күбеһе түбәнге палубаларҙағы коридорҙар лабиринтынан сыға алмай. Улар беренсе һәм икенсе кластарҙан судноның төрлө өлөштәрендәге ҡапҡалар менән бүленә, ҡапҡаларҙың күбеһе бикле тора. Өсөнсө класс пассажирҙарының байтағы үҙ ғүмерҙәре өсөн стюард Джон Эдвард Хартҡа бурыслы, ул түбәнге палубаларға төшөп, уларҙы өс мәртәбә төркөмләп өҫкә сығара. Өсөнсө класты башҡаларынан айырыу йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн АҠШ-тың эмиграция тураһындағы ҡануны менән ҡаралған. Тәүге ике класс пассажирҙары караптан Манхэттен причалында сыҡҡан, өсөнсө кластағыларҙы Эллис утрауында төшөрөп, мотлаҡ санитар тикшереүе үткәргәндәр.

1 сәғәт 40 минутта суднола паника башлана. Пассажирҙар һәм экипаж ағзаларынан ир-ат төркөмө, ҡатын-ҡыҙҙарҙы көтөп тормай, шлюпкаларға ултырырға керешә. Лайтоллер уларҙы револьвер менән ҡурҡытып ҡыуып ебәрә. Офицерҙар шлюпкаға үткәрмәгәс, ҡайһы бер ир-ат истерикаға бирелә.

Һуңғы йыйылма шлюпканы һыуға төшөргәндә морон өлөшөндә шлюпка палубаһы бушай, сөнки пассажирҙар ҡойроҡ яғына күсә. “Уайт Стар Лайн”дың идара итеү директоры Джозеф Брюс Исмей ошонан файҙаланып ҡала ла инде, ул шлюпканы һыуға төшөрөр алдынан уға үтеп инә. Һуңынан был ҡылығы ҡурҡаҡлыҡ тип баһалана.

Шлюпкаларҙа урын етмәҫен аңлаған ҡайһы бер ир-ат ундағы пассажирҙарҙан үҙҙәренең яҡындары менән бәйләнешкә инеүен һорай. Бенджамин Гуггенхайм ҡатынына үҙ бурысын аҙағына ҡәҙәр үтәүен еткерергә ҡуша. Джей Яртс таныш түгел ҡатындан һеңлеһенә үҙенең һәләк булыуын әйтеүҙе үтенә.

2 сәғәт 10 минутта һыу капитан күперсегенә һәм офицерҙарҙың каюталарына етә. Капитан Смит шлюпа палубаһынан һуңғы тапҡыр уҙа. Ул радистарға һәм экипаждың башҡа ағзаларына, эште туҡтатығыҙ, ҡотолорға тырышып ҡарағыҙ, ти. “Хәҙер һәр кем үҙе өсөн яуап бирә”, – тип ҡабатлай. Бихисап пассажирҙар һыуға һикереп, шлюпкаларҙы ҡыуып етмәксе була, ләкин күптәр маҡсатына өлгәшә алмай.

Төнгө сәғәт 2-гә салондар, холлдар, ресторандар, каюталар һәм коридорҙар бушай. Тәмәке тартыу салонына майор Арчибальд Батт, рәссам Фрэнсис Миллет, Кларенс Мур һәм Артур Райерсон кәрт уйнарға ултыра. Журналист Уильям Стед уҡыуға бирелә.

Тәҙрәләр, ишектәр һәм люктар ватылыу арҡаһында судноның батыу тиҙлеге арта. Һөҙөмтәлә “Титаник” ҡырҡа урынынан ҡуҙғала. Тулҡын палубалағы кешеләрҙе океанға һепереп төшөрә. 2 сәғәт 18 минутта лайнер ике өлөшкә бүленә. Ҡойроҡ өлөшө горизонталь хәлгә килә. Морон океан төбөнә төшә. Ҡойроҡ та, һыу менән тулғас, вертикаль хәлгә килеп, бер нисә секундҡа туҡтай, шунан үҙ күсәрендә әйләнеп, һыу аҫтында ҡала.

Ҡойроҡ һыу аҫтында йәшенгәс, йөҙәрләгән кеше өҫкә ҡалҡып сыға. Улар судноның боҙло һыуҙағы бихисап ватыҡтары араһында йөҙөп йөрөй. Күптәр ватыҡтарҙы йөҙөү сараһы итеп файҙалана. Океан һыуының температураһы 2 градус тәшкил итә. Кешеләр үтә ныҡ һыуыныуҙан 30 минут эсендә йән бирә. Ғазапланып үлеүселәрҙең ҡысҡырған тауыштары бөтә шлюпкаларҙан да килә. Үлеүселәрҙең кәүҙәләрен океанға ташлайҙар. 15–20 минуттан һуң тауыштар әкренләп тына. Өс тиҫтәгә яҡын кеше генә түңкәрелгән йыйылмалы шлюпкаға эләгеп үлемдән ҡотола.

“Титаник”тың стационар шлюпкалары – алты, ә йыйылмалылары – дүрт ишкәкле. Нигеҙҙә, шлюпкаларға ҡатын-ҡыҙҙарҙы ултыртҡанлыҡтан, уларҙың байтағына ир-аттар менән бер рәттән ҡулдарына ишкәк алырға тура килә. Өҫтәүенә, капитан ярҙамсылары ишкәкселәр итеп билдәләгән күпселек ир-аттар ишкәк менән эш итә белмәй, батыусы судноны ҡалдырып китер өсөн экипажды алдай. Дж. С. Уайт ханым эргәһендә ултырған ир-аттың бөтөнләй ишә белмәүен һөйләй. Уларҙың ҡулдарынан килә алмағанлыҡтан, ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамлаша.

Шлюпкалағы кешеләр бер-береһенә булыша. Маргарет Браун кеш япмаһын һыуыҡтан дер ҡалтыраған кочегарға бирә, өсөнсө ярҙамсы Герберт Питман Кросби ханымды елкәнгә урай. Матростарҙың береһе үҙ ойоғон Уошингтон ханымға тәҡдим итә. Билдәһеҙ джентльмен диңгеҙ сиренән интеккән 22 йәшлек Маргерет Фролишерға бренди эсерә. Хейс менән де Сатоде Пенаско ханымдар ҡысҡыра-ҡысҡыра башҡа шлюпкаларҙан ирҙәрен эҙләй. Пассажирҙар араһында низағтар сыға. Ни өсөндөр будильнигының ҡыңғырауын туҡтауһыҙ тоташтырған билдәһеҙ ҡатын башҡаларҙың йәненә тейә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенесенә ҡолаҡ һалмай, ир-аттар тәмәке көйрәтә.

Пассажирҙар күпселек осраҡта шлюпкаларҙағы команда ағзаларының профессиональ әҙерлегенән ҡәнәғәт булмай. Айырыуса рулевой Роберт Хиченсты тәнҡитләйҙәр. Ул “Титаник” айсберг менән бәрелешкәндә штурвалда тора. Бәрелешеү уны ныҡ ҡурҡытҡан булһа кәрәк. Үҙенең шөрләүен күрһәтмәҫ өсөн ул шлюпканы һыуға төшөргәс тә пассажирҙарҙы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡурҡытырға керешә: олоғара һыу өйөрмәһе бөтәһен дә һыу аҫтына тартып аласаҡ, ҡаҙанлыҡтар шартлағас, барыһы ла ватыҡтар аҫтында ҡалып үләсәк. “Титаник” тулыһынса батҡас, Хиченс, суднолар ярҙамға бер нисә көндән һуң ғына киләсәк, шлюпкала һыу ҙа, ризыҡ та булмағас, берәү ҙә иҫән ҡалмаясаҡ, ти. Үҙе был ваҡытта юрғанға төрөнөп руль янында бөршәйеп ултыра. Пассажирҙар уның менән низағлашырға теләмәй, сөнки ныҡ ҡурҡҡанын күрәләр.

Иҫән ҡалғандар үҙҙәрен ҡотҡарырға ниндәй ҙә булһа судно килер тип өмөтләнә. 3 сәғәт 30 минутта офоҡта, ниһайәт, “Карпатия” пароходының уттары күренә. Беренсе шлюпка пароходҡа яҡынлаша. Хәлдәре булған пассажирҙар палубаға үҙҙәре күтәрелә, хәлһеҙҙәрен арҡан баҫҡыс буйлап мендерәләр, йөрөй алмағандарын аҫылмалы ултырғыстар менән алалар, балаларҙы почта тоҡтары менән ташыйҙар.

Пассажирҙар “Карпатия” палубаһына күтәрелеү менән, уларҙы йылы юрғандарға төрөп, ашханаға алып баралар, эҫе ҡәһүә, сәй һәм һурпа тәҡдим итәләр.

“Карпатия” артынан һәләкәт урынына “Маунт Тампль” пароходы килеп етә. 6 сәғәт тирәһендә “Бирма” күренә. “Карпатия” радисы Гарольд Коттэм, карап зыян күреүселәрҙең бөтәһен дә ҡабул итергә әҙер, ярҙамға мохтаж түгел, тип белдергәс, башҡа пароходтар һәләкәт урынын ҡалдыра.

“Титаник” пассажирҙары бер аҙ шаңҡыуҙан арынғас, араларында низағ ҡуба. Ирҙәрен, туғандарын, дуҫтарын юғалтҡан күп ҡатын-ҡыҙҙар ҡотолған ир-аттарҙы иҫән ҡалғандары өсөн ғәйепләргә тотона. Бигерәк тә Брюс Исмейға ныҡ эләгә. Дафф Гордондың да күҙен астырмайҙар, сөнки ул шлюпкалар етешмәү арҡаһында 1500-ҙән ашыу кеше һәләк булғанда, ярым буш шлюпкала тотош багажын ҡотҡара.

Кирегә юл ҡатмарлы була: дрейфланыусы боҙҙар, томан, ҡойма ямғырҙар, ҙур диңгеҙ тулҡындары. 18 апрелдә кис “Карпатия” Нью-Йорктың 34-се пирсында туҡтай. “Карпатия”ны ҡаршыларға һәләкәт тураһында гәзиттәрҙән уҡып белгән 40 мең кеше килә.

Һәләк булыусыларҙың күпме икәне билдәле түгел, сөнки борттағы кешеләрҙең дөйөм һанын асыҡлай алмайҙар. Ҡайһы бер пассажирҙар юлға сығыр алдынан ғына сәйәхәттән баш тартҡан, бәғзеләре төрлө сәбәптәр арҡаһында исемлектән һыҙылған, һәләк булыусылар исемлегенә ике тапҡыр индерелгән. Һәләк булыусылар араһында капитан Эдвард Смит, уның ярҙамсылары Генри Уайлд, Уильям Мёрдок, Джеймс Муди, радист Джек Филлипс, Томас Эндрюс етәкселегендәге “Харленд энд Вулф” верфенең бөтә 9 кешеһе, судно оркестрының бөтә 8 музыканты, почта бүлексәһенең 5 хеҙмәткәре, пассажирҙар Джон Джекоб Астор IV, Исидор һәм Ида Штраустар, Бенджамин Гуггенхайм, Арчибальд Батт, Фрэнсис Миллет, Уильям Стенд бар.

Һәләкәткә дусар булған “Титаник” иҫтәлегенә төрлө илдәрҙә тиҫтәләрсә һәйкәл һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. 1913 йылда Манхэттенда 16 метр бейеклегендә маяҡ күтәрелгән. Саутгемптондағы үҙәк ҡала китапханаһында “Титаник”та һәләк булған музыканттар хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ тора. Тағы ла бер йылдан Саутгемптонда машина командаһының 35 ағзаһына һәйкәл асыла. 1916 йылда Ливерпулдә “Титаник”тың машина командаһы иҫтәлегенә йәнә бер һәйкәл төҙөйҙәр. 1920 йылда Белфаста ҡала халҡы, һәләк булыусыларҙың яҡындары, “Харленд энд Вулф” верфе һәм “Уай Стар Лайн” компанияһы хеҙмәткәрҙәренең аҡсаһына һәйкәл ҡуйыла. Вашингтонда “Титаник”та батырҙарса һәләк булыусы ир-аттар хөрмәтенә Америка ҡатын-ҡыҙҙары йыйған аҡсаға һәйкәл һалына. Аҡса йыйыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша, акцияға күберәк ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша алһын өсөн, һәр кем бер доллар ғына индерергә тейеш була. Тиҙҙән 25 мең долларҙан ашыу аҡса йыйыла. Ун метрлы постаментҡа урынлаштырылған скульптураға “Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ҡотҡарыу хаҡына ғүмерҙәрен аямаған “Титаник”тың ҡыйыу ир-егеттәренә” тип яҙылған.

Айырым кешеләрҙең дә һәйкәле бар. Мәҫәлән, 1914 йылда Личфилдта – капитан Эдвард Смитҡа, 1915 йылда Комберҙа – Томас Эндрюсҡа, Нью-Йоркта ирле-ҡатынлы Штраустарға, Уильям Стедҡа һәм радистарға һәйкәл ҡуйыла.

Лайнерҙа 1912 йылдың апрель уртаһында булған фажиғәле ваҡиғалар бик күп романдар һәм нәфис фильмдарҙа сағылыш тапҡан. Джеймс Кэмерон төшөргән “Титаник” фильмы 11 Оскар премияһы ала.


1Штивщик – кочегар ярҙамсыһы.

2Атлантик океандағы киң һай урын, Канада һәм Францияның мөһим балыҡ тотоу районы.

3Полубак – палубаның алғы өлөшө.



Читайте нас: