Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөмкинлектәре сикләнгәнме, әллә сикһеҙ мөмкинлектәр менәнме? (№4, 2018)

Алһыу оло һынау менән донъяға килә. Асфальт йырып сыҡҡан үлән күҙ алдына баҫты уның һөйләгәндәренән. ДЦП диагнозы менән 5 айлыҡ булып тыуған.


Сквозь землю мягкую, сырую, до солнца силясь дотянуться,

Всходил росток, и путь на волю ему немыслимым казался…

(Авторы билдәһеҙ).

Яҙмыш ҡушыуылыр: кемдәребеҙҙер тән кәмселектәре менән тыуа йә тормош юлында теге йәки был сәбәп менән шундай хәлгә төшә. Уларға йәшәйеш шарттарына күнегеүе, тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуы, үҙенең кәмселектәренә өйрәнеүе ҡыйын. Уйлап ҡараһаң, шундай һорауҙар тыуа: ҡулһыҙ йә аяҡһыҙ кешеләрҙең тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынғаныбыҙ бармы? Церебраль паралич йә Дауна синдромы диагнозы ҡуйылғандар йә бүтән йән-тән кәмселектәре булғандарҙың һәр минут һайын ниндәй ҡыйынлыҡтар кисергәне тураһында нимә беләбеҙ?

Ғәжәп, әммә тап шундайҙарҙың беҙҙе – һау-сәләмәт, көсө ташып торған, әммә күп осраҡта рәхмәтһеҙ кешеләрҙе – дәртләндерергә көсө һәм аҡылы етә; спорт ярыштарында шап-шаҡтай кешегә ҡарағанда юғарыраҡ уңышҡа өлгәшә. Уларҙың күбеһе ғәҙәти кешеләргә ҡарағанда көслөрәк. Һүҙем шундай ҡыйыу һәм көслө кеше – Алһыу РАМАҘАНОВА хаҡында. Алһыу оло һынау менән донъяға килә. Асфальт йырып сыҡҡан үлән күҙ алдына баҫты уның һөйләгәндәренән. ДЦП диагнозы менән 5 айлыҡ булып тыуған. 5 йәштә генә атлай башлаған. Алты йәштә һыуға бата яҙған… Ҡыҫҡаһы, уның күңел донъяһына, асылына бергәләп сәйәхәт ҡылайыҡ.



Ҡояшҡа үрелгән гөлдәй…


“Бәләкәйҙән йәшәүгә ынтылыш көслө булғандыр, юғиһә 5 айлыҡ булып тыуғандарҙың ғүмере ҡыҫҡа бит. Ауырыумын тип ятырға түгел, тырышырға кәрәк. Ғәрипмен тип ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Шуныһы ла бар: һынауҙар үткән кеше, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, олоғая. Тормошҡа фәлсәфәүи ҡарай башлай. Ауырлыҡтарға бирешмәйем, аллаға шөкөр. Һынауҙар һәм ауырлыҡтар үҫешкә этәреүсе шарттар ғына икәненә инанғанмын инде. Улар беҙгә нимәгәлер өйрәнергә, үҙгәрергә, яҡшыраҡ булырға ярҙам итә. Маҡсат менән йәшәргә кәрәк. Маҡсат ҡуйыу, шуға ынтылыу, шунан ҡәнәғәтлек алыу – көслө булыуҙың бар сере ошо ғына.

Биш йәштә генә атлап киткәнмен. Әсәйем миңә бүләк алған да, ҡулыма килтереп тотторманы, үҙең килеп алырға тейеш, тигән шарт ҡуйҙы. Бүләкте алғы килә бит инде, тырышып-тырмашып стенаға тотоноп атлап киттем. Хәҙер еңел генә һөйләп ултырһам да, ул саҡта нимәләр кисергәнемде үҙем генә беләм, эйе, һәр аҙымым ҙур еңеүгә тиң булғандыр, моғайын. Әсәйемә ҙур рәхмәтлемен.

Ваҡытынан алданыраҡ тыуыу сәбәпле, ике ай тирәһе дауаханала ятҡанмын. Бер йәшкә тиклем өй шарттарында ғына тәрбиәләгәндәр, табиптар хатта урамға алып сығырға рөхсәт итмәгән. Йылына ике-өс мәртәбә әсәйем менән реабилитация үҙәгендә ятҡанбыҙ. Әсәйемә мине тәрбиәләүе еңел булмаған, әлбиттә. Әммә ул, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, бар көсөн мине аяҡҡа баҫтырыуға бағышлаған. Миңә биш йәш тулғанға тиклем ул декрет ялында булған. Алты йәшемдән алып ул мине йылына ике таҡыр Башҡортостаныбыҙҙың төрлө шифаханаларына юллама алып яңғыҙымды ебәрә торғайны. Шулай итеп, бәләкәйҙән үк үҙаллылыҡҡа өйрәндем”.


“Хыялдарынан тыймағыҙ балаларҙы…”


“Маҡсатҡа ынтылышлы булып үҫеүемдә атай-әсәйемдең психолог булыуҙары ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Үҙем дә ошо һөнәрҙе һайланым. Был өлкәлә әле лә белем алыуҙан туҡтағаным юҡ. Психолог – ул күңел хирургы.

Ауырыу балаларҙы тәрбиәләү йәһәтенән үтә мөһим тип һанаған теләктәрем дә бар. Уларҙы, ғөмүмән, балаларҙы, зинһар, хыялдарынан тыймағыҙ, тип әйтке килә. Уның өсөн үҙегеҙ һөнәр һайлаһағыҙ, яҙмышын тулыһынса емерәһегеҙ. Ул бөтәһе кеүек ғәҙәти кеше. Ғәрипме ул, сәләмәтме – ғаиләләге һәр бала бер тигеҙ, ирекле шәхес итеп тәрбиәләнергә тейеш. Үҙ юлын үҙе һайлаһын: һөнәрен, дуҫтарын, кейем-һалымын һ.б. Үҙемде, мәҫәлән, шулай тәрбиәләнеләр. 16 йәштән әсәй ҡанаты аҫтынан сыҡтым. БДУ-ның психология һәм социология факультетына уҡырға индем. Әйткәнемсә, үҙемә оҡшаған психолог һөнәрен үҙләштерҙем.

Һөнәр тигәндәй, бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп үтәйем әле. Мин бәләкәй саҡта табип булырға хыяллана инем. Өйҙә дауахана уйнай торғайным. Шулай бер көндө әсәйем эшкә киткән (бәлки, ҡайҙалыр сыҡҡандыр), ә беҙгә ҡунаҡҡа өләсәй килгән ине. Бер аҙ ауырып та торған. Әсәйем уға “капельница” ҡуйып киткән. Тамып бөткәнен күреп, тегене алып ҡуйҙым. Шәп кеше ни, уны-быны уйлап тормай, уколын да ҡаҙаным. Әсәйем ҡайтты. Эш бөткән бит инде. Табиплыҡҡа дипломың бармы, тип шелтәләгәне хәтеремдә. Унда миңә 7 йәштәр тирәһе ине. Хәҙер шуны көлөп иҫкә алырға ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табип була алманым, әммә психологияны үҙ иттем, ул да бер ни тиклем табип һөнәренә яҡын. Бына шундай үткер булғанмын мин.

Ауырыу балалар ынтылыусан була. Мәктәптә ундайҙарға, мәҫәлән, шытырлатып өс теҙәләр. Ә ни өсөн шул бала менән шөғөлләнмәҫкә? Бәлки, ул сәләмәт балаға ҡарағанда ла башлыраҡтыр, тырышыраҡтыр?! Сит кешегә ярлыҡ таҡмаһындар ине. Нимәгә һәләтле икәнен кеше үҙе генә белә, тип һанайым.

Тағы ла шуныһы: ауырыу баланан көлөргә, кәмһетергә; саф күңелле, ихлас, иманлы кешеләрҙе рәнйетергә ярамай. Шуныһы ла бар: ауырыу балаларҙың Хоҙайҙан һораған бар теләге лә ҡабул була. Күҙ йәшенең әсеһе ете быуыныңа ҡәҙәр барып етеүе ихтимал тигәнгә ышанам. Ғөмүмән, ниндәй кеше менән аралашһаң да, һүҙеңде уйлап әйтергә өйрәнергә кәрәк. Бер уйланмаған һүҙ меңләтә әйләнеп ҡайтырға, яҡындарыңды юғалтыуға тиклем барып етергә мөмкин хатта.. Психик йәрәхәтте дауалауы ҡыйын. Баланың тотлоғоуы, һөйләшмәҫкә әүерелеүе, үҙенә йомолоуы бар. Суицид осраҡтары йышайҙы – был да шуның эҙемтәһе булыуы ихтимал. Балаларҙы ялҡау тип битәрләйҙәр. Ялҡау кеше юҡ ул. Бәлки, уның күңеле ауырып йөрөйҙөр. Берәйһе ауыр һүҙ әйткәндер, көлгәндер һ.б.

Мәктәптән насар билдә алып ҡайта икән, мәҫәлән, тота килеп әрләргә ярамай. Ни өсөн икәнен асыҡларға кәрәк тәүҙә. “Өслө алдым, әсәйем мине хәҙер үлтерә!” тигәнде ишеткәнем бар. Ниндәй һүҙ ул: үлтерә! Баланан робот тәрбиәләргә кәрәкмәй. Бәлки, ул “3”-лө йә “2”-ле” алған предмет киләсәктә уға, ғөмүмән, кәрәкмәйҙер?!

Минән йыш ҡына: “Алһыу, һине музыка мәктәбендә үпкәләтмәйҙәр инеме?” – тип һорайҙар. Юҡ, киреһенсә, унда миңә хөрмәт менән ҡарайҙар ине, тип яуаплайым. Әлбиттә, күп нәмә өлкәндәр тәрбиәһенән тора. Әгәр ҙә өлкән кеше һин ғәрип тимәһә, ул һүҙҙе балалар әйтмәй. Бәләкәстәрҙең барыһын ла өлкәндәрҙән ҡабатлауы бөтәһенә лә билдәле бит инде. Уҡытыусы миңә айырым дәрестәр бирә, әгәр программаны аңламаһам, дәрестән һуң ҡалып аңлата ине”.


Тормош юлдары ҡатмарлы…


“Бөтәһе лә һынауҙарҙы бер кимәлдә күтәрә алмай. Төшөнкөлөккә бирелеп киткән саҡтар ҙа булғылайҙыр. Шул саҡта… Үҙем флейта буйынса музыка мәктәбен тамамланым. Флейта – ул психологик музыка ҡоралы, тынысландыра. Күңелем тулып киткән мәлдәрҙә флейтамды ҡулыма алам. Моцартты тыңлайым, күңелде үҫтерә торған музыка тип һанайым уның көйҙәрен. Имитация, ҡош һайрауҙарын тыңлап алам.

Ҡыйын саҡтарҙа шулай уҡ мәсеткә барам, Хоҙай Тәғәләгә мөрәжәғәт итәм. Намаҙ уҡыйым. Дин юлына баҫҡандарҙы хөрмәт итәм. Был йәһәттән Радик ағай Динәхмәтовты үҙемдең остазым һанайым. Ул мине музыка мәктәбендә флейта буйынса уҡытҡайны.

Дуҫтарым күп түгел. Булғандары ихлас күңеллеләр. Үҙемдән өлкән кешене мин дуҫ итәм. Кешегә ныҡ бәйле булырға ла ярамай. Ир кеше менән ҡатын араһында ла дуҫлыҡ булмай тиҙәр, минеңсә, була. Яҡын дуҫым тип һанаған Радик ағай, мәҫәлән, төплө кәңәштәрен бирә, ауыр саҡта йыуата, кәрәк саҡта тәнҡитләп тә ала. Үпкәләмәйем. Маҡтауҙы кем яратмай! Ә тәнҡитте ҡабул итә белеү – үҙ өҫтөңдә эшләүҙең бер күренеше тип тә әйтергә булалыр. Һығымталар яһап, үҙеңә ситтән күҙ һалырға өйрәнергә, хаталарҙы ваҡытында аңларға кәрәк. Хис-тойғоларҙы теҙгендә тота алмау сәбәпле дуҫтарыңды юғалтыу, яҡындарың менән араларың боҙолоу ихтималлығы ла бар бит.

Ҡатмарлы хәл килеп тыуа икән, ғәйеп эҙләүҙе иң тәүҙә үҙеңдән башларға кәрәк. “Был осраҡта, бәлки, мин ғәйеплелер?” “Нимәлә хаталандым?” Ошоноң кеүек һорауҙарҙы биреү зарур. Һәм, әлбиттә, ғәфү итә белеү мөһим.

Тағы ла шуны әйтер инем: кеше һинең ярҙамыңа мохтаж икән, битараф ҡалмау хәйерле. Ошоға ҡағылышлы үҙем менән булған хәлде бәйән итәйем әле. Шулай бер ваҡыт һалҡын тейеп ике ҡолағым да яртылаш һаңғырауланды, тоноҡ ишетә башланым. Бер ай тирәһе йөрөгәнмендер, әммә ауырыу үтмәй. Поликлиникаға барырға булдым. Сиратта кеше күп, ул көндө керә алмай ҡайтып киттем. Юлда таяҡҡа таянған бер әбей осраны һәм поликлиникаға етәкләп алып барыуымды һорап мөрәжәғәт итте. Үҙ юлымдан кире боролоп, уны алып барып ҡуйҙым. Ҡайтыу яғына ыңғайлағанда, ауыртыуға түҙә алмайынса, ҡысҡырып ебәрҙем. Шул ваҡыт ике ҡолағымдан һыу атылып сыҡҡандай булды. Шунан алып ишетә башланым һәм шундай һығымтаға килдем: кемдер һинән ярҙам көткән саҡта, бер нәмәгә лә ҡарамай, ярҙам итергә кәрәк Бәлки, ул әбейҙе Хоҙай Тәғәлә мине һынап ҡарар өсөн ебәргәндер? Изгелек бер ҡасанда ерҙә ятып ҡалмай”.


“Ошо йәшемдә лә йәнһүрәттәр ҡарайым…”


“Һөнәри китаптарҙан тыш, мөхәббәт тураһында уҡырға, хыял диңгеҙендә йөҙөргә яратам. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, әкиәттәрҙе мауығып уҡыйым, ошо йәшемдә лә йәнһүрәттәр ҡарайым. Мин төшөнкөлөккә бирелмәйем, шөғөл табып ҡына торам. Мәҫәлән, әле китап сығарыу эше менән булам. Бәләкәй саҡта шиғырҙар яҙа инем. Хәҙер ҡараһаң, уларҙың бер мәғәнәһе лә юҡ, ә ул саҡта, үҙемде үҙем дәртләндереп, шиғыр яҙам, тип ғорурлана инем.

Буш ваҡытымда тағы ла балалар баҡсаһына барып музыка түңәрәген алып барам. Мин сабыйҙарҙы бик яратам. Флейтам булмаһа, үҙемде бер ҡулһыҙ кеүек хис итәм”.



Һүҙ аҙағында


Ниндәй генә булмаһын, үҙ балаһына ышанған атай-әсәй бөйөк эш башҡара – уның үҙ көсөнә, йәшәүгә ышанысын уята, һынауҙарға ҡаршы көрәшеү һәләтен үҫтерә. Был йәһәттән геройыбыҙҙың әсәһенең – Зилә ханымдың фиҙакәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Мәҡәләмде уның фекере менән тамамлағым килә.

– Әлбиттә, был донъяла бар нәмәгә әҙер булырға кәрәк. Ауырлыҡтар алдында баш эймәү, сабыр булыу фарыз. Табиптарҙың балағыҙҙан баш тартығыҙ тигән һүҙҙәренә ҡарамағыҙ.

Эйе, арабыҙҙа беҙҙән айырылып торған кешеләр бар. Уларҙың ниндәй диагноз менән тыуыуы мөһим түгел, иң мөһиме, ул Кеше – һинең кеүек үк: тоя, борсола, көлә, илай, яратырға һәм яратылырға теләй, өмөтләнә, ышана...




Читайте нас: