Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хоҙайҙан еңел һынауҙар һорағыҙ...

УЛЫБЫҘ ТЫУҒАС, БӨТӘ ДОНЪЯ ТЫНЫП

ҠАЛҒАНДАЙ БУЛДЫ...
Был донъяла ниндәй г енә хәл булһа ла, һөйөнөсмө ул, ҡайғымы – барыһы ла кешене һынар өсөн бирелә . Кемдеңдер иңенә – фәҡирлек, кемгәлер – дәрәжә, мал, кемгәлер – бала, ә бәғзеләргә ауырыу кеүек тормош йөктәре төшә . Тик әлеге ауырлыҡты үҙ елкәһендә күтәреү генә һәр кемдең ҡулынан килмәй. Араларында һынауҙарға бирешеп, үҙ-үҙҙәренә ҡул һелтәгәндәр ҙә , Аллаһтың тәҡдиренә риза булып, уны түҙемле һәм сабыр ғына үткәргәндәр ҙә бар. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы үтәү кешенең иманлылығы, сабырлығы һәм рухи көсө хаҡында һөйләй. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте лә киң, ул һынауҙарҙы еңеп сыҡҡандарға сауабын да йәлләмәй.
Бөгөнгө һүҙем яҙмыштарына яҙмыштарына зарланмай, өлөштәренә төшкән бәхетте аҡыл, көс һәм көндәлек эш менән яулаусы “ҡояш малай” үҫтереүсе һоҡланғыс, көслө рухлы дуҫтарыбыҙ –– Гөлназ һәм Азат ХӘКИМОВТАР хаҡында.
Һәр кеше кескәй сағынан уҡ атай-әсәй булыу теләге менән яналыр ул. Үҙ яртыһын тапҡас та бала ҡосоп һөйөү хыялы ҡул һуҙымындағы аралай яҡыная. Азат менән Гөлназ да шулай, өйләнешкәс тә ғаилә, йәшәү асылына йәм өҫтәүсе бала хаҡында өмөт итә. Оло мөхәббәттән яралған тәүге сабыйҙары тыуғас, шатлыҡтарының сиге булмай. Тик бәхеттәренә ышанмай йөрөгән йәш парҙы медицина хеҙмәткәрҙәре шаҡ ҡатырғыс хәбәр менән ҡаршы ала: “Һеҙҙең сабыйығыҙ Даун сирле булып тыуҙы”... Әлеге әсе һүҙҙәр саҡ атай-әсәй булған йәш парҙың йөрәгенә ауыр йөк булып ята. Һап-һау кешеләрҙең шундай аяныслы һынауға дусар булыуына ышана алмай улар.
“Улымды ҡулыма алғас, медицина хеҙмәткәрҙәренең сәйерһенеп ҡарауы бер аҙ шикләндерҙе, – тип һүҙ башланы Гөлназ. – Әммә ауырлы саҡта бер ниндәй ҙә норманан тайпылыш күҙәтелмәгәс, артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Өҫтәмә анализдар алғас ҡына диагноз иҫбатланды. Ғаиләбеҙ өсөн был көтөлмәгән хәбәр күңелдә мең төрлө хистәр уятты. Берсә яңы ғына тыуға сабыйымды ҡосаҡлап, илереп ҡыуанам, берсә ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтам да уйҙар упҡынына тәгәрәйем. Төпһөҙ урман кеүек тойолған диагнозды зиһенемдән ҡат-ҡат үткәргән һайын баштағы уйҙарым бутала, күңел ышанырға теләмәй болоҡһой...
Бала табыу йортонан беҙҙе тура балалар дауаханаһына яңы тыуған сабыйҙар бүлегенә оҙаттылар. Унда бөтмәҫ тикшереүҙәр, медицина процедуралары үтергә тура килде. Дауалаусы табип Наталья Николаевна минең илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәремә ҡарап: “Гөлназ, ни эшләүең был? Шундай теремек улың булғанда балауыҙ һығып ултырмайҙар инде! Күреп торорһоң, ул башҡалар кеүек “йәшелсә” булмаясаҡ. Тик уны хәстәрләргә, уның менән шөғөлләнергә кәрәк”, – тип дәртләндереп ебәрҙе. Уның һүҙҙәре миңә ҡанат ҡуйҙымы ни! Үҙемдә ниндәйҙер рухи күтәрелеш тойҙом, һулыштарым иркенәйеп, күҙҙәрем асылып киткәндәй булды. Быға тиклем проблемабыҙ менән күҙгә-күҙ осрашҡан саҡта япа-яңғыҙ ҡалған кеүек инек, баҡтиһәң, сит кешеләр ҙә хәлебеҙгә инә, аңлай белә, хатта ярҙам ҡулы ла һуҙырға әҙер икәнен тойғас, күпкә еңелерәк булып китте.
Ысынлап та, ни өсөн илап торам һуң әле? Бөтәһенә лә тәтемәгән бала бағыу бәхетенән айырманы Хоҙай. Минең янымда иңен ҡуйыр ирем, атай-әсәйем, яҡындарым, рәхимле кешеләр ҙә бар, тип тыныслана төштөм”.
Әлеге хәлдән һуң дауаханаларҙа кеше хәлен аңларҙай миһырбанлы белгестәр эшләүе ни тиклем мөһим икәнен аңлай йәш әсә. Һайлау алдында торған мәлдәрҙә парҙарға сир хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт, йүнәлеш биреү кәрәк. Юғиһә яҡындарым аңламаҫ тип ҡурҡҡан, кешенән оялған йәштәр хистәр тотҡононан сыға алмай йонсой. Сараһыҙлыҡтан уйланылмаған эштәр ҡылып ҡуйыуы ла ихтимал. Нәҡ шул иғтибар һәм мәғлүмәт етешмәгәнлектән, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр, үҙҙәренең эмоцияларына ғына таянып, сабыйҙарын бала табыу йортонда ҡалдырырға ҡарар итә, минеңсә. Эйе, ғүмерлек сирле сабый – һәр ғаилә өсөн тетрәнеү, ныҡлы һынау. Даун синдромлы балаларҙың күҙәнәгендә бер хромосома артыҡ була. Ер йөҙөндә һәр 700-се бала үҙенең енесе, ғаилә, социаль хәле, нәҫеленә ҡарамаҫтан, ошондай диагноз менән тыуа. Ул патология донъяла иң таралған үҙенсәлек тип һанала. Был генетик сиргә дусар булғандар башҡаларҙан тышҡы ҡиәфәттәре, интеллект кимәле менән айырыла, физик үҫеше лә ҡалыша. “Ҡояш балалары” тип аталыуҙары ла юҡҡа түгел. Сөнки улар иҫ киткес алсаҡлығы, ихласлығы, ябайлығы менән үҙҙәренә йәлеп итә, алдаҡты, яһалмалылыҡты күтәрә алмай, һиҙгерлектәре менән хайран ҡалдыра. “Ҡояш балалары” ни тиклем күберәк ғәҙәти тормош мәшәҡәттәре араһында ҡәҙимге кешеләр менән аралашып йәшәй, шул тиклем нығыраҡ үҫешә, йәмғиәткә яраҡлашырға һәләтле тип иҫәпләй белгестәр. “Ҡояш малай” – Ғилемдәргә лә быйыл алты йәш тулды. Ул тыныс холоҡло, сабыр, йомарт күңелле малай. Донъяны балаларса бер ҡатлылыҡ, сафлыҡ менән ҡабул итә, асыҡ күңелле кешеләрҙе ярата, ихлас ҡыуана, башҡаларҙы ла шатлан дыра белә. “Барлыҡ сирҙәрҙең дауаһы – һөйөү, – тине әсә кеше һүҙен дауам итеп, – “Ҡояш балалары” наҙға айырыуса мохтаж. Үҙҙәре лә нескә күңелле булыу сәбәпле, тирә-йүндәгеләрҙән дә тик ыңғай ғына хистәр алырға ынтыла, яһалмалылыҡты үҙһенмәй. Ҡаты бәғерле, эскерле кешеләрҙән ситләшә. Туҡтауһыҙ тәнҡитләүҙе, кеше араһында кәмһетеүҙе ауыр кисерә. Шуға ла иң беренсе сиратта уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнеү мөһим.

Читайте нас: