Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәттән сабый асылыбыҙ йола-модаларҙан үткән инде...

Беҙ бары тик үҙ асылыбыҙҙа балҡый һәм бәхетле була алабыҙ.

Редакция тарафынан “Үҙ-үҙем менән әңгәмә” тигән рубрика өсөн мәҡәлә яҙыу бурысы ҡуйылғас, башта аптырап ҡалдым. Ысынлап та, әңгәмә тип аталғас, унда кәмендә ике кешенең ҡатнашыуы төп шарт. Ә мин бер үҙем генәмен. Һыңар даналамын. Игеҙәгем юҡ. Кәмендә тағы бер штук “үҙем” кәрәк бит бында. Тап шундай “үҙем” образын уйлап табырға ла, унан үҙемә һорау бирҙертеп, шуға икенсе бер “үҙем” булып яуап ҡайтарырғамы, тип тә уйлап ҡуйғайным башта. Сәхнә әҫәрендәге диалог кеүек була инде. Шулай уйланым да, бер ыңғайы был уйымдан баш та тарттым, сөнки ул образдың яһалмалығы “икенсе үҙем” образы тыумаҫ элек үк ялҡытты. Үҙеңдән ыңғай йә кире холоҡло әҙәби герой яһарға маташҡан һымаҡ килеп сыға ла баһа был.
“Ҡайҙан табырға һуң ул образды, икенсе үҙемде?” - тип аптырағас-алйығас, инстинкт буйынса көҙгөгә күҙ һалдым. Унда ла шул уҡ кеше - үҙем, һуйған да ҡаплаған – мин, йылмайһам – йылмая, ауыҙымды асһам – аса, асыуланһам – асыулана, үсекһәм – ауыҙын бәлшәйтә, үҙемдәге биш бешерем ауыҙым көҙгөлә лә шундай уҡ. Һе, клоун менән нисек итеп әңгәмәләшергә, етмәһә бәхәсләшергә уйлайымдыр инде? Ул хатта үҙемдең уға биргән һорауыма шул уҡ һорау менән яуап ҡайтара. Мине эләкләпме эләкләй, ысвулыш...
Былай бармай... Шулай тинем дә, көҙгөләге үҙемдәге ҡарашымдың сөңгөлөнә үтергә теләп, үтәнән-үтә текәлдем. Шунда төпкөлөмдә, сөңгөлөм түрендә ултырған үҙем күренеп ҡалғандай булды. Мин унан шул тиклем оялам, уның алдында асылып китергә тартынам. Сөнки ул - минең асылым. Шулай итеп, “асыл” тигән төшөнсә хәтеремә килеп төштө һәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, үҙлегем буйлап сәйәхәт итергә, асылымдағы үҙем менән ғәмәлдәге үҙемде сағыштырырға, һәр икеһенең бер-береһенә тап килгән һәм тап килмәгән яҡтарын барларға тотондом. Шундай барлауымдан әңгәмә һымағыраҡ нәмә лә килеп сыҡты. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Аптыраҡ, кешенең икегә бүленеүе тап шулай буламы ни икән? Баҡтиһәң, асылымдағы үҙем менән ғәмәлдәге, ысынбарлыҡтағы үҙем бер-береһенән бик ныҡ айырыла икән дә. Үҙең булып ҡалыуы ҡыйын шул был донъяла. Тормош һинең бер туҡтауһыҙ үҙгәреүеңде, үҙенең аяуһыҙ ҡанундарына яраҡлашыуыңды талап итә. Үҙгәрешһеҙ ҡалһаң, диңгеҙҙәге дауыл кеүек шашынып, һине ярға бырғата.
Шулай итеп, геройҙарым да табылды. Түбәндә һеҙгә уларҙың икеһенең, йәғни “АСЫЛЫМ” менән “ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ”дең диалог-әңгәмәһен тәҡдим итәм.
АСЫЛЫМ: Мин һине иҫ белгән мәлеңдән башлап күҙәтеп барам, ҡылған ғәмәлдәрең менән ерле риза түгелмен, Әхмәр. Минән бик ныҡ алыҫлаштың. Үҙеңә ҡул һелтәп тә ҡуйырға уйлап ҡуйғаным булды, тик, һинең асылың булараҡ, быны эшләй алмайым…
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Мин дә һәр саҡ һиңә тоғро булып йәшәргә тырышам да, асылым, донъя ысынбарлығы үҙгәреүемде талап итә. Һиңә тоғро булып йәшәй алмағаным өсөн ғәфү ит. Йәшлегемә кире ҡайтып, тәүге мөхәббәтем менән ҡауыша алмаған кеүек, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса һинең менән мәңгелеккә хушлашырға тура килә инде. Әммә иң мөһиме – мин һинең рухыңа тоғромон, шул тоғролоҡ мине йәшәтә лә.
АСЫЛЫМ: Яйы сыҡҡанда әйтәйем инде: шулай күпме ваҡытыңды бушҡа осороп, елдә еленләгән уйҙарыңды боҙҙа ҡолонлатып, илгә таратып йөрөрһөң икән? Күпме әйттем һиңә был турала, күпме ныҡыным: һаман да бер үк тырмаға килтерәһең дә баҫаһың. Маңлайыңдағы күгәргән урындарыңа ҡара. Тырма һабы һинең маңлайыңды күгәртһә, минең намыҫҡа һуғыла бит! Яҙығыңды ла күтәрәм, язаһын да татыйым. Ә һин әйткәнемде ҡолағыңа элергә лә теләмәйһең.
Күпме ваҡытыңды елгә осорҙоң. Мин үткән тормошоңа байҡау яһап, протокол яҙып барҙым: илле йыл ғүмереңдең утыҙлабын буштан-бушҡа үткәрҙең. Һинең һәм үҙең йәшендәге тағы ла ике кешенең ошондай буш ғүмере бер быуат самаһы ваҡытты тәшкил итә...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Әйткәндәре менән килешмәйем, асылым. Һинеңсә фекер йөрөткәндә, кеше үҙенең ярты ғүмерен йоҡлап үткәрә. Йоҡола үткән ғүмер өлөшөнөң дә файҙалы эш коэффициенты нулгә тиң булып сыға түгелме? “Бушҡа үткәргән” тип теркәгән тормошома килгәндә, мин уларҙы тәжрибә туплау, аҡылға ултырыу осоро, тип атар инем. Шул утыҙ йылым булмаһа, ҡалғандарының ни мәғәнә-йөкмәткеһе! Икенсенән, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тормоштағы хаталар хаҡында түбәндәгесә әйткән:
Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын.
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын.
АСЫЛЫМ: Аҡланыр дәлилдәр, һылтанмалар, цитаталар табырға шәпһең инде һин. Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат итер өсөн Ҡөрьәндән дә сүрәләр, аяттар килтерерһең әле. Минең менән типә-тиң сағыңда улай итмәй торғайның...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Типә-тиң сағың, тип ҡайһы мәлдәрҙе әйтәһең ул? Ундай мәлдәрҙе бер ҙә хәтерләмәйемсе, иҫ белгәнемдән башлап бер туҡтауһыҙ аҡыл өйрәтәһең, бер үк нәмәне тылҡыйһың. Әйтерһең дә, мин беренсе синыф уҡыусыһы...
АСЫЛЫМ: Аҡтан-аҡ, пактан-пак сағыңды, бала саҡ әкиәттәрендәге мөғжизәгә ышанып, тормошто бәхет иле тип йәшәгән йылдарыңды әйтәм, Әхмәр. Ул сағыңда һин тәбиғәттең үҙе кеүек саф, ихлас, фиҙаҡәр, намыҫсан инең. Нисек барһың – шулай инең. Мин һинең шул мәлеңде һағынам...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Илатаһың инде... Ундай мәлемде мин үҙем дә һағынам. Халҡыбыҙҙың һыуҙағы балыҡ, күктәге ҡош кеүек ирекле, азат йәшәгән ваҡытын һағынған ХХ быуат башҡорто кеүек өҙөлөп һағынам мин ул мәлдәремде. Әммә тарихыбыҙҙың ундай илаһи миҙгелдәренә мәңгелеккә юл ябыҡ, тарихҡа ҡайтып булмай.
АСЫЛЫМ: Теге булмай, был мөмкин түгел, тип ҡулыңды һәлендерһәң, ысынлап та, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Әле бына бушҡа үткән ғүмер йылдарың хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Уртаса алғанда, илле йәшлек өс кеше бер быуатлыҡ ғүмерен “яндырһа”, шундай йәштәге утыҙ кеше мең йыллыҡ ғүмерҙе “көл итә”. Ярай, һинеңсә лә булһын, улар был кешеләрҙең тәжрибә туплау йылдары икән, ти, әммә дөйөм алғанда 1000 йыллыҡ ғүмер үҙҙәренеке генә түгел, улар ағзаһы булған милләттеке лә. Милләт өсөн мең йыллыҡ ғүмер тотош дәүергә тиң һәм ул йылдар шул уҡ милләттең 30 кешеһенең дөрөҫ итеп йәшәй белмәүе арҡаһында юҡҡа сыға. Ғүмер һәр кешегә Аллаһы Тәғәләгә, ата-әсәһенә, туғандарына, милләтенә һәм иң һуңынан ғына үҙенә хеҙмәт итер өсөн дә бирелә. Ғүмер – бурыс, ә йәшәүгә хоҡуҡ түгел. Ғүмер алдында бәндәнең яуаплылығы ла ошо бурысҡа бәйле. Бында арифметика ябай ғына: беҙ тәбиғәт һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән мөмкинлектең бик-бик аҙ ғына өлөшөн бойомға ашырабыҙ. Шәхестең эске потенциалы шул тиклем көслө, ул яртылаш ҡына бойомға ашырылһа ла, үҙенең һәм милләтенең тормошон гөл-сәскәгә әйләндерә ала. Бына ҡайҙа беҙҙең милләттең, республиканың, Рәсәй Федерацияһының потенциалы. “Рәсәй, Башҡортостан сеймалға бай булһа ла, беҙ ярлы йәшәйбеҙ, ни өсөн?”, - тип үҙ-үҙебеҙгә һәм башҡаларға риторик һорауҙар бирергә яратабыҙ. Илебеҙҙең сеймал потенциалын тулыһынса файҙаланып, байман тормошта йәшәргә теләһәк, беҙ һәр кешегә һалынған потенциалды асырға, үҫтерергә һәм файҙаланырға өйрәнергә бурыслыбыҙҙыр.
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Хыялдарың – глобаль, асылым, ул ҡасандыр илебеҙ халҡы төҙөргә теләгән коммунизмға оҡшаған. Коммунизмдың, идеаль йәмғиәттең утопия ғына икәнлеген беҙҙең ил донъя кимәлендә оятҡа ҡала-ҡала раҫланы бит инде...
АСЫЛЫМ: Белгең килһә, Маркс, Энгельс, Ленин яңы тормош хаҡындағы планын дингә таянып яҙған, тик улар ожмахҡа тиң тормошто Аллаһы Тәғәләнең үҙенән тыш төҙөргә була, тип кенә яңылышҡан. Яҡшыға, изгелеккә, ғәҙеллеккә, хөрриәткә ышанып йәшәргә кәрәк. Улайтып эт һуғарып йөрөгәнсе, бына ҡағыҙ, ана өҫтәл, яҙырға ултыр. Ташла ваҡланыуҙарыңды, бушҡа сәбәләнеүҙәреңде. Ошо йәшеңә етеп, әҙәм рәтле бер әҫәр яҙа алғаның юҡ. Күптәр илле йәшенә атҡарырлыҡ ғүмерлек эштәрен атҡарып, иң төп әҫәрҙәрен яҙып, донъя менән иҫәбен дә өҙгән. Ә һин һаман малайлығыңдан сыға алмайһың. Имеш, берәү гәзит сығара. Әҙәби әҫәр кәрәк миңә, аңлайһыңмы, әҙәби әҫәр. Асылың, йәғни мин - шағир, яҙыусы, ә һин көндәлек ризыҡ, тамаҡ хаҡына журналистикаға барып һуғылдың.
Тапҡанһың шөғөл. Күпме аралап килдем мин һине гәзит эшенән. Юҡ, ашлыҡҡа йоғонған башмаҡ кеүек, гәзит эшенә башыңды тыҡтың да, әллә нимә эшләйһең? Үҙемде һиндә таный алмайым хәҙер. Улайтып оҙаҡ йөрөһәң, барлы-юҡлы яҙыусылыҡ оҫталығыңды ла юғалтасаҡһың. Мәрхүм дуҫыбыҙ Ғәбиҙулла Зарипов әйтмешләй, һин нимә генә яҙһаң да, гәзитсә килеп сығасаҡ инде. Шыуышыр өсөн тыуған йыландың ошоғаса осҡанын күргәнем булманы. Гәзит ысын ижадсылар эше түгел, көнлөксөләр ғәмәле. Иҫеңдә булһа, Ғәбиҙулла: “Нимә генә яҙһам да: шиғырмы, хикәйәме, повесмы, романмы, мәҡәләме - ҡобайыр килә лә сыға”, - тип әйтә торғайны. Белгең килһә, теге тарафҡа юлланыр алдынан фәрештәләр барлыҡ дәғүәләрҙе һиңә түгел, миңә белдерәсәк. Яуапты ла миңә тоторға тура киләсәк. Һин кәүҙә, тән менән тороп ҡалаһың, ә йән ауырлығы, уның бар яуаплылығы миндә буласаҡ. Һинең арҡаңда күпме шулай оятҡа ҡалырға, ҡыҙарырға була...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Шыпа юҡҡа сығарма әле һин мине, әй, кем, асылым, һин дә шул уҡ Әхмәр инде. Өндәшмәгән һайын шашынаһың да китәһең. Бойорорға, фарман артынан фарман яуҙырырға ғына яратаһың. Көҙгөләге үҙеңә ҡарап торғаным бар: һин дә минән әллә ни алыҫ китмәгәнһең. Минең һәр йәһәттән камил, идеаль кеше, шәп яҙыусы булып китеүемде талап итәһең, үҙең аҙым һайын “намыҫ”, “выждан” һүҙҙәрен аяғыма тышау итеп тағаһың. Һинең өсөн, кем берәү әйтмешләй: “ҡыҙ ҙа булһын, ауырлы ла булһын...” Гәзиттә эшләүемде ек күрәһең. Ҡалайтайым инде, яҙған әҫәреңде баҫып сығарып, шуның аҡсаһына башҡа һөнәр эйәләре кеүек ҡәҙимгесә йәшәү әмәле юҡ был Рәсәй тигән илдә. Һәм булмаясаҡ та. Милли телдә яҙыусы, аҙ һанлы милләттең яҙыусыһы иң тәүҙә барыбер ҙә энтузиаст булып ҡала.
Белгең килһә, асылым, һинең дә энтузиаст икәнеңде бик яҡшы беләм, шунһыҙ ижадҡа ла тотона алмаҫ инем. Был сифатыңа тоғролоҡ һаҡлап киләм. “Нормаль кешеләр карьера, аҡса эшләй, ә һин һаман да хыялый, шиғыр-миғыр яҙып, кеше аптыратып йөрөйһөң...” тиеүселәр булды, хәҙер ҙә әйтәләр. Иғтибар итмәнем, сөнки миндә үҙемдең булмышыма, ошо милләттең вәкиле булараҡ, уның киләсәгенә оло инаныу, өмөт йәшәй. Ниңә, “Мин – яҙыусы, мин - шағир”, тип күкрәк һуғып, астан ятып үлергәме инде? Үҙең беләһең, интеллектуаль хеҙмәт илебеҙҙә бөтөнләй баһаланмай. Беҙҙә рухты колбаса оҙонлоғо, аҡылды кеҫә ҡалынлығы менән баһалайҙар. Мәҫәлән, яҙыусы аслы-туҡлы йәшәп, 5 йыл эсендә бер роман тыуҙырып, шиғырҙар яҙып, китап итеп баҫтырып, гонорарын алды икән, ти. Әйтәйек, илле мең һум. Ә бына икенсе бер әлепте таяҡ тип белмәгән, интеллекты нуль самаһы булған, ҡорһаҡ кимәлендә фекер йөрөткән, ашап-эсеп йәшәүҙе бәхеткә тиңләгән шыма эшҡыуар шул суммалағы аҡсаны баҙар шарттарында бер көн эсендә эшләп ала. Ошонан һуң интеллектуаль хеҙмәттең хаҡы тураһында һүҙ алып барыу мөмкин дә түгелдер. Әммә был мәсьәлә аҡса, капитал позицияһынан сығып ҡарағанда шулай. Ә инде иман, әхлаҡ, милли рух, милләт яҙмышы күҙлегенән баһалағанда, барыһы ла ябай ғына аңлашыла: интеллектуаль хеҙмәтебеҙ милләтебеҙгә кәрәк бит. Ә һин “гәзит” тә, “гәзит”, тиһең. Мин эшләгән гәзит тә шул уҡ милләткә интеллектуаль яҡтан хеҙмәт итеү сараһы.
Талаптарыңды былай ҙа теүәл үтәп барам даһа, асылым. Эсеүемде ташларға бойорҙоң, ташланым, тартыуыңдан ҡотол, тинең, ҡотолдом. Күптәрҙең асылы талап итеп тә, ғәмәлдәге үҙҙәре үтәй алмағанды үтәнем. Бының өсөн бары тик үҙемдең, йәғни һинең ихтыяр көсөңә таяндым. Инде һиңә, йәнем көймәгәйе, нимә кәрәк һуң? Ә Ғәбиҙулла дуҫыбыҙ... Ул, белгең килһә, үҙ асылына үтә тоғро булғаны өсөн донъялыҡтан үтә иртә китеп барҙы. Асылынан бер иле лә айырыла алманы, үтә бер ҡатлы, эсендәге - тышында, артыҡ ышаныусан, шарран ихлас, самими эскерһеҙ, самаһыҙ ярҙамсыл булды. Шуға күрә мәлһеҙ килгән әжәленән дә янтайып ҡалырға өлгөрмәне ул. Һаулығы ла ныҡ, көс-дарманы ла ашып-ташып тора ине - Салауат тоҡомонан бит! Хәйер, бер Ғәбиҙулла ғынамы ул хәлгә тарыған? Унан алдараҡ Рәмил Ҡол-Дәүләт, артынса - Марсель Искәндәр, яңыраҡ Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин фанилыҡҡа күстеләр. Рәмил башҡаларға, милләттәштәренә, беҙгә ҡалҡан итеп үҙенең йөрәген күтәреп, асылыбыҙға тоҫҡалған тәүге уҡтарҙан һәләк булды, үҙен һис тә аяманы; Марсель башҡаларҙың иңенә төшөр ауырлыҡты үҙе генә күтәрергә самалап, арҡа һөйәген һындырҙы; Рәйес милләттәштәре яныр утлы һарайҙарға үҙе инеп янды ла, башҡаларҙы янғындан иҫкәртеп китте; парадоксаль яҙмышлы һәм парадоксаль ижадсы Буранбай, “ғибрәтле тормош өлгөһө” күрһәтергә теләпме, башҡаларға улай йәшәргә ярамағанлығын иҫбатлар өсөн генә, яҙмышы менән хаяһыҙ шаярып, ғүмерен сарыф итте кеүек. Улар әгәр башҡа замандарҙа, халҡыбыҙ аҫылдарының Аҡбуҙаттарға атланып, донъя саңдарын борҡотоп йөрөгән мәлдәрендә йәшәгән булһа, ҡаһарман батырҙар рәтендә изге яуҙа һәләк булырҙар, һәр хәлдә, ғүмерҙәрен арзанға бирмәҫтәр ине...
АСЫЛЫМ: Ниңә уларҙы һаҡлай алманың һуң? Ана, үҙеңде һаҡлай алғанһың бит?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Беҙ уларҙы һәр яҡлап, төрлө юлдар менән бәлә-ҡазаларҙан араларға тырыштыҡ, әммә килеп сыҡманы. Һаҡлай алмаҫ та инек...
АСЫЛЫМ: Улай тимә әле, Әхмәр, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән бит.
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Мин дә шулай уйлай инем, әммә тәҡдир тигән төшөнсәнең барлығын аңлауым быларҙың киреһен уйларға мәжбүр итте. Ошо юҫыҡта уйланыуҙарым һөҙөмтәһе булараҡ, “Тыштағы зыярат” тигән яңы романым яҙылды. Уның яҙылыу тарихын яҡшы беләһең - идеяны үҙең бирҙең.
АСЫЛЫМ: Романыңды ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Тик бер фекерең менән риза түгелмен: һин унда суицидты аҡлайһың кеүек. Әҫәреңде уҡыусылар үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы нормаль күренеш тип ҡабул итеүҙән ҡурҡмайһыңмы ни?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Был тәңгәлдә мин һинең менән килешә алмайым, асылым. Мин унда суицидты аҡламайым, бары тик уның сәбәптәрен аңларға теләйем һәм беҙҙең йәмәғәтселек аңы өсөн бөтөнләй ят тойолған һығымталар ғына яһайым.
АСЫЛЫМ: Мәҫәлән?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Суицидтың төп сәбәптәре күптәр уйлағанса динһеҙлектә лә, эскелектә лә түгел, социаль сәбәптәр ҙә бында нигеҙ була алмай...
АСЫЛЫМ: Улайһа ниҙә?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Тәҡдирендәгесә йәшәү рәүешенән, асылынан ситләшкән, милли рухы менән дини рухы айырымланған кеше үҙ-үҙенә ҡул һала. Мин аҡыл һәм физик яҡтан камил, эсмәгән-тартмаған, үҙҙәренең ауылдарының ғына түгел, район үҙәктәренең, ҡалаларҙың китапханаларындағы барлыҡ китаптарҙы яттан белгән, гөрләтеп донъя көткән, өйҙәре балаларының бәхетле тауыштарынан шаулап торған типһә тимер өҙөрлөк ир-аттарҙың бер ниндәй сәбәпһеҙ үҙ-үҙенә ҡул һалып, донъялыҡтан китеүенә шаһит булып тетрәндем. Хәйер, тетрәндем, тием, икебеҙ был тойғоно кисерҙек. Уларҙың донъялыҡтан үҙ теләге менән китеүенә бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ...
АСЫЛЫМ: Барыбер уларҙың да үҙ-үҙенә ҡул һалыуын аҡлай алмайым, Әхмәр. Кешегә бер генә тапҡыр бирелә ғүмер. Уны Хоҙай бирә, тик ул ғына алырға ла хоҡуҡлы...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Дөрөҫ, әммә кеше әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса, йәғни тәҡдирендә яҙылғанса йәшәмәһә?
АСЫЛЫМ: Үҙ-үҙеңдән ҡасып булмағандай, тәҡдиреңдән дә тайпылып булмайҙыр инде ул…
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Улай тиергә ашыҡма: әгәр ҙә кеше йәшәгән иле, дәүләте, милләте, тарихи үҫеш ҡанундарынан, Аллаһы Тәғәлә һыҙған юлдан ситләшеп, әйтәйек, дәһрилек юлынан китһә, бер үҙе ни эшләй ала? Уға дөйөм төркөм ҡанундарына буйһонорға ғына ҡала...
АСЫЛЫМ: Бының тәҡдир менән ниндәй уртаҡлығы бар һуң? Әйтәйек, дәһрилектең...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Романымда ысынбарлыҡтағы йәғни башта Советтар Союзындағы, аҙаҡ Рәсәй Федерацияһындағы тормошобоҙ нисек бар, шулай килтерелә. Шуға параллель итеп тәҡдиребеҙ буйынса тормошобоҙ аға. Ваҡиғалар Мөслим тигән ауылда бара.
АСЫЛЫМ: Ниндәйерәк һуң ундағы тормош, тәҡдир буйынса йәшәгән донъяла?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Хоҙай һыҙған юлдан бара ундағы тормош. Рәсәйҙә Октябрь түңкәрелеше булмаған, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың хыялдары тормошҡа ашҡан, йәғни беҙ Рәсәйҙән айырым үҙебеҙҙең дәүләтебеҙҙе төҙөгәнбеҙ, Тубылдан Камағаса иркен территорияла үҙебеҙҙең барлыҡ дәүләт институттары һәм атрибуттары менән йәшәп ятабыҙ. Үҙебеҙҙең армия, оборона һәм сит ил эштәре министрлыҡтарыбыҙ бар. Ҡыҫҡаһы, Башҡорт иле хәҙерге Ҡаҙағстан һымаҡ айырым дәүләт. Унда йәшәүсе башҡорттар ҙа үҙ асылдарына тоғро, Ислам дине ҡанундарына буйһона, илдең ир-аттары ярым хәрби тормош менән йәшәй, кәрәк саҡта ҡулына ҡорал тотоп үҙ илен һаҡлай...
АСЫЛЫМ: Романыңды уҡыным тинем бит, мине шул тиклем наҙанға тиңләйһеңме? Һин миңә әҫәреңдең йөкмәткеһен һөйләмә. Бында ҡайҙа тәҡдир һәм суицидҡа сәбәп булырлыҡ дәлилдәр?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Барлыҡ бәләләр ана шул тәҡдир буйынса йәшәгән тормош менән хәҙерге ысынбарлыҡ араһындағы айырмалыҡта шул. Сөнки ошо параллель ике донъяның икеһендә лә бер үк кешеләр йәшәй. Башҡорт илендә милләтенең азатлығы өсөн ҡулына ҡорал тотоп, изге яуҙа ҡорбан булған ир-егет беҙ белгән ысынбарлыҡта, үҙенең тәҡдир буйынса асылын бойомға ашыра алмайынса, йән яныуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, үҙ-үҙенә ҡул һала. Батырлыҡ өсөн яралған йән бахырлыҡты күтәрә алмай шул...
АСЫЛЫМ: Бахырлыҡты тиһеңме?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Тап шулай: беҙҙең йәшәү рәүешебеҙҙең ныҡ үҙгәреүе, аттан - ергә, йәйләүҙән ултыраҡ тормошҡа күсеүебеҙ, юғары адреналин менән йәшәү менән сәбәптәрҙең юҡҡа сығыуы, Советтар Союзы, Рәсәй ысынбарлығы ҡаһарманлыҡ өсөн тыуған халыҡтарҙы бахыр итеп күрергә теләне. Ошондай шарттарҙа үҙ асылдарына тоғро булғандар һәр төрлө көрәштең мәғәнәһеҙлеген аңланы...
АСЫЛЫМ: Әйтерең бармы, үҙ асылдарына тоғро булғандары өсөн үҙ теләге менән донъянан киттеләр, тимәксеһеңме? Беҙҙең башҡорт асылы бары тик һәләкәткә генә килтерә тип әйтмәксеһеңме? Үҙеңдең мин белмәгән ҡайһылыр ике арауыҡта ситтәрҙән үҙләштереп өлгөргән кире сифаттарыңды аҡлар өсөн әйтәһеңме быларҙы? Килеп сыҡмаҫ әлеге мәйелең, юл ҡуймам...
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Улай уҡ тип әйтергә йыйынмайым, әммә күптәрҙең донъялыҡтан үҙ теләге менән китеүендә тормошҡа яраҡлаша алмау сәбәбе лә ята. Хәҙерге донъяның барлыҡ ҡанундарына яраҡлашып йәшәү башҡорт асылына ҡаршы килә шул. Сөнки күпмелер күләмдә байлыҡ туплар өсөн генә лә бик күп мораль һәм әхлаҡи принциптарыбыҙҙы аша атлап үтергә тура киләсәк. Беҙ улай була ла алмайбыҙ, сөнки ҡаныбыҙға башҡаларҙы өҙгөләү-йолҡҡолау иҫәбенә байыу механизмы һалынмаған. Был донъяла үтәй торған миссиябыҙ бөтөнләй башҡаға ҡайтып ҡала. Беҙ һанлаған һәм ынтылған ҡиммәттәр ҙә бөтөнләй башҡаса. Һин асылым, булмышым икәнһең, былар хаҡында минән дә яҡшыраҡ белергә, үҙең үҙемә кәңәштәр бирергә тейешһеңдер, тип уйлайым. Нимәгә былар хаҡында һөйләп торам әле? Иҫеңдә булһа, илдә бөйөк үҙгәрештәр башланыр алдынан, үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында, мин шундай шиғыр юлдары яҙғайным:
Тәбиғәттән сабый асылыбыҙ
Йола-модаларҙан үткән инде.
Был кешелек ундай сифаттарҙы
Сүплектәргә илтеп түккән инде...
Уйлап ҡараһаң, элек тә заман һәм тарих беҙҙе ауыр хәлдәргә ҡалдырған, әммә бөгөнгөһө ауырыраҡ. Ул саҡта алдыбыҙҙа йөҙәр меңлек ғәскәрҙәр торһа, бөгөн миллиард-миллиард долларлыҡ донъя капиталы асылыбыҙҙы йоторға самалай. Ҡулайлашһаҡ, милли рухыбыҙҙы, ҡаршы торһаҡ, үҙебеҙҙе юғалтабыҙ. Бер генә юл ҡала: беҙҙе һөйөп яралтҡан, ошондай сифатта бар иткән Аллаһы Тәғәләгә һыйыныу һәм сәбәп ҡылыу.
АСЫЛЫМ: Ҡайһы саҡ һиңә үтә ҡаты ла бәреләмдер, ғәфү ит, әммә шунһыҙ хәл юҡ. Ҡаты булмаһам, асылың да була алмаҫ инем. Аллаһы Тәғәлә, тәбиғәт икебеҙгә башҡаларға йоғонто яһай алырлыҡ һәләт биргән. Шул һәләтебеҙҙе һинең аша ғәмәлгә ашырып, милләтебеҙгә күберәк хеҙмәт итеп ҡалырға иҫәбем, һине лә үҙемдең ошо маҡсатыма хеҙмәт иттерергә теләйем дә, тик ҡайһы ваҡыт һиндә үҙемде таный алмайым. Күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрәһең, ҡырҡҡа түңкәреләһең. Аңлайһыңдыр, үтә сөсөләнеп китеүеңде, ҡайһы бер мәсьәләләргә күҙ йомоп ҡарауыңды, мөһимдәрен күрмәмешкә һалышыуыңды яратмайым. Йәшерәк саҡтағы үрәпсел арғымағың - дыуамаллығың бар барлыҡҡа, тик асыуыңды буйыңа һеңдерергә лә өйрәнеп киләһең. Афарин. Тик ҡыҙыулығың, сапсанлығың арҡаһында үҙеңә үтә яҡын булған кешеләрҙең күңелен ҡырырға ла өлгөрәһең. Ҡайһы берҙәренән ғәфү үтенергә лә тура киләсәк. Миндәге асылың буйынса һин бит ундай кеше түгелһең, ҡайҙан йоҡтораһыңдыр ундай насар ғәҙәттәрҙе? Шулай ҙа кешеләр менән аралашып йәшәгәс, һиңә анығыраҡ күренәлер тип уйлайым, шуға бер һорауыма яуап бир әле: ниңә беҙҙең милләт вәкилдәре үҙ асылынан ситләшә? Милли асылыбыҙ заманса йәшәргә яраҡһыҙмы ни? Һин дә минән тайпылаһың, ҡайһы саҡ күрмәмешкә һалышаһың. Шул тиклем ауыр йөкмө ни, башҡорт өсөн үҙ асылы?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Уға яуап бирер өсөн башҡорт халҡының тарихын һөйләп бирергә кәрәк булыр ине. Әммә был ғәмәл минең хәлдән килмәҫ тип уйлайым, сөнки халҡыбыҙҙың тарихы бар тулылығында өйрәнелмәгән, яҙылмаған. Сама менән беҙ ул тарихтың 10-15 процентын ғына беләбеҙ. Һис юғы халҡыбыҙ тарихының яртыһын, 50 процентын өйрәнеп, атай-олатайҙарыбыҙ фиҙаҡәрлеген һәм ҡаһарманлығын халҡыбыҙға еткереп, уларҙа ғорурлыҡ тойғоһо уята алһаҡ, беҙҙең милләт вәкилдәре үҙ асылынан ситләшеү генә түгел, үҙен “башҡорт” тип танылыуҙы ғына бәхеткә, мәртәбәгә тиңләр ине. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу хаҡында ла беҙ ишетеп кенә белер инек. Яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡыҙыҡлы бер тикшереү үткәреп ҡараны. ХIХ быуатта хәҙерге Әбйәлил районы урынлашҡан ауылдарҙа тик бер генә кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: йөҙ йыл буйына унда тик бер генә кеше суицидҡа барған, уныһы ла Магнитная станцияһынан ул саҡтағы Таңатар (хәҙер Асҡар) ауылына килгән иҫерек, икенсе бер милләт вәкиле. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге йылдарҙа Әбйәлил районында уртаса алғанда 70-75 кеше үҙ теләге менән донъялыҡтан киткән һәм уларҙың барыһы ла башҡорт. Ә инде асылынан ситләшеп өлгөргәндәр илай-илай үҙ асылдарына йүгереп ҡайтыр ине. Был фекерем “Мин - Буранбай” тигән шиғырымда яңғыраш алды:
Башҡорт асылығыҙ ташлап китһә,
Ҡайтарырмын кире елтерәтеп.
Илай-илай шул саҡ атларһығыҙ,
Урал буйҡайҙарын иң(е)рәтеп.
Йырлай-йырлай кире ҡайтырһығыҙ-
Ҡаршығыҙға баҫыр асылығыҙ.
Тик унда һеҙ Бәхет тигән илдең
Алтын ҡапҡаларын асырһығыҙ.
АСЫЛЫМ: Асылдан ситләшеүҙең төп сәбәбе тарихыбыҙҙы белмәүҙән килә тип әйтмәксеһеңме, улай булғас? Етмәһә, шиғырыңда әллә ҡайҙан бәхет төшөнсәһен килтереп ҡыҫтырҙың. Быныһы артыҡтыр, моғайын. Нимә, әллә үҙ асылынан ситтә аҙашып йөрөгән кешене бәхетһеҙ тимәксеһеңме?
ҒӘМӘЛДӘГЕ ҮҘЕМ: Тап өҫтөнә баҫтың, асылым, беҙ бары тик үҙ асылыбыҙҙа балҡый һәм бәхетле була алабыҙ.
Әйткәндәй...
Асылым менән ғәмәлдәге үҙем бер туҡтауһыҙ ана шулай бәхәсләшеп, тартҡылашып йәшәй. Бәлки, ҡәләмгә тотоноуымдың да төп сәбәбе шундалыр, уларҙың бер-береһен аңларға теләүҙәлер. Насип итһә, алдағы һандарҙа ла журнал уҡыусыларға шул бәхәстәрҙән өҙөктәр тәҡдим итермен әле, тием.
Әхмәр ҮТӘБАЙ.

Читайте нас: