(Яратҡан һөнәре йәш уҡытыусыны өмөтһөҙлөктән аралай, уға ҡайғыға бөгөлөп төшөргә юл ҡуймай…)
Бәхет – тормошта үҙ урыныңды таба белеүҙә
Үкенескә күрә, кешеләр аҡса өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер, рухи ҡиммәттәрҙең хаҡы түбән төшкән заманда йәшәйбеҙ. Беребеҙгә лә сер түгел, эшкә лә күптәребеҙ хеҙмәт хаҡы өсөн генә йөрөй. Өҫтәп түләмәйенсә сифатлы дауаланыу ҙа, яҡшы белем алыу ҙа мөмкин түгел, тибеҙ. Беҙ бала саҡтағы эскерһеҙлек, бер-береңә ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек сифаттар юғалып барған төҫлө. Шулай ҙа, аҡса идеалогияһы күпселектең аңын, булмышын томалаған осорҙа үҙ талаптарына, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалған замандаштарыбыҙ ҙа бар, Аллаға шөкөр. Мәктәп өсөн көнө-төнө эшләгән, белем биреүҙе оло бурыс итеп үтәгән остаздар етерлек әле. Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡытҡан, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Игелекова Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы ла шундайҙарҙың береһе.
“Бәхет – ул тормошта үҙ урыныңды таба белеүҙә. Ваҡытында ауырлыҡтар кисерергә тура килһә лә, хәҙер үҙемде ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше, тип әйтергә хаҡлымын. Йөрәгемә бар күңелемде һалып башҡарған яратҡан эшем бар. Мәктәпкә килеп, балаларҙы күрә алмайым, эшемдән ялҡтым, тип ултырғандарға ҡарап аптырайым да, уларҙы йәлләйем дә. Тормошта үҙ урынын тапмағандар үҙҙәре лә бәхетһеҙ, башҡаларға ла көн күрһәтмәй. Уҡыусыларым менән дә бындай темаларға йыш әңгәмәләшәбеҙ. Ҡайһы бер мул аҡсалы кешеләр ҙә үҙен бәхетһеҙ тоя, ә кемгәлер йөҙөнән йылмайыу китмәһен өсөн яҡын кешеләренең сәләмәтлеге, яратҡан эше лә етә. Ундайҙар булғанына ҡәнәғәтләнеп, шөкөр итеп йәшәй белә”, – ти Гөлнәзирә.
Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып, бәләкәй генә сағынан ата-әсәһенең мәғариф өлкәһендәге тынғыһыҙ хеҙмәтен күреп үҫкән ҡыҙҙың уҡытыусы һөнәрен һайлауы осраҡлы түгел. Атаһы Әбдрәхимов Батыр Мөхәрләм улы Буранғол урта мәктәбендә ғүмер буйы физика уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан кеше. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын да башҡарҙы, мәктәп коллективы һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, ауыл халҡы алдында ла абруй ҡаҙанған кеше булды ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер вафат инде. Әсәһе Рәхилә апай ҙа ғүмер буйы Буранғол мәктәбе китапханаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Бынан тыш, йор һүҙле Рәхилә Нурислам ҡыҙы мәктәптә драма түңәрәген етәкләп уҡыусылар менән берлектә спектаклдәр әҙерләп сәхнәләштерә торғайны. Абруйлы ғаиләлә уҡытыусы эшенең яуаплылығын күреп үҫкән Гөлнәзирә лә мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ ошо һөнәрҙе һайларға ҡарар итә. Һәм хыялы йәш ҡыҙҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетының башҡорт-рус телдәре һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килә.
Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң яҙмыш ҡушыуы буйынса Күгәрсен районы егетенә кейәүгә сығып, Санъяп мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
Дәрт-дармандың күңелдәргә һыймай урғылып-ташып торған мәле генә. Ғаиләң янында шатлыҡҡа төрөнөп, яратҡан һөнәреңдән күңелеңә ял алып, илһамланып йәшәһәң ине лә бит. Ғүмерҙәрҙең сыуаҡ бер миҙгелендә улы Айнур менән йәшләй генә яңғыҙын ҡалдырып, тормош иптәше фажиғәле вафат була. Ҡайғыларға баш эймәҫлек көс таба йәш ҡатын, тал сыбыҡтай ғына булыуына ҡарамаҫтан тормош ауырлыҡтарынан бөгөлөп төшмәйенсә алға ынтыла. Берҙән-бер улы һәм яратҡан эше тормошоноң бар мәғәнәһенә әйләнә. Яңғыҙ әсә улы башҡа балаларҙан кәм-хур булып үҫмәһен тип барлыҡ көсөн һала. Мәктәп эше өсөн янып йөрөгән Гөлнәзирә уны бәләкәй генә сағынан үҙаллылыҡҡа өйрәтә. Айнур ҙа һәр нәмәгә яуаплы һәм етди мөнәсәбәттә. Быйыл “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булған. Тик ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяғына ауыр операция яһатып, оҙаҡ ваҡыт өйҙә ятырға мәжбүр була. Берҙән-бере күңел төшөнклөгөнә бирелмәһен өсөн барыһына ла әҙер көслө ҡатын. Айнур ятҡан ерҙән гантельдәр менән шөғөлләнә, поп-арт стилендәге һүрәттәр төшөрә. Химия, биолгия фәндәре ҡыҙыҡһындыра егетте. Ул медицина юлынан китергә хыяллана.
Йәш-елкенсәктең күңелен һындырмайыҡ
Гөлнәзирәнең төп маҡсаты уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем биреү генә түгел, уларҙы оло тормошҡа әҙерләү. Сетерекле, ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтә, күңелһеҙ хәл-ваҡиғаның да ыңғай яҡтарын таба белергә өйрәтә ул. “Ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың уҡыусыларға киләсәктә ниндәй ауырлыҡтар буласағын тейешле кимәлдә һөйләп аңлатмауы һәм тормош һабаҡтары бирә белмәүҙәрен ҙур хата тип иҫәпләй Гөлнәзирә. Шуға күрә уларҙы яңылышлыҡтарҙан, хаталарҙан әҙ булһа ла һаҡлап ҡалыу маҡсатында балалар менән тормошсан темаларға әңгәмәләр ҡора. Үҙенең, һәм башҡа кешеләрҙең яҙмышын тере миҫал итеп һөйләү уҡыусыларҙың күңеленә үтеп инерлек тәьҫораттар ҡалдырғанын белә тәжрибәле педагог. Ысынлап та, ниндәйҙер китаптан алынған сюжетҡа ҡарағанда башыңдан үткән ваҡиғаларҙың тарихы ҡыҙыҡлыраҡ та, тәьҫир итеү көсө лә бар, фәһем дә бирә. Ваҡытында һөйләп аңлатҡан кеше булһа, үҙебеҙ ҙә хата аҙымдарҙы урап үтер инек. Шуға күрә, уҡытыусылар йәштәр һуҡмаҡ һалғанда дөрөҫ юлды күрһәтеп ебәрергә бурыслы”, – ти Гөлнәзирә.
Педагогты уҡыусылары яҡын дуҫы итеп күрә. Серҙәрен һөйләйҙәр, хыялдары менән уртаҡлашалар. Кистәрен, ял сәғәттәрендә лә, каникул, байрам ваҡыттарында ла фатиры тәрбиәләнеүселәренән өҙөлмәй. Улар бергәләп олимпиадаларға әҙерләнә, йәиһә былай ғына әңгәмәләшеп ултыралар. Әйткәндәй, Гөлнәзирәнең уҡыусылары йыл һайын республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа призлы урындар яулап килә.
Гөлнәзирәне ГорОНОның мәғариф бүлегенә, институтҡа, хатта министрлыҡҡа ла эшкә саҡыралар, тик йәш уҡытыусы үҙенең тормошон уҡыусыларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. “Бала күңеленә асҡыс табыу өсөн кешене тәү сиратта ихлас күңелдән яратырға кәрәк. Улар төрлө, шуға күрә һәр береһенә индивидуаль ҡарау фарыз. Талап ителһә уҡыусылар менән ҡушылып иларға ла, арҡаһынан ҡосаҡлап яратырға ла, хатта бергәләп алдашырға тура килә. Уҡыусы эш боҙғанда ҡарар сығарырҙан алда иң тәүҙә үҙемде уның урынына ҡуйып ҡарайым. Ҡайһы бер алымдарын педагогика рамкаларына һыйып та бөтмәй. Тик, тормош булғас, сиктәрҙе емереп сығырға ла кәрәк. Башҡа педагогтар мине аңламаҫ та моғайын, ләкин бала күңелен һындырмаҫҡа тырышам. Мәҫәлән, синыфымдағы бер ҡыҙҙың алама ҡылығы өсөн әсәһен саҡыртырға ҡуштылар. Ә ул инсульт кисереп яңы дауахананан сыҡҡан. Әсәһе һеҙ булмағанда килде, тип, директорҙы алдарға тура килде. Һөҙөмтәлә, ул уҡыусым бүтәнсә ла эш боҙманы, мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем ала. Икенсе бер ҡыҙҙы, ауырып дауаханаға китте тип, егетен армияға оҙатырға дәрестән ебәрҙем. Уҡыусыларҙы бала итеп түгел, ә тиңең һымаҡ күрергә, ниндәйҙер талап ҡуйыр алдынан аңлатырға, һөйләшергә кәрәк”, – тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты Гөлнәзирә.
Әйткәндәй, урыҫ мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрен бөтөрөү хаҡында илдә ҡыҙыу бәхәс барғанда Гөлнәзирә уҡытҡан урыҫ мәктәбе уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтен бик теләп, яратып үҙләштерә. Улар башҡортса спектаклдәргә йөрөргә лә әүәҫ икән. Йыл һайын йәйгеһен Башҡортостандың матур урындарына сәйәхәт ҡылыу ҙа ғәҙәттәренә ингән.
Психология фәне менән дә мауыҡҡан Гөлнәзирә Интернетта материалдар эҙләп ултырғанда Макс Люшерҙың төҫтәр хаҡындағы мәҡәләһенә юлыға. Ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡҡандан һуң, уны әҙәбиәт менән бәйләп булмаймы икән, тип уйлана башлай. Бына өс йыл инде балаларҙы төҫтәр ярҙамында образлы фекерләргә өйрәтә педагог. Әҫәрҙе төҫтәр ярҙамында анализлау бала мейеһенең уң һәм һул ярымшарҙарының эшмәкәрлегенә тигеҙ тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә, ундағы образдар уҡыусы күңелендә оҙаҡ һаҡланып ҡала, тип иҫәпләй
Гөлнәзирә. Был ҡыҙыҡлы методика башҡа мәктәптәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Һәр дәресе үҙенсәлекле үткәнгә, төрлө сығанаҡтарҙан туплап йыйған тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырғанға йәш уҡытыусыны Башҡортостандың байтаҡ төбәктәренә саҡырып торалар. Өфөгә курстарға килеүсе уҡытыусыларға лекциялар уҡырға йыш йөрөй. Ырымбур, Силәбе өлкәләренә йөрөп докладтар менән сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша. Үҙ ваҡытында Сибай ҡалаһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында гран-при яулап региональ конкурсҡа финалға сыға, йыл йомғаҡтарына ярашлы “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” номинацияһына лайыҡ була.
Хоҙай яратҡан кешеләренә генә һынауҙар бирә…
Баш-көллө мәктәп эшенә сумыуға ҡарамаҫтан Гөлнәзирә яратҡан шөғөлө – гөлдәр үҫтерергә лә ваҡыт таба. Айырыуса глоксинияларҙы тәрбиәләү күңеленә хуш килә.
Булмышынан урғылып ташып торған дәртен әрәм итмәйенсә, яратҡан эшенә йүнәлтә белгән Гөлнәзирә һаман да хыял доньяһында йәшәй. Шул яҡты теләктәр алға әйҙәп тормошон нурландыра, мәғәнәле итә. Гөлнәзирә Батыр ҡыҙының Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурс, олимпиадаларҙа ла көс һынашып ҡарағыһы килә. Ул уҡытҡан фәндәр буйынса олимпиадаларҙың тик республикала ғына үткәрелгәненә көйөнә. Атаһының юлын дауам итеп физика фәне буйынса уҡып сығырға ла теләге ҙур үҙенең. Бөгөнгө көндә Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы “Ирәндек” лицейында башҡорт рухлы йәштәр ойошмаһын булдырыуҙы планлаштыра.
Тиҫтә йылдан ашыу яңғыҙы йәшәгән, йәш ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уҡыусыларға белем биреүгә, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә арнаған көслө уҡытыусыға ла быйыл бәхет йылмайған. Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы үҙенең тәүге мөхәббәте менән тормош ҡорорға йыйына икән. X синыфтан алып яратҡан ул уны. Егет кеше Стәрлетамаҡ ҡалаһыныҡы булған өсөн генә уҡыу йортон фәҡәт шул ҡалала һайлаған. Әммә һөйгәне Мәскәүгә эшкә киткәс, уларҙың юлдары айырыла. Егерме йыл үткәндән һуң да һүрелмәгән хис-тойғолар, ҡабаттан тоҡанған икән – был яҙмыштың үҙе тарафынан бирелгән һөйөүҙер, моғайын. Иҫ киткес аҡыллы, изге күңелле, ярҙамсыл кешенең улы Айнур менән дә тиҙ уртаҡ тел табыуы Гөлнәзирә өсөн иң мөһиме.
Бөгөн беҙгә күберәк көслө булырға тура килә. Тал сыбыҡтай сибек кенә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың рухи ныҡлығына, сыҙамлылығына, түҙемлелегенә хайран ҡалырлыҡ. “Хоҙай ҡатын-ҡыҙ итеп яратҡан икән, нәзәкәтлелекте, нәфислекте юғалтырға тейеш түгелбеҙ”, – ти Гөлнәзирә. Балалар, үҫмерҙәр араһында йөрөгәнгә ул үҙен һаман да йәш-елкенсәк кеүек тоя. Яратҡан эшең менән янып йәшәгәндә өлкәнәйеү тураһында уйларға, бошонорға ваҡыт ҡаламы инде?!
Гөлнәзирәнең бәхет сере – эшендә. Йәштәргә лә һөнәр һайлағанда яңылышмауҙарын һәм ауырлыҡтарға бирешмәүҙәрен теләй. Хоҙай яратҡан кешеләренә генә һынауҙар бирә, ти ул.