Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш балалары һөйләй

Таймаҫтан хәйер һорашып килеүселәр булды. Миңлеғәли тигән малай ҡыҫҡа ғына күлдәк кейеп йөрөй торғайны. Фермаға инеп йоҡлап китә. Камил тигәне беҙгә килә ине. Үҙебеҙгә лә урын юҡ. Ул да йоҡларға ҡала. Һоранып йыйған бәрәңгеһен усаҡҡа көл араһына һалып бешереп ашай.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
«Вербовка менән Свердловскиға эшкә киткән Нәфисә апайымдың ризыҡ карточкаһын алғандар. Күпмелер ваҡыт сүп өйөмдәренән картуф ҡабыҡтарын, балыҡ баштарын табып ашап йөрөгәндән һуң бер торба эсенә кереп ятып үлгән»
Шәүәли Мөхәмәт улы ВАХИТОВ.
1932 йылдың 15 майында Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 9 йәштә була.
Шәйәхмәт ағайым фронтҡа китте. Беҙҙең ауылдан Сәләхи Иҫәнбаев, Муса ауылынан бер ағай бергә барҙылар. Атайым уларҙы ат менән Стәрлегә илтеп ҡуйҙы. Хәтифә апай Муса ауылына кейәүгә сыҡты. Нәфисә апайымды вербовка менән Свердловскиға алып киттеләр.
Өйҙә әсәйем Ғәфисә менән мин, 7 йәшлек Ғәлләметдин ҡустым һәм 3 йәшлек Ғәтиә һеңлем ҡалдыҡ.
Әсәйебеҙ складта ағыулы игенде тейәгәндә, күҙенә ағыу эләгеп, һуҡырайҙы. Шунда эшләгән бөтә ҡатындар биттәрен мискәләге һыуҙа йыуған, улар күҙле булып ҡалған. Әсәй йыумаған, шуға һуҡырайған.
Һуғыш тәүге көндәрҙән үк беҙгә ҡайғы-хәсрәттәрен килтерҙе. Свердловскиҙа эшләгән Нәфисә апайыбыҙҙың үле хәбәрен алдыҡ. Апайым Таймаҫ ауылынан Миңйыһан тигән иптәше менән бергә киткәйне. Уларҙы ла атайым Стәрлегә ат менән илтеп ҡуйҙы. Шулай эшләп йөрөгән ерҙәрендә әлеге Миңйыһан апайымдың ризыҡ ала торған карточкаһын бирмәгән. Апайым сүп өйөмдәренән картуф ҡабыҡтарын, балыҡ баштарын табып ашап йөрөгән. Күпме йөрөгәндер, ҙур бер торба эсенә кереп ятҡан. Аяғынан һөйрәп алырға итһәләр, бурһып бөткән.
Әлеге Миңйыһан тигән ҡыҙ апайымдың ике метр тауарын биреп киткән. Әсәйем шуны мендәрҙәр элеп ҡуя торған урҙаға ҡыҫтырған. Әсәйемдең һуҡыр булыуынан файҙаланып, Миңйыһан кире өйгә кереп, шул тауарҙы ла алып сығып киткән.
Беҙҙең кеүек малайҙар баҫыуҙа эшләнек. Үгеҙ менән ер һөрҙөк, һыйыр менән тырматтыҡ.
Күп ашлыҡ йыйылмайынса ҡар аҫтында ятып ҡала. Иртән торабыҙ ҙа Покровка яғына башаҡ йыйырға китәбеҙ. Ҡар ирегәс, ҡыш сыҡҡан бойҙайға ағыу теймәй тиҙәр. Покровка яланы туп-тулы кешеләр. Муса ауылынан да әбейҙәр, бала-сағалар килгән.
Муса яғына барған юлда ла бойҙай ятып ҡалған. Һөрөргә ер кәрәк тип яндырҙылар. Беҙ, балалар, әбейҙәр, барып йыябыҙ. Ҡайһылары ҡурмас кеүек бешкән була, ашап йөрөйбөҙ. Ауыҙҙар ҡап-ҡара булып бөтә.
Йыйған башағыбыҙҙы әсәйем бер ҙур ҡаҙанда киптерә лә, тирмәндә тартып, икмәк бешерә.
Атайым яҙ, йәй, көҙ көтөү көттө. Ҡыш ҡаҙ, тауыҡ ояһы үрер, сана яһар ине. Уларҙы Кармалка, Покровка ауылдарына алып барып һата. Урынына картуф алып ҡайта.
Сабатаны Муса ауылынан килтереп һаталар. Бер парын 20 тингә алабыҙ.
Шул сабатаны аяҡҡа кейәбеҙ ҙә Слоновка тигән урыҫ ауылына барып тиҙәк һуғабыҙ. Минең менән бергә Гөлләрә Мөхәмәтҡолова, Мәрүәр Зәйетова ла бара. 1000 тиҙәк һуҡһаң, 2 биҙрә картуф бирәләр. Ул ауыл беҙҙән йыраҡ ҡына 20 саҡрымдан артыҡ булыр. Гөлләрәгә лә, миңә лә 4-әр тоҡ картуф бирҙеләр. Бер кешелә генә эшләмәнек, бер нисә кешегә тиҙәк һуҡтыҡ. Аҙаҡ апайым ауыл үгеҙен егеп, бестаркалы арба менән килеп алып ҡайтты. Ул картуф ашарға ла, сәсергә лә етте.
Ауылда май заводы бар ине. Тышта тау кеүек итеп боҙ туңдыралар ҙа шуны апрель айында һалам менән ябып ҡуялар.
Беҙ атай менән иртәнсәк ауылдан көтөү алып сығып китеп бара инек, шул боҙ тауының башында һайыҫҡандарҙың һалам типкәненә иғтибар иттем. Был ни булыр икән, тип йүгереп барып ҡараһам, ҙур аҡ май киҫәге ята. 20 килолай булғандыр, нисек көсөм еткәндер, күтәреп алдым да Тирмән тауының артына барып, куфайкаға төрөп һалдым.
Алып ҡайтҡас, әсәй уны йомғаҡлап һатырға булды. Ун йомғаҡ яһаны ла Урай ауылына картуфҡа алмаштырырға алып барҙыҡ. Бер мәрйә шул сама майға ике биҙрә генә картуф бирә. Әсәй: «Ҡуй, оҙаҡламай үҙебеҙҙең дә картуф өлгөрөр, ваҡ булһа ла ашай торорбоҙ», – тип, бирмәй, кире алып ҡайтып киттек.
...Бер ваҡыт Мәрүәр килде лә: «Әйҙә, Покровка тигән урыҫ ауылына барайыҡ. Эш булһа, эшләрбеҙ, булмаһа, кире ҡайтырбыҙ», – ти. Киттек. Ҡаршыбыҙға бер ҡаҙаҡ ире осраны. Ул урыҫтарҙың һарығын көтә икән. Бер һарығын бүре алған. «Мин уны тау яғына ҡыуып ебәрҙем. Урыҫтар ул һарыҡты барыбер ашамай, кәрәкһә, барып алығыҙ», – ти был беҙгә. Барып, икебеҙ ике ботонан тотоп, 8 саҡрым һөйрәп алып ҡайттыҡ. Атайым, тунап, ҡап уртаға бүлеп бирҙе. Мәрүәр үҙ өлөшөн алып ҡайтып китте. Аш ашап тамаҡ туйып ҡалды.
Әсәйем күрмәгәс, иң ҙур бала булараҡ, төрлө эшкә мин йөрөйөм. Оло апайҙар, инәйҙәр менән бергә Мәләүезгә май, йомортҡа һатырға барам. Мәләүездең беҙ барған осонда ғына аэродром бар ине. Бәҙеғол Зәйетова, Разифа Вәлитова апайҙар, мин йөкмәп алып барған нәмәләребеҙҙе шунда һатабыҙ.
Бер барғанда 40 йомортҡа май алып барғайным. Майҙан бушаған биҙрәне ҡатлап ултыртайым әле тип, аҫҡа ҡуяһы урынға, йомортҡа һалынған биҙрәнең өҫтөнә ҡуйғанмын. Йомортҡаларҙың күбеһе һытылды. Йәл булды инде. Үҙебеҙ ҙә ашамай, йыйып, нисә саҡрым күтәреп алып килеп, ватып ҡуйғас, ҡыйын булды. Иҫән ҡалғандарын һатып ҡайттым.
Бер тапҡыр Мәләүез баҙарына барғанда ялҡау үгеҙ бирҙеләр. Хәҙисә апай, уның әсәһе Зилә Вахитовалар тағы бер нисә кеше киттек. Үгеҙ яй ғына атлай. Оҙон таяҡ осона сөй ҡаҙап алдыҡ та тегенең артына шуның менән төртөп-төртөп алабыҙ. Үгеҙ шәберәк атлап китә. Иң өлкән инәй ултыра, ҡалғандарыбыҙ йәйәү атлай. Бер тоҡ он, май алып барғайныҡ. 130 һум аҡса булды. Шуға быҙау алдыҡ. Баҙарҙан сыҡтыҡ. Мин быҙауҙы етәкләгәнмен, ике-өс инәй ҡыуа. Һыу аша сығырға кәрәк, быҙау атламай ҙа ҡуя. Мин алдан тартам, ике апай арттан этә. Нисек тә Муса тигән ауылға барып еттек. Мин унда апайымдарҙа ҡалдым, тегеләр ҡайтып китте. Быҙау һуҙылып ятты. Арығандыр инде, байтаҡ юл үттек бит. Ял итеп, иртәгәһенә генә ауылға ҡайтып еттек.
Мәләүезгә йыш йөрөнөк. Бер барғанда Ғәтиә туғаным менән Шәйәхмәт ағайымдың ҡыҙы Асия ла эйәрҙе. Ул ваҡтыта сәскә төшөрөлгән марля һымаҡ ҡына яулыҡ була торғайны. Шуны алдылар.
Атайым ҡыш ат ҡараны. Колхоздың йөҙләгән аты бар ине, һуғышҡа алып китеп бөттөләр тиерлек. Эшкә йөрөтөрлөк аттар ҡалды ла, үгеҙҙәр ҡалды.
Ҡыш көнө беҙ ҙә фермала дежур итәбеҙ. Малдар йығылып китмәһен тип ҡарайбыҙ. Быҙауҙар асҡа кәкерәйешеп ятып үләләр ине. Ашарҙарына юҡ. Ҡарарға кешеләр ҙә юҡ. Эре мал үлһә, арҡанға бәйләп, һөйрәп ямға сығарып ташлайбыҙ. Көсөбөҙ етмәй, күмәкләшеп тартабыҙ.
Таймаҫтан хәйер һорашып килеүселәр булды. Миңлеғәли тигән малай ҡыҫҡа ғына күлдәк кейеп йөрөй торғайны. Фермаға инеп йоҡлап китә. Камил тигәне беҙгә килә ине. Үҙебеҙгә лә урын юҡ. Ул да йоҡларға ҡала. Һоранып йыйған бәрәңгеһен усаҡҡа көл араһына һалып бешереп ашай.
Утынға Гәрәй урманына, сейәлеккә йөрөйбөҙ. Атайым сана яһаны. Кешеләр һорап килә. 10 һумға һата ине. Покровка ауылынан Бузев Федор тигән урыҫ лесник булды. Балталарҙы алып ҡала ине. Уға эләкмәҫ өсөн йәһәтләп ҡараңғылы-яҡтылы барырға тырышабыҙ. Күберәк яҡынға Ҡаршы урманына барабыҙ.
Асҡа үлеүселәр булды. Зөләйха исемле еткән ҡыҙ беҙҙең өйҙөң мөйөшөнә килеп йығылып үлде. Миңлебикә Кәримбаева тигән апай ҙа астан үлде.
Әсәйем, бәләкәй булһа ла Ғәтиә һеңлемде алып, башаҡҡа барабыҙ. Апайҙар көлтә бәйләйҙәр, ҡырлыҡҡа һалалар, тейәп алып китәләр. Беҙ ҡалған башаҡты йыябыҙ, биҙрәләргә тултырып ебәрәбеҙ. Балаҫ һымаҡ нәмә алып барып ергә түшәйбеҙ ҙә әсәйебеҙ Ғәфисә шунда башаҡ ыуып ултыра. Балаларын туйҙырам тип, өйҙәренә әҙ генә бойҙай алған өсөн Бүләк, Миңһылыу, Мәрүәр апайҙарҙы, Сәрә әбейҙе төрмәгә ултырттылар.
...Һуғыш тамамланғанда мин Ермолаевкала инем. Урам тулы халыҡ булды.
Шәйәхмәт ағайыбыҙ яраланып, иҫән-һау ҡайтты. Ярты үксәһе юҡ ине. Барыбыҙ ҙа – әсәй ҙә, бөтә туғандарыбыҙ ҙа ҡатыны Фатима менән ҡыҙы Асия ла ныҡ шатланды.
Читайте нас: