Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәге таштар ҙа сиргә әйләнә. Йәки бер спортсы яҙмышы

Бөгөн – Физкультурниктар көнө. Түҙһәң - түҙәһең, юҡ икән һинең урыныңда булырға теләүселәр күп. Тренерҙарға иһә эштәренең һөҙөмтәһен күрһәтеү беренсе урында. Шулай селләлә көндәр буйы бер йотом һыуға зар-интизар булып шөғөлләнәһең. Кистәрен иһә сарсауҙы ҡандырыр өсөн лиртлап һыу эсеп, көнө буйы сабып йөрөгән эт хәлендә телеңде арҡыры тешләп башың мендәргә тейер-теймәҫтән әүен баҙарына ла китәһең. Әммә үҫкән йәш организмға дүрт-биш сәғәт йоҡо - йоҡо түгел. Шул мәлдә генә олимпия уйындарында еңгән спортсыларҙың ни өсөн миҙал таҡҡанда илауҙарын аңлайһың да, көйәрмән булараҡ урыны-урыны менән эшкинмәгәнлектә төкөрөк сәсеп әрләп, йоҙроҡ төйөп ултырыуы ғына еңел икәнлегенә төшөнәһең.

Күңелдәге таштар ҙа сиргә әйләнә

Йәки бер спортсы яҙмышы

Күп ваҡыт, төп геройы башта төрлө һынауҙарға дусар булып, һуңынан ошо кәртәләрҙе емереп сығырға көс табып, маҡсатына ирешеп тамамланған әҫәрҙәҙе, киноларҙы ҡарап бөткәс: “Тормошта ла барыһы шулай еңел генә хәл ителһен”, - ине тип уфтанып ҡуябыҙ. Идеялар, сюжет өлөштәренең юҡтан ғына килеп сыҡмауы хаҡында белһәк тә, бирешергә теләмәйбеҙ әле. Шулай уҡ яныбыҙҙа ғына йөрөгән уңышлы, маҡсатлы шәхестәрҙең яҙмышы ла күпкә бәхетлерәк, йәшәү рәүеше лә яҡшыраҡ тойола. “Берәүҙәр яҡты донъяға килгәнсе үк бәхетен усына йомарлап тыуған. Ә мин...”, – тип зарланырға ла күп һорап тормайбыҙ.

 Таныштырасаҡ геройым, спорт акробатикаһы буйынса спорт мастеры, спорт аэробикаһынан спорт мастеры кандидаты, педагогика фәндәре кандидаты, БДМУ-ның доценты Өфө ҡыҙы Айһылыу ҒАЙСИНАға ла күптәр һоҡланып, өлгәшкән уңыштарына күҙҙәре ҡыҙып ҡарай. Әммә, кем әйтмешләй, кешене белгең килһә, уның итектәрен кейеп, ул йөрөгән юлдан барып ҡара...

Оло еңеүҙәргә табан...

Өс бала араһында үҫкән кинйә ҡыҙҙарын ата-әсәһе бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып үҫтерә. Хәйер, тиктормаҫ, үтә шуҡ ҡыҙҙы бүтәнсә тыйып тотоу мөмкин дә булмай! Туҡтауһыҙ төрлө хәрәкәттәр яһап, орсоҡ кеүек өйөрөлөп йөрөгән балала ике-өс кешенең энергияһы тупланғандыр тип, өлкәндәр йыш аптырай. Биш йәшенән йөҙөүгә йөрөй, һуңғараҡ спорт гимнастикаһын да үҙ итә. Өҫтәүенә белемгә ынтылышы ла иртә йәштән барлыҡҡа килә. Шуға ла алтыһы тулыр-тулмаҫтан парта артына ултыра. Уҡыу, тренировкалар менән бергә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә ваҡыты ҡала.

Шулай төрлө өлкәлә үҙен һынап ҡарай торғас, ун бер йәшендә спортта үҙ урынын, ниһайәт, таба. Берәүгә лә әйтмәйенсә спорт акробатикаһына барып яҙыла. Һығылмалы кәүҙәле, иң мөһиме һынмаҫ-бөгөлмәҫ рухлы үҫмер спорт гимнастикаһын да ярата,  ниндәйҙер кимәлдә уңыштарға ла өлгәшеп өлгөргән була. Әммә Айһылыу тап ошо мәлдә буйға тартылып үҫеп китә. Ә унда бәләкәйерәк кәүҙәле ҡыҙҙар кәрәк, был иһә төп шарттарҙың береһе була. 

Тәбиғәттән бирелгән һәләт менән бергә көнөнә ике тапҡыр икешәр-өсәр сәғәт шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәһе бында ла оҙаҡ көттөрмәй. 14 йәшендә спорт мастерына кандидатлыҡ нормативын үтәй, республиканың йыйылма командаһына эләгә. Ситтән ҡарағанда артабан барыһы ла майланған тәгәрмәс тигеҙ юлдан елдергән кеүек кенә бара. Ә был еңеүҙәрҙең хаҡын ул үҙе генә белә,  сөнки арҡаһы, биле ауыртыу үҙен яйлап ҡына һиҙҙерә башлай. Тик: “Спортта бындай мәлдәр ваҡытлыса ғына, теште ҡыҫып түҙергә, бирешмәҫкә  кәрәк”, – тип уйлап Айһылыу һыҙланыуҙарын берәүгә лә белдертмәй. Етмәһә, мәктәптә яҡшы уҡыған, һәр ваҡыт алға ынтылған ҡыҙға яҡындары ла,  уҡытыусылары ла ҙур өмөттәр бағлай, уның менән ғорурланалар. Ошо яуаплылыҡ тойғолары ла һәр ваҡыт алға әйҙәгәндер.

Спортта ҡанундар аяуһыҙ

Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған кисәге уҡыусының алдында, уҡырға ҡайҙа барырға тигән, һорау булмай. Бер ҡаршылыҡһыҙ үҙенең йүнәлеше буйынса Краснодар Дәүләт физкультура университетына уҡырға инә.

“Краснодар мине ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманы, – ти ул юғары уҡыу йортонда уҡый башлаған осор тураһында хәтер йомғаҡтарын һүтеп. –  Иҫкә төшөрһәң әле лә арҡа буйҙарынан һалҡын ток йүгергәндәй. Түҙеп торғоһоҙ эҫелегенән, ҡоро һауаһынан ул климатҡа өйрәнмәгән кешенең былай ҙа хәле бөтә. Ә көнөнә әллә нисәмә тапҡыр, ҡайһы ваҡытта бер тәнәфесһеҙ-ялһыҙ үткәрелгән тренеровкаларҙа йөрәк тибешенең шәбәйеп, күҙ алдары ҡараңғыланып йығылыр сиккә етеүеңдә берәүҙең дә эше юҡ. Түҙһәң - түҙәһең, юҡ икән һинең урыныңда булырға теләүселәр күп. Тренерҙарға иһә эштәренең һөҙөмтәһен күрһәтеү беренсе урында. Шулай селләлә көндәр буйы бер йотом һыуға зар-интизар булып шөғөлләнәһең. Кистәрен иһә сарсауҙы ҡандырыр өсөн лиртлап һыу эсеп, көнө буйы сабып йөрөгән эт хәлендә телеңде арҡыры тешләп башың мендәргә тейер-теймәҫтән әүен баҙарына ла китәһең. Әммә үҫкән йәш организмға дүрт-биш сәғәт йоҡо - йоҡо түгел. Шул мәлдә генә олимпия уйындарында еңгән спортсыларҙың ни өсөн миҙал таҡҡанда илауҙарын аңлайһың да, көйәрмән булараҡ урыны-урыны менән эшкинмәгәнлектә төкөрөк сәсеп әрләп, йоҙроҡ төйөп ултырыуы ғына еңел икәнлегенә төшөнәһең”.

Оло спорт тураһында уйлағандарынан, күҙаллағандарынан да ауырыраҡ икәнлегенә Айһылыу шулай сит мөхиткә барып эләккәс тә төшөнә. Әммә тормошондағы киҫкен боролоштар алда була әле. Арҡа мейеһенең, биленең ауыртыуҙары йышайғандан-йышая. Оҙаҡламай аяҡ быуындарына төшә. Ер йөҙөнә шаулап-гөрләп яҙ килгәндә тренерҙар ҡуйған талаптарҙағы күнегеүҙәрҙе үтәү түгел, атларлыҡ та хәле ҡалмаған киләсәге өмөтлө спортсыға яратҡан шөғөлөн, уҡыуын ҡалдырып Өфөгә ҡайтырға тура килә.

Тыуған йорттоң стеналары ла дауалай, тиҙәр. Яҡындарының тәрбиәһе, йылы һүҙҙәре, төрлө урындарға им-томсыларға йөрөп ҡарауҙары, мануаль терапияла алған дауалар ауырыуҙы саҡ ҡына булһа ла артҡа сигендерә. Айһылыу яңынан уҡырға инергә әҙерләнә, сөнки элекке урынынан үҙенә әйтеп тә тормай автоматик рәүештә икенсе курсҡа килеүсе уҡыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдыралар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кисә генә алһыҙ-ялһыҙ юғары күрһәткестәр өсөн көрәшкән спортсының бөгөн килеп исемен иҫкә алыусы ла булмай. Был спорттың аяуһыҙ ҡанундарының береһе менән  ун ете йәшендә үк шулай күҙгә-күҙ ҡарашып танышырға мәжбүр була ул.

Өҫтәүенә юғары уҡыу йортон ғына түгел, спортты ла алмаштырырға тура килә. Һаулығы өсөн хәүефһеҙерәк күренгән спорт аэробикаһы йүнәлешендә киләсәктә белгес булыу маҡсатында БДПУ-ның ишектәрен асып инә. Студент тормошо ҡайҙа ла бер инде. Шау-гөр килеп параларға йөрөүҙәр, тренеровкалар, яңы өлкәлә яңы уңыштарға өлгәшеүҙәр. Әммә бәлә йәш спортсыны, әйтерһең дә, һағалап, ҡаршыһына сығып көтөп кенә тора. Тағы ла тәбиғәт йоҡоһонан уянып, йәшеллеккә сумған мәлдә аяуһыҙ сир уны аяҡтан йыға. Был юлы ныҡлап. Параларҙа физик күнегеүҙәр башҡарғанда аяҡтан яҙған еренән тура дауаханаға оҙаталар. “Ошо мәлдә ярышта бер туҡтауһыҙ сабып үҙен-үҙе яндырған бәйге аты хәлендә икәнлегемде, ниһайәт, төшөндөм”, – ти ул. Ә табиптарҙың ҡарары аяуһыҙ. “Кисекмәҫтән операция кәрәк, – тиҙәр улар. – Унан һуң да аяҡҡа баҫа алыуы икеле, ә спорт тураһында бөтөнләй оноторға тура киләсәк”.

Күп сирҙәр үҙ уйҙарыбыҙҙан барлыҡҡа килә

Бысаҡ аҫтына ятырға Айһылыу башта уҡ ҡырҡа ҡаршы була. Был диагноз менән операция эшләткән таныштарының туҡһан проценты самаһы һуңынан тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алмағанлығын электән ишетеп тә, күреп тә белә. Етмәһә, күпмелер ваҡыттан һуң ауырыу үҙен ҡабаттан һиҙҙертеп шул уҡ процедураны үтергә тура килгән осраҡтарҙа ҙа булғылай. Бүҫер – мәкерле сир,  шылған, имгәнгән кимерсәк урынына үҫкән ҡан төйөнө генә булһа ла үлемесле ауырыуҙар рәтенә лә юҡтан ғына индермәгәндәрҙер.

Ошо хаҡта ныҡлы белгән һәм аңлаған Айһылыү үҙен был мәлдә осо-ҡырыйы күренмәгән ҡараңғы тюнельдә йөрөгән кеүек итеп тоя. Артҡа сигенерлек түгел, алда – ҡараңғылыҡ солғанышындағы билдәһеҙлек, етмәһә, ваҡыттың аяуһыҙ рәүештә һиңә ҡаршы уйнауы үҙәкте үҙә. Киләсәгенең алыҫта, бына-бына һүнәм тип, былҡылдап ҡына янып торған йондоҙ хәлендә ҡалыуы, туҡтауһыҙ һыҙланыуҙары, йоҡоһоҙлоғо арҡаһында көн менән төнө бутала. Әммә иң шәп идеялар төн уртаһында, бар тереклек ҡаты йоҡоға талған ваҡытта бөтөнләй көтмәгән, уйламаған ерҙән килеүсән. Айһылыу менән дә шулай була.

“Дауахана палатаһында яңғыҙым ғына, арҡамдан билемә тиклем төшөп торған тимер ҡоршаулы корсет эсендә ятам. Шылт иткән тауыш та юҡ. Ҡолаҡ ярғыс тынлыҡта ҡара болоттай ябырылған уйҙар өйөрмәһендә оҙаҡ ваҡыт икәүҙән-икәү ҡалып ятһаң аҡылдан яҙырға ла, барыһына ла ҡул һелтәргә күп ҡалмаҫын да һиҙәм. Ҡапыл ошо әсе хаҡиҡәтте аңлап тертләп киткәндәй булдым. Тәҙрәнән электр бағаналарынан төшкән һүрән генә яҡтылыҡта ҡулдарымды тегеләй-былай болғап ятҡан килеш күнегеүҙәр эшләй башланым. Ярамай тиһәләр ҙә, туҡта, аяғымды ла күтәреп ҡарайым әле тим. Беренсеһе, икенсеһе. Хәл алып икенсе тапҡыр ҡабатлағанда тиҙерәк, өҫкәрәк күтәрә башланым. Шунда, әйтерһең дә, үҙемә-үҙем яңылыҡ асҡандай булдым. Кешенең һәр бер күҙәнәге бер-береһе менән бәйле икән дә баһа! Хатта уйҙарҙың да кеше һаулығына тәьҫир итеү һәләте бар! Мин дә ауырый башлағанда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер өсөн үҙ-үҙемде аяманым, пьедестал өсөн үҙ-ара, хатта бер команда эсендә тәү ҡарашҡа, ябай күҙгә күренмәҫ тартҡылашыуҙарҙан да апаруҡ нервы сарыфланғандыр. Һуңынан Краснодарҙа уҡый башлағас, сит яҡҡа өйрәнә алмай, яҡындарымды һағынып йонсоном. Тимәк, ауырыуым алған травмаларҙан ғына булмаған. Иң беренсе уйымда яралған да, күңелемә таш булып ятҡан. Аҙаҡ инде көсһөҙләнгән, хәлһеҙләнгән ағзаларыма сир булып яйлап ҡына өйөлгән дә өйөлгән... Шунда үҙемә үҙем генә ярҙам итә аласағымды аңланым...”.

Иртәгәһенә үк яҡындарынан анатомия, физиология, биомеханика тураһында китаптар һорап алып, башкөллө шуларҙы уҡыуға, өйрәнеүгә сума. Улар менән яҡынданыраҡ танышҡан һайын теге төндә саҡырылмай ҡунаҡтай ҡапыл ғына барлыҡҡа килгән уйҙарының дөрөҫлөгөнә фәнни күҙлектә күрһәтелгән миҫалдар ярҙамында ла инана.  Әҙәм балаһын яралтҡанда шулай һәр нәмәнең уйланып барлыҡҡа килеүен аңлап иҫе китә. Үҙенең һауығып аяғына баҫыуына ла өмөт сатҡалыра ярала.

Ауырыу хәлен һау белмәй

  Ысынлап та, кешене өмөт йәшәтә, тигәндәре раҫтыр. Дауаханала ятыуҙан баш тартып, өйөнә ҡайта. Көндән көн күберәк яңынан-яңы күнегеүҙәр яһауы менән бергә, тән төҙөлөшөн дә ныҡлап өйрәнә, уйҙары ла барланып тәртипкә һалына. Ай ярым эсендә аяғына ҡабаттан баҫып йөрөй башлаһа, ике ай тигәндә ярты кәүҙәһен генә түгел, күңелен дә ҡаты ҡалыптар эсенә ҡоршаған тимер корсеттан да ҡотола.

Йәйге сессияһын тапшырырға барғанда ҡыҙҙың көсөнә һоҡланыусылар ҙа, бындай ҙа мөғжизәләр булыуына ышанмайынса сәйерһенеп ҡараусылар ҙа табыла. Ултырырға ярамағанлыҡтан баҫып ҡына тора һәм сәғәт ярым буйына һуҙылған параларҙы үткәреүсе уҡытыусыларҙың да фекере икегә бүленә. Юҡҡа ғына, ауырыу хәлен һау белмәй, тимәйҙәр бит. Берәүҙәре хәленә инеп өйҙә генә башҡара торған бүтән өҫтәлмә эштәр биреп имтихандарҙа билдәләр ҡуйһа, икенселәре уҡырға килгәнһең икән, һинең проблема, тип кенә ҡарай. Нисек кенә булмаһын ярты йылға һуҙылған был арауыҡты үткәреп ебәрергә көс таба.

Һуңынан дауаханаға тикшерелергә барғас, ауырыған саҡтағы һәм әлеге ренгент һөҙөмтәләрен ҡарап, ярты йыл элек кенә инвалид креслоһына ултырырасаҡ йә булмаһа тотоноп ҡына үҙен йөрөтәсәк тип, аяуһыҙ хөкөм сығарған табиптар осоп-талпынып йөрөгән Айһылыуҙы күреп шаҡ ҡата. Күптәренең практикаһында был ваҡиға тәүге тапҡыр булған була шул.

Башҡалар ҙа хаталы аҙымға бармаһындар өсөн

Иң шәп теория – практика аша иҫбатланып килгәне. Барыһын да үҙендә кисереп, еңеп сыҡҡан Айһылыу үҙенең хәлендә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Уҡыу менән аралаш төрлө һауыҡтырыу үҙәктәрендә эшләй башлай. Кешелекле тренерҙары С.Х. Житкова һәм Р.М. Иммамова ярҙамында спортҡа ла кире ҡайта. Аяҡҡа баҫыуына бер йыл да тулмай спорт мастеры исеменә эйә була. Тик был юлы спорт акробатикаһынан түгел, ә спорт аэробикаһы буйынса.

Диплом алғас, Башҡорт дәүләт физкультура институтына эшкә керә, үҙ аллы өйрәнгән күнегеүҙәре буйынса “Урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн муйын-түш дорсопатияһынан һауыҡтырыу гимнастикаһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа. Аспирантураны үҙебеҙҙә уҡыһа ла, ғилми эшен яҡларға Санкт-Петербургка барырға тура килә. Әлеге лә баяғы был өлкәлә эшләүсе табиптар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа булмағанлыҡтан шулай килеп сыға инде.

“Ғилми хеҙмәттә бер нисә төркөм менән эшләнгән практика һөҙөмтәләре лә яҙылырға тейеш ине. Өфөнөң “Гидравлика” заводы хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килде. Башта күптәре быға илке-һалҡы, ышанмайынса ғына ҡараны. Әммә һөҙөмтәләр ике-өс аҙна эсендә үк күренгәс, һуңынан үҙҙәренең һоҡланыуҙарын, аптырауҙарын йәшермәнеләр. Көндәр буйы ултырып эшләгәнлектән күптәре йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән йонсоғандар. “Дарыуҙарҙың да файҙаһы ваҡытлыса ғына”, – тиҙәр. Сирҙең башы бөтөнләй уйламаған ерҙән икәнлеген күптәр белмәй шул. Арҡа мейеһе бер зарарланһа, төрлө юҫыҡтағы баш ауырыуҙары ла, бүтән органдарҙың насарайыуы ла шуның шауҡымынан килә бит”, – ти Айһылыу.

 2012 йылдан БДМУ-ның физкультура һәм һауыҡтырыу кафедраһы доценты вазифаһын башҡарған Айһылыу Хәмзә ҡыҙы аҙаҡ та һауыҡтырыу үҙәктәрендә эшләүҙән туҡтамай. Төрлөсә травмаларҙан йонсоп, ҡасандыр үҙе кеүек өмөтһөҙлөк сөңгөлөнә бата яҙғандарға иң тәүҙә психологик ярҙам күрһәтеүҙе төп бурыстарының береһе итеп һанай. “Кәүҙәм минең арттан нисек ҡабатларға кәрәк икәнлеген күрһәтһә, телем бер ваҡытта ла үҙегеҙгә ҡул һелтәргә ярамағанлығын, һуңғы сиккә тиклем көрәшергә кәрәклеге хаҡында һөйләп кенә тора, – тип йылмая. – Йылы һүҙ – йән аҙығы. Күңеле күтәренке кеше һауығыуға ла тиҙерәк бара”.

Никахтар күктә ярала...

Айһылыу менән Радмирҙың осрашыуы көтөлмәгәнсә була. Ниндәйҙер эш менән ҡыҙ ғаиләле дуҫына бара ла тиҙ генә йомошон йомошлап сығып барғанда, әхирәтенең иренә яңы ғына кереп барған иптәше менән аймылыш булалар. Һуңынан Айһылыу бер нисә көнгә эш буйынса ҡайҙалыр китә, яңы танышлыҡ тураһында ла онотоп та бөтә тиерлек.  Әммә был арауыҡ эсендә  Радмир ҙа тик ятмай, ҡыҙҙы интернет селтәрҙәрендә эҙләп табып, танышырға теләген белдерә. Ете ай дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр никах уҡыта, бер йыл тигәндә мөнәсәбәттәрен рәсми теркәп тә ҡуялар.

Ошо бер танышыу ваҡиғаһы тураһында ғына ишеткәндән һуң да никахтар күктә ярала тигәнгә нисек ышанмайһың инде? Моғайын да, осраҡлы ғына икеһе лә дуҫтарына кермәһәләр, Аллаһы Тәғәлә уларҙы ҡауыштырыуҙың бүтән сараһын да күрер ине инде. Етмәһә, икеһе ике өлкәлә эшләһәләр ҙә, ҡараштары ла башта уҡ тап килә. Радмир спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн файҙалы аҙыҡтар һатҡан магазин хужаһы икән.

Әле ике йәш ярымлыҡ Искәндәргә бәхетле атай менән әсәй улар. Әйткәндәй, Айһылыу улына йөклө сағында ла яратҡан эшен, ә иң мөһиме уның ярҙамына ышанып көтөп торғандар менән араны өҙмәй. Аҙаҡҡа тиклем йөрөй һәм ошо ваҡытта әсәй булырға әҙерләнгәндәр өсөн дә яңы күнекмәләр уйлап таба.

Шулай, ҡайҙа ғына барһа ла, ниҙәр генә кисерһә лә һәр нәмәнең ыңғай яғын күреп, артабан да үҫергә-үҫешергә мөмкинселектәр табып үҙ юлын үҙе һалған.

Күңелдәге таштар ҙа сиргә әйләнә. Йәки бер спортсы яҙмышы
Күңелдәге таштар ҙа сиргә әйләнә. Йәки бер спортсы яҙмышы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: