Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
6 Февраль 2020, 14:31

Ап-аҡ ҡарҙан Ағай бара, эҙе ҡала...

Мин тыуғанда ул бик ҡыуанған, тиҙәр.– Ҙурайһа мин уны санаға ултыртып йөрөтәсәкмен! – тип пландар ҡорған. Йөрөттө. Яңы яуған ап-аҡ ҡар өҫтөнән уның эҙе, артынан сана эҙе ҡалды. Ә минең, сабыйҙың, шатлығының иге-сиге юҡ, һөйөнөрлөк тә, ғорурланырлыҡ та шул: минең Ағайым бар!#Шоңҡаржурналы #Улиртәкитте

Мин тыуғанда ул бик ҡыуанған, тиҙәр.
– Ҙурайһа мин уны санаға ултыртып йөрөтәсәкмен! – тип пландар ҡорған. Йөрөттө. Яңы яуған ап-аҡ ҡар өҫтөнән уның эҙе, артынан сана эҙе ҡалды. Ә минең, сабыйҙың, шатлығының иге-сиге юҡ, һөйөнөрлөк тә, ғорурланырлыҡ та шул: минең Ағайым бар!
Үҫмер генә ағайымды ҡыуандырып донъяға килгән мин уның ышанысын аҡланыммы икән? Беҙҙең балалыҡты, йәшлекте, бәхетле мәлдәрҙе уртаҡлашҡан Әхәт ағай...
Башҡалар өсөн Әхәт Мортазин ҡабатланмаҫ тауышлы, яғымлы тембрлы диктор булһа, беҙҙең ғаиләлә лә ул эталон ине. Бала саҡта уның студент тигән исеме үтә лә ҙур дәрәжә кеүек тойола торғайны. Өләсәй менән олатайҙың яратҡан, кинйә балаһы, олпат, мыҡты кәүҙәле, төҫкә матур, тыныс холоҡло һәм тыумыштан, тәбиғәттән зыялы. Ул ғаиләлә лә үҙе берәү ине.
Беҙ әхирәтем менән һырғалаҡта фигуралы шыуыу күрһәтәбеҙ, ә ул – каникулға ҡайтҡан студент – беҙгә фон итеп ҡысҡырып йыр йырлай. Ул ваҡытта фигуралы шыуыу модала ине, беҙ үҙебеҙҙе данлы фигуристкалар итеп күҙ алдына килтерәбеҙ, ә ағайыбыҙ беҙҙең ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаясаҡ хыялды бүлешә... Балаларҙың күңелен күрәйем тигәндер инде. Ағайҙың арҡаһына йәбешеп һыу инеүҙәр, һәр ҡайһыһының айырым тарихы булған бүләктәре – бала саҡтың иң бәхетле, иң сағыу хәтирәләре.
Бала саҡта мин уға үҙем яҙған китапты бүләк иткәйнем. Уны ҡыҙыҡ күреп бөтә дуҫтарына уҡытҡан, әлегәсә һаҡлай ине. “Һаман минең бала саҡ шуҡлыҡтарын һөйләйһең дә ултыраһың!” – тип әйткәйнем һуңғы ваҡыттарҙа. Ниңә тыйҙым икән? Һөйләһен дә һөйләһен ине. Хәҙер бына һөйләмәйәсәк...
Әхәт ағай студент сағынан уҡ ата-әсәһе һәм туғандары өсөн ҙур ғорурлыҡ ине һәм ғүмере буйы шулай булып ҡалды. Ул үҙен уҡытыусы, педагог итеп күрҙе һәм шул һүҙҙе актерҙар кеүек матур итеп, мәғәнә һалып әйтә торғайны: ПЕДАГОГ! Тик яҙмышы уға тағы ла ҙурыраҡ бурыс йөкмәткән: башҡорт милләтенең ғорурлығы итерлек һөнәр – диктор, алып барыусы булырға насип иткән.
Яратҡан эше менән бәхетле булғандыр ағайым. Ни өсөн тап уның уҡығандарын тыңлаған һайын тыңлағы килә? Сөнки уның тауышында – кешеләргә сикһеҙ хөрмәт, мөхәббәт, йылылыҡ... Һәм, әлбиттә, зыялылыҡ, һәр һүҙҙең бәҫен, йәмен-тәмен аңлау, сама тойғоһо... Һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлап, башҡорт теленең камиллығын, моңон, матурлығын тыңлаусыға еткереү, тексты уҡығанда бөтә күңелеңде һалыу – эфирға сыҡҡанда ла үҙенә шундай талаптар ҡуя ине. Шуға ла ул халҡының да яратҡан, һөйөклө балаһы булды.
Өләсәй барыбыҙға ла тел асҡыстары теләй һәм һәр эштең йәмен белеп эшләргә өйрәтә ине. Был теләктәр Әхәт ағайҙың да булмышына һеңгәндер, күрәһең. Тел асҡыстары уны үҙ һөнәренең оҫтаһы тигән кимәлгә күтәрҙе, ул актер ҙа, тел белгесе лә булды. Эшеңдән мәғәнә, ләззәт таба белеү ҙә уның өсөн бик мөһим ине. “Бешерәһең икән, плитә эргәһенән бер минутҡа ла китмә, һин был ризыҡҡа күңелеңде һалырға тейешһең”, – тип өйрәткәне хәтерҙә.
Беҙҙе, туғандарын, һәр ваҡыт яҡын күрҙе һәм үҙе артынан әйҙәне. Ғаилә ҡорғанда, балалар тыуғанда, диплом алғанда беҙҙең шатлыҡты тәү сиратта ағайыбыҙ менән еңгәбеҙ уртаҡлашты. Туған йәнле булғандары өсөн рәхмәт уларға...
Әхәт ағай беҙҙе кешенең күңелен ҡыймаҫҡа, һәр нәмәгә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға, бер һүҙ менән әйткәндә, зыялы булырға өйрәтте. Тағы ла уның юмор тойғоһо бик юғары кимәлдә ине. Шаярыуҙары һәр ваҡыт урынлы, кинәйәле, интеллектуаль. Беҙҙең хәтерҙә лә ул, моғайын, башын артҡа сайҡап, рәхәтләнеп, ҡысҡырып көлгән шаян, бәхетле, нурлы кеше булып ҡалыр...
Бурыслымын. Әйтелмәгән һүҙҙәр, тапшырылмаған бүләктәр ҡалды. Бәхетле мәлдәрҙең, түңәрәк донъяның, йөрәктең бер өлөшө киҫелеп төштө...
Мин тыуғанда ул бик ҡыуанған, тиҙәр.
– Ҙурайһа мин уны санаға ултыртып йөрөтәсәкмен! – тип пландар ҡорған. Йөрөттө. Санала ғынамы, тормош арбаһында мине, башҡа күптәрҙе ултыртып, һелкетмәй, артыҡ борғосламай алып барҙы ул. Тик арбаһы барыр ергә етеп туҡтанымы, әллә уҙып киттеме, әллә һаман туҡтамай барамы?..
Читайте нас: